«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ УРТАҺЫНДА ЯҢЫ АРХЕОЛОГИК ТАБЫШ
+  - 

Октябрь революцияһы урамында барған ҡаҙыныу эштәре барышында 18-19-сы быуатҡа ҡараған ҡомартҡылар табылған. Эштәрҙе М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Тарих, хоҡуҡ һәм социаль-гуманитар белем биреү институты педагогтары, студенттары һәм аспиранттары алып барған.

Законға ярашлы, төҙөүселәрҙең бөтөн эштәре лә археологик тикшеренеүҙәр менән нығытылырға тейеш. Октябрь революцияһы урамын ҙур реконструкция көтөү сәбәпле, ошондай эштәр былтыр әүҙем башҡарыла. Ватан тарихы кафедраһы доценты Николай Щербаков билдәләүенсә, мәҙәни ҡатлам башлыса ихаталарҙа табылған. Шулай уҡ юл ҡатламын яңыртыу көтөлгәс, унда ла тикшереүсе шурфтар һалынған. Һөҙөмтәлә, уларҙың береһендә бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған мәҙәни ҡатлам барлығы билдәле булған. "Быныһы беҙҙең өсөн бигерәк көтөлмәгән хәл булды. Октябрь революцияһы урамы күп тапҡыр яңырыу кисерә - иҫке йорттарҙы яңылары алыштыра, юлдар, тротуарҙар үҙгәртеп һалына, ағастар ултыртыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мәҙәни ҡатлам һаҡланған һәм ул 18-19-сы быуаттарға ҡарай", - ти Николай Щербаков.
Тикшерелгән майҙан 2,5 мең квадрат метр тәшкил итә. Балсыҡтан яһалған керамика фрагменттары ғына ла 80-дән ашыу. Һарыҡ, кәзә һөйәктәре, ат тештәре бар. Шулай уҡ быяла әйберҙәр осраған. Алкоголле эсемлек шешәләренә баҫылған мисәт - пломба ла тарихсылар өсөн ҡыҙыҡлы асыштарҙың береһе. Был штамп өҫтөнән тағы ла таж һүрәте һуғылған. Белгестәр булған бөтөн каталогтарҙы ҡарап сығып, Өфөлә табылған штампҡа оҡшағанын тапмай. Был таждарҙың, ғәҙәттә, ике - немец һәм инглиз төрө була. Беҙҙә табылғаны инглиз төрөнә ҡарай. Бындай пломба-мисәттәрҙә таж аҫтына London тип яҙыла. Был өлгөлә латин хәрефтәре лә, кириллица ла осрай, йәғни, был ниндәйҙер реплика икәне асыҡ. Петр I 18-се быуат уртаһында дворяндарға шарап етештерергә рөхсәт итә һәм уларҙың инглиз шешәләренә оҡшатып, ошо рәүешле репликалар эшләй башлауы билдәле.
Яҙ ҡар ирегәс, ҡаҙыныу эштәре дауам итәсәк. Өс йыл буйына БДПУ тарихсылары тикшеренеү үткәреп, ғилми отчет яҙасаҡ. Шунан барлыҡ артефакттар дәүләт музей фондына тапшырыласаҡ.

"Киске Өфө" гәзите, №50, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.12.22 | Ҡаралған: 124

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru