«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ, ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘ!
+  - 


Берәй кеше хәмер менән ағыуланып, һәләк булып ҡала икән, "ул бахмурҙан үлде" тип әйтеү ғәҙәткә ингән. Әммә "араҡы эсеп үлде" тиеүселәр һирәк. Йәнәһе лә, хәмер эсеү - ифрат та ғәҙәти хәл, тик самалап эсеү генә кәрәк, ә артығыраҡ еффәрҙең икән, "бахмур" яһау зарур… Бына шулай, үкенескә, күптәрҙең әле булһа араҡыға тел тейҙергеһе килмәүе һиҙелә. "Саманан тыш артыҡ эсеү" тигән төшөнсәне лә лөғәтебеҙгә индереп алғанбыҙ, йәмәғәт. Әйтерһең дә, шул шайтан эсемлегенең ниндәйҙер бер аныҡ дозаһы бар.

Элегерәк, Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгән мәлдә, ун йыл эсендә бөтә Советтар Сюзынан ун бишләгән мең һалдат һәм офицер үлгән, тигән хәбәрҙе ишетеп тетрәнгәйнем. Ә инде Рәсәйҙә эскелек арҡаһында үлгән кешеләр хаҡында интернеттан мәғлүмәт алғас, сәстәрем үрә торҙо! Илебеҙҙә алкоголдән бер йыл эсендә генә һәләк булғандар (Афған һуғышында ун йылда үлгәндәр һанынан) мәртәбәләргә күберәк икән дә баһа! Бынан тыш, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Мәскәү фәнни тикшеренеү институты мәғлүмәт бүлеге етәксеһе, медицина фәндәре докторы Александр Немцовтың әйтеүе буйынса, Рәсәйҙә ике миллион самаһы кеше алкоголизм сире менән яфалана икән. Ошо фантастик һанға ла ышанмай, интернетҡа һорауымды тағы бер мәртәбә ҡабатлап бирҙем… Ә Башҡортостанда бер йылда 744 кеше эскелектән вафат булған. Был да аҙ түгел, икенсе төрлө итеп әйткәндә, республикабыҙҙа көн һайын ике кеше хәмер ҡорбаны була. Бында, башлыса, алкоголь суррогаттарынан, йәғни, "сифатһыҙ" араҡынан ағыуланыу хаҡында һүҙ бара. Ә эскелек арҡаһында ҡылынған енәйәт, суицидтарҙы, автоһәләкәттәрҙе, һыуға батыусыларҙы ҡушып һанай башлаһаң, иҫең-аҡылың китер. Һуғышта һәләк булған осраҡтарҙы, нисектер, аңлатырға булһа, тыныс өй шарттарында аҡсаға һатып алынған бындай үлемде башҡа һыйҙырырлыҡ түгел бит, йәмәғәт!
Күптән түгел инде оҙаҡ йылдар хәмерҙе ауыҙына ла алмаған бер танышымдың ҡабаттан эсә башлағаны хаҡында ишетеп борсолдом. "Ун көн тирәһе бер туҡтауһыҙ эсә лә эсә, - тип зарлана хәләл ефете. - Аҡса бирмәһәң, таныш-тоноштарҙан бурысҡа ала, ояты ни тора…" Оятынан да бигерәк, был ирҙең кинәт кенә был донъянан китеп барыу ихтималлығы хаҡында ҡатынын иҫкәрттем: "Яҡшы кеше бит, әрәм булып ҡуйыуы бар. Ашығыс рәүештә дауаханаға һалып, берәй сараһын күрергә кәрәк…" Инде бер нисә тиҫтә йыл бергә йәшәгән кешеһенең насар ир түгеллеген былай ҙа белә инде ул. Элегерәк тә әллә нисә мәртәбә "ашығыс ярҙам" саҡыртып, йә наркология клиникаһына һалып дауалатып алды ул ирен. Эсмәһә - аттай егәрле, аҡсаны ла "ҡутара ҫуғып" эшләй был танышым. Бынамын тигән машинала йөрөй, балаларына фатир ҙа алып биргән. Кешелекле. Бер һүҙ менән әйткәндә, ир аҫылы инде ул. "Оҙаҡ эсмәй йөрөгән кешегә араҡының тәьҫирен белер өсөн генә" татып ҡараған икән ул. Әммә биш-алты йыл элек үткәргән "запой" хәленә ҡабаттан ҡайтыуы бер ни ҙә тормай шул. Кәртәлә һөйәлеп торған тырмаға күпме генә баҫһаң да, ул һәр саҡ башҡа "тондора". Шулай уҡ, кирбес нисә мәртәбә генә төшһә лә, баштың уға күнегә алмауын аңлау кәрәк.
Иғтибар итһәгеҙ, көслө заттың бик күбеһе 45, 50, 55, хатта алтмышта был донъя менән хушлаша. Икенселәрҙең Яңы йыл байрамы, һигеҙенсе март, туғыҙынсы майҙан һуң бер нисә көн үткәс вафат булғаны хаҡында ла ишеткәнегеҙ барҙыр. Бына ошо түңәрәк һандарҙы, байрам көндәрен тигенгә генә килтермәнем, ҡәҙерле дуҫтар. Юбилей кисәләрендә йә берәй оло байрамда саманан тыш артығыраҡ "ашап ташлау" арҡаһында китеп бара күптәр. Рәйес Түләк әйтмешләй, "Мин уларға берсә көлөп бағам, көйөп бағам, бағам илаптар. Ут күбәләгендәй ғәйеп була имән ярҡаһындай ир-аттар".
"Запой" тип аталған төшөнсә менән һәр кем таныштыр. Арабыҙҙа шундай хәлгә тарыусылар ифрат та күп. Кешенең туҡтала алмай, көндәр, аҙналар буйы эсә башлауы - "алкоголизм" тип аталған сирҙең икенсе, өсөнсө стадияларының төп симптомдарының береһе медицинала ана шулай тип атала. Ә кеше үҙенең бына ошо ауыр сиргә һабышҡанын, ғәҙәттә, танығыһы килмәй. "Һиңә дауаланырға кәрәк", тип әйтһәң, ғәҙәттә: "Нимә? Әллә мине алкоголик тип беләһеңме?" - тигәнерәк яуап ишетәһең. Ҡыҙғаныс, әммә эскелектән үлгәндәр араһында гүзәл заттарыбыҙ ҙа бар. Баштараҡ Башҡортостан буйынса килтергән 744 кешенең 225-е ҡатын-ҡыҙ икән. Бала ҡосоп, ир иркәләп, донъя ләззәтен татып, рәхәтләнеп йәшәйһе урынға, йәп-йәш көйө араҡы ҡоло булып, хатта шул арҡала яҡты донъя менән хушлашыуҙан да ҡурҡмай бәғзе бер һылыуҙарыбыҙ. Әлбиттә, уларҙың күптәрендә инде ҡурҡыу һәләте лә ҡалмаған. Әлеге әйтмешләй, сирҙең кәмендә икенсе, хатта өсөнсө стадияһында булғанын үҙҙәре лә белмәй йөрөгәндәр күп. Күп кенә ир-ат тырышып, алкоголизмдан ҡотола алһа, ҡатын-ҡыҙҙың йүнәлеп киткән осраҡтары ла бик һирәк. Бына ошо хаҡта гүзәлдәребеҙҙе иҫкәртеүҙе кәрәк тип һанайым.
Һәр кеше организмының төрлө һаҡлаусы механизмдары, шул иҫәптән, ҡанға килеп эләккән һәр төрлө ағыуҙарҙы зарарһыҙландыра торған функциялары ла була. Башҡа зарарлы матдәләр һымаҡ уҡ, спирт эсемлеге лә тән өсөн ағыу иҫәбендә. Тәндә алкоголде тарҡата торған ике фермент бар. Береһе алкоголь-дегидрогеназа тип атала (АДГ). Икенсеһе - ацетальдегид-дегидрогеназа (АЦДГ). Бына шул ике ферменттың ҡандағы составын ғалимдар тикшереп ҡараған. Ер шарының төрлө төбәгендә йәшәгән кешеләрҙең ҡанында ул төрлөсә икән. Әлеге әйтмешләй, "бахмур синдром"ының ауырлығы тәндәге ана шул ферменттың күплегенән дә тора. Кавказ яҡтарында йәшәгән халыҡтың ҡанында был фермент кимәле башҡаларҙыҡына ҡарағанда күпкә юғары. Шуғамылыр, улар алкоголизм сиренә әллә ни "бирешмәй". Ә Себер халыҡтарының ҡанында АДГ, АЦДГ бөтөнләйгә юҡ кимәлендә тип әйтерлек. Шуға күрә лә ундай халыҡ вәкилдәре (әйтәйек, Чукотка кешеләре) араҡыны бер-нисә тапҡыр эсеп ҡарағас та, шул ауыр сиргә һабыша, тигән фараз бар. Ә урта биләмәлә йәшәгәндәр, ғәҙәттә, айҙар, бәлки йылдар буйы "мәҙәни" рәүештә йә иһә унан әүҙемерәк эскәндән һуң ғына сирләй башлай.
Беҙҙең башҡорт халҡының да араҡыға "иммунитеты" әллә ни көслө түгеллеге хаҡында мәғлүмәт ишеткеләгәнем бар. Был бик боронғо быуаттарҙа йәшәгән ата-бабаларыбыҙҙың эскелек менән булышмауынан киләлер тип уйлайым (сөнки ундай иммунитетҡа ихтыяж булмағандыр). Хәҙерге заман цивилизацияһына сыҡҡан милләттәштәребеҙҙең ҡайһыларының эсеү мәсьәләһенә ҡағылышлы "йомшаҡ" яғын ана шул фактор менән бәйләргә лә булалыр. Ҡыҫҡаһы, бындай нәмә беҙгә бөтөнләйгә килешмәй, йәмәғәт! Мең йылдар самаһы халҡыбыҙға Аллаһ рәхмәте менән килгән Ислам динендә лә хәмер ҡәтғи тыйыла бит. Тик һуңғы быуаттарҙа, айырыуса, Октябрь революцияһынан һуң, башҡа күп халыҡтарға оҡшарға тырышып, милләтебеҙ вәкилдәре лә ана шул нәмә менән булыша башлауы үкенесле. Ул ғына ла түгел, хатта йолаларыбыҙға ла үтеп ингән эскелек. Туй йә иһә башҡа берәй сараны күптәр бөгөн хәмерһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Илебеҙҙәге бихисап байрамдар, тыуған көндәр ҙә ана шул нәмә менән "кәйефләнә". Хәмер эсеүҙе хуплаусы таҡмаҡтарыбыҙ ҙа бихисап хәҙер. "Эсер-эсмәй ултырғансы, эс, төптәрен күргәнсә! Эсһәң төптәрен күргәнсә, риза булам үлгәнсе", тип, шайтан үәсүәсәһен ҡабатлауҙар йыш ҡына мәжлестәребеҙҙе оҙата бара. Бәғзеләр, тәртип һаҡлап, ысынлап та, "мәҙәни" рәүештә генә эсә. Икенселәр артығыраҡ төшөрөп ташлай, артабан баш төҙәтә торғас, әлеге ауыр сиргә лә һабыша…
Өсөнсөләр бөтөнләйгә эсмәй, әммә, ана шул "күңелле" мәжлесте ҡарап, шундағы кешеләрҙең бер-береһен көсләй-көсләй эсереүен хуплап, шунан ҡәнәғәт таба. Бына ошо өсөнсө категория яҡташтарым менән дә һис кенә риза түгелмен. "Егеттәр, һеҙ миңә иғтибар итмәгеҙ, эсегеҙ, мин заманында үҙемә етерлеген эскәнмен", йә иһә, "Мин дин тотам бит, миңә гонаһ була, һеҙ - йәш кешеләр, үҙегеҙҙең мәйелегеҙ…" тип ултырған шундайҙарға үпкәм бар. Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) Аллаһ Тәғәләнең хәмергә бәйле булған бөтә ғәмәлдәрҙе лә ләғнәтләүе хаҡында әйткән. Ул хәмерҙе яһау булһынмы, уны ташыу, һатыу, һатып алыу йә кемгәлер һалып биреү - былар барыһы ла ана шул оло гонаһҡа инә. Мәжлестәге сәкәштереп ултырғандарҙың "матур" тостарын күтәреп алыу ҙа тап ана шундай килешмәгән ғәмәлдәрҙән булһа кәрәк. Хөкүмәтебеҙ бәғзе бер байрамдар алдынан магазиндарҙа араҡы һатыуҙы тыйыу йә хәмер кибеттәренең эш сәғәтен сикләү һымаҡ саралар күргеләй ҙә ул, әммә эсәм тигән кеше барыбер үҙенә кәрәген таба инде ул. Ошо мәсьәләлә һәр кемебеҙ үҙебеҙҙең, яҡындарыбыҙҙың һаулығын, хатта ғүмерен ҡайғыртырға тейешбеҙ, минеңсә.
Баштараҡ ил буйынса бер аҙ статистик мәғлүмәттәр килтергәйнем бит әле. Бындай статистика менән бер кемде лә аптыратып булмай хәҙер, уға барыбыҙ ҙа күнегеп бөткәнбеҙ. Шуға күрә лә һәммә яҡташыма үҙенең тыуып үҫкән ауылындағы "статистика"ға күҙ һалырға тәҡдим итергә булдым. Ысынлап та, һуңғы бер-нисә тиҫтә йылды ғына алып ҡараған хәлдә лә, һәр бер ауылда араҡынан ағыуланып, шул арҡала йөрәге туҡтап йә аҫылынып, йә булмаһа, аварияға осрап үлгән кешеләр һаны әллә күпме бит! Хатта ҡайһы бер ғаиләлә бер нисә ағай-эне бер-бер артлы ана шул сәбәпле "китеп бөткән". Ә ҡалғандары, шунан ғибрәт алаһы урынға, әле булһа шул уҡ араҡы менән "ҡайғыһын йыуыуын" дауам итә. Ә иң үкенеслеһе шунда: башта әйтеп үткәндәй, типһә тимер өҙөрҙәй ирҙең үлемендә һәр саҡ тиерлек уның хәләл ефете - "яуыз килен ғәйепле". Сөнки был "кешелекһеҙ ҡатын иренә бахмурға аҡсаһын йәлләгән"…
Илебеҙҙә йәштәрҙе эскелеккә ҡаршы тәрбиәләүсе рекламалар, спектаклдәр, фильмдар йышыраҡ күрһәтһәләр яҡшы булыр ине, минеңсә. Унда-бында "запой хәленән сығарыусылар", йә эсеү һәм тартыуҙан "кодировка" яһаусыларҙың рекламалары күренеп ҡалғылай ҙа ул. Элек ҡасандыр булған айнытҡыстарҙы ла ҡабаттан аяҡҡа баҫтырыу хаҡында мәсьәләләрҙе әленән-әле күтәргеләйҙәр. Әммә бындай сараларҙы бөтә илде баҫып алған ана шул афәткә ҡаршы көрәш тип һанап булмай. Һыҙлаған теште анальгин менән дауалау һымаҡ ҡына булып тойола миңә улар.
Һәр яңы йыл етеп килгәндә бөтә телеканалдарҙа "Ирония судьбы, или С легким паром" тип аталған кинокомедияны күрһәтәләр бит әле. Шул хаҡта ла бер аҙ фекерләп китеүҙе кәрәк тип таптым. Һүҙ юҡ, фильм ифрат ҡыҙыҡлы. Әммә күренекле актерҙар оҫта итеп уйнаған, хатта халыҡ яратҡан тамашаларҙың барыһын да зыянһыҙ ғына икән тип ҡабул итеү ярамаҫ, минеңсә. Иҫереклек арҡаһында ысын мөхәббәтте табыу ихтималлығын күрһәткән ошо фильм халыҡта, айырыуса йәш быуындың аңында, эскелеккә ҡарата "ихтирам тойғоһо" уятҡан һымағыраҡ түгелме? Һәр хәлдә, мин йәш сағымда уны ана шулай ҡабул иттем. Ошо мәсьәләгә ҡарата фекерҙәштәрем булыуына ла шикләнмәйем. Уның ҡарауы, элегерәк, СССР мәлендә "Улан" тип аталған ҡырғыҙ фильмын ҡарағаным хәтеремдә. Бер яҡшы ир-егет яңылыш ҡына эскелек юлына баҫып, бер аҙҙан унда "алкоголь психозы" (белая горячка) башлана. Ирҙең күҙенә күренгән имәнес йән эйәләрен оҫта итеп ҡуйғандар был фильмда. Йәш, һылыу ҡатыны, яратҡан улын күтәреп, өйөнән сығып китә. Бик ҡыҙғаныс кино. Йәштәр өсөн ана шундай эстәлекле спектаклдәр, башҡа тамашалар йышыраҡ күрһәтһәләр, ифрат та файҙалы булыр ине.
Әле тағы сираттағы Яңы йыл байрамы яҡынлашып килә. Шундай даталар иҫкә төшкән һайын, күңелде тынысһыҙлыҡ баҫа, йәмәғәт. Сөнки кемдәрҙер шул мәлдә арыу ғына эсмәй йөрөгән ерҙән "ысҡынып" китә, икенселәр өсөн байрам - сираттағы "көтөп алған" эскелек. Һуңынан сирләп йә ҡышҡы һыуыҡта урамда туңып үлеү осраҡтары, ғаилә ығы-зығыһы, хатта тарҡалыу ҡурҡынысы хаҡында ла онотмайыҡ. Бәғзе ваҡыт енәйәткә лә сәбәпсе була бит бына ошо эскелек тигән нәмә. Ана шул афәттән үҙебеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалайыҡ, ҡәҙерле туғандар!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

"Киске Өфө" гәзите, №51, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.22 | Ҡаралған: 139

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru