«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ҠЫҘЫЛ ПАША" ВАТАНЫНА ҠАЙТТЫ
+  - 

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры йәнә Нәжиб Асанбаевтың "Ҡыҙыл паша" пьесаһына мөрәжәғәт итте һәм әлегә ике тапҡыр ғына күрһәтелеп өлгөргән өр-яңы спектаклде меңдән ашыу кеше тамаша ҡылып, һоҡланыуҙарын белдерҙе.

Сәғүд Ғәрәбстанында һәм Яҡын Көнсығыштың тағы бер нисә илендә СССР-ҙың беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле булған, партия һәм дәүләт эшмәкәре Кәрим Хәкимовтың тормош юлы тураһындағы спектакль иң тәүҙә уның тыуған яғында - Бишбүләк районында күрһәтелде. Театрҙың ижади төркөмө өсөн был үҙенә күрә бер һынау ҙа булды, ни тиһәң дә, тарихи шәхестең яҡташтары алдында сығыш яһау һәр саҡ тулҡынландырғыс та, оло яуаплылыҡ та өҫтәй. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов әйтеүенсә, йәйгеһен ижади төркөм менән Кәрим Хәкимов музейын ҡарарға килгәндә үк спектаклде башлап Өфөлә түгел, нәҡ Бишбүләктә уйнарға ҡарар ителә.
- Кәрим Ғәбдрәүф улының яҡташтарына спектаклде йылы ҡабул итеүҙәре һәм оло ижади юлға фатиха биреүҙәренә рәхмәтлебеҙ. Премьераны төп геройҙың тыуған ерендә уйнау маҡсатыбыҙ бойомға ашырылыуына ла шатбыҙ, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Айрат Абушахманов. - Спектаклде Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңынан тергеҙергә тәҡдим иткәйне, күп тә үтмәй, беҙ был эште башланыҡ һәм ул бының өсөн театрға рәхмәтен дә белдергәйне. Шуға спектаклде сәхнәгә сығармай ҡалдыра алманыҡ. Хәкимовтың шәхесе бөгөнгә тиклем тулыһынса өйрәнелеп бөтмәгән, уның СССР-ҙа ғына түгел, бөтә донъя кимәлендә ниндәй әһәмиәтле шәхес булыуын да аңлап етмәйбеҙҙер. Спектакль Нәжиб Асанбаевтың үткән быуатта сәхнәләштерелгән пьесаһына нигеҙләнеп ижад ителде. Әммә унда геройҙың бала сағы тураһындағы өлөш юҡ ине. Йәйгеһен музейҙы барып күргәндән һуң уның тормошоноң ошо мөһим осорон да өҫтәргә ҡарар иттек. Спектакль өҫтөндә еңел һәм ҡыҙыҡһынып эшләнек, сөнки Кәрим Хәкимовтың тормош һәм хеҙмәт юлы уғата заманса, бөгөн дә көнүҙәк.
Ғәрәп илдәрендә илсе булған совет дипломаты Кәрим Хәкимов тураһындағы легендар пьеса тәүге тапҡыр Башҡорт академия драма театрында 40 йыл тирәһе элек сәхнәләштерелгән. Яңы сәхнә әҫәре иһә, геройҙың туғандары һәм Бишбүләк районы Дүсән ауылындағы музей хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләү һөҙөмтәһендә, уның тормош юлы һәм эшмәкәрлегенә ҡағылышлы өҫтәмә мәғлүмәттәр менән тулыландырылған. Сәхнәләштереү авторҙары - Айрат Абушахманов һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Ҡәйүмова, ҡуйыусы рәссам - Альберт Нестеров, композитор - Рәмис Хәкимов, хореограф - Алина Мостаева, видеограф - Руслан Юлтаев. Төп ролде Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, талантлы актер Азат Вәлитов башҡара. "Сәхнәлә дипломатты уйнауы ауыр, сөнки был һөнәр кешеләренең барлыҡ кисерештәре күңел төпкөлөнә йәшерелгән һәм уларға хис-тойғоларын күрһәтергә һис ярамай. Ә сәхнәлә нәҡ тойғолар мөһим. Бына шунда сағыла ла инде уның ауырлығы. Мин тәүге тапҡыр уның тураһында документаль фильм ҡарағас, хайран ҡалдым. Ул шундай үҙенсәлекле, бөйөк, күңел донъяһы бай шәхес. Уның шул заманда СССР өсөн эшләгән барлыҡ эштәре бөгөн дә көнүҙәк. Уның кеүек кешеләр әлегә тиклем яңынан донъяға тыумағандыр кеүек тойола миңә. Һәм шундай яҡташыбыҙ булыуы менән ғорурланам", - тине Азат Вәлитов.
Быйыл Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулды. Пьесаны яңынан сәхнәләштереү шәхестең илебеҙ тарихында ниндәй ҙур роль уйнауын тағы бер тапҡыр хәтерҙәребеҙгә төшөрҙө. Спектаклдең тәүге тамашасылары араһында Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов, ауылдаштары һәм туғандары ла булды. "Беҙ Лек Вәлиевтың Нәжиб Асанбаев пьесаһы буйынса ҡуйған спектаклен ҡарап үҫтек. Әммә бөгөнгө премьера - ул бөтөнләй икенсе тарих. Күңелдәрҙең һәм йөрәктәрҙең төпкөлөнә үтеп инде. Ижади төркөм Кәрим Хәкимовты художестволы күҙлектән бөтөнләй икенсе кеше итеп күрһәтә алған. Бында ул хәҙерге заманға яҡыныраҡ. Был үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә оло әһәмиәткә эйә. Спектакль оҙон ғүмерле булһын һәм уны күберәк тамашасылар яратып ҡараһын", - тип теләк-тәьҫораттары менән уртаҡлашты илсенең дүртенсе быуын ир туғаны Наил Ғабдулла улы Ғатауллин.
Спектаклдә бер-ике йыл элек институт тамамлап, театрҙа эшләп йөрөгән йәштәр ҙә, күптән инде тамашасы һөйөүен яулап өлгөргән өлкән быуын актерҙары ла ҡатнаша. Кәрим Хәкимовтың ҡатыны Хәҙисә ролендә Сабина Кирәева һәм Илгизә Ғилманова, уның әсәһен - Гөлназ Хайсарова, ә төп геройҙың бала һәм йәш сағын Линар Бәйетов уйнай. Фейсал әмир ролендә Руслан Хайсаров, Солтан - Артур Кәбиров, табип Вера - Әлфирә Заһиҙуллина, министр Әбүбәкер - Морат Рафиҡов, В.И. Ленин - Руслан Ғәлимов, Г.В. Чечерин - Айҙар Шәмсетдинов, Лоуренс Аравийский - Артур Ҡунаҡбаев, Ғүмәр Иҙриси - Фәнис Рәхмәтов. "Ҡыҙыл паша"ның тәүге ҡуйылышында Хөрмәтулла Үтәшев һаҡсы ролен башҡарһа, был юлы ул Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүд батша. "1982 йылда СССР-ҙың Үҙәк каналы спектаклдең телевизион версияһын яҙҙыртып алыуы хәтеремдә. Уны бөтә ил ҡараны шул саҡта. Был сенсация ине. Һәм бына 40 йыл үткәс, беҙ спектаклде яңынан сәхнәгә ҡайтарабыҙ. Тимәк, шулай кәрәк булған һәм халыҡ, бигерәк тә йәш быуын, үҙ геройҙарын танып белергә тейеш", - тине Хөрмәтулла Ғаззали улы.
Әйткәндәй, баш ҡала тамашасылары "Ҡыҙыл паша" спектаклен 2023 йылдың 3 февралендә ҡарай аласаҡ.

Ирина ЗАХАРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.22 | Ҡаралған: 151

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru