«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘЙҘӘГЕҘ, ҮҘГӘРӘЙЕК!
+  - 


Өс йылға һуҙылған, тәүҙә ҡоттарҙы осороп ябырылған тажзәхмәт сире, шунан тыныс тормошобоҙға үҙгәреш индергән махсус операция рәүешендәге һынауҙар осороноң тағы бер йылы тамамлана. Әлбиттә, яңы йылда был һынауҙар дауам итмәһен ине инде, тип теләйбеҙ ҙә ул. Ә шулай ҙа "Яҡшыға өмөтләнеп, насарына әҙер булырға кәрәк", тигән хәҡиҡәтте лә онотмайбыҙ.

Ысынында, беҙ ошо "Яҡшыға өмөтләнеп, насарына әҙер бул!" тигән ҡағиҙәне башыбыҙҙан ғына түгел, күңелебеҙҙән, рухыбыҙҙан да сығарып бөткәнбеҙ түгелме икән? Әлбиттә, һәр саҡ яҡшыға өмөтләнеп йәшәйбеҙ йәшәүгә. Тик был өмөт-хыялдарыбыҙ быға саҡлы үҙебеҙҙең шәхси көнитмеш, үҙебеҙҙең уңайлыҡтар, үҙебеҙҙең "ашҡаҙан" кимәлендә генә булды, ахыры. Ә бөгөн беҙ үтә ҙур, глобаль кимәлдәгегә өмөтләнәбеҙ: Еребеҙгә тыныслыҡ килһен! Әммә өмөт-ниәтте бит йөрәктә һәм беләктә булған көс, ихласлыҡ, ныҡышмалыҡ, ялҡындай дәрт менән тормошҡа атҡарырға тырышырға ла кәрәк. Уның өсөн, әле яу яланында йөрөгәндәр кеүек, ҡулға ҡорал алырға, заманса һуғыш ҡоралдары һәм алымдары үҙләштерергә түгел, ә һәр кемдең ғәр-ғәйрәтенән килгәнде атҡарырға - ыңғай энергиябыҙҙы Йыһанға йүнәлтергә, доғаларҙа булырға һәм... бик күп кире сифаттарҙан арынырға кәрәк икәнен аңлайбыҙмы? Кире сифаттар, тигәндәй. Уларҙың ошоноһо ғына ла тетрәндерә - иң негатив әҙәмдәргә әйләндек. Быға кем, нимә ғәйепле? Интернет, социаль селтәрҙәрме? Эйе, улар әҙәмдәрҙең эс керен, ҡара нәфрәтен, барлыҡ кире сифаттарын тышҡа сығарыу, бар донъяға таратыу механизмына әйләнде. Ошо механизмды файҙаланғандарҙың күңел ҡапҡаларын шаҡыу, уларҙан ниндәйҙер ыңғай үҙгәрештәр көтөү мөмкинме икән? Ә шулай ҙа үҙгәрергә тура киләсәк уларға ла - дәүер шуны талап итә...
...Ишеткәнегеҙ барҙыр, Йыһан серен өйрәнеүсе ғалимдар Ер шарыбыҙ Һыуғоярҙар эраһына инде, тип иҫкәртә. Йәғни, беҙ дәүерҙәр алышынған осорҙа йәшәйбеҙ булып сыға. Ә Һыуғоярҙар эраһы - ул белемле, мәҙәни, мәғрифәтле, мөхәббәтле кешеләр заманы, тиҙәр. Йыһан ғилеме ғалимдары билдәләүенсә, әлеге дәүер кешеләренә белем алыуҙың мәктәп һәм институт кимәлендә генә туҡталып ҡалмай, һәр саҡ үҫештә, эҙләнеүҙә, рухи һәм аңлы ынтылышта булыуы хас. Һыуғоярҙар дәүере кешеләре әйләнә-тирәһендә тәртип булдыра, үҙенең ғүмере, йәшәйеше, хатта Ер шарындағы именлек өсөн яуаплылыҡ ала, бар кешелеккә Һөйөү энергияһын йүнәлтә. Осраҡлылыҡтар булмай икәнен белеп, барыһын да белеменә, аңына, Һөйөү менән һуғарылған асылына таянып эшләй. Бына шулай тип яҙылған интернеттағы яҙмаларҙа Һыуғоярҙар дәүере үҙ итер кешеләр тураһында.
Һүҙемде ошо юҫыҡта дауам итеп, үҙебеҙҙә Һыуғоярҙар эраһына лайыҡлы сифаттар тәрбиәләйек, тип әйҙәләмәксемен. Иң тәүҙә Һөйөү һәм Позитивлыҡ кеүек иң мөһимдәренә эйә булыу мөһимдер. Сөнки Һөйөү самалы күңелдәрҙә, шул арҡала беҙҙе негатив баҫып алып бара ла инде. Беренсе сиратта, әйҙәгеҙ, негативтан ҡотолоу сараларын өйрәнәйек. Бер саҡ Сибай ҡалаһынан Тәлғәт Солтанов атлы табип ошо хаҡта: "Үҙеңде ыңғайға көйләп, халҡыбыҙ файҙаһына кәрәкле эш менән мәшғүл булып йәшәһәң, тормошта осрап торған негатив күренештәргә, әгәр улар ысынбарлыҡты дөрөҫ сағылдырмай икән, иғтибарыңды бүлеп, көсөңдө сарыф итеп тороуҙың да кәрәге юҡтыр, сөнки негатив - ул емереүсе көскә эйә кире хис-тойғо, агрессив энергия. Шуға күрә негативҡа "туҡланырға аҙыҡ" бирмәһәң, ул үҙенән-үҙе юҡҡа сығасаҡ, тигән уйҙамын", - тигәйне. "Иң мөһиме - тормошобоҙҙа осрап торған негатив ауына эләгеүҙән һаҡ булырға, бының өсөн үҙеңдә тыныслыҡ һәм көслө ихтыяр тәрбиәләргә, үҙеңдең кимәлеңдән түбән төшмәҫкә; нахаҡ, ғәйбәт, мыҫҡыллау кеүек ҡайһы бер ыуаҡай бысраҡлыҡтарҙы төптө ҡабул итмәҫкә, доға йә башҡа берәй психологик алым ярҙамында таҙарынырға, позитив көйләнешкә өйрәнергә кәрәк. Шул ваҡытта бер ниндәй негатив та энергетик балансығыҙҙы боҙа, емерә алмаясаҡ", - тип тә кәңәш биргәйне Гөлфиә Хәбирова исемле уҡыусыбыҙ. Һәм һығымта урынына шундай риүәйәт: "Ҡарт үҙенең ейәненә бер донъя серен аса: "Һәр кешелә ике бүре араһындағы кеүек алыш бара. Бер бүре насарлыҡ яҡлы, ул көнләшеү, эгоизм, алдау, негатив өсөн алыша. Икенсе бүре яҡшылыҡ яҡлы, ул мөхәббәт, өмөт, дөрөҫлөк, изгелеккә, позитивҡа өндәй". Малай олатаһының һүҙҙәрен йөрәгенә бик яҡын ала һәм шулай тип һорай һала: "Ә бүреләрҙең ҡайһыһы еңә һуң, олатай?" Ҡарт йылмайып яуап бирә: "Ҡайһыһын ашатһың, шуныһы еңә инде, улым…"
Уйланырға урын бар бында. Ә шулай ҙа беҙҙең быйыл 20 йыллығын билдәләгән "Киске Өфө"бөҙ Һыуғоярҙар эраһына лайыҡлы халәттәлер, тигән фекерҙәбеҙ. Баҫмабыҙ йөкмәткеһе Позитивлыҡ, Уңыш, Һөйөү, Эшлеклелек, Илһөйәрлек, Телһөйәрлек, кешелектең тағы әллә күпме аҫыл асылын билдәләүсе сифаттары юҫығына көйләнгән һәм шул юлды дауам итә. Был йүнәлешебеҙгә, әлбиттә, иң тәүҙә беҙҙең аңлы, зыялы, белемле, кәңәшле, рухлы уҡыусыларыбыҙ ҙа булышлыҡ итәлер, тим. Һис онотолмай рәссам-скульптор Фәүзиә апай Усманованың гәзитебеҙҙең тәүге һанын алып уҡығас та яҙып һалған ошо талап-кәңәше: "Яңы баҫманы берүк күңелдәрҙә ҡурҡыу тыуҙырған ниндәйҙер криминаль хәлдәр, тоғро юлдан яҙҙырырҙай негатив хәбәрҙәр менән тултырмағыҙ. Һеҙҙең гәзит беҙҙе тәрбиәләһен, изгелек, яҡты хистәр, кешеләргә, донъяға, тәбиғәткә - бар тарафҡа мөхәббәт, хөрмәт менән ҡарарға өйрәтһен", - тип яҙып ебәргәйне ул. Артабан ул беҙгә аҙна һайын позитивлыҡҡа көйләнгән матур хаттар ебәреп торҙо, әле лә улар гәзит биттәрендә баҫылып тора. Фәүзиә апайыбыҙға 20 йыл буйы беҙҙең менән бергә булғаны өсөн оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Уҡыусыларыбыҙ араһынан рәхмәттәребеҙҙе юллар авторҙарыбыҙ әллә ни күп түгел, әммә берәгәйлеләр: отставкалағы хәрби медицина подполковнигы Хәлил Һөйөндөковтың сығыштарын һәр кем көтөп алғанын беләбеҙ. Уны беҙ ҙә бик юғары баһалайбыҙ, быйыл хатта Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына ла тәҡдим иткәйнек. Сөнки ул бөгөнгөнөң иң актуаль темаһы - илһөйәрлек мәктәбе буйынса тос, кәрәкле, тәрбиәүи, заманға яраҡлы һүҙҙе әйтеүсе автор-публицистарҙың береһе. Әммә баһалама комиссияһы уның был талантын баһалай алманы, сәбәбе - был комиссияла ла башҡорт телен белгән, авторыбыҙ әйткән һүҙҙең әһәмиәтен аңлаған кешеләр юҡ һанында ине…



"Киске Өфө" мәғлүмәти баҫма ғына түгел, ул уй, аҡыл, фекер төйнәтә торған яҙмаларға күберәк урын бирә. Шуға ла беҙ ошондай фәһемле сығыштары менән уртаҡлашҡан авторҙарға өҫтөнлөк бирәбеҙ: Бәҙри Әхмәтов, Әғләм Шәрипов, Урал Мостафин, Ғәлиә Кәлимуллина, Сәрүәр Сурина, Исмәғзәм Исмәғилев, Зәкирйән Әминев, Наилә Хәмбәлиева, Наил Юлдашбаев, Шамил Батыршин… Һәм тағы. Шәйләйһегеҙҙер, беҙ бер үк тиерлек яҙыусыларҙың, мәҫәлән, башлыса Иҙрис Ноғоманов, Фәрзәнә Аҡбулатова, Хәйҙәр Тапаҡов, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваларҙың проза әҫәрҙәрен баҫабыҙ. Оло яҙыусыларыбыҙҙан Ғәлим Хисамов, Наил Ғәйетбай ағайҙарҙың әҫәрҙәрен дә шатланып ҡабул итәбеҙ. Сөнки уларҙың яҙғандары ысынлап та проза ҡанундарына, йөкмәткеһе менән заман талабына, уҡыусыларыбыҙ зауығына тап килә, тигән фекерҙәбеҙ. Бөгөнгө замандың китап уҡыусыһы, гәзит-журнал уҡыусыһы зауығы ошондай әҙәби ҡанундар, әҙәби ҡағиҙәләргә нигеҙләнгән әҫәрҙәр өлгөһөндә тәрбиәләнергә тейеш. Юҡһа, беләһегеҙ, әҙәбиәт майҙанында ла "сүп-сар" өҫтөнлөк итеп китә ҡайһы саҡ…

Әйткәндәй, Һыуғоярҙар эраһында кешелек үҙенең әйләнә-тирәһендәгеләр һәм бар Ер шары алдындағы яуаплылығын аңлағандан һуң, уй-ниәттәренә төҙәтмәләр индереп, хаталар өҫтөндә эшләп, дөйөм маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн берләшеү аҙымдары яһаясаҡ, тигән фаразы ла бар Йыһан ғилеме ғалимдарының. Беҙ бөгөн тап ошо - Ерҙә тыныслыҡ, һиллек хөкөм һөрһөн өсөн илдәр, донъялар менән идара итеүселәр күңелендә мәрхәмәтлек, айыҡ аң өҫтөнлөк алһын, кешеләр дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа ынтылһын, тигән теләктәбеҙ. Әммә ошо мөғжизә ысынбарлыҡҡа әйләнһен өсөн үҙебеҙгә лә үҙгәрергә кәрәк, тигәнде бер аҙ ғына иҫкәртеп ҡуйырға теләгәйнем. Яңы йыл менән!

Гөлфиә ЯНБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №52, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.22 | Ҡаралған: 277

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru