«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ҠУЯНМЫН ДА, БЕСӘЙМЕН ДӘ КЕҮЕК", - ТИ ҠЫШ БАБАЙЫБЫҘ ХӘКИМ МОРТАЗИН
+  - 


Күптәр уны Башҡортостан Ҡыш бабайҙарының береһе тип белә. Үҙе әйтмешләй, бабай ҡарт булғас, республикала уны, башҡа Ҡыш бабайҙар кеүек үк, урынбаҫар итеп тәғәйенләгән. Шуға Яңы йыл етә башлаһа, ул арҡаһына бүләктәр менән тулы ҙууур тоғон аҫып, ейәнсәрен - Ҡарһылыуҙы етәкләп, балаларҙы ғына түгел, уларҙың ата-әсәһен ҡыуандырыу маршрутына сыға. Быйыл уның юлына саҡ ҡына үҙгәрештәр индереп, редакциябыҙға саҡырҙыҡ, сөнки ул беҙгә етеп килгән Ҡуян йылында тыуған. Һүҙ - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Хәким МОРТАЗИНға.

Һеҙ ҡуян йылында тыуғанһығыҙ, ә был йән эйәһе тураһында, ғәҙәттә, "ҡурҡаҡ ҡуян", "ҡуян йөрәк" тигән сағыштырыуҙарға күнеккәнбеҙ. Алыптай кәүҙәле Хәким Мортазин ниндәй ҡуян икән?

- Ҡуян йылы ла тибеҙ, Бесәй йылы ла тиҙәр. Ҡуян шеш ҡолаҡ бит инде ул, бөтөн нәмәне алдан тоя, бесәй ҙә шулай уҡ тирә-яҡты ныҡ тойоусы хайуан. Минең дә алдан тойомлай торған ғәҙәтем бар һәм шуға үҙемде ҡурҡаҡ тимәҫ инем, әммә бик һаҡ, хәйләкәрмендер, тип уйлайым. Шулай ҙа күберәк бесәймендер тим, сөнки уны нисек кенә, ҡайҙан ғына ырғытма, ул барыбер ергә аяғына килеп төшә. Өйҙә ҡатыным да "чеширский кот" тип йөрөтә, юҡҡа түгелдер инде.
Ҡуян шулай уҡ бик һаҡсыл, үҙен юҡ-барға йәберләтергә лә юл ҡуймай. Мәҫәлән, беҙ яратып ҡараған "Ну, погоди" йәнһүрәтендә ул бүрене нисек кенә төп башына ултыртмай, шул уҡ ваҡытта үҙе һәр саҡ шат һәм көләс булып ҡала. Тәртип яратҡан йәнлек. Ул үҙенең нимә эшләгәнен белә, уның бөтә нәмәһе үҙ урынында булырға тейеш, йәғни театрҙа минең өҫтәлем тулы булһа ла, ҡайҙа нимә ятҡанын үҙем беләм - шул яҡтан ҡуянлығым бар. Ваҡыттың ҡәҙерен белә, йәғни бик етди сәбәптәр булмаһа, һуңларға яратмай, ваҡытында килеп, үҙ һүҙен әйтеп, ваҡытында китә белә. Мин дә кешене көттөрөргә яратмайым, ҡайҙа саҡырһалар ҙа алдан барып, үҙем көтөп ултырам.

Ҡуян тураһында иң яратҡан көләмәсегеҙ ниндәй?

- Миңә оҡшаһа ла кемдәргәлер оҡшамаҫҡа ла мөмкин, сөнки бер аҙ тоҙло-борослораҡ, әммә ул бит көләмәс, кинәйә лә бар, шуға һөйләйем әле: урмандан бер ҡуян сабып китеп бара, ти. Ағас башында ултырған ҡарғаны күреп ҡалған да был: "Эй, нимә эшләп ултыраһың унда?" - тип һораған. Ҡарға: "Юҡты бушҡа ауҙарып ултырам инде шунда", - тип яуаплаған. "Улай булғас, мин дә ултырайым әле", - тип ҡуян китеп барған еренән туҡтаған да, тынысланып, иркенләп ултырып алған. Ултырыуы булған, һунарсы уны атып та алған. Быны ағас башынан күҙәтеп ултырған ҡарға: "Үәт иҫәр, юҡты бушҡа ауҙарыр өсөн өҫтә ултырырға кәрәк!" - тип уфтанып ҡуйған, ти...

Халыҡта шундай ғәҙәт бар - кешегә ҡушамат тағыу. Был бигерәк тә башҡорттарҙа киң таралған һәм уны берәү ҙә кәмһетеү тип ҡарамай, киреһенсә, ҡушаматын ҡабул итеүселәрҙә юмор хисе бар, тип баһалана. Һеҙгә, Ҡуян йылында тыуғас, ҡуянға бәйле, мәҫәлән, "ата ҡуян", "үрғуян" кеүегерәк ҡушамат таҡманылармы? Ғөмүмән, ниндәй ҡушаматығыҙ булды?

- Мин үҙебеҙҙәң яҡ һөйләше буйынса, үрғуянына оҡшағанмындыр инде ул. Нимәгә үрғуян тиҙәр, ул ябай ҡыр ҡуяндарына ҡарағанда ҙурыраҡ, үҙенсә олпатыраҡ инде. Бәләкәй саҡта улай ҡуянға бәйле исем таҡманылар, әммә ҡушаматтарым күп кенә ул. Каланча, һонтор, күҫәк һәм башҡалар. Театрға килгәс, бында 1997 йылдан бирле эшләйем, тағы бер бик матур ҡушамат таҡтылар, үҙемә бик ныҡ оҡшай. Коллегаларым өсөн мин - "бәпес" (малыш).

Шәп ҡушамат! Коллегаларығыҙ шундай ҡушамат биргәс, тимәк, һеҙҙең күңелегеҙҙә һаман бала йәшәй һәм улар ҙа шуны күрә, тоя...

- Дөрөҫөн әйткәндә, һәр кемдең күңелендә бала йәшәй, уны бер нисек сығарып бөтөрөп булмай, кәрәкмәй ҙә. Бары тик бәғзеләр ошо күңелендәге баланы баҫырып, үҙендә йомоп ҡалдыра, олоғайыу битлеге артына йәшерә, сөнки олоғайыуҙы дәрәжәгә һанайҙар. Ҡайһы берәүҙәр, бигерәк тә ижад кешеләре өсөн был - ысынбарлыҡ, саф сифат. Әгәр ҙә һин күңелеңдә бала булып ҡалмаһаң, күңелең менән йә ҡуянға, йә бесәйгә оҡшамаһаң, сәхнәгә сығып, халыҡты аптыратып булмай, сөнки беҙҙең ижадтың күп өлөшө эскерһеҙлеккә бәйле. Бына ошо эскерһеҙлекте күргән кеше генә театрға йөрөй ҙә инде.

Сәхнәлә үҙегеҙҙе ниндәй амплуалағы актер тип һанайһығыҙ? Ғөмүмән, асылығыҙ ниндәй: комик актермы, әллә драматик, етди ролдәр башҡарған актермы?

- Мин үҙемде оҙаҡ йылдар комик актер тип уйлап йөрөнөм. Әммә Айрат Абушахманов Шукшин хикәйәләрен берләштергән спектакль ҡуйҙы һәм мин шунда "Ышанам" тигән хикәйәләге попты уйнаным. Шул ваҡытта драматик, хатта трагик типаждарҙы ла башҡара алырымды тойҙом, йәғни киң пландағы актер. Әммә комедия жанры миңә барыбер яҡын.

Ниндәй генә ролдәр башҡарһағыҙ ҙа, һеҙ сәхнәгә килеп сығыу менән тамашасы үҙе лә һиҙмәҫтән йылмайып, көлөп ебәрә һәм комик актер амплуаһы хатта етди ролдәрҙә лә сағылыш таба...

- Таба, әлбиттә, сөнки ул бит кешенең асылына бәйле. Хатта драматик ролде башҡарғанда ла уның көлкөлө яғын табырға була. Тормошта ла бит һәр ваҡыт ҡайғырып, уйланып ҡына йөрөмәйһең. Һәр хәл-ваҡиғала ла үҙеңә күңел рәхәтлеге табаһың, кешене шаяртып ебәреп, ул көлһә, үҙең шатланып китәһең. Шулай булғас, трагедия, драма типаждарын уйнағанда ла ниндәйҙер көлкөлө һыҙаттар асырға була. Барыбер комедия аша драматик трагизмдар көслөрәк асыла. Сәхнәгә кеше көлдөрөр өсөн генә сыҡһаң, маҡсатыңа өлгәшә алмайһың, ә үҙең шуны ысын итеп ҡабул итергә тейешһең. Үҙең ҡабул иткәндән һуң ғына халыҡ һиңә ышана.
Ҡайһы берҙә, уның нимәһе бар, сыҡтың, кеше көлдөрҙөң дә эшең дә бөттө, тип уйлаусылар ҙа бар. Ысынбарлыҡта комедия - ул ныҡ ҡатмарлы жанр, тимәк, комик роле лә шулай.
Яңыраҡ Актерҙар йорто эргәһенән үтеп китеп барам, күрәһең, ниндәйҙер иртәлек булғандыр. Әсәләреме, өләсәләре менәнме ике малай туҡталышта тора. Ҡулдарында Ҡыш бабай бүләге, уны асып, кәнфиттәрҙе һайлайҙар: быныһы ҡарбуз, тегенеһе икенсе. Үтеп китеп барышлай, "Бына быныһы хәтәр шәп кәнфит, кешегә күрһәтмә, тиҙ генә ашай һал", тигәйнем, рәхәтләнеп һаһылдап көлөп ҡалдылар. Бына ошолай бер сәбәпһеҙгә тик торғанда кешенең күңелен күтәреү - ул комик образы.

Кешенең күңелен уйлайһығыҙ, ә бына үҙегеҙ ҡасан һуңғы тапҡыр рәхәтләнеп, күҙҙәрегеҙҙән йәш сыҡҡансы көлдөгөҙ?

- Мин күҙемдән йәш сыҡҡансы көлһәм, ҡатыным: "Беренсе ҡаттан алып 10-сы ҡатҡа тиклем барыһы ла ишетә",- ти. Уға ла ҡарамай көләм. Яңыраҡ ҡына ҡыҙым Аҡйондоҙ көлдөрҙө. Ул үҙе төрлө видеороликтар төшөрә. Бер видеоһында асарбаҡ булып төшкән. Йәнәһе лә, уны "донъяның иң бай ҡатын-ҡыҙы", тип, яңылыҡтарҙа күрһәтәләр. "Тәүге миллионығыҙҙы нисек эшләнегеҙ?" - тип һорайҙар һәм ул етди төҫ менән йырлап тора: "Я стою у Курского вокзала
С протянутой рукой.
Подайте Христа ради
Червонец золотой".
Уның уйнауынан һыным ҡатып, йығылып ятып, ысынлап та күҙҙәремдән йәш сыҡҡансы көлдөм.
Ҡабат ҡуяндарға урап ҡайтайыҡ әле: үҙегеҙҙе кем тип уйлайһығыҙ - йорт ҡуянымы, әллә унда-бында сабып, сәйәхәттә йөрөргә яратҡан ҡыр ҡуянымы? Хәйер, һеҙ былай ҙа гастролдәрҙә күп йөрөйһөгөҙ инде ул...

- Мин үҙемде йорт ҡуяны тип һанайым. Бына ял көндәре етһә, репетиция булмаған ваҡыттар булһа, өйҙән ҡыуалап та сығара алмайҙар. Көн буйына өйҙә ултыра алам.

Оҙаҡ йылдар Ҡыш бабай булып хеҙмәт итәһегеҙ, балаларҙы ҡыуандыраһығыҙ, ә үҙегеҙ уға ышандығыҙмы һәм ышанаһығыҙмы?

- Беҙ бәләкәй саҡта Ҡыш бабайҙы мәктәп шыршы байрамында ғына күрә торғайныҡ. Шуға, ышанғанмындыр тип уйлайым, сөнки әгәр ҙә 25 йыл дәүерендә үҙем Ҡыш бабай булып йөрөп, балаларға шатлыҡ бүләк иткәнмен икән, тимәк, үҙем дә ышанам. Үҙең ышанмаһаң, балаларҙы ышандырып булмай, улар ялғанды тиҙ тоя. Шуға, нимә эшләһәң дә тәүҙә үҙеңә ышанырға кәрәк. Бер йылды Президент шыршыһында Ҡыш бабай булдым. Ул ваҡытта был сара Дәүләт циркында үтә ине. Әллә социаль шыршы булды ул - аныҡ ҡына хәтерләмәйем. Арена менән рәт араһынан китеп барам, балалар менән һаулыҡ һорашам, кемдәрҙеңдер ҡулынан тотам, ҡайһыһының башынан һыйпап китәм. Бер ваҡыт ҡолағымдың осо менән генә: "Ҡыш Бабай минең менән һаулыҡ һорашманы..." - тигәнде ишетәм. Яңы ғына теле ныҡлап асылып һөйләшә башлаған 3-4 йәштәр тирәһендәге бала. Әйләндем дә: "Балаҡайым, ғәфү ит инде, мин бит ҡарт кеше, күрмәгәнмен һине. Яңы йыл менән ҡотлайым! Һау-сәләмәт бул, йәме", - тип башынан һыйпағайным, ауыр итеп, "Ээээхххх", тип көрһөндө лә, "Ярай", - тигән булды. Шул баланың шар асылған һәм ана түгеләм, бына түгеләм тип кенә торған йәш менән мөлдөрәмә тулы күҙҙәре һаман да күҙ алдында. Үҙем дә юғалып ҡалдым. Уны бер ниндәй фотоаппарат менән төшөрөп алып та, әйтеп аңлатып та булмай. Баланың шул тиклем Ҡыш бабайға ышанып, уны көтөүен һәм лазер кеүек үтәнән-үтә тишеп ҡарағанын ғүмерҙә лә онотмаясаҡмын.
Былтыр "Цветы Башкирии" биҫтәһенә барҙым. 5-6 бала, береһе 6-7 йәштәр тирәһендә. Мин килеп инеү менән: "Ҡәҙерле Ҡыш бабай, килгәнең өсөн рәхмәт! Мин һине йыл буйына көттөм. Һин минең саҡырыуымды ишеткәнһең!" - тип, йүгереп килеп ҡосаҡлап алғайны, күҙҙәремә йәш тулды. Ҡарһылыу булып ҡыҙым Аҡйондоҙ йөрөй ине, миңә ҡараны ла, ул да шаҡ ҡатты ла ҡуйҙы. Тамаҡҡа төйөр килеп тығылды, илап та, көлөп тә, нимәлер тип әйтеп тә булмай. Ипләп кенә ата-әсәһенә "Миңә һыу бирегеҙ әле", - тием. Шунан саҡ ролгә инеп киттем. 25 йыл эшләү һәм Ҡыш бабай булып балаларға хеҙмәт итеүем дәүерендә донъяла сабыйҙарҙы шатландырыуҙан да изгерәк ғәмәл һәм баһа юҡ, тип шикләнмәй әйтәм.

Ә Ҡыш бабай Хәким Мортазин үҙе мөғжизәгә ышанамы?

- 2008 йылда миндә яман шеш булыуын асыҡланылар, сир сигенгәс, Яңы йылда Ҡыш Бабай булып йөрөйөм. Хәҙер хатта ул баланың ҡыҙмы-малаймы икәнлеген дә иҫләмәйем, йөҙөн дә күҙ алдына килтерә алмайым - 5-6 йәшлек бала миңә үҙе эшләгән открытка бүләк итте. Рәхмәт әйтеп алдым да, ҡуйынға ҡыҫтырып, байрамды дауам иттем. Һуңынан бүлмәмә ингәс, открытканы асып ҡараһам, унда: "Будьте здоровы!" - тип яҙылған. Әллә ул минең һаҡсы фәрештәм булдымы икән тип, һаман да аптырайым. Ысын мәғәнәһендә бер мөғжизә булды ул. Ул открытка минең гримм бүлмәһендә әле лә тора.

Яңы йыл - ул мөғжизәләр, мажаралар мәле. Ҡыш бабайҙың үҙе лә мөғжизәгә ышана икәнен асыҡланыҡ, ә бына мажараларға тарыймы?

- Балалар бәләкәй ваҡытта Ҡыш бабай булып йөрөп, улар йоҡлағас ҡайтып инәм дә, кейемдәрҙе киптерергә торбаларға эләм, иртән улар уянғансы йыйып алып ҡуя инем. Бер нишләптер кейемдәрҙе алырға онотҡанмынмы, өлгөрмәнемме, ҡыҙым күреп ҡалды бит. "Атай, Ҡыш бабай юҡмы ул әллә?" - тип һорай. "Нишләп?" - тием. "Һуң, уның кейеме торбала тора ла инде, - ти. - Ҡыш бабай һинме әллә?" "Эйе, мин, - тием, - ысын Ҡыш бабай бик ҡарт, балаларҙың барыһына ла барып бүләк тапшырып өлгөрмәй, шуға мине бында үҙенең ярҙамсыһы итеп ҡуйҙы. Ул бүләктәр ебәрә, мин бында таратып сығам". "Әәәә, ысын Ҡыш бабай бар инде улайһа..." - тип китеп барҙы.
Ә бер йыл шулай ҡаланан ситтә, Шамонино, Бурцево яҡтарына саҡырҙылар ҙа, йөрөйөм балаларҙы ҡотлап. Бурцевола эшемде бөтөп, туҡталышҡа сыҡтым. Әҙерәк буранлап тора ине, мин сығыуға китте бит буран ҡотороп. Үҙемде-үҙем әрләйем, үҙемдән көлөп алам, эт сыҡҡыһыҙ көндә өйҙә генә ултырһаң булмаймы, тип. Шунан үҙемдең Ҡыш бабай икәнлегемде иҫләп, шым ғына торам. Бер генә машина ла, автобус та юҡ. Ҡапыл, тораһың инде мөғжизәсе бабай булып, тип үҙемде әрләп алдым да, белгән доғамды уҡып, хәҙер 15 минуттан автобус килмәһә, боландарымды саҡырам, тип таяғым менән ергә ҡаты ғына итеп туҡылдатып ҡуйҙым. Өс минут та үтмәне, автобус алдыма шып итеп килеп тә туҡтаны.
Бына шулай, буранда ла, хатта 40 градус температура менән ятҡанда ла балаларҙы ҡотламай ҡалғаным юҡ һәм бер ваҡытта ла "Нишләп шул ваҡытта шулайтып йөрөнөм икән", тип үкенгәнем булманы. Балаларҙың күңеле саф, таҙа һәм уларҙы алдап булмай, улар Ҡыш бабайҙы көтә һәм мин уларға ошо шатлыҡты бүләк итәм икән, тимәк, был донъялағы бәләкәй генә миссиямды үтәйем.

Хәҙер инде ҡыҙығыҙ үҙе Ҡарһылыу, ысынлап та олатай менән ейәнсәр кеүек килеп сыға, был осраҡта иһә атай менән ҡыҙ. Икенсе Ҡарһылыу менән эшләү еңелме, әллә ҡыҙығыҙ менәнме?

- Ҡыҙым менән бергә эшләү еңел ул, сөнки бер-беребеҙҙе күҙ ҡарашынан аңлап торабыҙ, әммә, икенсе яҡтан, ауыр ҙа, сөнки ул шул тиклем эшен урын-еренә еткереп үтәп өйрәнгән, бер фатирҙан балаларҙы ҡотлап сығыу менән: "Атай, бына ошо урында шул һүҙеңде әйтмәнең, был урында шулай эшләргә оноттоң", - тип дәғүәләрен белдерә. Һуң, мин бит ҡарт та инде, олатай, онотоп та ебәрәмдер, күрәһең...

Хәҙер барыһы ла шәхси транспортҡа күсеп бөттө, әммә элегерәк күпселек йәмәғәт транспортында йөрөнө. "Ҡуян" булып йөрөргә тура килдеме?

- Ооо, һанаһаң осона сығып булмаҫ. Ул ваҡытта ҡуянлыҡтың исемен есеменә тап килтереп ҡуйҙыҡ инде ул, йәшерен-батырыны юҡ. Хатта өйләнеп, Сәғит Ағиш урамында йәшәгәндә лә булғыланы. Бер шулай эшкә тип сығып киттем дә, туҡталышҡа еткәс, янсығымды алмағаным иҫемә төштө. Кире боролоп торманым, автобус килгәйне, ултырҙым да киттем. Юл буйына нимә тип кенә әйтеп аҡланайым икән, тип уйланам. Актерҙар йорто туҡталышында пассажирҙар өймәкләшеп төшөргә тора ине, шулар менән ҡуша төшөп ҡалдым. Үҙем китеп барам, үҙем "Шофер арттан ғына килеп сыҡмаһа ярар ине", тип уйлайым. Шундай ваҡыттар булды инде ул, ҡалайтаһың. Тормош бит.

Хатта кондукторҙар: "Ярай инде, Хәким, түләп торма, бар төш", - тиһә лә аптырарға түгел...

- Ундай кондукторҙар осраманы, әммә ҡайһы берҙә руль артында башҡорт егеттәре булһа, үҙҙәре аҡса алмай торғайны. Туҡталышта торһам: "Әйҙә, башҡортом, ултыр, алып ҡайтам," - тиҙәр ине. Аҡса бирәм, тиһәң дә, "Кит, бынауындай башҡорттан, танылған башҡорттан аҡса алып ултырмайым инде, бар, төш", - тип баш тарта инеләр.
Һүҙҙе ҡуян менән бесәйҙән башлағас, өҫтәп китәйем әле: ҡуян ул күренмәйенсә, һиҙҙермәйенсә генә йөрөргә тырыша, ә бесәй һәр ваҡыт кеше алдында, кешенең яратҡан йорт хайуаны, үҙен күрһәтә лә, яраттыра ла белә. Шуның кеүек, мин дә артыҡ күренеп бармаһам да, шөкөр, халыҡ танып тора, хатта башҡа милләт вәкилдәре лә юлда туҡтатып һөйләшеп, рәхмәт әйтеп китә. Театрҙа ла шулай - кәрәкмәһә, минең ҡасан килеп, ҡасан киткәнде лә белмәйҙәр, кәрәк булһа, беренсе ҡатта ишектән инеү менән белеп торалар.

Тимәк, ысынлап та, тыуған йылығыҙ асылығыҙға тап килә...

- Шулайҙыр, хатта ҡатыным да, һинең атлап йөрөгәнең һиҙелмәй, ти. Бесәйҙең дә бит атлап йөрөгәне ишетелмәй. Бер заман Сәғиҙулла Байегет бригадаһы менән Белорет районының Ғәбдүк ауылына барҙыҡ. Ямғыр яуған ваҡыт, бысраҡ. Башҡаларға итек килтерҙеләр, минең размерҙы таба алмағандар. Мин туфли менән. Атлағыҙ, тинем дә, яйлап ҡына кәртә эргәһенән киттем. Туҡталған йортҡа барып еттек, тегеләр итек менән батҡаҡҡа батып бөткән, ә минең туфли бысранмаған да тиерлек. Сәғиҙулла: "Хәким, һин нисек атлап йөрөйһөң ул?" - тип аптырай. "Мин - бесәй, ҡайҙан йөрөргә икәнлеген беләм", - тип көләм.

Яңы йылға "Киске Өфө" гәзите уҡыусыларына Ҡыш бабай ниндәй теләктәрен еткерер икән? Мөғжизәсе бабайҙың теләктәре тормошҡа ашыуына барыбыҙ ҙа ышана бит.

- Беҙҙең театр коллективы өйрәнеп бөткән инде, үҙем яман сирҙе еңгәндән һуң һәр ваҡыт бер генә теләк: һаулыҡ теләйем. Һаулыҡ булһа был донъяла, эшең дә була, эшең булһа, аҡсаң да була, аҡсаң булһа, ашың да була, ғаиләңде лә ҡарайһың, ҡайҙалыр ял итергә лә барыу форсаты табыла, барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алаһың. Шуға мин гәзит уҡыусыларға, үҙемдең яратҡан, мине хөрмәт иткән тамашасыларыма, ғөмүмән, һәр кемебеҙгә донъяның тыныслығын һәм һаулыҡ теләйем. 2023 йылды матур итеп ҡаршы алып, күҙ йомоп асҡансы оҙатып, 2024 йылға һикереп барып инергә яҙһын!

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №52, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.22 | Ҡаралған: 174

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru