«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘХИЛ БУЛ, ИЛ АҒАҺЫ!
+  - 


Республикабыҙ ауыр юғалтыу кисерҙе. 2023 йылдың 11 ғинуарында күренекле дәүләт, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 88 йәшендә вафат булды.

М.Ғ. Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуған.
1956 йылда Өфө нефть техникумын тамамлап, Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып эшләй башлай. 1964 йылда производствонан китмәйенсә Өфө нефть институтын тамамлай. 1960 йылдан 1990 йылға тиклем КПСС-тың ХХII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында ҡулайлама начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, производство начальнигы урынбаҫары, яңы производстволарҙы эшләтеү һәм көйләү буйынса баш инженер урынбаҫары булып эшләй. 1976 йылдан 1978 йылға тиклем заводтың баш химигы - баш инженер урынбаҫары, 1978 йылдан 1986 йылға тиклем - баш инженер, ә 1986 йылдан 1990 йылға тиклем завод директоры була.
СССР халыҡ депутаты һәм СССР Юғары Советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты һәм Өфө ҡала Советы депутаты итеп һайлана.
1990 йылдан 1993 йылға тиклем М.Ғ. Рәхимов - Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе. Был осорҙа Башҡортостан Республикаһының яңы Конституцияһы, Башҡортостан Республикаһының Дәләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул ителә, Федератив Договорға һәм уға Башҡортостан Республикаһынан Ҡушымтаға ҡул ҡуйыла.
1993 йылдың 12 декабрендә М.Ғ. Рәхимов Башҡортостан Республикаһының Беренсе Президенты итеп һайлана. 1994 йылдың авгусында Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен айырыу һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһындағы Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Договорына ҡул ҡуйыла.
1998 йылдың 14 июнендә һайлау йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына ҡайтанан һайлана.
1993-2001 йылдарҙа - Рәсәй Федерацияһының Федерация Советы һәм Дәүләт Советы ағзаһы.
1999 йылда М.Ғ. Рәхимов - "Ватан - Бөтә Рәсәй" Бөтә Рәсәй партияһын ойоштороусыларҙың һәм уның рәйестәштәренең береһе була. 2001 йылда был партия "Берҙәм Рәсәй" партияһына инә.
2003 йылдың 21 декабрендә өсөнсө тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп һайлана.
Рәсәй Президенты В.В. Путиндың тәҡдиме буйынса 2006 йылдың 10 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары М.Ғ. Рәхимовҡа киләһе биш йылға Президент вәкәләттәрен тапшыра.
2010 йылдың 15 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Д.А. Медведев М.Ғ. Рәхимовтың Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһынан отставкаһын ҡабул итә.
2010 йылдың октябренән Мортаза Ғөбәйҙулла улы - "УРАЛ" хәйриә фонды советы рәйесе. 2010 йылдың декабренән 2012 йылдың июненә тиклем - "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы ағзаһы.
Республика етәксеһе булып эшләгән йылдарҙа М.Ғ. Рәхимов уның социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә ғәйәт ҙур өлөш индерә. Башҡортостан илдең төп, сәнәғәт йәһәтенән алға киткән төбәктәренең береһенә, федераль бюджет донорына, ҡеүәтле нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү, химия һәм нефть химияһы, машиналар эшләү һәм энергетика, аграр етештереү үҙәгенә әүерелә. Уның тырышлығы менән тиҫтәләрсә яңы предприятие һәм производство асыла, йөҙҙәрсә социаль объект төҙөлә, ҡала һәм райондарҙың юл, инженерлыҡ инфраструктураһы яңыртыла, торлаҡ төҙөлөшө үҫә, биләмәләргә газ үткәреү һәм төҙөкләндереү киң ҡолас ала. Республиканың мәғарифты, фәнде, һаулыҡ һаҡлауҙы, сәнғәтте, спортты үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары Мортаза Ғөбәйҙулла улының исеме менән бәйле. Уның тырышлығы менән дәүләт һәм туған телдәргә булышлыҡ итеү өсөн шарттар тыуҙырыла, ҙур милли-мәҙәни берекмәләр, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы ойошторола, республика халыҡтарының тәүге ҡоролтайҙары һәм съездары үткәрелә. Уның етәкселегендә "УРАЛ" хәйриә фонды социаль әһәмиәтле байтаҡ проекттарҙы тормошҡа ашыра.
Күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн М.Ғ. Рәхимов I һәм II дәрәжә "Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн", Рәсәй Федерацияһы халыҡтары дуҫлығы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, "Почет Билдәһе" ордендары, Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советының Почет грамоталары, Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаттары, "Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн", "Халыҡтар дуҫлығы", Салауат Юлаев ордендары, шулай уҡ бик күп ведомство, сит ил һәм йәмәғәт наградалары менән бүләкләнгән. Уға "РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы", "Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе" тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән. М.Ғ. Рәхимов - Өфөнөң, Стәрлетамаҡтың, республикалағы башҡа ҡала, райондарҙың Почетлы гражданы.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы дәүләт эшмәкәре, федераль кимәлдәге етәксе сифаттары, стратегик фекерләү, төплө ҡарарҙар ҡабул итеү оҫталығы, аралашыуҙағы ихласлығы, ябай кешеләрҙең проблемаларын хәл итергә тырышыуы менән һәр саҡ айырылып торҙо. Үҙенең күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте менән Мортаза Ғөбәйҙулла улы республикала һәм унан ситтә тәрән ихтирам ҡаҙанды.
Башҡорт халҡының бөйөк улы, ҙур дәүләт, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре, мәртәбәле етәксе һәм республика патриоты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Р.Ф. Хәбиров, К.Б. Толкачев, А.Г. Назаров, М.В. Забелин, А.А. Касьянов, А.Ш. Бадранов, Р.Х. Моратов, А.В. Марзаев, Л.З. Иғтисамова, И.Х. Сәғитов, И.А. Тажетдинов, И.И. Фәзрахманов, А.Н. Шельдяев, А.Ф. Абдрахманов, У.Т. Килсенбаев, И.Р. Әхмәтвәлиев, А.Н. Лазеев, Р.Р. Мәүлиев, В.П. Угаров, М.С. Исҡужин, Р.И. Байдәүләтов, Р.С. Баҡыев, Р.Ү. Диваев, И.Ә. Ғәбитов, А.Т. Сәғитов, У.Н. Бакиров, Ф.Ә. Ямалетдинов, П.Р. Качкаев, К.Н. Рамазанов, В.Б. Мартыненко, В.М. Шәрипов, Г.Ф. Мирошниченко.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.23 | Ҡаралған: 164

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru