«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺОҠ ТЕЙЕП ҠУЙМАҺЫН!
+  - 

Ошо көндәрҙә Башҡортостандан, Татарстандан, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән 357 уҡыусы Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашты. Утыҙ етенсе тапҡыр үткәрелгән сара Башҡортостан Республикаһының Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды.

Дүрт тиҫтәгә яҡын тарихы булған олимпиада һынауы заман талаптары, яңы шарттарға ярашлы үҙгәрештәр кисерә килә. Быйыл уның беренсе һынауы - ҡатнашыусыларҙың телмәр маһирлығын, фекер ҡеүәһен баһалауға йүнәлтелгәне онлайн форматта үткәрелгән һәм уҡыусылар бер темаға бағышланған текст буйынса фекер алышҡан. Бында йәмғеһе 700-ҙән ашыу бала ҡатнашҡан, шуларҙың иң-иңдәре - 357 уҡыусы ярыштың киләһе турына үтеп, баш ҡалаға килгән. Шарттарға ярашлы, дүрт йүнәлештә 9-сы, 10-сы, 11-се синыф уҡыусылары араһында төп еңеүселәр - 12 уҡыусы, бик күптәр призер дәрәжәһенә лайыҡ булды. "Олимпиада 37-се тапҡыр үткәрелә. 1986 йылда мин үҙем дә икенсе тапҡыр ойошторолған ошо олимпиадала республика кимәлендә ҡатнашып, иншам юғары баһаланып, махсус бүләкләнгәйнем. Шул ваҡиғалар бөгөн дә иҫемдә. Һеҙҙең дә тормошоғоҙҙа был ярыш ҙур урын биләр, ниндәйҙер һынауҙар һәм һайлауҙар алдында торғанда алға ынтылыш биргән мәл булыр, тип өмөт итәбеҙ", - тине БР Мәғариф һәм фән министрлығы исеменән тәбрикләп, министр урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева.
Министр урынбаҫары шулай уҡ Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың федераль теҙмәгә индерелеүенә дүрт йыл булыуын, вуздарға уҡырға ингәндә өҫтәмә балл биреүен дә телгә алды һәм был ҡатнашыусылар һанын бермә-бер арттырыуын белдерҙе. Ә инде телһөйәрҙәр араһында егеттәр һаны күбәйеүе ситтән ҡараған кеше күҙенә лә салынмай ҡалманы: тимәк, олимпиаданың абруйы арта. Киләсәген хәрби хеҙмәт, вертолет йөрөтөүсе булараҡ күҙаллаған М. Гәрәев исемендәге башланғыс осоуға әҙерләүсе Өфө интернат-мәктәбенең 11-се синыф уҡыусыһы Сыңғыҙ Иҫәндәүләтов та был ярышта күптән ҡатнаша, ике тапҡыр призлы урынға лайыҡ булған. Уның кеүек бер нисә йыл рәттән республика кимәлендәге ярышҡа килеү һәм юғары баһаларға өлгәшеү маҡсатына ирешкән уҡыусылар байтаҡ ҡына. Мәҫәлән, Әбйәлил районынан килгән Алһыу Рәхимова һәм Гөлфиә Хәлилова олимпиадала үҙҙәрен өсөнсө тапҡыр һынай, быйыл береһе еңеүсе, икенсеһе призер булған. "Йыл һайын призлы урын алам, еңеүгә бер нисә генә мәрәй етмәй ҡала. Баш ҡалаға ярышҡа килеү үҙе бер ҡыуаныс, сөнки ошонда танышып, аралашып киткән дуҫтарым бар. Быйыл беҙ Байым урта мәктәбенән ике уҡыусы килдек: Яҙгөл Йосопова 10-сы синыфтар араһында ярышты, ул беренсе тапҡыр килә. Олимпиада йылдағыса көсөргәнешле генә үтте", - ти Гөлфиә Хәлилова. Ҡыҙҙарҙы туған телдәрен төплө өйрәнергә ҡыҙыҡһындырыусы, олимпиадаға әҙерләүсе һәм ышаныс белдереп, дәртләндереп тороусы уҡытыусылары Әлфиә Абдрафиҡова Әбйәлил районы Байым ауылы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса эш электән яҡшы ҡуйылыуы, уҡыусыларҙың һис һынатмауы тураһында әйтеп үтте. Мәктәп былтырғы уҡыу йылында ғына ла дүрт еңеүсе һәм ике призлы урын яулаусы уҡыусыһы менән хаҡлы ғорурлана.
Олимпиадала быйыл Хәйбулла районы Ҡ. Әхмәтшин исемендәге Ҙур Әбеш ауылы мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы Илүзә Хунафина, Өфө ҡалаһы М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының 10-сы синыф уҡыусыһы Әҙилә Ишемғужина, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 11-се синыф уҡыусыһы Илгизә Йәрмөхәмәтова башҡорт мәктәптәрендә туған тел булараҡ өйрәнеүсе тиҫтерҙәре араһында еңеүсе тип табылдылар. Ә бына рус мәктәптәрендә уҡып, башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәрҙән Илеш районы Үрмәт мәктәбенән Зөһрә Латипова, Әбйәлил районы Асҡар ауылы Т. Кусимов исемендәге гимназиянан Алһыу Рәхимова, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейынан Йәнгүзәл Зәйнуллина иң юғары баһаға лайыҡ булды. Шулай уҡ башҡорт телен дәүләт теле булараҡ башлап һәм дауам итеп өйрәнеүсе балалар араһында ла иң лайыҡлылар бүләкләнде. Улар араһында Сибай ҡалаһы гимназияһы һәм Мәләүез районы Нөгөш ауылы мәктәбенән икешәр уҡыусы еңеүгә өлгәшеүе иғтибарҙы йәлеп итмәй ҡалманы, әлбиттә.
- Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала 8-се синыфтан алып ҡатнашам. Тәүге йылда беренсе урын алдым, 9-10 синыфтарҙа призлы урында инем, быйыл бына тағы ла еңеүсе булдым. Шулай йыл һайын ҡатнашып киләм һәм ярыштың йылдан-йыл кимәле юғары күтәрелә тип әйтә алам. 2020 йылданмы икән, һорауламаға Башҡортостан мәҙәниәте буйынса һорауҙар өҫтәлеүе лә быға булышлыҡ итте. Шулай ҙа, уҡыһаң - яуап бирерлек, - тип һөйләне олимпиада һәм башҡорт теле тураһында Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 11-се синыф уҡыусыһы Илгизә Йәрмөхәмәтова һәм уҡытыусыһы Альбина Кайбышеваға рәхмәттәрен еткерҙе.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Олимпиадала ҡатнашҡан кемдән генә барып һорама, бөтәһе лә башҡорт телен белеү - үҙ халҡыңдың тарихын, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен киләсәк быуындарға еткереү нигеҙендә ятыуына ишараланы. Ә беҙ инде был сараға телһөйәр, илһөйәр балалар тупланыуына күнегеп бөткәнлектәнме, башҡа төрлө яуап булыуын хатта күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Йәштәргә һоҡланғандан һоҡ ҡына тейеп ҡуймаһын, тормоштарында башҡорт теленә һәр ваҡыт урын булһын!

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.23 | Ҡаралған: 181

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru