«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВАҠЫТТАРЫ БУЛМАҒАНДЫР...
+  - 

Былтыр Башҡортостан депутаттары РФ Дәүләт Думаһы ҡарауына көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылышлы бер нисә закон проекты әҙерләп ебәрҙе. Шуныһы хуплауға лайыҡ: был проекттарҙа БР Дәүләт Йыйылышы республика халҡының иғтибар үҙәгендә торған, тураһын әйткәндә, маҙаға тейгән һәм кисекмәҫтән хәл ителеүҙе көткән ҡайһы бер мәсьәләләрҙе ҡарай.

Мәҫәлән, апрелдә үк әле Ҡоролтай депутаттары Дәүләт Думаһына "Мәғариф тураһында" федераль законға үҙгәрештәр индереү буйынса проект эшләп ебәргәйне. Документ авторҙары унда урта мәктәптәрҙә туған тел уҡытыу мәсьәләһенә үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә. Атап әйткәндә, балаларҙы этно-мәҙәни мәктәптәргә ҡабул итеү ҡағиҙәләрен төҙөүҙе төбәк власть органдарының үҙҙәренә хәл итеү хоҡуғын биреү тураһында һүҙ ҡуҙғата. Бынан тыш, туған телдәрҙән Берҙәм дәүләт имтихандары алыу һәм ул бирәсәк өҫтөнлөктәр хаҡында ла әйтелә проектта. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың тәүге ошондай уҡ йөкмәткеле закон проекты Рәсәй Думаһы тарафынан кире ҡайтарылғайны, ә бына икенсеһе буйынса бер ниндәй мәғлүмәт тә күренмәй әлегә. Ҡаралыуға сират көтәмелер, әллә депутаттарҙың ваҡыты тармы - әйтеүе ҡыйын.
Шул уҡ ваҡытта кеше ғүмере һәм йәшәйешебеҙгә хәүеф менән янаған мәсьәлә - берәҙәк эттәр буйынса кисекмәҫтән хәл ителергә тейешле закон проектына ла, йомшаҡ итеп әйткәндә, "һалҡын ҡараш"та тороусы Дәүләт Думаһы депутаттары уны хуплау-хупламау ғына түгел, ә ентекләберәк уҡып, дөйөм ҡарауға сығарыуҙан да баш тартҡан, имеш. Мәғлүм булыуынса, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың закон проектында кеше ғүмеренә хәүеф менән янаусы эйәһеҙ һәм ҡырағайға әйләнгән берәҙәк эттәр һанын көйләү маҡсатында уларҙы атыу тураһында һүҙ бара, сөнки, төбәк депутаттары белдереүенсә, 2020 йылдан алып ҡырағай эттәр 38 ҡоралай һәм ике мышыны йыҡҡан, ҡыр йәнлектәре һәм ҡоштары ла аяуһыҙ ҡырыла, шул арҡала тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтерелә. Ауыл халҡының да ҡош-ҡорто, ваҡ һәм эре малы туҡтауһыҙ зыянлана. Ә шундай эттәрҙән таланып үлгән, йәрәхәттәр алған балалар һәм өлкәндәр хаҡында төрлө тарафтарҙан хәбәрҙәр туҡтағаны ла юҡ. Ләкин был мөһим һәм бәхәсле мәсьәлә буйынса төбәк депутаттары проектын ҡарау Дәүләт Думаһының экология, тәбиғи ресурстар һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау комитетына йөкмәтелә. Комитет рәйесе урынбаҫары, был проблемаға бер төрлө генә ҡәтғи ҡарашы менән билдәле Владимир Бурматов: "Дәүләт Думаһы, беҙҙең комитет һәм шәхсән үҙемдең фекер шунан ғибәрәт: бындай башланғыстың киләсәге юҡ",- тип ҡырҡа һуға. Дөрөҫ, әйтеүҙәренсә, закон проекты асылда ошо йылдың мартында ғына ҡараласаҡ икән. Улар исеменән белдереү яһалһа ла, бәлки, Дәүләт Думаһы депутаттары араһында Бурматов әфәнденең ҡарашын уртаҡлашырға теләмәүселәр ҙә барҙыр? Берәҙәк хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге етәксеһе Игорь Молоков та ҡырағай эттәрҙе атыуға ҡаршы булыуын белдерә, ләкин закон проектының проблемаға яңыса ҡараш ташлауын да байҡай алған һәм Бурматовтан айырмалы: "Закон проектын уҡып сыҡҡас, шул асыҡлана: бында бит һүҙ бөтөнләй икенсе нәмә хаҡында - тораҡ пункт биләмәһен ташлап ҡырға сығып киткән һәм ҡырағайланған эттәрҙе атыу хаҡында бара", - ти. Ә "үҙ туҡһаны туҡһан" Бурматов "закон тарафынан приюттарҙа эвтаназия тыйылды һәм уны бер кем дә үҙгәртә алмаясаҡ", тигән шул бер үк һүҙен тылҡый бирә. Күрәһең, был әфәнденең Башҡортостан парламентарийҙары документын ентекләберәк уҡып торорға ваҡыты булмағандыр...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.23 | Ҡаралған: 118

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru