«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТОСТАН - ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ ТӨБӘК
+  - 


Ил Президентының Өфөгә сәфәренән һуң күптәр дәүләт башлығының республикабыҙға айырым мөнәсәбәте булыуын билдәләне. Уға бөтә төбәктәр ҙә балалар кеүек яҡын. Әммә Путин бөтә мөһим эштәрҙе һәм кәңәшмәләрҙе ҡалдырып, республиканың Беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән бәхилләшергә килә, Башҡортостан Башлығы менән осрашыуҙа бер нисә мөһим проект менән ҡыҙыҡһына һәм хуплай, самолетҡа ултырыр алдынан журналисҡа интервью бирә. Башҡортостан үҙенә ҡарата бындай мөнәсәбәткә нимәһе менән лайыҡ? Дәүләт башлығының тыуған төйәгебеҙ тураһында белдереүҙәрен анализлағандан һуң ошондай өс ҙур сәбәп төҫмөрләнде.

Башҡортостан - илдең иҡтисади терәге

Ил өсөн заман тарихындағы иң ҡатмарлы осорҙарҙың һәр береһендә республика тотороҡлолоҡ тәьмин итеп кенә ҡалмай, үҫеште лә күрһәтә алды. Ябайлаштырып әйткәндә, санкциялар арҡаһында иҡтисадыбыҙ емерелмәне, төшмәне һәм хатта ыңғай динамика күрһәтте. В. Путин уның хакимиәте биргән мәғлүмәттең дә күрһәткестәре шундай уҡ икәнен билдәләне һәм шулай тине: "Һеҙҙә бөтә төп йүнәлештәр буйынса күрһәткестәр ыңғай: эске төбәк продукты, сәнәғәт етештереүе, ауыл хужалығы үҫә. Рәсәйҙә эшһеҙлек буйынса иң түбән күрһәткестәрҙең береһе лә һеҙҙә. Төп капиталға инвестициялар дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән алдараҡ бара, тимәк, яҡын киләсәктә республика үҙенә яҡшы үҫеш темптарын гарантиялай. Мин һеҙгә, бөтә командағыҙға, Башҡортостан халҡына ошо эш өсөн рәхмәт белдерәм, киләсәктә уңыштар теләйем".
Владимир Путин республика ихтыяждарын ишетә һәм беҙҙең үтенестәрҙе хуплай. 2021 йылдың апрелендә ил Президенты Хөкүмәткә "Башҡортостан сода компанияһы"ның 50 процент +1 акцияһын республикабыҙға тапшырырға ҡушты. Һуңғараҡ Радий Хәбировтың үтенесен хуплап, республика донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге статусын ала һәм студент кампустары төҙөлгән төбәктәр иҫәбенә инә, шулай уҡ карбон полигондары тип аталған парник газдарын өйрәнеү буйынса ғилми үҙәктәр асыла. Владимир Путин 2021 йылдың авгусында "Цемикс" заводын асҡанда республиканы йәнә маҡтаны, республика етәксеһе яҡшы шарттар булдырҙы, сит ил инвесторҙары төбәгебеҙгә ышана һәм яңы производстволар аса, тип билдәләне.
2023 йылдың ғинуарында осрашыу йомғаҡтары буйынса Владимир Путин республикала тағы бер нисә мөһим проектты - Ағиҙелдә махсус порт зонаһын булдырыу, Өфөнөң "Көньяҡ ҡапҡаһы"на инфраструктура кредиттарын, һуғыш ветерандары госпитален төҙөүҙе һәм Өфө циркын реконструкциялауҙы хупланы.

Башҡортостан һәр ваҡыт ил мәнфәғәттәрен яҡланы

Республикабыҙ халҡының һәр ваҡыт илһөйәрлек рухы көслө булды, шуға күрә ҡатмарлы халыҡ-ара аренала улар "төньяҡ амурҙары", Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, тыл хеҙмәткәрҙәренең традицияларын дауам итеп, Тыуған илде һаҡлауға баҫыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Президент быны күрә һәм баһалай. 2007 йылда уҡ ул: "Рәсәйҙең берҙәмлеге бик күп һынауҙарға осраны, башҡорт халҡы һәр ваҡыт намыҫлы һәм ҡыйыу рәүештә илде һаҡлау буйынса хеҙмәт итте", - тип белдергәйне. Ул кәм тигәндә ике тапҡыр халыҡ алдында - тәүҙә 2016 йылда ҙур матбуғат конференцияһында, икенсе тапҡыр 2023 йылдың ғинуарында ошо һүҙҙәрҙе ҡабатланы: "Рәсәй составына үҙ ирке менән ингәндән алып башҡорттар берҙәм Ватан сиген һаҡлау бурысын үҙ иңенә ала. Республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла үҙҙәрен батырҙарса тота". Владимир Путин был тарихты онотмай һәм ҡәҙерләй. Шуға күрә 2020 йылда Радий Хәбировтың үтенесе буйынса үлгәндән һуң Рәсәй Геройы йондоҙо менән генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовты бүләкләй.
Президент республиканың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьәләләренең нисек хәл ителеүен дә билдәләп үтте. Эшлекле осрашыу барышында ул Радий Хәбировҡа: "Махсус хәрби операцияға ярҙам итеү сиктәрендә башҡарған эшегеҙ, илебеҙ, Донбасс, яңы территорияларҙа йәшәгән халҡыбыҙ мәнфәғәттәрен яҡлаған егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Был бик мөһим, һеҙ үҙегеҙ ҙә әле генә халыҡ ошо ярҙамды нисек тойоуы һәм уларҙы нисек ҡабул итеүе тураһында әйттегеҙ", - тине.

Милли һәм дини мәсьәлә

Башҡортостан үҙенең өлгөһөндә һәм һаҡсыл мөнәсәбәте менән илдә милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе нигеҙләй. "Башҡортостанда, һыу тамсыһында кеүек, мәҙәниәттәр, диндәр, телдәр төрлөлөгө, халыҡтар дуҫлығы менән тотош Рәсәй сағыла". Республикала ҡанатлы һүҙҙәргә әйләнгән был фразаны Владимир Путин 2001 йылдың июнендә үк әйтте. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, беҙҙең республика - Рәсәйҙең үҙенең кесерәйтелгән күсермәһе, һәм уға был оҡшай. 2007 йылда, Рәсәйгә ҡушылыуҙың 450 йыллығы уңайынан үткән сараларҙа сығыш яһап, Владимир Путин Башҡортостанды "Рәсәйҙең терәк төбәктәренең береһе һәм милләт-ара, конфессия-ара татыулыҡ өлгөһө" тип тә атаны.
2021 йылдың декабрендә Мәскәүҙә үткән Ҙур матбуғат конференцияһында Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы Гөлназ Хәйбуллина Президентты ҡаланың 450 йыллығын байрам итеүгә саҡырҙы. "Өфө - бик яҡшы урын, Волга буйында - иң яҡшыларҙың береһе. Өфө Рәсәйҙә һәр ваҡыт Ислам донъяһы үҙәктәренең береһе булды һәм булып ҡала. Коллегаларыбыҙ менән ҡаланы юбилейға әҙерләү буйынса махсус документ сығарыуыбыҙ осраҡлы түгел", - тип яуапланы ул саҡта Владимир Путин. 2023 йылдың ғинуарында ул үҙенең тезисын киңәйтте: "Өфө һәр ваҡыт Рәсәй исламының, мәғрифәтле, ижади һәм ихтирамлы, шул уҡ ваҡытта илебеҙҙең башҡа традицион конфессиялары менән үҙ-ара килешеп эш итеүгә йүнәлтелгән иң мөһим үҙәктәренең береһе булды. Ошо йәһәттән Башҡортостан Рәсәй тарихында һәм яҙмышында һәр ваҡыт айырым, мөһим роль уйнаны тип әйтергә мөмкин", - тип билдәләне ул Башҡортостандың махсус миссияһын.

"Башинформ" материалынан.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.23 | Ҡаралған: 142

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru