«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘТЕРҘӘ ҺАҠЛАНЫР
+  - 

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Мортаза Рәхимовтың исемен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләне.

- Башҡортостандың Беренсе Президенты, күренекле етәксе һәм халҡының арҙаҡлы улы Мортаза Рәхимовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр уның вафаты тураһында билдәле булғас та килә башланы. Беҙ барыһын дөйөмләштерҙек, шул уҡ ваҡытта комиссияға башҡа ойошмаларҙан да тәҡдимдәр күп килер, тип ышанабыҙ. Рәсәй Президенты менән Башҡортостан Башлығы республикабыҙҙың тәүге Президентының төбәкте үҫтереүгә генә түгел, ә тотош илебеҙҙе һаҡлауға индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөн иҫәптә тотоп, уның исемен мәңгеләштерергә тәҡдим итте, - тип билдәләй Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова.
Бер нисә көн дауамында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумында һәм Башҡарма комитетында күренекле шәхестең иҫтәлеген һаҡлау буйынса тәҡдимдәр тикшерелде. Иң йыш телгә алынғандарын һайлап, йәмәғәт ойошмаһы исеменән еткерергә тип ҡарар ителде. Тәү сиратта был Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәкселек иткән осорҙа уның шәхси ҡатнашлығында һәм ярҙамында нигеҙ һалынған мәсеткә ҡағыла. Был эш, йәмәғәтселәр фекеренсә, республика халҡы исеменән Беренсе Президентыбыҙға иң яҡшы һәйкәл буласаҡ.
- Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән Салауат Юлаев проспекты менән Коммунистик урам киҫелешендәге "Әр-Рәхим" мәсетен төҙөүҙе тамамлауҙы мөһим һәм өҫтөнлөклө тип иҫәпләйбеҙ. Башҡортостан йәмәғәтселеге, шулай уҡ илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә һәм унан ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙ был иман йорто төҙөлөшөндә ҡатнашырға әҙер булыуын белдерә. Ошо йәһәттән ыңғай ҡарар ҡабул ителгән осраҡта, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәтселек араһында мәғлүмәти эш алып барырға һәм аҡса йыйыуға ҡушылырға әҙер, - тип, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәттән өҙөмтә килтерҙе.
- Мортаза Ғөбәйҙулла улы халҡыбыҙҙың физик һәм рухи һаулығын һаҡлауға ҙур иғтибар бүлде. Ул шуны белде: рухи ихтыяждар ҡәнәғәтләндерелгән гармониялы мөхиттә генә сәләмәт шәхес үҫтерергә мөмкин. Салауат Юлаев проспектында һалына башлаған мәсет тә - ошо ынтылыштың билдәһе. Был төҙөлөштө уңышлы тамамлаһаҡ, ул Өфөнөң һәм Башҡортостандың лайыҡлы символына әйләнәсәк, Мортаза Ғөбәйҙулла улының тыуған республикаһы, халҡы мәнфәғәтендә башҡарған оло хеҙмәтенә үҙенсәлекле мисәт һуғыласаҡ, - ти Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева.
Башҡортостан Башлығы исеменә мөрәжәғәт шулай уҡ "Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Башҡортостандың Беренсе Президенты М.Ғ. Рәхимовтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған айырым экспозиция булдырыу", "Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре биләмәләрендә урынлашҡан һәм М.Ғ. Рәхимов указдарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә сафҡа индерелгән төбәк әһәмиәтендәге объекттарға тейешле мәғлүмәт табличкалары ҡуйыу" кеүек тәҡдимдәрҙе лә үҙ эсенә ала. Тәүге Президентыбыҙҙың Башҡортостандың нефть сәнәғәтен үҫтереү өлкәһендәге ҡаҙаныштарын билдәләп, уның исемендәге билдә булдырырға тәҡдим ителә.

"Киске Өфө" гәзите, №2, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.23 | Ҡаралған: 131

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru