«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы

Дах-массагет ҡомартҡылары материалдары ошо дәүерҙә Көньяҡ Уралда йәшәгән ҡәүемдәрҙең Урта Азия, Урта Көнсығыш (Персия) һәм башҡа төбәктәр халыҡтары менән тығыҙ сауҙа-мәҙәни бәйләнештәре булыуын бик асыҡ күрһәтә. Быға, алдараҡ иҫкә алынған, Хорезмда яһалған балсыҡ һауыт-һабанан башҡа, Боронғо Ирандың ювелир оҫтаханаларында етештерелгән таш һәм быяла муйынсаҡтарҙы, ахеменид мисәттәрен, көмөш һауыт-һабаны дәлил итеп килтерергә була. Йыраҡ илдәрҙән килтерелгән әйберҙәрҙән формаһы яғынан уникаль булған бер амфора Мысыр (Египет) көршәкселәре ҡулы менән яһалған. Амфорала "Ксеркс батша һауыты" тигән яҙыу бар, ул Египетта б.э. тиклем V быуатта хакимлыҡ иткән. Был әйберҙәр Уралға Урта Азияла һәм Ҡаҙағстанда йәшәгән ҡәүемдәр аша килеп еткән.
Тарихи әҙәбиәттә б.э. тиклем VI - III быуаттарҙа Көньяҡ Уралда йәшәгән дах-массагет яугирҙарының Урта Азияның һәм Ирандың боронғо дәүләттәрендә ялланма ғәскәр сафтарында хеҙмәт итеүе мөмкинлеге хаҡындағы фекер булыуын иҫкә алыу фарыз. Бындай фараз өсөн көньяҡ тауарҙарының Урта Азия һәм Ҡаҙағстан территориялары аша күмәртәләп килтерелеүе генә түгел, ошо бер-береһенән алыҫ булған төбәктәр яугирҙары ҡоралдарының билдәле кимәлдә оҡшашлығы нигеҙ булып тора.
Көньяҡ Уралда б.э. тиклем VI-IV быуаттарҙа өҫтәрәк бәйән ителгән ер өйөлөп яһалған ҡурғандар менән бер үк ваҡытта таш ҡурғандар ҙа күпләп барлыҡҡа килә. СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 1965-1975 йылдарҙа ойошторған археологик экспедиция барышында ошо ҡурғандар хаҡында тәүләп бай мәғлүмәт туплана: Урал һыртының көнсығыш һәм көнбайыш итәктәрендә, Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Ейәнсура райондары сиктәрендә бер нисә тиҫтә таш ҡурған хаҡында билдәле булып, уларҙың ҡайһы берҙәре ҡаҙып тикшерелә. Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, шулай уҡ Башҡортостанда ойоштороған археологик эштәр ошо төркөм ҡомартҡылары тураһындағы белемдәребеҙҙе байтаҡҡа киңәйтте, уларға ҡыҫҡаса ошондай ҡылыҡһырлама бирергә була.
Таштан яһалған ҡурғандар ер өйөмлөләренән байтаҡ ҡына мөһим үҙенсәлектәре менән айырылып тора. Һуңғылары ҙур күләмле булып, Көньяҡ Уралдың һәм сиктәш төбәктәрҙең тигеҙлекле, йәғни далалы яҡтарында төркөм-төркөм булып урынлашһа, таш ҡурғандар иһә урманлы дала зонаһындағы тау һәм ҡалҡыулыҡ түбәләрендә, берәр-икешәр генә булып, таралып ята. Уларҙың күләме ҙур түгел, диаметры уртаса 6-9 метрҙан, бейеклеге 0,30-0,50 метрҙан артмай. Һалынған таштарҙы ҡутарғанда үлгәндәрҙең һөлдә ҡалдыҡтары табылмаһа ла, кеше мәйеттәрен ерләү менән бәйле аныҡ билдәләр булыуы асыҡлана. Бына, мәҫәлән, Дәүләтша (Әбйәлил районы) һәм Иҫәнбәт (Баймаҡ районы) ауылдары янындағы ҡурғандарҙа таш аҫтында балсыҡ һауыт-һаба ярсыҡтары, бронза көҙгө, тимер бысаҡ ҡалдыҡтары, быяла муйынсаҡ табыла, улар яҡынса б.э. тиклем V-IV быуаттарға ҡарай һәм бында һис шикһеҙ кеше мәйеттәре ерләнгән булыуын күрһәтеп тора. Шундай уҡ табылдыҡтар башҡа ҡаҙып асылған ҡурғандар өсөн дә ғәҙәти күренеш икәнлеге билдәле (мәҫәлән, Сибай ҡалаһы янындағы Ҡушалыҡыуаҡ ҡурғаны).

Ун өсөнсө һүрәт. Көньяҡ Уралдың иртә күскенселәре ҡурғандары предметтары: 1, 6 - һауыттар; 2 - көҙгө; 3, 4 - уҡ башаҡтары; 5 - акинак-ҡылыс; 7, 8 - табаҡ-алтарҙар; 9 - ҡылыс; 1, 6 - балсыҡтан; 2 - 4 - бронзанан; 5, 9 - тимерҙән; 7, 8 - таштан.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №2, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.23 | Ҡаралған: 224

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru