«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИБАЙҘАР - БЕРЕНСЕ КАНАЛДА!
+  - 

Сибайҙа йәшәүсе ғаилә Беренсе каналдағы "Ил менән бергә йырлайбыҙ аш бүлмәһендә" тип аталған Яңы йыл программаһында ҡатнашты.

Сығышы менән Сибай ҡалаһынан булған, әлеге көндә Татарстан дәүләт камерный хор солисы булып эшләп йөрөүсе Алмас Хөсәйенов һөйләүенсә, программаны төшөрөүҙә уның менән бергә әсәһе Айһылыу, ике апаһы Айгөл менән Алһыу һәм кәләше Сәлимә ҡатнашҡандар. Программа ретро стилендә булғас, яҡташтарыбыҙ Бабаджаняндың "Һинең эҙҙәрең" романсын башҡарған. Алмастың әсәһе Айһылыу Салауат ҡыҙы әйтеүенсә, Беренсе канал эфирында башҡорт телмәре лә яңғыраған. Бынан тыш, шоу-прогаммала ҡатнашыусыларға традицион яңы йыл ризыҡтарын күрһәткәндәр. Башҡорт ғаиләһе бишбармаҡ, ҡаҙы һәм тултырма әҙерләгән, ҡайнар аш янына ҡорот биргән. Улар тағы ла башҡорт балы, талҡан, сәк-сәк менән бауырһаҡ та тәҡдим иткәндәр. Тапшырыу төшөрөлгән майҙансыҡта эшләүселәр Баймаҡ районынан фермер Фәнис Кәримов биреп ебәргән ҡымыҙҙы тәмләп ҡараған. "Республикабыҙҙы һәм Сибай ҡалаһын күрһәтә алыуыбыҙ беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ булды, әлбиттә. Беҙ бөтәбеҙ ҙә ошо ҡала менән тығыҙ бәйлебеҙ: ҡасандыр ошонда студенттар булып, белем алдыҡ; ҡайһыларыбыҙ әле лә ошо ҡалала йәшәй. Программаны төшөргән саҡта беҙ продюсерҙар, режиссерҙар, педагогтар, костюм оҫталары, гримм һалыусылар - ҡыҫҡаһы, бөтөн команданың йылы мөнәсәбәтен тойҙоҡ. Улар ҙа беҙҙә фәҡәт йылы тойғолар ғына ҡалдырҙы", - тип һөйләй Айһылыу Салауат ҡыҙы.
Яҡташтарыбыҙ бынан алдараҡ та, октябрь айында, "Бөтөн ил менән йырлайбыҙ аш бүлмәһендә" проектында ҡатнашҡайнылар инде. Үкенескә, ул саҡ жюри һайлап алыу турында уларҙы артабан үткәрмәгәйне. "Кастингҡа мине Беренсе канал продюсеры саҡырып алғайны, уны үткәндән һуң 48 команда араһынан һайлап алыу турына тағы ла Мәскәүгә саҡырҙылар. Беҙ башҡорт халыҡ йыры "Сибай"ҙы һәм "Минең өсөн түгел" тигән әҫәрҙе башҡарғайныҡ. Беҙҙең сығышҡа дәғүәселәр булмаһа ла, жюри билдәһеҙ сәбәп менән беҙҙе артабан үткәрмәне. Продюсер менән редакторҙар ҙа бындай ҡарарҙан аптырап ҡалды, сөнки беҙҙең ғаиләне улар проект лидерҙары тип иҫәпләй ине", - тип һөйләне Алмас Хөсәйенов үҙе. Әйткәндәй, яңы йыл сығарылышын төшөргәндә, тапшырыуҙарҙы алып барыусы Валдис Пельш яҡташтарыбыҙҙы чемпиондар тип атай һәм тамашасыларҙың жюри ҡарары менән ризаһыҙлығын белдерә. Тап бына шуның өсөн дә сибайҙарҙы байрам программаһына саҡырырға булалар ҙа инде.
Әйткәндәй, был ғаиләнең бер нисә быуын музыкаға һәләтле кешеләрҙән тороуы билдәле. Айһылыу Салауат ҡыҙы һөйләүенсә, мәҫәлән, уның атаһы оҫта ҡурайсы булған, әсәһе матур йырлаған. Ғаиләлә Алмас ҡына яҙмышын сәхнә менән бәйләргә ҡарар иткән.

"Киске Өфө" гәзите, №2, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.23 | Ҡаралған: 230

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru