XIX быуатта йәшәгән билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалим һәм яҙыусы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәр аҫаба башҡорт өсөн үҙенең сығышын - ҡайһы ырыуҙан булыуын иҫтә тотоуҙы, йондоҙҙарҙы исемләп аңлата алыуҙы, хандар тарихына ҡараған риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеүҙе мотлаҡ, тип иҫәпләгән.
Ысынлап та, һәр кемебеҙҙең шәхси шәжәрәһе һәр беребеҙҙе быуаттар төпкөлөндә көн иткән ырыуҙаштарыбыҙҙың меңйәшәр тормош ағасы менән тоташтырып, башҡорт халҡының ғәжәп бай тарихи мираҫынан бар булған рухи йыһаныбыҙ асылын аңлау мөмкинлеген бирә. Ырыуҙарыбыҙ тарихын өйрәнеү өлкәһендә беҙҙе киләсәктә аҫыл асыштар көтә тип ышанайыҡ. Ошоларҙы иҫәпкә алып, милләттәштәребеҙҙең барсаһына ла башҡорт ырыуҙары тарихын сағылдырған мәғлүмәттәр менән танышыу бик тә мөһимдер.
Башҡорт ырыуҙары тарихы ғалимдарыбыҙ тарафынан ентекләп өйрәнелеп, байтаҡ ҡына ғилми баҫмаларҙа донъя күрҙе. Башлыса, бындай мәғлүмәттәр рус телендә нәшер ителә ине. Мин дә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында тергеҙелгән башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китеп, ырыуҙар тарихы менән ныҡлап ҡыҙыҡһынып киткән инсандарҙың береһе. Байтаҡ йылдар үткәс, "Киске Өфө" гәзитендә журналист булып эшләргә насип булды, 2019 йылда башҡорт ырыуҙары тарихын халҡыбыҙға башҡорт телендә еткереү зарурлығы хаҡындағы уйҙарым менән гәзиттең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева менән бүлештем. Ул был фекерҙе ихлас ҡабул итте. Һөҙөмтәлә ошо матбуғат баҫмаһында 3 йыл дауамында башҡорт ырыуҙары тарихы тулыһынса баҫылып сыҡты: 41 башҡорт ырыуы хаҡында хәҙерге фәнгә билдәле булған тарихи материалдар башҡорт телендә донъя күрҙе.
Ошо баҫмала, башлыса, күренекле этнолог, башҡорт академигы Раиль Ғүмәр улы Кузеевтың "Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения" тигән монографик хеҙмәтенән һәм Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты грифы аҫтында баҫылып сыҡҡан "История башкирских родов" тип аталған күп томлы китаптарҙан (яуаплы мөхәррире С.И. Хәмиҙуллин) алынған мәғлүмәттәр ҡулланылды. Беҙ ошо баҫмаларҙы әҙерләгән ғалимдарға, шулай уҡ әлеге китапты баҫырға матди ярҙам күрһәткән "Урал" хәйриә фондына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|