«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫТЫУСЫ ХЕҘМӘТ КҮРҺӘТЕҮСЕ ГЕНӘМЕ?
+  - 


Һорау: Рәсәйҙә быйылғы йыл Педагог һәм остаз йылы тип нарыҡланды. Был юҡҡа түгелдер, ысынлап та, уҡытыусы һөнәренең элекке абруйын ҡайтарыу тураһында хәстәрләр ваҡыт еткәндер?

Лиза ӘҒӘҘУЛЛИНА, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һәм халыҡ уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы: Эйе, 2023 йыл Педагог һәм остаз йылы тип иғлан ителде, әммә, минеңсә, уҡытыусыға ихтирам бер йылда ғына түгел, ә даими рәүештә, һәр йыл, һәр көн булырға тейеш. Һуңғы йылдарҙа, бигерәк тә үҙгәртеп ҡороу йылдарында, уҡытыусыларға ихтирам, ярҙам кәмене. Тәү сиратта был уларҙың матди хәлендә сағылды. Уҡытыусылар етмәй, башланғыс синыф уҡытыусылары ике смена эшләргә мәжбүр. Ҡайҙа бында уҡытыусы һөнәренең абруйы? Ҡасан "ярлы уҡытыусыны" дәүләт элекке кеүек абруйлы уҡытыусыға әүерелдерер икән? Былтыр 1 сентябрҙә Өфөлә "Уҡытыусы даны" скверы асылды. Әммә ундағы күп ағастар ҡороно, сөнки ултыртҡандан һуң һыу һипмәнеләр. Йәйгеһен мин ул скверға йөрөмәнем - табличкаһын урланылар, үләндәр һарғайып кипте, эскәмйәләрҙең буяуы ҡубып бөттө... Әйтерһең дә, был сквер уҡытыусыларға булған мөнәсәбәттең асыҡ сағылышы!
Төрлө республика һәм өлкәләрҙең һәр ҡалаһында тиерлек уҡытыусыға һәйкәл ҡуйылған. Мин баш ҡалала ошо мәсьәләне күтәргәнгә тиҙҙән 5 йыл була. Мин беренсе уҡытыусы һәйкәлен ҡуйҙыртып, Уҡытыусыға ихтирам белдерергә генә түгел, ә уның балалар менән дуҫлығын һәм мөхәббәтен күрһәткем килгәйне. Һәйкәл проектына конкурс уҙғарылды, унда парта артында ултырған уҡыусы һәм таҡта эргәһендә баҫып торған уҡытыусы һүрәтләнгән эскиз еңеп сыҡты. Уҡытыусыны уҡыусылар уратып алған һәм мин хуплаған эскиз өсөнсө урын алды. Минеңсә, һәйкәлгә Уҡытыусы һәм Бала күҙлегенән ҡарарға кәрәк, ә таҡта һәм партаны төп урынға ҡуйған чиновниктар күҙлегенән түгел...
Эйе, уҡытыусыға элек мөнәсәбәт икенсе ине. Уҡытыусы тигәндә, ошо һөнәргә һөйөү тәрбиәләгән үҙемдең һоҡланғыс уҡытыусыларымды, балалар йортонда эшләгән апайымды иҫемә төшөрәм. Нәҫелебеҙҙә педагогтар күп булды. Минең тәүге остазым - беренсе уҡытыусым Нәфисә апай. Тап уның өлгөһөндә киләсәгемде мәктәп, балалар менән бәйләнем дә инде. Һуңынан, урта синыфтарҙа ла, яҡшы уҡытыусыларға эләктем. Тулыр-тулмаҫ 17 йәшемдә ауылға пионер вожатыйы булып килгәс, ауылдың оло кешеләренең дә "апа" тип өндәшеүенә аптыраным, һуңынан абруйлы, ихтирамлы кешегә шулай өндәшкәндәрен аңланым.
Юғары белемде Бөрө ҡалаһында алдым, уҡытыусылар коллективы иҫ киткес ине, беҙгә бик яҡшы белем бирҙеләр, изге күңелле булырға өйрәттеләр. Шулай уҡ үҙемдең бик күп уҡыусыларыма ла остаз була алғанмындыр тием, сөнки улар бөгөн үҙҙәре башҡалар өсөн остаз. Улар менән бергәләп Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһын ойошторҙоҡ, уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләйбеҙ. Был остаздар - студенттар, сессияла имтихандар тапшыралар, үҙҙәре лә олимпиадаларға йөрөйҙәр, төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар, Рәсәй кимәлендә үҙ проекттарын яҡлайҙар һ.б.
Бөгөн уҡытыусы ниндәй булырға тейеш? Мәктәпкә балаларҙы яратҡан, улар менән мөнәсәбәт ҡора белгән, тирә-яҡтағыларҙы ихтирам иткән кешеләр барырға тейеш. Яңы эш башлаған уҡытыусы өсөн ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған коллегалары һәм шарттар булдырылған эш урыны булыуы яҡшы. Тураһын әйткәндә, бөгөн уҡытыусыға совет осорондағы хөрмәт һәм ихтирамды күрмәйем. Былтыр августа уҡытыусыларҙың Республика август кәңәшмәһендә ҡатнаштым. Бер аҙна алдан кәңәшмәнең темаһы "Балаларҙы һәм йәштәрҙе мәғлүмәт дәүерендә тәрбиәләү һәм социалләштереү" икәнен белеп, Мәғариф министрлығынан миңә һүҙ биреүҙәрен һораным. Үкенескә күрә, Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы исемен йөрөткән берҙән-бер кеше - миңә һүҙ бирмәнеләр, уның ҡарауы, Мәскәү ҡунаҡтары сығыш яһаны. Сығыштарҙа күберәген һандар ҙа, проценттар... Тиҙҙән үҙебеҙ ҙә һандарға әйләнербеҙҙер. Ә ҡайҙа һуң Уҡытыусы - балаларҙың төп тәрбиәсеһе? Минеңсә, кәңәшмәнең темаһы асылманы, сөнки беҙҙең өсөн чиновниктар барыһын да үҙҙәре һәм үҙенсә хәл итә. Шуға күрә йылдан-йыл уҡытыусы булып эшләргә теләүселәр һаны ла кәмей бара.
Һуңғы 30 йыл мәктәптә эшләгәндә мин шуны аңланым - иң мөһиме, балаларға тәрбиә биреү. Юҡҡа ғына Бисмарк: "Һуғыштарҙы генералдар түгел, ә мәктәп уҡытыусылары еңә", - тимәгән дә, Уинстон Черчиль 1945 йылдағы Бөйөк Еңеүҙе совет мәктәбенең төп ҡаҙанышы тип билдәләмәгән. 90-сы йылдарҙа иһә мәктәптәрҙә балаларға тәрбиә биреүҙе тамырынан юҡҡа сығарҙылар, пионер, комсомол ойошмаларын бөтөрҙөләр, тәрбиәне үҙ ағышына ҡуйҙылар, ә уҡытыусыны бары тик белем биреү хеҙмәте күрһәтеүсе ролендә ҡалдырҙылар. Шулай итеп, быуындар бәйләнеше өҙөлдө. Хәҙер ҡабаттан тәрбиә эшенә иғтибар бирергә тырышалар, әммә бының өсөн бер тапҡыр уҙғарылған саралар ғына аҙ, ә уҡытыусының көндәлек хеҙмәте кәрәк.
Күп нәмәне юғалттыҡ. Мин бөгөн алдашыу, уҡытыусыға ихтирамһыҙ ҡараш һәм дөйөм мәҙәниәтһеҙлекте күреп оялам, сөнки ошондай кешеләр ҙә беҙҙең мәктәптәрҙә уҡыған бит. Тәрбиә системаһы йылдан-йыл ҡаҡшай бара. Совет осоронда мәктәп лидерҙар әҙерләне. Пионер йыйыны йәки комсомол йыйылышында балалар һөйләргә өйрәнде. Дәрестәрҙә таҡта алдында тигеҙләмәләр генә яҙып ҡалманылар, ә нимә тураһында яҙғандарын аңлата алалар ине. Бөгөн мәктәптән БДИ буйынса тест һорауҙарына яуап яҙырға өйрәнгән "телһеҙ" уҡыусылар сыға. Элек вуздарға ҡабул итеү имтихандары ваҡытында йәш кеше һөйләй, үҙ белемен, эрудицияһын телмәр аша күрһәтә ине, хәҙер вуздар тест һөҙөмтәһе буйынса "тоҡтағы бесәй" ҡабул итә. Балаларҙы уйларға, һөйләргә һәм ижади эшләргә өйрәтергә, кадрҙарҙы үҫтерергә кәрәк.
Оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләү дәүеремдә төрлө һәләтле кадрҙар тәрбиәләнем. Мин - уҡытыусылар диңгеҙендәге бер тамсы ғына. Беҙгә, уҡытыусыларға, һәр уҡыусы ҡәҙерле. Ә бына уларға артабан ярҙам итеү - дәүләт, республика етәкселегенә бәйле. Бында буш һүҙ һөйләү кәрәкмәй, аныҡ ғәмәлдәр менән ярҙам итеү зарур. Күп талантлы йәштәребеҙҙең Мәскәүгә йәки башҡа төбәктәргә китеүе йәл. Ә башҡа төбәктәр уларҙы күтәреп ала, төрлө шарттар тыуҙыра...
Элек һәр класта уҡыусыларҙан "Кем уҡытыусы булырға теләй?" тип һораһаң, барыһы ла ҡул күтәрә ине, хәҙер берәү ҙә теләмәй. Педагогик вуздарҙы тамамлаусылар мәктәптәргә бармай. Мәктәп директоры йәки директор урынбаҫары булып эшләргә теләүселәр йылдан-йыл кәмей. Ветеран уҡытыусылар тураһында хәстәрлек бөтөнләй юҡ. Ирекһеҙҙән, республика етәкселегенә: "Ҡасан уҡытыусы һәм уҡытыусы һөнәре тураһында хәстәрлек күрә башларһығыҙ?" - тип мөрәжәғәт итке килә. Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов бик аҡыллы, баҫалҡы, ғәҙел булған, тиҙәр. Әгәр иҫән булһа, ул, моғайын: "Иптәштәр, әйҙәгеҙ, тәүҙә мине уҡырға, яҙырға өйрәткән, тәрбиә биргән уҡытыусыға, һуңынан уның уҡыусыһына - генералға һәйкәл асайыҡ", - тиер ине. Беҙҙә бит чинлы, вазифалы кешеләрҙең генә тәҡдимдәре тормошҡа аша. Ә уҡытыусы - ул ябай, рядовой. Башҡа ҡалаларҙа, хатта Башҡортостан райондарында уҡытыусыға һәйкәлдәр бар, ә баш ҡалала юҡ. Әгәр улар уҡытыусыға ихтирам белдерһә, мәктәп эргәһенә иң элек - уҡытыусыға, ә һуңынан уларҙы дәрестәр араһында ашатҡан ашнаҡсыға һәйкәл ҡуйырҙар ине. Башҡортостан - ашнаҡсыға һәйкәл булған берҙән-бер, шул уҡ ваҡытта уҡытыусыға һәйкәл ҡуйылмаған берҙән-бер миллионлы ҡала! Был - уҡытыусыға ихтирамды һәм һөйөүҙе сағылдырыу объекты булыр ине.

Земфира ХӘБИРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.01.23 | Ҡаралған: 262

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru