«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАТАЛАР НИМӘНӘН БАШЛАНА, ЙӘКИ ҺӘР АТА-ӘСӘ – ҒАИЛӘ УҠЫТЫУСЫҺЫ
+  - 


Баланы шәхес итеп тәрбиәләүҙе ҡасан башларға? Мәктәп тейешле тәрбиә бирәме? Тәрбиә тик ғаиләлә генә булырға тейешме? Ошондай һорауҙар бихисап һәм һәр кем уға үҙе аңлағанса, үҙенең тәжрибәһенән сығып яуап та бирә ала. Мин дә тормош юлымда осраған ыңғай һәм ваҡыты менән проблемалар тыуҙырған хәлдәрҙән, үҙ балаларымды тәрбиәләү тәжрибәмдән, һуңғы йылдарҙағы күҙәтеүҙәремдән сығып, шулай уҡ хәҙерге осор менән сағыштырып, бала тәрбиәһе тураһында тыуған уйҙарым менән уртаҡлашмаҡсы булдым.

Тәрбиә һәр осорҙа ла бер төрлө ул. Тик электән килгән булһа ла, йөкмәткеһе үҙгәрмәһә лә, һөҙөмтәһе заманына ҡарата төрлөрәк була. Әйтәйек, һуғыш осоро балалары үҙ ваҡытына хас ауырлыҡтарҙан сығып, белем алыу, хеҙмәт тәрбиәһе бер тиң кимәлдә булырға тейеш, тигән маҡсатта тәрбиәләнгән. Шуға ла баланы үҙ йәшенә тап килгән эшкә йәлеп итеүҙәр ҙә йәмғиәт тарафынан хуплана килде. Улар ғаиләлә тейешле хеҙмәт күнекмәһе генә алманы, ғаилә эсендәге барлыҡ проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнашты. Балаға үҙ хәлдәренән килмәгәндәй вәғәҙәләр бирелмәне. Йәғни, ай һайын күпме аҡса килә, ул нимәгә тотонола, был айҙа кемгә ниндәй кейем-һалым алынасағы һәр балаға билдәле булды. Ул мәлдә һәр ғаиләлә 7-8 бала тәрбиәләнә ине. Бөгөн улар бала саҡтарын хәтерләһәләр: "Беҙҙе ағай-апайҙарҙың кейемдәре өшөтмәне лә, кейемһеҙ ҙә итмәне, эшкә лә өйрәтте", - тиҙәр.
Үҙемдең бала сағымдағы бер ваҡиға хәтерҙә ҡалған. Ағайым эшләй, уның ғаиләһендә ике бала, өсөнсөһөн көтәләр, әсәйем менән мин дә бергә йәшәйбеҙ. Еңгәйем менән әсәйем колхозда эшләй, береһе икмәк бешерә, икенсеһе - ашнаҡсы, ағайым - һауынсы. Ҡышҡы каникулдан һуң миңә интернатҡа уҡырға китергә кәрәк. Ағайым эш хаҡы алып ҡайтты. Мин ике айҙан ашыу ваҡытҡа ситкә китәм бит инде. Шуға ла ағайым мине ҡыуандырғыһы килгәндер инде, ҡулыма 2 һум 75 тин аҡса тотторҙо. Әсәйем ағайымдан күпме эш хаҡы алыуы тураһында һорай. "Дүрт һум етмеш биш тин", - ти ағайым. Мин, алтынсы класс уҡыусыһы, шунда, бәлки, беренсе тапҡыр үҙемсә шәп фекергә килгәнмендер - ағайым биргән аҡсаның 75 тинен генә үҙемдә ҡалдырҙым да, ҡалғанын ағайыма ҡайтарып бирҙем. Интернатта мин ас йөрөмәйем, яҡшы уҡығандарға оҙон тәнәфестәрҙә башҡаларҙан айырыбыраҡ берәр печенье, йә прәник бирәләр, класыбыҙҙа 38 уҡыусының яртыһынан күбеһе ошондай өҫтәмәне ала ине. Интернатта ла, бала тырыш, белемгә ынтылһын, тип, ошондай ҡыҙыҡтырыу сараһы ҡулланғандарҙыр инде...
Ауылда алтмышынсы йылдар башына тиклем шундай түбән генә эш хаҡы алып йәшәнеләр, тик бер ваҡытта ла зарланып ултырған кешене күрмәнек. "Юҡлыҡ таптыра, барлыҡ шаштыра", тиелә бит мәҡәлдә лә. Әллә шул юҡлыҡ халыҡты сабыр булырға өйрәткәндер ҙә. Ул осорҙа бер бала ла икенсе ғаилә балаһына кәмһетеп ҡараманы, кейгән кейемдәренә екһенеү булманы. Икенсенән, ул осорҙа уҡыусыларҙа берҙәм мәктәп формаһы булды: балаларҙы бер-береһенән айырып, етеш ғаиләнәнме, түгелме икәнен билдәләү ауыр ине. Мәктәптә лә хеҙмәт тәрбиәһе төп урынға ҡуйыла килде. Хеҙмәт нигеҙендә балаларҙың тормошҡа ҡарашы, шулай уҡ ғаилә, енси тәрбиә, әхлаҡ, этик-эстетик тәрбиә формалашты.
Бына ошо осорҙа тәрбиәләнеп, белем алып сыҡҡан быуын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ балаларын тәрбиәләүгә икенсерәк ҡарашта булды. Талапсанлыҡ йәһәтенән бер аҙ йомшағыраҡ, шул уҡ ваҡытта бала тәрбиәһе, мәшәҡәттәре менән нығыраҡ ҡыҙыҡһындылар, тик уларға эш ҡушырға ашыҡманылар. "Беҙ эшләп үҫтек, улар ыҙа күрмәһен", - тинеләр. Һуңғы егерме йылда иһә тәрбиәне ата-әсә кеҫә сығымдары, планшет, ныҡ ҡиммәтле телефондар һәм яңы модалы кейемдәр менән сикләй башланы. Үҫә төшә ул балалар ғаиләлә ата-әсәһенә терәк буламы икән? Улар кер йыуа белмәй - уны кер йыуыусы машина башҡара, икмәк - магазин кәштәләрендә, кейем өсөн ата-әсә аҡса таба. Бына шул аҡса тип улар ҡайҙарға ғына йөрөмәйҙәр, Себерме, башҡа ерме, тик аҡса булһын. Ата-әсәгә балаһының шатлыҡлы йөҙөн күреү - үҙе бер ҡыуаныс. Тик был шатлыҡ киләсәктә ғазап булып, үҙҙәренә әйләнеп ҡайтҡан осраҡтар ҙа бик күп бит. "Бер ғүмерҙе өс өлөшкә бүлеп йәшәргә тейешбеҙ, - тип өйрәткән аҡыл эйәһе шәкерттәренә. - Беренсеһен бурысҡа алабыҙ, икенсеһенән бурыс ҡайтарабыҙ, өсөнсөһө - үҙебеҙ өсөн. "Үҙебеҙ өсөн әҙ түгелме, бурыс ҡайтармаһаҡ булмаймы?" - тип һорағандар. "Юҡ. Үҙебеҙ өсөн йәшәгән саҡта ошо бурыс үҙе ҡайта", - ти икән аҡыл эйәһе". Ниндәй һығымта яһайбыҙ һуң был риүәйәттән? Беҙҙең бурыс - бала тәрбиәләү, ҡайтарыу - ата-әсәйеңдең ҡартлығын хәстәрләү, бына шул өсөнсө өлөшөндә балаларыңдың яныңда булыуы үҙе алтын терәк була түгелме? Был алтын терәкте беҙ бишектән тәрбиәләйбеҙ.
Һикһәненсе йылдарҙа мәктәпкә "Этика и психология семейной жизни" дәресе индерелде. Шул предметты уҡытҡан саҡта ғаиләләр менән осрашырға, уларҙан тәрбиә ысулдарын һорап, яҙып алырға, матбуғат материалдары менән танышырға тура килде. Китапта яҙылған күпселек теорияларҙың тормош менән тап килмәгән, бәйләнеше булмаған осраҡтары ла бар ине, сөнки дәреслектең күп бүлектәре фән кандидаттары, профессорҙар, юғары белемле психологтар, социаль педагогтар тарафынан яҙылһа, практиктарҙың эш тәжрибәләре әҙ сағылыш алғайны. Бына минең шул осорҙағы ошо "Этика и психология семейной жизни" предметы буйынса уҡытыусы булараҡ, хәҙерге ата-әсәгә, уҡытыусыға кәңәштәрем бар.
Иң беренсеһе балаһын мәктәпкә оҙатыусы ғаиләләр өсөн булыр. Һәр ғаилә мәктәптә балаһын уҡытҡан уҡытыусы менән хеҙмәттәшлек итергә тейеш. Шунһыҙ, үҙең хыял һәм өмөт иткәнде күреп булмаясаҡ. Бөтә балалар ҙа мәктәп талаптарына яуап бирә, тик барыһы ла юғары кимәлдә фекерләү ҡеүәһенә эйә түгел. Төплө фекерләргә һәләтле балалар өсөн һәр ата-әсәгә өйҙә уҡытыусы булыу зарур. Хәҙерге заманда быға өлгәшеү ауыр түгел, көн дә үҙең аңламағанды аңларға тырышып, ҡулға телефон алып, уҡытыусыға мөрәжәғәт итеү, йәки берәй буш ваҡытта уҡытыусының үҙенән консультация алыу зыян булмай. Уҡыу стандартының талаптары йыш үҙгәреп тороуы ла уҡытыусынан ата-әсә менән берлектә эшләүҙе талап итә. Ошонан сығып, уҡытыусыға ла шундай кәңәшем: һәр баланың ата-әсәһе менән индивидуаль осрашыуҙар, йәки телефон аша кәңәшләшеү-өйрәтеүҙәр, мәктәп талабы, уставы менән таныштырыуҙар тик файҙаға буласаҡ. Ата-әсәгә уҡытыусының үҙе башлап мөрәжәғәт итеүе һәм бының йышыраҡ булыуы тик һөҙөмтәгә килтереүе билдәле. Баланы ишек төбөндә ҡаршы алып оҙатыу, 45 минутта белем биреү - ул эштең яртыһы ғына икәнен уҡытыусы ла аңларға бурыслы.
Икенсе кәңәшем: ҡайһы бер ата-әсәләр балаһын мәктәпкә ашатып, кейендереп ебәреү генә уның бурысына инә, тип уйлай. Шулай уҡ хата. Һәр ата-әсә балаһы уҡыған мәктәп ниндәй маҡсат менән ниндәй бурысты тормошҡа ашыра, ниндәй устав ҡабул иткән, ул ниндәй конституция нигеҙенән сығып төҙөлгән һәм ошо нигеҙҙә уның балаһы нимәне үтәргә һәм үҙе нимәләрҙе белергә тейеш икәнен дә онотмаһын ине. Дөрөҫ, балалар (ауыл ерендә) элекке кеүек сөгөлдөр утамай, картуф үҫтермәй, ырҙын табағында эшләмәй, трактор, комбайн йөрөтөргә өйрәнмәй, һыйыр һауып, ярыштарҙа ҡатнашмай, ауыл халҡы менән ауыл территорияһын таҙаламай. Күрәһегеҙ, мәктәп тормошо хәҙер шаҡтай еңел, тик белем ал ғына. Шулай ҙа балалар тәрбиәле булырға тейеш, тигән маҡсатты ата-әсәнән дә, уҡытыусынан да алып ташламанылар. Ул ниндәй заман килеп, ниндәй заң ҡағылһа ла үҙгәрешһеҙ ҡала.
Ошо урында өсөнсө кәңәшемде еткермәксемен. Яҙмамда дөйөм мәктәп формалары тураһында әйтеп киткәйнем инде. Бер ваҡыт баланы ғаилә хәленә ҡарап кейендереү модаға инеп китте. Ул осорҙа матур кейемле балаларҙың үҙҙәре шикелле кейенә алмаған балаларҙы ситләтергә, уларҙы кәмһетергә тырышыу күренештәре хасил була башланы. Бала үҙен белемгә түгел, кейемгә ҡарап баһаларға өйрәнеү дәүере алға сыға башланы. Кейеме шәпме, тимәк, ул коллективта иң шәбе. Башҡаларҙан үҙен өҫтөнөрәк тотоу күренеше лә күҙгә ташланмай ҡалманы. Балалар мәктәптә хатта партала ултырған иптәшен дә кейеменә ҡарап һайлау сағыла башланы. Бына һуңғы ун йылға яҡын аралыҡта был күренеш бөтә башлағандай тойола, ләкин икенсе күренеш күҙәтелә. Уҡыусылар хәҙер сәстәрҙе, тырнаҡтарҙы, керпектәрҙе теләгәнсә үҙгәртә, ҡайһы берҙә уларҙы уҡытыусымы әллә, тип ҡабул итергә лә мөмкин. Матур кейем - ул һуңғы мода менән кейенеү түгел, ә кәүҙәңә, төҫөңә килешле итеп кейенеү. Һырға, балдаҡ, башҡа төр биҙәнеү әйберҙәре булған хәлдә лә, тырнаҡ үҫтереү, сәс буяу, самаһыҙ биҙәнеү килешле түгелдер, тип уйлайым. Шуға күрә ата-әсә ошо тәңгәлдә лә мәктәп коллективы менән бер фекерҙә булырға тейеш.
Дүртенсе кәңәшем - иртә никахтар булдырмау өсөн ғаилә лә, мәктәптә лә енси тәрбиә мәсьәләһе күҙ уңынан ысҡынмаһын ине. 2000 йылдарға тиклем бындай осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында район буйынса мәктәп етәкселәре семинарҙарында дауахана гинекологы сығыш яһай һәм төплө кәңәштәр еткереү традицияға ингәйне. Хәҙерге осорҙа мәктәптәргә медицина хеҙмәткәрҙәре беркетеү, йәки улар менән осрашыуҙарға өҫтөнлөк биреүҙе хуплап ҡабул итергә кәрәктер. Был кәңәшем минең бигерәк тә ата-әсәләргә ҡағыла. Улар улдарының һәм ҡыҙҙарының яҡын серҙәше, дуҫы, кәңәш биреүсеһенә әйләнмәйенсә, иртә никахтарҙан ҡотолоу мөмкин түгел.
Бишенсенән, шуны әйтергә теләйем: ғаиләлә теге йәки был проблеманы хәл иткәндә балалар менән бергә йыйылып һөйләшеү, һәр балаға, ата-әсәгә кәрәк нәмәләрҙе тормошҡа ашырыу асыҡ ғәҙәткә әйләнһен ине. Шул ваҡытта ғына ул үҙен ғаиләнең тулы хоҡуҡлы, яуаплы ағзаһы итеп тоя, үҙ ихтыяждарын ғына ҡәнәғәтләндереүсе сифатынан баш тартасаҡ. Был минең 8 бала (бишәүһе - тәрбиәгә алынған етемдәр) тәрбиәләгән әсәй булараҡ биргән кәңәшем. Беҙҙең ғаиләлә шул ғәҙәт булды. Зыяны булманы, төрлө хәл иткеһеҙ проблемалар килеп сыҡманы. Барыһы ла ғаиләле: береһе - ғалимә, 6-һы юғары белемле, 2-һе махсус урта белемле. Ғаилә хәлен бала сағынан аңлап, бергә хәл итешеп өйрәнһә генә, баланан, беренсенән, үҙен генә ҡайғыртыусы сыҡмаясаҡ, икенсенән, көнләшеү йәки башҡаны кәмһетеү тойғоһо булмаясаҡ.
Тәрбиә мәсьәләһе буйынса күпме генә яҙма, уны аңлатыу сикһеҙ. Һәр ата-әсәнең үҙ тәрбиә институты бар. Нисек кенә булмаһын, тәрбиә башта ғаиләлә, унан мәктәптә уҡытыусы менән берлектә, тығыҙ бәйлелектә бара. Шәхес тәрбиәләү шулай өйҙән мәктәпкә килә, артабан уны, һәр баланы шәхес итеп күҙаллап, уҡытыусылар коллективы дауам итә. Киләсәктә балаң үҙең биләгән тормош позицияһынан күпкә юғарыраҡ булһын тиһәң, шуның өҫтөндә эшләргә бурыслыһың. Һәр ата-әсә - ғаилә уҡытыусыһы. Ата-әсә шулай эшләһә, төрлө алдынғы ысулдарҙан өлгө алһа, ундай ғаиләләге бала ысын мәғәнәһендә оло шәхес булып үҫәсәк, сөнки беҙ, ата-әсәләр, бала тыуғандан алып уны шәхес итеп тәрбиәләү маҡсатын ҡуйған ғаилә уҡытыусыһы булып ҡалабыҙ.
Уҡытыусы ғаиләнең беренсе терәге, кәңәшсеһе, белем биреүсеһе булып һәм баланы илһөйәр шәхес итеп үҫтереүҙә төп ролде үтәүсе. Бөгөнгө көндә һин уҡытҡан предметтан ата-әсә репетитор эҙләй икән, тимәк, һинең биргән белемең талапҡа яуап бирмәй. Шуға күрә, уҡытыусы 40-45 минут ваҡыт эсендә балаға белем биреп һәм уны эҙләнеүгә, өҫтәмә материалдар менән эш итеү күнекмәһенә йүнәлеш бирергә бурыслы. К.Ушинский әйткәнсә: "Уҡытыусы тик үҙе уҡығанда ғына уҡытыусы булып ҡала". Тимәк, уҡытыусы ла үҙ белем даирәһен үҫтереү өҫтөндә туҡтауһыҙ эҙләнергә тейеш.

Рәйсә ИҪӘНБАЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы, хеҙмәт ветераны.
Баймаҡ ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №3, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.01.23 | Ҡаралған: 250

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru