«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИР-ЕГЕТТӘР ӘҮҘЕМ БУЛЫРҒА, ҠАТЫН-ҠЫҘҘАН АЛДА ЙӨРӨРГӘ ТЕЙЕШ
+  - 


"Аҡыллы ир шул булыр: ҡулындағын алдырмаҫ,
Кеше һайын туҡталып,
Юҡ һүҙ тыңлап ҡаңғырмаҫ,
Барынан да бере шул:
Бөгөнгө эшен таңға ҡалдырмаҫ", - тигән боронғолар. Нәҡ шундай киләсәген бөгөн үк ҡайғыртҡан Белорет районы ир-егеттәре ошо көндәрҙә ҡор йыйҙы. Унда төбәктең һәр ауыл биләмәһенән килгән вәкилдәр РФ Дәүләт Думаһы депутаты, "Ир-егеттәр ҡоро" республика ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров, Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, "Ҡатай йыйыны"н ойоштороусы Рәнис Алтынбаев, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева һ.б. менән осрашты. Йыйын Белорет районының тау-урмандар ҡоршауында урынлашҡан хозур тәбиғәте, ихлас халҡы менән билдәле Манышты ауылында үтте.

Һуңғы йылдарҙа ҡала яны ауылдарындағы шәхси йорт хужалары ғына түгел, боронғо башҡорт ауылдарында ла күршеләр бер-береһенән бейек ҡойма артына йәшеренеп бөтөүенә шаһит була йөрөй инек. Бының сәбәптәрен йәмғиәтебеҙҙең капитализмға йөҙ бороуына һәм "һәр кеше үҙе өсөн генә яуап бирә" тигән яңы тәғлимәт һәр мөйөштән тәҡрарланыуына бәйләп аңлатып маташтыҡ. Ә эҙемтәләрен инде күптәр үҙе лә яҡшы белә: күршеләрҙең бер-береһенә ярҙамлашыу, кәңәшләшеү, өмәләшеү, йәки бар ауылды борсоған бер эште күмәк хәл итеү түгел, ҡайсаҡ таныш та булмауҙары, сәләм биреп-алып йөрөмәүе лә ихтимал. Бына шундай "үҙаллылыҡ" башҡорт ауылдарындағы йолаға әүерелеп бөткән күркәм ғәҙәттәребеҙҙе лә юҡҡа сығара яҙҙы бит. Шөкөр, әүҙем генә эшләп килгән йәмәғәт ойошмаларының тырышлығы менән яйлап ҡына бындай битарафлыҡ, үҙеңде генә ҡайғыртыуға сик ҡуйыла башланы. Бөгөн инде бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ әүҙем - күбеһе "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары һәм үҙҙәренең ҡулынан килгән эштәрҙе атҡарып, тормошобоҙға бер йәм, ҡот өҫтәп ебәрҙеләр. Бында уларҙың башҡорт халыҡ йолаларын, ҡул эштәрен, аш-һыуҙарын тергеҙеү, йәш быуынды тәрбиәләүгә ең һыҙғанып тотоноуын билдәләп үтмәй булмай. Республикабыҙҙа улар тырышлығы менән әллә күпме матур һәм әһәмиәтле саралар уҙғарылып тора. Тик күршеләр, ауылдаштар, милләттәштәр араһындағы вайымһыҙлыҡ, ғәмһеҙлек, битарафлыҡ кәртәләрен емереү өсөн гүзәл заттың ғына көсө етмәй. Һәм ошо хәҡиҡәтте аңлаған ир-егеттәребеҙ күптән түгел атайҙарҙың баһаһын күтәреү буйынса "Ир-егеттәр ҡоро" республика ойошмаһын булдырҙы, уға башланғысты РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һалды.
Яңы ойошманың мөһим маҡсаттары Белорет районы ир-егеттәре күңеленә лә хуш килгән: улар ҙа ошо ойошма эшенә ҡушылырға ниәт иткән. Тәү башлап Манышты ауылынан Шакир Таһиров, Вилдан Абдрахманов, Хөрмәтулла Йомағужин дәрт итеп, уларҙы ғәмле ауылдаштары ла күтәреп алған. Сатлама һыуыҡ ғинуарҙың ҡояшлы бер көнөндә шулай итеп ҙур йыйын да ойоштороп ҡуйҙы улар: күңелле ярыштарҙан һуң борсоған мәсьәләләр буйынса етди һөйләшеүгә лә ваҡыт табылды. Маныштылар халыҡты иртә менән Ҡәрләгән ерендә ауылдаштары һунарсы Бигарслан Солтанов исемендәге милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса республика турнирына тупланы. Турнирҙың үҙенсәлеге шунда булды: ҡатнашыусылар ҡалтағайҙа - һунар саңғыһында 1200 метрға уҙышты һәм юл ыңғайында туҡталып, традицион яндан һәм пневматик мылтыҡтан атып, һөңгө ташланы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был "башҡорт биатлоны" киләсәктә йыл да ғинуарҙың өсөнсө шәмбеһендә үткәрелеп торасаҡ. Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, быйылғы турнирҙа 29 кеше ҡатнашып, улар араһынан 9 еңеүсе билдәләнде. Ир-егеттәр араһында Манышты ауылынан Алмас Хажиәхмәтов беренселекте бирмәне, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙан Олойылғанан Әлфиә Сәғәҙәтова, балаларҙан Рәсүл Миһранов еңеүсе булды. "Бигарслан Солтанов кем һуң?" тиһәгеҙ, ул 30 йәшендә 30 айыу, 16 бүре алған данлыҡлы һунарсы булған. Билдәле рәссам Ҡасим Дәүләткилдиевтың "Башҡорт һунарсыһы" картинаһында ла нәҡ ул һынландырылған. Бөгөн һунарсы тураһында ейән-ейәнсәрҙәре Вәлимә Өмөтбаева, Хәмит Солтанов ғорурланып һөйләй, араларында эшен дауам итеүселәре лә бар. Олатайҙарының: "Тәбиғәт кешеһе булараҡ, ер атамаларын белеп, ошо ерҙе яратып йәшәү иң мөһиме", - тигән һүҙҙәренә тоғро улар.
"Башҡорт биатлоны"нан һуң, бар халыҡ ауыл мәктәбенә ағылды һәм Маныштының уңған хужабикәләре әҙерләгән мул табында төшкө аш тәғәмләп алғандан һуң, ағинәйҙәрҙең дәртле йырына сорналып, оҫта ҡулдарҙың күргәҙмәһен байҡарға кереште. Вилдан Абдрахманов менән Юнир Ғилманов септә һуғыу эшенә атайҙарынан өйрәнеп ҡалған һәм был эшкә ихлас тотонғандар. Ә бына сығышы менән Ноҡат ауылынан булып, әлеге көндә Белорет ҡалаһында йәшәүсе Азамат Заһиҙуллин солоҡтар, тәпән һәм көбөләр яһай. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан зауыҡлы ҡул эштәрен Илгизә Юламанова, Сажидә Йомағужина, Зилә Сәмсетдинова, Миңһылыу Сәғитова күргәҙмәгә алып килгән. Шакир Таһиров иһә, үҙенең һәм оҫта ҡуллы уҡыусыларының да ағастан һырлап, көйҙөрөп һәм буяп биҙәк төшөрөп эшләнгән төрлө көнкүреш кәрәк-яраҡтарын күрһәтте. Ә бына Лилиә һәм Вәзир Фазыловтар ҡаҙы тултырыу эшенең айышы менән ихлас уртаҡлашты. Бына шундай һәр яҡлап та уңған, әүҙем Манышты ауылы халҡының үҙҙәре үк "Ир-егеттәр ҡоро"н ойошторорға теләк белдереүенә ғәжәп итерлек тә түгел инде. Хатта тыуған ауылдарынан ситтә тормош ҡороп, таралып йәшәһәләр ҙә, маныштылар тәпәй баҫҡан ерҙәрен һис онотмай, кәрәк булһа, кәңәше менән дә, эше менән дә ярҙам итеп тора, етмәһә. Был юлы ла шулай булған. Өфө поликлиникаларының береһен етәкләгән Раян Миһранов әйтеүенсә, ауылдаштар төрлө йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге менән танышып, былтыр ноябрь айынан уҡ "Ир-егеттәр ҡоро"на үҙаллы берләшеп, әллә күпме мөһим эштәрҙе хәл итеп өлгөргән. Мәҫәлән, "Айыҡ ауыл - 2022" конкурсында актив ҡатнашҡандар, ойоштороу эштәрендә лә йөрөгәндәр, ауыл малы йыш ҡазаланған тимер юлы участкаһына электрон көтөүсе урынлаштырғандар, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған обелискыны, балалар майҙансығын тәртипкә килтергәндәр, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн "Аҡбуҙат" журналына яҙылғандар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә кәрәк ярҙам күрһәтеп торалар. Артабан кәңәшмәлә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һүҙ алды һәм "Ир-егеттәр ҡоро" ойошмаһын булдырыу теләге ниҙән барлыҡҡа килеүе, ауыл халҡының көнкүрешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән ниндәй закондар ҡабул ителеүе һәм ителәсәге тураһында һөйләне.
- Республика буйлап күп йөрөйөм, бигерәк тә Урал аръяғы райондарына йыш юлланам һәм "Ҡайҙа бында ирҙәр?" тигән һорау тыуҙырған осраҡтар күп, - тип башланы сығышын Зариф Закир улы. - Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ актив һәм бөгөн улар көнкүрешебеҙҙе йәмләй, ата-бабаларҙың боронғо йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм кәсептәрен тергеҙеү менән ағинәйҙәр шөғөлләнә. Ә бына ир-егетте шундай уҡ маҡсат менән берләштергән йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостанда түгел, бөтә Рәсәйҙә булмай сыҡты. Атайҙарҙың баһаһын күтәреү буйынса "Ир-егеттәр ҡоро" ойошмаһын үҙемде борсоған әлеге һорауға яуап табыу маҡсатынан да, киләсәк быуындарыбыҙҙы тәрбиәләүҙә абруйыбыҙҙы арттырыу өсөн дә булдырҙым. Мине лә атайым: "Ир-егеттең төп бурысы илен, тыуған ерен һаҡлау", - тип үҫтерҙе. Мин өлкәндәр менән бер табын артына балалар ултырмай, урамдан үткән һәр кем менән һаулашырға, ауыр йөктәрен өйҙәренә тиклем алып барырға ярҙам итергә, өлкән кеше баҫып торғанда беренсе булып ултырмаҫҡа тигән тәрбиә алдым. Бөгөн беҙгә лә балаларыбыҙға шундай дөрөҫ тәрбиә биреп үҫтереү кәрәк. Ошо төп бурысты алдына ҡуя ла инде ойошмабыҙ.
Райондар буйлап сәфәрҙәрем ваҡытында ҡоймаланмаған һәм сүп-сар таралып ятҡан зыяраттар, "Айыҡ ауыл" конкурсында еңгән тораҡ пункттарҙа һатылған спиртлы эсемлектәр, юл ситтәрендә ҡолап ятҡан ағастар, законһыҙ рәүештә сығарылған ҡаҙылма байлыҡтарыбыҙ, төҙөкләндерелмәгән кәртә-ҡуралы һәм ташландыҡ йорттар кеүек хәлдәргә шаһит булам. Ҡайҙа был ауылдарҙағы ирҙәр? Нишләп улар ата-бабаларының һөйәктәрен мал-тыуарҙан тапатыуға, сүп-сар аҫтында ҡалыуына юл ҡуя? Йәки "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашҡан, хатта еңеү яулаған ауылдарҙа нишләп алкоголь һатыуҙы бөтөнләйгә тыймайҙар? Уйлап ҡарағыҙ: Рәсәйҙә йыл һайын 1,5 млн кеше үлә, шуларҙың 500 меңе спиртлы эсемлектәр ҡулланыу сәбәбендә яҡты донъя менән хушлаша. Урал аръяғындағы "Айыҡ ауыл"дарҙың береһен һынап ҡарамаҡҡа 3 магазинға индем - өсөһөндә лә спиртлы эсемлек һаталар, етмәһә, шул көндә барған өс туй табынында ла шешә ҡуйылған. Беҙ, депутаттар, ауыл халҡына спиртлы эсемлекте һатыуҙан баш тартыу юлын тәҡдим иттек, республиканың Көйөргәҙе районы Яҡут ауылы ғына ошо хоҡуҡ менән файҙалана. Был конкурста ҡатнашыусы ауылдар иң тәүге сиратта был хоҡуҡты алға һөрөргә тейеш. Ошондай ҡарар сығарылмаған ауыл "Айыҡ ауыл" кеүек конкурста ҡатнашырға хоҡуҡлымы икән, тигән шик тә тыуып ҡуя...
Дәүләт Думаһында экологияға ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса ла эш алып барам. Ҡурсаулыҡтарыбыҙҙың сиктәре рәсми теркәлеү үтмәгән булған, был эшкә хәҙер финанс бүленде, тиҙҙән эштәр тамамланасаҡ. Артабан ул территорияларҙы һаҡланған зона итеү кәрәк, был осраҡта унда бөтә төр эштәр алып барыу тыйыласаҡ. Был иһә ҡаҙылма байлыҡтарҙы законһыҙ сығарыу осраҡтарына сик ҡуясаҡ. Әйткәндәй, Сәрмән ауылы эргәһендә әллә нисә йылдар буйы рөхсәтһеҙ карьер ҡаҙғандар, әммә урындағы халыҡ был турала өндәшмәгән. Ирҙәр нишләп шымып ятҡандыр, аңламайым.
Быйыл Башҡортостанда "Атайсалға - изге ғәмәлдәр" йылы һәм был беҙгә тыуған ауылдарыбыҙға ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтеүгә тағы бер сәбәп булһын. Үрҙә һанап үтелгән эштәрҙе хөкүмәт, етәкселәр килеп эшләр, әмер бирер тип көтөп ултырмайыҡ. Беребеҙ ҡайтып, ауыл эргәһендәге берәй шишмәне кәртәләп, матурлап ҡуйһа ла файҙалы бит. "Ир-егеттәр ҡоро" ойошмаһының ниәтләгән эштәре байтаҡ, шулар араһында халыҡҡа эшҡыуарлыҡ буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреү, атайҙар һәм улдар өсөн берҙәм саралар ойоштороу һәм башҡа файҙалы башланғыстарыбыҙ бар. "Минең генә ҡулдан килә торған эш түгел", - тип ҡул ҡаушырып ултырмайыҡ, ойошайыҡ һәм эшләйек. Ир-егеттәр әүҙем булырға, ҡатын-ҡыҙҙан алда йөрөргә тейеш тип уйлайым.
Йыйында артабан "Ҡатай йыйыны"н ойоштороусы Рәнис Алтынбаев, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты өлкән уҡытыусыһы Рөстәм Миһранов, Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры Фәнүр Әлибаев, Сәрмән ауылының "Аҡһаҡалдар ҡоро" етәксеһе Хәкимйән Хәйретдинов сығыш яһаны. Улар һәр береһе Белорет районының ир-егеттәре әүҙемләшеүенә ҡыуаныс белдерҙе, үҙҙәренең борсолоуҙары менән уртаҡлашты, кәңәш бирҙе.
Йыйынға йомғаҡ яһап, "Ир-егеттәр ҡоро" ойошмаһының Белорет районы бүлексәһенә рәйес, һәр ауыл советында берәр вәкиле раҫланды. Шулай итеп, ойошма рәйесе итеп Сәфәрғол ауылынан Дим Йомағужин һайланды, уның урынбаҫары Илнур Әхмәтшин, секретары - Азамат Заһиҙуллин. Яңы ойошмаға 22 кеше беренселәрҙән булып рәсми теркәлде. "Беҙҙең район ойошмаһы йәмғиәттә, ғаиләлә ирҙәр абруйын арттырыу, ауыл кешеһенең матди хәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итеү, айыҡ тормош өсөн көрәш алып барыу, төрлө социаль-иҡтисади шарттарҙы яҡшыртыу буйынса халыҡтың теләктәрен властарға еткереү һәм тығыҙ хеҙмәттәшлектә үҙ халҡыбыҙ мәнфәғәтендә эшләү бурысын алға ҡуясаҡ, тип уйлайым. Ҡулыбыҙҙан килгән эштәрҙе быға тиклем дә атҡарырға тырыштыҡ, хәҙер тағы ла кәңәшлерәк булырыбыҙға ышанам", - тине район бүлексәһенең рәйесе Дим Басир улы.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Тормошта үҙҙәре хужа булырға, киләсәген бөгөн ҡайғыртып йәшәргә теләгән аҡыллы ирҙәр шулай була икән, тигән инаныста ҡайттыҡ Манышты ауылындағы ҡорҙан. Белорет ере киләсәктә нәҡ шундай ир-егеттәр арҡылы танылыр: халҡыбыҙ юҡҡа ғына "Ерҙең даны ирҙән" тимәгән. Ә башҡаларға был ваҡиға фәһем булып, Белорет районы ирҙәренән үрнәк алырға этәргес булһын.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.01.23 | Ҡаралған: 214

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru