«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Календарҙа яңы дата - наставник, йәғни Кәңәшсе-тәрбиәсе (Остаз) көнө булдырыу тәҡдимен күпселек хуплап ҡабул итте. Был беҙҙең өсөн ниндәйҙер яңылыҡ булып тормаһа ла, кәңәшсе-тәрбиәсе эшмәкәрлеге бөгөнгө шарттарға ярашлы нисек ойошторолорға тейеш, тип уйлайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОШО ИНДЕ ИЛҺӨЙӘРЛЕК МӘКТӘБЕ
+  - 

Шул тиклем матур бер спорт төрө тип әйтәйекме, борондан, ата-бабаларҙан килгән бик кәрәкле көнитмеш шөғөлө, һөнәрмәнлек тийәйекме уны - традицион йәйәнән уҡ атыуҙы үҙ итеүселәр ишәйә республикала. Олоһо ла, йәше лә, ир-егет тә, ҡатын-ҡыҙ ҙа ылыға хәҙер был һөнәрмәнлеккә. Ә инде балалар өсөн ул ысын мәғәнәһендә илһөйәрлек мәктәбенә әүерелә бара. Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында, мәҫәлән, күп һанлы балаларҙан торған оло бер команда тупланған хатта. Хәбәрсебеҙ шул команданан Ғазинур, Ислам, Рамазан исемле малайҙарҙы ошо көндәрҙә Ғафури районында үткән "Еҙем-Фест. Рәсәй халыҡтары уйындары" төбәк-ара ғаилә-спорт фестивалендә ҡатнашҡан мәлдә фотоға төшөрөп алған.

"Еҙем-Фест" фестивале тәбиғәттең хозур бер урыны - "Красноусол" шифаханаһы янында ("Торатау" геопаркы биләмәһе) шаулап-гөрләп үтеп китте. Күп кеше ҡатнашлығындағы сараны Мәҙәни башланғыстарға булышлыҡ итеү Президент фонды ярҙамы менән "Тархан" туристик операторы һәм Ғафури районы хакимиәте ойошторҙо. Фестивалгә Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Күмертау, Бөрө ҡалаларынан, Учалы, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Ейәнсура райондарынан, Киров ҡалаһынан йәмғеһе 700-ҙән ашыу ҡунаҡ килде. Сараны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов һәм абруйлы ҡунаҡтар: РФ Дәүләт Думаһы депутаттары Эльвира Айытҡолова менән Наталья Костенко (Дәүләт Думаһының туризм һәм туристик инфраструктураны үҫтереү буйынса комитет рәйесе урынбаҫары), "Тархан" йәмғиәте директоры Илдар Бикҡужин ҡатнашты.
Махсус йыһазландырылған спорт майҙансыҡтарында "Мәргән уҡсы", "Бәйге" башҡорт күпбәйгеһе ярыштары уҙғарылды. Халыҡ "Бәйге" күпбәйгеһенең ҡышҡы форматында "таяҡ тартыу", "суҡмар ырғытыу", "тарт-этәр", "арҡан тартыу", ҡышҡы "боҙ этеү" кеүек киң таралған биш башҡорт халыҡ уйынын тамаша ҡылды. Өс бәйгелә 160-ҡа яҡын һәүәҫкәр спортсы, ә уҡ атыуҙа сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә ҡатнашты. Ойоштороусылар ҡунаҡтарға бай мәҙәни-күңел асыу программаһы ла тәҡдим итте: аттарҙа һәм саналарҙа йөрөргә мөмкин булды, балалар һәм ғаиләләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, ҡарҙа һүрәт төшөрөү кеүек ижади конкурстар һәм күңелле старттар ойошторолдо. Майҙансыҡта һөнәрселәр күргәҙмә-йәрминкәһе эшләне. "Бишбармаҡ" кулинария студияһы башҡорт милли аш-һыуы - бишбармаҡ әҙерләп, уны ҡоротлап, ҡунаҡтарға тәҡдим итте. Һөнәрселәр йәрминкәһендә халыҡ кәсептәрен тергеҙеүсе Фаил Байшөгөров үҙенең ағастан эшләнгән өлгөләрен тәҡдим итте, һәүәҫкәр тарихсы, археолог Һаҙый Юлмөхәмәтов боронғо археологик ҡаҙылма әйберҙәрен күргәҙмәгә сығарҙы. Красноусол "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының буҙа, ҡорот, эремсек, төрлө ҡамыр, ит ризыҡтарынан торған күргәҙмәһе эргәһенән дә халыҡ өҙөлмәне.
Сәмле спорт бәйгеләрендә ҡатнашыусы командалар бик күп булды. Көстө-таҫыллыҡты һынауҙың төрлө төрҙәрен үҙ эсенә алған "Бәйге" күпбәйге ярышында ғафуриҙарға етеүсе булманы, улар 1-се урынға лайыҡ булдылар. Стәрлетамаҡ районы командаһы - 2-се, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы командалары 3-сө урын яуланы. "Мәргән уҡсы"ла ир-егеттәр һәм гүзәл заттар араһында ирле-ҡатынлы Лилиә менән Рәйес Низаметдиновтар, малайҙар араһында Батырхан Ғайсин, ҡыҙҙар араһында Зарина Зарипова еңеүсе булды.
Фестиваль һәр кемдең күңеленә хуш килде, барыһы ла ойоштороусыларға рәхмәтле булды һәм усаҡ тирәләй барлыҡ ҡатнашыусыларҙың күмәк дуҫлыҡ әйлән-бәйләне менән тамамланды.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Хәбәребеҙҙең башында телгә алған Ишембайҙағы 2-се Башҡорт гимназия-интернатының "Аҡтайлаҡ" командаһын уҡытыусы-тренер Зөһрә Иҫәнова етәкләй. Уларҙы республикала үткән барлыҡ "Мәргән уҡсы" бәйгеләрендә лә күрергә мөмкин. Улар барыһынан да айырылып тора, мәргәнлеге менән дә, кейемдәре менән дә. Кейем тигәндәй, "Мәргән уҡсы" ойошмаһы тәүҙән үк бәйге тотоусы мәргәндәр алдына башҡорт халҡының боронғо, тарихи милли кейемендә ҡатнашыу талабын ҡуйғайны. "Аҡтайлаҡ" командаһы был талапты бик теүәл үтәүселәрҙән. Сөнки ата-әсәләре балаларының арыу ғына сығымдар ҙа кәрәк булған ошо ҡыҙыҡһыныуын хуплай, кейемен дә тектерә, уҡ-һаҙаҡ-йәйә өсөн дә аҡса йәлләмәй, үҙ машинаһында төрлө ярыштарға ла йөрөтә, хатта был һөнәрмәнлеккә үҙҙәре лә ылыға (Был - башҡа ата-әсәләргә ишара булды). Бына шундай үҙенең матур традициялары булған "Аҡтайлаҡ" командаһы ағзалары "Еҙем-Фест" сараһында ла ҡатнашты, призлы урындар ҙа яуланы. Иң мөһиме, был бәйге бәләкәй ҡатнашыусыларҙың йөрәгенә үҙ-үҙенә ышаныс, көс, тырышлыҡ, илһөйәрлек кеүек һабаҡтар, ынтылыштар, ут осҡоно ҡундырҙы. Бындай сараларҙың әһәмиәте лә шунда бит инде.

Индира ИШКИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.02.23 | Ҡаралған: 309

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru