«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДУҪЫМ ТУРАҺЫНДА ҺҮҘ
+  - 

Күңел торошомдо, фекеремде аңлай, тойған дуҫым һәм коллегам булғанға ҡыуанам. Беҙ уның менән йәш саҡтан бер юлдан, бер йүнәлештә атлайбыҙ. Икебеҙ ҙә - башҡорт теле уҡытыусылары.

Минең әле һөйләйәсәк дуҫым - тыуған еренә, Ейәнсураһына һәм "Башҡорт теле уҡытыусыһы" тигән иң изге һөнәргә тоғро Наил Юлдашбаев ул. Тормоштоң йырып сыҡҡыһыҙ уйҙар теҙмәһе, йәшәйештәге киҫкен һорауҙар тыуған мәлдә яуапты бергәләп эҙләйбеҙ, табабыҙ, таба алмайбыҙ, табып та юғалтабыҙ...
Дуҫым - күп һәләттәргә эйә ижади шәхес: педагог, психолог, гитарасы, телсе-ғалим, балыҡсы... "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух" тигән йәшәү ҡануниәтен үҙ иткән, беҙҙе лә шуға саҡыра: бассейнда йөҙә, ауыр физик күнекмәләр эшләй, һалҡын тейеүҙән, төрлө ауырыуҙарға, йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәшеү буйынса ла үҙ алымдары бар. Иң мөһиме, яҡшы кәңәшсе. Уны барыһы ла хөрмәт итә, барыһы ла унан кәңәш һорай... Шундай көслө рухлы ир-егеттәребеҙ булғанда ғына йәмғиәтебеҙ алға барасаҡ, төрлө ығы-зығыларҙы ла еңелерәк үткәрәсәк, тигән ҡыуаныс бар күңелдә. Иң мөһиме, мәктәптәрҙә Наил Юлдашбаев кеүек ир-егет уҡытыусылар күберәк булһын ине. Ул бит күпме йәш кешене туған башҡорт телен ҡәҙерләргә өйрәтте, уны йәшәтеү, үҙ балаларына тапшырыу мөһимлеген ҡандарына, аңдарына һеңдерҙе...
...Бына "Йыл уҡытыусыһы" конкурсы йәнә беҙҙе осраштырҙы. Ҡыуанып, уның урам буйлап атлап килеүен күҙәтеп, көтөп торам. Уның мыйыҡ аҫтынан ғына йылмая биреп, ашыҡмай, ышаныслы, сайҡала биреп атлап килеүен алыҫтан таныйым - берәү ҙә улай атламаҫ! Шунан инде башлана ҡыҙыҡлы хәтирәләрҙе яңыртыу, фекер алышыуҙар.
Һөйләшеп туймаған ошондай бер мәлдә ҡапыл ғына унан: "Ниндәй кешеләрҙе ихтирам итәһең?" - тип һорай ҡуйҙым. Уның яуабы шулай булды:
- Мин үҙ юлын тапҡан һәм шул юлдан алға барған, ынтылған кешеләрҙе ихтирам итәм. Шулай уҡ намыҫлы һәм ғәҙел булғандарға, тағы ла ауырлыҡтарҙы еңеп, үҙ маҡсаттарына өлгәшкән кешеләргә, йығылып та, баш эймәй, ҡаушап ҡалмай, ҡабаттан күтәрелгәндәргә ихтирам менән ҡарайым. Әйтергә кәрәк, байып та, юғарыға күтәрелеп тә, кешелек сифаттарын юғалтмағандарҙы ла йүнлеләр иҫәбенә индерәм...
Тормош, йәшәйештең умыртҡа һөйәге булып, йөрәге ҡушҡанды эшләп торорға тейешмен тигән кеше, - тип тамамланы ул үҙ фекерен.
Һәм тағы "Йәмғиәттәге ниндәй күренештәр кәйефеңде ҡыра?" тип тә һорап ҡуйҙым дуҫымдан яуаптың нисегерәк яңғырарын белә тороп.
- Мин кешелек йәмғиәтендәге ялғанды яратмайым. Бер үк хаталарҙың ҡабатланыуын, ялған отчеттарҙы йәнем һөймәй, - тип яуапланы Наил дуҫым.
Бына шундай фәлсәфәләргә бирелеп, тормош тураһында, кешеләр тураһында фекер алышыр, ауыр уйҙарҙан арындырып, киләсәккә өмөт, ышанысты дөрләтеп ебәрер дуҫтарың булыуы ҡалай яҡшы, шулай бит. Әйҙәгеҙ, шундай дуҫтарыбыҙҙы ишәйтәйек. Шундай уҡытыусылар өлгөһөн башҡалар араһында таратайыҡ. Был өлгөлө уҡытыусы тураһында бик күпте һөйләп була. Мин башлап ҡына ҡуйҙым әлегә.

Ғайса ИШМӨХӘМӘТОВ.
Ейәнсура районы.

"Киске Өфө" гәзите, №4, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.02.23 | Ҡаралған: 195

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru