«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАУЛЫҒЫҢДЫҢ ҠӘҘЕРЕН ҺАУ САҠТА БЕЛ
+  - 


Йәмғиәттә төрлө сирҙәр күп булһа ла, табиптың "яман шеш" тигән хөкөмөн һәр пациент аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек ҡабул итәлер. Эйе, яман шеш киң билдәле һәм дауалауға ауыр бирелгән сир. Ошондай диагноз ҡуйылған икән, тәү сиратта, төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, был - һауығыуҙың төп шарттарының береһе, ти Әбйәлил районы Асҡар район дауаханаһы онкологы Ренат МӘҺӘҘИЕВ. Ренат Таңатар улы менән ошо сиргә бәйле ҡайһы бер һорауҙарға яуап эҙләйбеҙ.

Ниндәй сәбәптәр онкологияға килтерә ала, кемдәр хәүеф төркөмөнә инә?

- Яман шеш ауырыуына илтеүсе сәбәптәр бик күп. Шулай ҙа төп фактор булып уның нәҫелдән килеүе тора. Әгәр ҙә атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәрегеҙ, башҡа туғандарығыҙҙа был сир булған икән, хәүеф төркөмөнә инеүегеҙҙе аңларға кәрәк. Сирҙе иҫкәртеүсе ысулдарға, уның тәүге билдәләренә айырыуса иғтибарлы булыу шарт. Шулай уҡ заманса клиникаларҙа генетик анализ бирә алаһығыҙ. Әбйәлилгә, мәҫәлән, Магнитогорск ҡалаһы яҡын, унда ошо хеҙмәттәрҙе күрһәтеүсе клиника бар, мин күптәргә уларҙы кәңәш итәм. Шулай уҡ дөрөҫ туҡланмау, насар ғәҙәттәр, организмдың ҡартайыуы ла был сиргә сәбәпсе булып тора. Экология ла организмға кире тәьҫир итеүсе бер фактор.

Ҡартайыу, насар ғәҙәттәр - былары, әлбиттә, аңлашыла, әммә ни өсөн ауыл ерендә йәшәгән халыҡта ошондай сиргә юлыҡтырыусы факторҙар араһында дөрөҫ туҡланмау һәм экология бар һуң?

- Хәҙер ауылдарҙа ла сифатлы ризыҡ юҡ. Бер яҡтан ҡарағанда, ныҡ шәп йәшәйбеҙ, натураль аҙыҡ ашайбыҙ кеүек. Шул уҡ ҡалалағы кеүек магазиндар бар. Ялтыр-йолтор ҡапҡа төрөлгән аҙыҡтарға туҡталмай, миҫал өсөн икмәкте генә алайыҡ, сөнки ул беҙҙең барыбыҙҙың да көндәлек аҙығы. Һатыуҙағы икмәктең сәләмәтлек өсөн бер файҙаһы ла булмауы тураһында күп яҙалар, телевизорҙан да күрһәтәләр. Тик уны өйҙә бешереү ҙә проблеманы хәл итмәй. Бына мин ауылда йәшәйем, мал, ҡош-ҡорт тотам. Тауыҡтарға бойҙай һатып алһаң, улар уны ашамай. Хатта күгәрсен дә йүнләп сүпләмәй. Сөнки ауыл хужалығында үҫентеләрҙе утауҙа химия ҡулланыла, уңыш - яҡшы, сифат - түбән. Шуға ла тирмәндән тарттырып алған оноңа ла шикләнеп ҡарарлыҡ, ә төрлө химик ысулдар менән ағартылған магазин оно тураһында әйтергә лә түгел.
Йәки башҡорттоң тағы ла ашаған көндәлек ризығы ит тураһында. Бөгөн ни өсөн һимеҙлек күбәйә? Сәбәптәренең береһе - гормон менән үҫтерелгән ит ашауҙан организмда гормональ тайпылыштар башлана. Магазиндан тауыҡ һатып алып ашамайбыҙ, тимәгеҙ. Күптән инде эре малға ла гормон ҡаҙап, ошо рәүешле табыш алырға өйрәнделәр. Кеше һимеҙ икән, уның йөрәге лә сәләмәт түгел, ябай итеп әйткәндә, йөрәкте лә май бөрә. Ҡанда холестерин кимәле арта. Былар яйлап инфаркт, шунан инсультҡа килтерә. Ашҡаҙан аҫты биҙе эшмәкәрлеге боҙолһа, шәкәр диабеты булырға мөмкин. Мин быларҙы халыҡты ҡурҡытыу өсөн әйтмәйем, бөгөн ашаған ризыҡҡа күпкә иғтибарлыраҡ булырға саҡырам ғына.

Сирҙең йыш ҡына үлем осрағы менән тамамланыуының төп сәбәбе нимәлә?

- Үҙ сәләмәтлегең өсөн үҙең яуаплы икәнен аңламауҙа. Әбйәлил районы миҫалында ғына әйткәндә, үҙәк дауаханала онкология буйынса 597 сирле иҫәптә тора, уларҙың 98 осрағы 2022 йылда ғына асыҡланған һәм диспансер күҙәтеүе аҫтына алынған. Яман шеш 37 кешенең ғүмерен өҙгән, шуларҙың 13-ө - ауырыуын ошо йылда ғына белгән. Тимәк, улар сирҙе дауалап булмаған аҙаҡҡы стадияларында, уның башҡа ағзаларға, лимфаларға метастаза биреүенән һуң ғына табипҡа мөрәжәғәт иткән. 9 кеше иһә үҙенең яман шеш менән ауырығанын да белмәйенсә үлеп киткән, диспансер иҫәптә тормаған да.
Мин онколог булып эшләй башлаған 1990 йылдар башында районда рак менән ауырыусылар һаны 200-гә лә етмәй ине. Хәҙер медицина үҫешкән, онкологик сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау өсөн ҙур мөмкинлектәр бар. Әммә сирҙең күбәйеүе - ошо техника ярҙамында уны иртә асыҡлауға бәйле түгел, ҡыҙғанысҡа күрә, бына шул һуңлап мөрәжәғәт итеүҙә. 2022 йылда 42 пациентты ауырыуҙың - I-II, 10 кешене III һәм 31 кешене IV стадияла иҫәпкә алдыҡ.
Һәр кемдең сәләмәтлеге үҙенең ҡулында. Уның иң ябай юлы - диспансеризация үтеү. Уйланыу өсөн тағы ла бер һан. Онкология буйынса диспансер иҫәптә тороусыларҙың 300-ҙән ашыуында диагнозы асыҡланыуына кәмендә биш һәм унан да күберәк йыл уҙған. Тимәк, рак сире менән дә йәшәп була, ул һеҙгә аҙаҡҡы хөкөм ҡарары түгел. Диагноз раҫланғас та, күңелде төшөрөргә ярамай. Уны яҙмыштың сираттағы бер һынауы итеп ҡабул итергә лә була бит. Ваҡытында дауаланыу курстары үтеү, химия терапияһы алыу, табиптар күрһәтмәһе буйынса операция эшләтеү һәм тәү сиратта, үҙеңде ҡулға алып, төшөнкөлөккә бирелмәү - былар барыһы ла һауығыуға, ғүмерҙе оҙайтыуға булышлыҡ итә.

Яман шештең ниндәй төрө менән йышыраҡ ауырыйҙар? Сир ҡатын-ҡыҙҙар араһында күберәкме, әллә ир-егеттәрҙәме?

- Беҙҙә иҫәптә тороусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар күберәк, һөт биҙҙәре (122) һәм аналыҡ муйынсаһы (60) онкологияһы тәүге урында килә. Артабан тура эсәк (33), йыуан эсәк (30), ашҡаҙан (26), үпкә (24) рагы менән сирләүселәр тора. Көслө зат араһында простата аденомаһы күбәйә. Был иһә хәҙер дауаханала "Ир-егет сәләмәтлеген күҙәтеү кабинеты" асыу мәсьәләһен ҡуя. Йәш буйынса ҡарағанда, күпселекте 65 йәште уҙған ололар (242) тәшкил итә. Дөйөм сирлеләрҙең 584-е - 18 йәштән өлкәндәр. Онкология менән сирләүсе балалар ҙа бар.

Халыҡтың үҙ һаулығын ҡайғыртмауы, уға хатта битараф булыуы нимә менән бәйле икән?

- Бында халыҡтың үҙенең дә, табиптарҙың да ғәйебе барҙыр. Дауаханаға үлергә генә барырға инде, тигәндәрен ишеткәнем дә бар. Абруйлы, тәжрибәле табип урындағы халыҡ өсөн ҙур табыш инде ул. Бөгөнгө йәш белгестәр тәжрибә туплап өлгөрмәй, йә эш хаҡын сәбәп итеп, йә башҡа берәй нәмәһен оҡшатмай, китә лә бара. Элек уҡып бөткәс, эшкә ебәрелгән ергә ерегеп, йәшәй ҙә китә инеләр. Ниндәй көслө табиптар булды беҙҙең Асҡар дауаханаһында ла. Хәҙер ауырыу осраҡтарын тикшереү, дежур табипты тыңлау өсөн 5 минутлыҡ йыйылып һөйләшеүҙәр ҙә юҡ, ә улар йәш белгескә тәжрибә туплау өсөн ҙур мөмкинлек бирә. Йәштәрҙе шулай өйрәтеп, уларға ярҙам итеп үҫтереп алырға кәрәк. Былтыр үҙ көсөнә ингән ҡарар буйынса, ҡайһы бер профилдәр буйынса район дауаханаһы Белоретҡа ҡарай. Был да ҡайһы бер уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
Әммә былар береһе лә үҙ һаулығыңа битараф булырға сәбәп түгел. Автобус йөрөмәй, аҡса юҡ, пенсия килмәгән - былар ҙа сәбәп түгел. Йыл башынан ауылдарға үҙебеҙ барып, халыҡҡа диспансеризация үткәрәбеҙ, унда ла әүҙемерәк ҡатнашһындар ине. Халыҡта сирен йәшергән - үлгән тигән бик тапҡыр әйтем бар. Үҙ сәләмәтлегегеҙ өсөн үҙегеҙ яуаплылыҡ алып өйрәнегеҙ, шул саҡта ғына беҙ, табиптар, һеҙгә ярҙам итә аласаҡбыҙ. Һаулығығыҙҙың ҡәҙерен ауырығас түгел, һау саҡта белегеҙ.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Ләйсән НАФИҠОВА.

"Киске Өфө" гәзите, №4, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.02.23 | Ҡаралған: 201

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru