«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМДӘР УЛАР - БӨГӨНГӨ АУЫЛДЫ ЙӘШӘТЕҮСЕЛӘР?
+  - 


Бөгөнгө көндә мәҙәниәт, әҙәбиәт, ғөмүмән, рухиәт менән ҡыҙыҡһынған һәр кем "Замандаш" тип аталған проект хаҡында әҙме-күпме хәбәрҙарҙыр, моғайын. 2016 йылдан инеш алған үҙенсәлекле ҙур эштең башында Башҡортостан Республикаһының драматургия һәм режиссура Үҙәге директоры Әлиә Яхина, художество етәксеһе Зиннур Сөләймәнов һәм режиссер, шеф-драматург Сәрүәр Сурина тора.

Быға тиклем "Замандаш" проектында ҡатнашыусылар республиканың иң төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Балаҡатай районының Билән ауылында, артабан Күгәрсен, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр райондарында экспедицияла булды. Улар ауыл халҡы менән осрашып, уларҙың йәшәйешен өйрәнә, ата-бабаларынан ҡалған ҡомартҡылар менән таныша, шәжәрә ептәрен барлай, проблемалары, маҡсаттары, хыялдары менән ҡыҙыҡһына. Һәр экспедицияға айырым маҡсат ҡуйыла. Мәҫәлән, Күгәрсен районында булғанда "Нисек йәшәйһең, ауыл уҡытыусыһы?" тигән һорауға яуап эҙләйҙәр. Сөнки һуңғы йылдарҙағы ҡулайлаштырыу сәйәсәте һөҙөмтәһендә ауылдарҙа мәктәптәр ябылды, күп йылдар уҡытҡан тәжрибәле тиҫтәләгән уҡытыусы эшһеҙ, урамда тороп ҡалды. Һәр айырым осраҡ артында кеше яҙмышы ята. Кемдер был хәл менән еңел генә ризалашып, икенсе эшкә төшһә, кемдер үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, ситкә китеп, уҡытыусы хеҙмәтен дауам итә, ҡайһылары эшһеҙлектән төшөнкөлөккә бирелә, кемдәрҙер насар ғәҙәттәргә өйрәнә... Ошондай хәл-ваҡиғалар, әңгәмәләшеүҙәр, күңелеңде асып бирерлек һөйләшеүҙәр аша экспедицияның һөҙөмтәһе булып "Ауыл уҡытыусыһы" тигән спектакль-вербатим тыуа. Уны ҡараған тамашасылар был спектаклдә үҙен күрә һәм ул республика кимәлендә ҙур резонанс ала...
Быйылғы тәүге ҡышҡы экспедицияға "Замандаш" республиканың иң алыҫ районы Хәйбуллаға юлланды. Унда билдәле әҙиптәр Әминә Яхина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, "Тамаша" журналынан Миләүшә Ҡыҙрасова, "Белские просторы" журналынан Розалия Вахитова, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған баҫмалар бүлеге хеҙмәткәре Ислам Байғужин, шулай уҡ БДПУ-ның, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ, Сибай филиалдарының башҡорт филологияһы факультеты студенттары ҡатнашты. Өфө ҡалаһынан башланған сәйәхәттә "Замандаш"тар Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылындағы Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле янында туҡталып, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улына баш эйҙе, Туйымбәт ауылында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның йорт-музейында, Хәйбулла районы үҙәге Аҡъяр ауылының тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды, райондың үткәне һәм бөгөнгөһө, билдәле шәхестәренә арналған бай экспонаттар менән танышты. Артабан юл төп тәғәйенләнешебеҙ - Хәйбулланың иң төпкөл ауылдары Әбеш, Бәләкәй Арыҫланғол һәм Һаҡмар-Наҙарғол ауылдарына илтте.
Халыҡ араһында Вәзәм исеме менән билдәле Бәләкәй Арыҫланғол халҡы беҙҙе ауыл мәҙәниәт йортонда милли кейемдәрҙә, таҡмаҡ әйтеп, сәк-сәк һәм буҙа менән ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Ҡул эштәренең иҫ китмәле матур һәм бай күргәҙмәһе менән танышыу ғына түгел, хатта үҙең эшләп ҡарау мөмкинлеге лә булдырылғайны. Был рухи усаҡҡа йырлап-бейеп күңел асырға ғына йөрөмәй халыҡ, улар утлы ҡан-ҡойош эсендә йөрөгән егеттәребеҙгә йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп ебәргән. Әле иһә һалдаттарыбыҙға һарыҡ йөнөнән йылы түшәк эшләү менән мәшғүл ине. Ҡул эшенә оҫталығы менән дан алған вәзәмдәр спорт менән дә әүҙем шөғөлләнә: беҙ барған көндө ауылда район мәктәптәре уҡыусыларының хоккей командалары араһында билдәле ауылдаштары, күп йылдар мәғариф министрлығында эшләгән Артур Шәйхетдин улы Сурин хөрмәтенә хоккей турниры бара ине. Был ярыш быйыл 9-сы тапҡыр үткәрелә һәм уға А.Ш. Суриндың улы Урал, туғандары Мөхтәр, Фәрит, Гөлназ Суриндар, Таһир Юнысов бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Атаһының яҡты иҫтәлеген мәңгеләштергәндәре өсөн бик рәхмәтле уның балалары һәм тормош юлдашы. Бөтөн эште ойоштороп, башлап йөрөүсе ауыл мәҙәниәт һәм ял үҙәге етәксеһе Г.Ғ. Сурина, Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Т.М. Юнысов, ауыл тотҡалары булған староста, депутаттар, ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар ҡоро ярҙамында "Айыҡ ауыл" конкурсында ла еңеүгә өлгәшә, мәҙәниәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй вәзәмдәр. Тәрбиәгә бала алып көтөүсе фиҙаҡәр ғаиләләр ҙә, үҙ эшен асҡан эшҡыуарҙар, фермерҙар, шулай уҡ балыҡсылар, һунарсылар ҙа күп бында.
Әбеш - ауыл биләмәһе хакимиәте урынлашҡан ҙур, төҙөк ауыл. Унда беҙ урта мәктәп коллективы менән осрашыу үткәрҙек, балаларҙың һәм уҡытыусыларҙың сығыштарын ҡараныҡ. Эпосты яттан һөйләү буйынса "Урал батыр" мәктәбе ойошторған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әминә Юнысованың эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыуын, уның уҡыусыһы Искәндәр Байгилдиндең "Урал батыр" эпосынан өҙөк һөйләүен кинәнеп тыңланыҡ.
Һаҡмар-Наҙарғол, йәки халыҡ телендә Бүре атамаһы менән билдәле ауыл семәрле-биҙәкле өйҙәре, тап-таҡыр юлдары, алсаҡ халҡы менән күңелебеҙҙе яуланы. Ситтән ҡарағанда ҙур ғына күренһә лә, әйтеүҙәренсә, барлығы 25 кенә өйҙә 60-лап кеше йәшәй икән. Башланғыс мәктәптә бары бер генә бала уҡый, ҙурыраҡтар Әбеш мәктәп-интернатында ятып белем эстәй. Матур-матур, бай йыһазлы заманса өйҙәрҙең буш тороуы күңелде ҡырҙы... Ни хәл итәһең: эш юҡ, мәктәп юҡ, район үҙәгенән, ҡалаларҙан алыҫ урынлашҡан. Ә йәштәргә эшләргә, донъя көтөргә, балаларҙы уҡытып, кеше итергә кәрәк. Яйлап ауыл һүнә, бөтә бара. Үкенескә күрә, урамда уйнап йөрөгән бер генә баланы ла тап итмәнек... Әммә халыҡ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, гөрләтеп донъяһын көтә, барлыҡ өйҙәр лә газ менән йылытыла, йылы һыуы килеп тора, бөтөн уңайлыҡтары йорт эсендә. Тик уларҙа йәшәүселәрҙең иң йәше лә - хаҡлы ялда...
"Кемдәр улар бөгөнгө ауылды йәшәтеүселәр, башҡорт милләтен һәм рухи ҡиммәттәрен һаҡлаусылар?" Һәр осрашып һөйләшкән кешеләр менән беҙ ошо һорауҙарға яуап табырға тырыштыҡ. Һәм... халыҡ араһында уникаль, үҙенсәлекле, уңған, оҫта кешеләрҙең күплегенә хайран ҡалдыҡ! Хозур тәбиғәте, ҡаҙылма байлыҡтары менән генә түгел, ошондай оло шәхестәре менән бай икән Хәйбулла төбәге! Шәхсән мин аралашып һөйләшкән: Вәзәм ауылынан Фариза, Зәкиә һәм Мәрйәм апайҙар, Әбештән Вилә, Лилиә, Фәриҙә апайҙар, уҡыусылар һәм уҡытыусылар, Бүренән Шәрифйән ағай менән Вәлимә апай, Мөхәмәтйән йыраусының дауамы - Фәймә менән Садиҡ Ҡаҙаҡбаевтар... Һәр береһе күңелемә уйылып ҡалды, һәр береһе ниндәйҙер сере менән һиҫкәндерҙе, яҙмышының ҡабатланмаҫлығы менән һоҡландырҙы һәм тетрәндерҙе...
Үҙҙәренең ихласлығы, эшһөйәрлеге, ҡунаҡсыллығы, таланттарының күплеге һәм төрлө-төрлөлөгө менән ғашиҡ итте беҙҙе ошо ауылдар! Балаларына матур тәрбиә биргән өлгөлө ата-әсәләр, ҡортсолоҡ, үҫемлекселек менән шөғөлләнеп, мул йәшәгән шухси хужалыҡтар, йыр-моңо менән йәшәргә дәрт өҫтәгән тәбиғәттән бирелгән һәләтлеләр, үҙе өсөн генә шиғыр яҙып, күңелдәрҙе имләгән ҡатындар, нағышлап-һырлап ағасҡа йән өргән оҫта ҡуллы ир-ат, ҡурайы-йырҙары менән бергә иман юлын да бер ҡатар алып барған имам Камил ағай Илембәтов... Кемдәр генә юҡ араларында! Бына ошолар инде бөгөнгө ауыл усағын ҡабыҙыусы, ялҡын өҫтәп тороусы, һүндермәүсе, илебеҙ, халҡыбыҙ, телебеҙ, йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, динебеҙ-иманыбыҙ һағында тороусылар, ауылды, тимәк, милләтебеҙҙе һаҡлаусылар!
Алыҫ сәйәхәтебеҙҙә эшебеҙҙә төп терәгебеҙ булған етәкселәребеҙ Сәрүәр Сурина, Зиннур Сөләймәнов, Хәйбулла районы мәҙәниәт бүлеге методисы, райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Миңзифа Ишемғолова, Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Юнысовҡа, ауыл мәҙәниәт һәм ял йорто директоры Нәсимә Ибраһимова, Вәзәм ауыл клубы етәксеһе Гөлназ Суринаға, Һаҡмар-Наҙарғол ауыл клубы етәксеһе Эльвира Юнысоваға һәм башҡа беҙгә ярҙам күрһәткән, беҙҙең менән осрашырға, һөйләшергә ваҡыт бүлгән һәммә ауыл халҡына оло рәхмәтлебеҙ!

Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.02.23 | Ҡаралған: 171

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru