«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАРЫҺЫ ЛА - ХАЛЫҠ ӨСӨН
+  - 

9 февралдә бишенсе саҡырылыш ҡала советының 23-сө саҡырылыш ултырышы үтте. Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевтың "Өфө ҡала округы хакимиәтенең 2022 йылғы эшмәкәрлеге, социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары һәм 2023 йылға төп бурыстар" тип аталған отчет сығышы көн тәртибенең төп мәсьәләһе булып торҙо.

Өфө - Башҡортостан Республикаһының үҫеш двигателе. 2020 (2021) йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу уның илдең эре ҡалаларының береһе булыуын тағы ла раҫланы, сөнки халыҡ һаны 1 миллион 175 мең кешегә еткән. Бындай үҫеш баш ҡалалағы тормоштоң ылыҡтырғыс булыуын, барыһы ла халыҡтың уңайлы тормошо өсөн эшләнеүен раҫлай.
Мәҫәлән, 2022 йылдың 9 айы йомғаҡтары буйынса халҡы миллиондан ашыу булған ҡалалар араһында Өфө ситкә сығарылған продукция күләме буйынса - 1-се, халыҡтың миграция үҫеше буйынса - 2-се (Краснодарҙан ҡала), торлаҡ төҙөлөшө һәм йәмәғәт туҡланыуы әйләнеше буйынса 4-се урын биләй. "Мәскәүҙе һәм Санкт-Петербургты иҫәпкә алмағанда, миллионлы ҡалалар араһында дөйөм статистик күрһәткестәр буйынса Өфө икенсе урынды биләй. Был һөҙөмтәне яҡшыртырға мөмкин, ҡаланы төрлө яҡлап үҙгәртеү буйынса комплекслы программалар әҙерләнгән", - тине Ратмир Рәфил улы.
Шулай уҡ Өфөнөң Рәсәйҙең "Йәшел ҡалаһы" тигән исемен дә нығытырға кәрәк. Был йәһәттән былтыр барлығы 19 мең төп ағас ултыртылған, 41 аллеяға нигеҙ һалынған.
Заман менән бер ҡатарҙан атлап, ҡала менән идара итеүгә цифрлы сервистар индереү ҙә мөһим бурыс булып тора. Был граждандарға ҡала хеҙмәттәренә тиҙ арала мөрәжәғәт итеү, хеҙмәттәргә уларҙы тиҙ арала хәл итеү мөмкинлеген бирә. Бының шулай икәнен Рәсәйҙең аҡыллы ҡалалары рейтингында Өфөнөң 4-се урын биләүе лә дәлилләй.
Ҡала алдында торған тәү сираттағы бурыс - ул социаль объекттар төҙөү. Бөгөн баш ҡалала барлығы 6300 урынлыҡ 4 мәктәп төҙөлә һәм реконструкциялана. Тағы ла 3675 урынлыҡ 3 мәктәп төҙөү тураһында килешеү төҙөлгән.
2022 йылда Өфөлә 1 миллион 170 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, был ҡала тарихында, шул иҫәптән совет осоронда абсолют рекорд булды. 2021 йылдағы рекордтан 2 мең квадрат метрға күберәк. Пандемияға тиклемге 2019 йыл менән сағыштырғанда, төҙөлөш тармағы күрһәткестәре 60 процентҡа артҡан. Ратмир Мәүлиев билдәләүенсә, киләһе ун йыллыҡта Өфө 3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү кимәленә сығырға тейеш. Республикала ҡайһы берҙә йылдар буйына төҙөлөшкә рөхсәт алырға мәжбүр булған төҙөүселәр өсөн административ кәртәләрҙе ябайлаштырыу ҙа төҙөлөш тармағын әүҙемләштереүгә булышлыҡ итәсәк. Алдағы 20 йылда Өфөлә төп иғтибар Затон, Дим биҫтәләре, Миловка, Романовка һәм "Башҡортостан сәскәләре" ҡасабалары ингән "Көнбайыш дуғаһы"н үҫтереүгә йүнәлтелә. Был биләмәләрҙә 6,8 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү планлаштырыла, ә уларҙың халҡы 226 мең кешегә артыр тип көтөлә. Затонда - 80 мең кеше өсөн 2,6 миллион квадрат метр, Дим биҫтәһендә - 63 мең кеше өсөн 1,9 миллион квадрат метр, Миловкала һәм Романовкала 70 мең кеше өсөн 2,1 миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү, "Башҡортостан сәскәләре" ҡасабаһында 13 мең кеше өсөн 400 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү күҙаллана.
Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығына әҙерлек буйынса ла ҙур эшмәкәрлек алып барыла. "Ул федераль әһәмиәткә эйә ваҡиға буласаҡ. Ваҡыт бик аҙ ҡала, беҙ финиш һыҙығына сығабыҙ. Юбилейға әҙерлектә иң мөһиме - байрамдан һуң халыҡҡа ҡалған мираҫ. Ҡалала эшләнгән эштәрҙең барыһы ла халыҡ өсөн. Һәм барлыҡ был үҙгәрештәрҙең һөҙөмтәһе - халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү буласаҡ", - тине ҡала хакимиәте башлығы.
Өфө үҙенең алдынғы спорт үҙәге булыуын да раҫлай. Былтыр муниципаль мәктәптәрҙең 346 спортсыһы спорт мастерлығына кандидат булған, 19 кешегә спорт мастеры исеме бирелгән, 4 кеше халыҡ-ара класлы спорт мастеры исемен алған. ГТО нормативын тапшырыу буйынса 2021 йылғы күрһәткес ике тапҡырға артҡан.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тағы бер объект - Ирекле көрәш һәм грэпплинг үҙәге менән танышты. Башҡортостандың Спорт көрәше вице-президенты, ирекле көрәш буйынса республика йыйылма командаһы тренеры Алексей Бятиков ике ай ярым эсендә буш торған бинала шәхси инвесторҙар иҫәбенә инженер коммуникациялары һәм ҡорамалдар яңыртылыуы тураһында һөйләне. Республиканың Спорт министрлығы социаль заказ буйынса 12 миллион һумлыҡ ҡорамал һәм көрәш келәмдәре һатып алған. Билдәләнеүенсә, 14 келәмдә бер үк ваҡытта 100 бала шөғөлләнә аласаҡ. Улар менән бушлай 8 тренер эшләйәсәк. Буласаҡ Олимпия чемпиондарын әҙерләү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Республика Башлығы сисенеп-кейенеү бүлмәләрен, тренажер һәм көрәш залдарын ҡараны, Өфөлә үткән Рәсәй чемпионатына килгән, йәштәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре күрһәтергә әҙерләнгән ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар - ирекле һәм грек-рим көрәше буйынса Олимпия чемпиондары менән аралашты.

"Киске Өфө" гәзите, №5, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.02.23 | Ҡаралған: 174

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru