«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҢДӘРЕНДӘ ЯҠШЫ ӨЛГӨ ЯУАПЛЫЛЫҒЫ ЯТА
+  - 

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың "Родина" кинотеатрында "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы төшөргән яңы сериалдың исем туйы уҙғарылды. Өфө балалары һәм әсәй-атайҙары Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ғинуар айынан алып күрһәтелә башлаған "Уйынсыҡ түгел" сериалы геройҙарын ҡыҙыл келәмдә сәләмләне.

Яңы сериал өлкәндәр менән балалар мөнәсәбәте хаҡында һәм "бала уйынсыҡ түгел", тигән фекерҙе күтәреп сыға. Унда төрлө ғаиләлә үҫкән, төрлө холоҡло үҫмер балалар етди ҡаршылыҡтарға осрай. Оло эштәрҙе йырып сығыр өсөн өлкәндәрҙең таяныс булыуы кәрәк икәнен аңлайҙар. Бына шундай сюжетлы сериалдың 6-сы серияһын "Родина" кинотеатры залында ҡарау бәхете тейҙе өфөләргә. Кино шунда уҡ йөкмәткеһе, ваҡиғалары менән йәлеп итте. Әйткәндәй, уның концепция авторы - Гөлназ Ҡолһарина, сценарий авторы - Дамир Йосопов, ҡуйыусы режиссер - Гөлсәсәк Игебаева, ҡуйыусы оператор - Шамил Кәримов, продюсер - Гөлшат Ғәлиуллина, ҡораусы режиссер - Дамир Сәлимов, тауыш режиссерҙары - Гөлфинә Латипова һәм Артур Панкратов, режиссер ярҙамсылары - Дилара Сөләймәнова һәм Айҙар Ғәйнетдинов. Сериал өсөн музыканы композитор Айҙар Хәмзин яҙған. Уны Өфө, Ғафури һәм Архангел райондарында төшөргәндәр.
"Уйынсыҡ түгел" сериалында барлығы 50-нән ашыу актер һәм балалар ҡатнашҡан, ә төп ролдәрҙә Урал Усманов, Динислам Абыҙгилдин, Фатима Сынбулатова, Розалия Аҙнаева, БР-ҙың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров һәм БР-ҙың атҡаҙанған артисы Зөһрә Шәрәфетдинова уйнаған. "Мин "Тамыр" телеканалына Башҡортостан балаларын ижади яҡтан үҫтерергә тырышыуы өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Был бик бурыслы эш, әммә улар милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә күп көс һалып, йылдан-йыл еңеүҙәр яулап эшләп килә. Ошо тамырҙар үҙебеҙҙең телдә һөйләшеп, сәнғәтебеҙҙе, мәҙәниәтте, милләтте алға этәрәләр икән, тимәк, халҡыбыҙҙың киләсәге бар. Сериалдың ижади төркөмөнөң берҙәмлеге, унда эшләгән егет-ҡыҙҙарҙың күңел таҙалығы, ихласлығы арбаны. Улар мине ихласлыҡҡа, күңел матурлығына күмде. Донъяла был ихласлыҡты кисереүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр", - тине сериалдың исем туйында сығыш яһап Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров.
Байрам кисәһендә сығыш яһаған мәртәбәле ҡунаҡтар, профессиональ актерҙар, кино сәнғәте өлкәһендә билдәле шәхестәр барыһы ла сериалда төшкән балаларҙың актерлыҡ һәләтен, уларҙы төшөргән һөнәрмәндәрҙең үҙ эшенең оҫтаһы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Ә балалар үҙҙәре "Уйынсыҡ түгел" сериалында төшөүҙе оло тәжрибә туплау, мәңгелеккә хәтерҙәрендә ҡалыр мәл тип атаны. Улар өсөн киноға төшөү июнь айынан декабргә тиклем дауам итеүе лә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған, ваҡыттарын файҙалы һәм күңелле үткәреү генә булған. Бына шундай позитив команданың эшенә баһа биреп тә, киләсәктә уларҙың һөнәри үҫешенә ышаныс белдереп тә, билдәле режиссер Булат Йосопов: "Һеҙ мәҙәниәт менән эшләйһегеҙ. Ә мәҙәниәт - ул кешеләр һәм ҡиммәттәр менән эшләй. Һеҙ киләсәк образын барлыҡҡа килтерәһегеҙ, һеҙгә ҡарап ҡалаларҙа балалар башҡортса һөйләшергә, дуҫ булырға, өлкәндәр менән аралашырға өйрәнер. Һеҙ республикабыҙҙың киләсәге образын барлыҡҡа килтерәһегеҙ. Тимәк, иңдәрегеҙҙә яҡшы үрнәк булыу тигән оло яуаплылыҡ ята. Ошо матур эшегеҙҙе дауам итерһегеҙ, ә республика был юҫыҡта ярҙам итер, тип ышанам", - тине.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Уйынсыҡ түгел" сериалының исем туйына килгән барлыҡ балалар, нисә йәш булыуға ҡарамаҫтан, үҙҙәренең яратҡан уйынсыҡтарын тотоп килде һәм күптәре "Тамыр" каналының кескәй журналистарына улар тураһында һөйләп үтте. Тамырҙар төшөргән бер минут тирәһе видеояҙмала күҙҙәре янып торған, асыҡ йөҙлө, телсәр бәләкәстәрҙе күреп, тамаша залындағы һәр кемдең күңеле йомшарып, йөрәге наҙға тулышты: атай-әсәйҙәренең балалары үҫеп буй еткергәс тә күңелдәрендә ихласлыҡ, әҙәп, тыуған иленә һәм теленә, халҡына һөйөү йөрөтһөн тип хәстәрләүе һөйөндөрҙө. Бындай милләттәштәребеҙ һаны тағы ла артһын, тип теләнек.

Сәриә ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.02.23 | Ҡаралған: 164

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru