«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘҘӘНИӘТЕБЕҘ АУЫЛДАРҘЫ ҺАҠЛАР УСАҠ БИТ УЛ
+  - 


Һәр өлкәлә, һәр йәмғиәттә дөйөм эште башлап йөрөүселәр була. Ауылдарҙа, ғәҙәттә, ауыл мәҙәниәт йортонда эшләүселәр башлап йөрөй бар изге эштәрҙе. Һәр хәлдә, Көйөргәҙе районының "Айыҡ ауыл" конкурсында еңеп, башҡа еңеүҙәргә лә дәртле йүнәлеш алған Яҡут ауылында шулай: Рәмзиә һәм Рәүеф ӘБЙӘЛИЛОВтар оҙаҡ йылдар ошо ауылдың мәҙәниәт йортон ғына түгел, ғөмүмән, ауыл мөхитен йәнләндереп, тыуған төйәкте төрлө еңеүҙәргә, төрлө сараларға әйҙәгән лидерҙар булып тора. "Башҡорт ғаиләһе" көнө алдынан улар менән әңгәмә ҡороп алдыҡ.

Мәҙәниәт өлкәһендә эшләү бала саҡ хыялы инеме?

Рәмзиә:
Мин бала саҡтан һәр сарала, конкурстарҙа ҡатнашып йөрөнөм. Төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләндем, айырыуса бейергә яраттым. 7 йәштә үк сәхнәлә бейей, бейеүсе булыу хыялы менән яна инем инде. Тик был хаҡта бер туған апайым Зиләнән башҡа бер кем дә белмәне. Әсәйем мине башланғыс класс уҡытыусыһы итеп күрергә теләне. Мәктәпте тамамлағас, "Ҡайҙа уҡырға бараһың?" тип һорағайны, "Аҡсаңды ғына бир ҙә, ҡайҙа уҡырға барырға үҙем беләм", - тип яуаплағанымды асыҡ хәтерләйем. Ғаиләлә дүрт бала үҫтек: ике ҡыҙ, ике ул. Мин - кинйә бала. Аҙыраҡ иркәрәк тә, үҙһүҙле лә булғанмындыр инде әсәйгә шулай тип әйтә алғас. "Юҡ, апайың һымаҡ институтҡа бараһың", - тине әсәйем һәм ҡулыма документтарымды тоттороп, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына оҙатып ҡалды. Институт тупһаһында оҙаҡ ҡына баҫып торҙом. Әхирәтем Гөлнара менән барғайным. "Әйҙә, инәйек", - ти ул. "Юҡ, минең бында уҡығым килмәй", - тием. "Ҡайҙа бараһың?" - ти Гөлнара. "Культпросветҡа", - тием. Бер аҙ аптырап ҡалды әхирәтем, шулай ҙа: "Барғың килгәс, бар!" - тине лә, мине өгөтләүҙең файҙаһыҙ икәнен аңлапмы, институт бинаһына инеп китте. Ә мин кешеләрҙән һораша-һораша Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын барып таптым. Тапҡас та уны тирәләп оҙаҡ ҡына уралып йөрөнөм әле. Ағартыу һүҙе мине бер аҙ шикләндергәйне. Штукатур-малярҙар уҡый торған уҡыу йортолор, тип уйлағайным.
Рәүеф: Мин дә бала саҡта уҡ мәҙәни тормош уртаһында ҡайнаным тиһәм, арттырыу булмаҫ. 1-се класта уҡығанда гармунда уйнап, бала-сағаны бейетә инем инде. Гармунда уйнарға Зиннәт ағай Бикбовтан өйрәндем. Ул урамда балаларҙы йыйып алып, гармунда уйнап ултыра торғайны. Уға ҡарап, уның төймәләр буйлап бармаҡтарын йөрөткәнен диҡҡәт менән күҙәтеп, мин дә өйрәндем. Мәктәптә тиҫтерҙәремде генә түгел, кис көнө уйында йәштәрҙе лә бейетә торғайным. Әсәйҙәр рөхсәт итмәгәс, апайҙар мине асыҡ тәҙрәнән "урлап" алып сыға ине. Магнитофон һымаҡ уйнап тик ултыра торғайным. Ул ваҡытта гармун уйнаған егеттәр армияла ине булһа кәрәк.
10-сы класты тамамлағас, комбайнға ултырҙым. Ҡыуанып ҡына эшләп йөрөһәм, профком рәйесе Марат Усман улы саҡырып алды ла, "Яҡут ауылына яңы клуб төҙөйбөҙ, һиңә уҡырға барырға кәрәк", тип кәңәш бирҙе. Шулай итеп, яҙмыш елдәре мине лә Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына алып килде, маҡсатлы йүнәлтмә менән тынлы оркестр бүлегенә уҡырға индем, ҡурайҙа ла уйнаным. Уҡыу миңә еңел бирелде. Унда иң матур, иң аҡыллы ҡыҙҙарҙың береһе Рәмзиәне осратыуым менән дә бәхетлемен. Аҙаҡҡы курста уҡығанда өйләнештек тә, минең тыуған ауылым Яҡутҡа ҡайттыҡ. Рәмзиә менән икебеҙ ҙә мәҙәниәттә үҙебеҙҙе, үҙ урыныбыҙҙы тапҡанбыҙҙыр, тип уйлайым.



Ул ваҡытта эшкә урынлашыу хәлдәре нисек ине? Йәш белгестәргә ниндәй хеҙмәт шарттары булдырылғайны?

Рәмзиә:
Беҙҙе Стәрлелә эштә ҡалырға өгөтләгәйнеләр. Рәүеф колхоздан йүнәлтмә менән уҡығас, Яҡутҡа ҡайттыҡ. Туҡһанынсы йылдар башы. Һәр өлкәләге кеүек, мәҙәниәттә лә үҙгәрештәр көтә ине беҙҙе. Эш башлауы еңелдәрҙән булманы. Клуб буш, аппаратура ла, баян да, костюм-маҙар ҙа юҡ. Хатта тәҙрәләрҙә ҡорма ла юҡ ине. Ә талаптар иһә бик ҡаты булды: мәҙәниәтте күтәрергә кәрәк ине.
Рәүеф: Ул заманда халыҡ клубҡа киноға ғына йөрөй ине. Шулай ҙа уларҙың йыр-бейеүгә оҫталығын, илһамын, дәртен бәләкәйҙән күрә-белә йөрөнөм бит инде. Эште шул юҫыҡта ла яйға һалдыҡ. Балалар түңәрәктәргә йөрөй башланы. Рәмзиәнең ике бейеү төркөмө барлыҡҡа килде. Унда 30-ҙан ашыу балалар йөрөгән ваҡыттар бар ине. Һабантуйҙарҙа сығыш яһарға бер түгел, ике автобус менән барған мәлдәрҙе йыш ҡына һағынып иҫкә алабыҙ. Ансамблдең уңыштарын күреп, етәкселәр ярҙам ҡулы һуҙа башланы. Тиҙҙән "Өлгөлө бейеү ансамбле" тигән маҡтаулы исем яуланыҡ. Яйлап кейемдәр, сәхнә костюмдары тектерелде. Был йәһәттән "Киров" ауыл хужалығы етәксеһе Әсхәт ағай Таңатаров аҡсалата ярҙам итте. Төрлө ҡалаларға конкурстарға юл асылды. Үҙем тағы ҡурайсылар ансамбле ойоштороп ебәрҙем. Ул осорҙа ансамблгә егермеләп ҡурайсы йөрөнө. Ғөмүмән, беҙҙең тирә элек-электән ҡурайсылары менән дан тотҡан. Әле ансамблдә 12 бала уйнай. Һигеҙе ныҡлы шөғөлләнә. Түңәрәккә теләп йөрөйҙәр, репетицияға 3-кә тиһәң, 2-гә килеп етәләр. Кәрәк икән, башҡортса бейейҙәр, йырлайҙар. Бер йыл эсендә 26 көй өйрәнде улар, теләктәре шулай һүрелмәһен ине. Дәртләнешеп, ағай, был көйҙө өйрәндек, әйҙә икенсене өйрәнәйек, тип киләләр...

Һәр замандың - үҙ заңы. Һеҙ эш башлаған йылдарҙа ниндәйерәк киң күләмле саралар үткәрелә торғайны?

Рәүеф:
"Башҡорт ҡунаҡханаһы" ойоштороп, ауылдаштарыбыҙҙың ялын, буш ваҡытын файҙалы үткәрергә тырыштыҡ. Лимонад һатып алып, өҫтәлдәр ултыртып, халыҡты йыйып, шиғыр һөйләтеп, йырлатып, бейетеп, аҙна һайын бик күңелле итеп үткәрҙек был сараны. Ритайым һымағыраҡ ине ул. Халыҡ көтөп тора торғайны.
Рәмзиә: Яҡташтарыбыҙ араһында йыр-моң яратыусылар күп ине. Районда беренселәрҙән булып "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!", "Шәжәрә" байрамындарын үткәрҙек. Үҙемдең тыуған яғыма, Йылайыр районы Яманһаҙ ауылына "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамына барып, уның бик матур сара икәнен күреп ҡайттым һәм 2001 йылда беренсе булып уны Яҡутта үткәрергә булдыҡ. Бик матур килеп сыҡты. Әле булһа халыҡ һағынып һөйләй. Ҡунаҡтарҙы аттар, флагтар менән ҡаршы алдыҡ. Һәр ырыу тирмә ҡорҙо, шәжәрәләрен барланы. Аҙаҡ был байрамды ҙур итеп ике тапҡыр үткәрҙек. Һәм 2022 йылда, финанс яғы ауырыраҡ булыу сәбәпле, "Ауыл байрамы" итеп ябайлаштырҙыҡ.

Һәр ауылдың үҙенең традицияһы, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары бар. Ә шулай ҙа районда һеҙҙең һымаҡ эшләгән ауылдар бармы? "Айыҡ ауыл" буйынса ла иң тәүгеләрҙән булып һеҙ инициатива күрһәткәнһегеҙ бит инде?

Рәмзиә:
Һәр ауыл үҙенсә тырышып эшләй, әлбиттә. Хәҙер бөтә тораҡ пункттарҙа "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!", "Шәжәрә" байрамдары үтә. "Айыҡ ауыл" конкурсын беҙ һис уйламағанда ҡабул иттек. Район башҡорттары ҡоролтайы ултырышына саҡырғайнылар. Республика "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашырға өгөтләй башланылар. Башҡалар баш тартты, ә мин сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған был етди сараның маҡсатын, приз фондының унлата артыуын, ауылда хәл итәһе мәсьәләләр барлығын күҙ алдына килтерҙем дә, "Ә ниңә ҡатнашмаҫҡа?" тигән һүҙҙе ысҡындырҙым. Әйткән һүҙ атҡан уҡтай осто ла ҡуйҙы.
Был конкурсҡа ярашлы талаптарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн махсус программа ҡабул иттек. Эште уға ярашлы алып барҙыҡ: халыҡ менән һөйләштек, имен булмаған ғаиләләргә рейд менән сыҡтыҡ, төрлө йәштәгеләрҙе сәләмәт тормошҡа, спорт һәм физик культураға йәлеп итеү буйынса күп эшләнде. Халыҡ шунда уҡ тартылды. Конкурс сиктәрендә үткәрелгән сараларҙы ғәмәлгә ашырғанда бер ваҡытта ла еңеүебеҙгә шигем булманы. Аҙнаһына икешәр сара үткәрә торғайныҡ. Бөтә ауыл менән тырыштыҡ. Төрлө кимәлдәге етәкселәр, депутаттар, ситтә йәшәгән яҡташтар, ағинәйҙәр, фольклор коллективы, ауылдың, балаларҙың киләсәгенә битараф булмағандар барыһы ла ҡатнашты, ҡулынан килгәнсә ярҙам итте. Еңербеҙ тип уйланыҡ һәм еңдек.
Рәүеф: "Айыҡ ауыл" конкурсында еңеү өсөн көрәш барышында тораҡ пунктты төҙөкләндереү йәһәтенән ҙур эш башҡарылды. Ауылда Ҡурай стелаһы барлыҡҡа килде. Уны 1812 йылғы Ватан һуғышының 100 йыллығы айҡанлы үткән йыйында ҡурайсылар бәйгеһендә беренсе урынды алған Яҡут ауылы ҡурайсыһы иҫтәлегенә ҡуйҙыҡ.
Сараларҙың тағы береһе бик тә әһәмиәтле булды. Минең бер инәйем бар ине, исеме - Фәниә Ҡәҙерғолова. Уларҙың өй алдында ҡоҙоҡ булды. Килен төшөрөүселәр элек уға барып, ҡоҙоҡ һыуын алып, шунда йола үтәй ине. Инәйем килгән кешеләргә ҡоҙоғонан һыу алып биреп, ҡотлап, йәш киленгә теләген әйтеп, бүләген тоттороп ебәрә торғайны. Хәҙер ҡоҙоҡ та, инәй ҙә юҡ инде. Ә башҡорт туй йолаһын үтәү өсөн Килен ҡоҙоғо бик кәрәк. Бураға заказ биреп, ҡоҙоғон ҡаҙытып, эшләттек тә ҡуйҙыҡ. Эргә-тирәһен төҙөкләндереп, ағас ултырттыҡ. Шулай итеп, матур йола тағы әйләнеп ҡайтты... Хәҙер урамда ла эсеп, болғанып йөрөгән кеше күренмәй. Килен ҡоҙоғона ла шешә тотоп килгән кеше юҡ. Ағинәйҙәребеҙ Килен ҡойоһо янында йәштәргә изге теләктәрен әйтеп ҡотлайҙар, еңгә кеше балаларға бүләктәр, тәмлекәстәр өләшә, ауылыбыҙ менән шулай ҡаршы алабыҙ йәш киленде. Бөтә республика кимәлендә айыҡ исеме менән танылыу алғас, араҡы һатырға баҙнат итеүселәр ҙә юҡ. Ауылда йыйылыш үткәреп, спиртлы эсемлек һатыуҙы тыйыу хаҡында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәт итеүебеҙ ҙә ыңғай хәл ителде. Ҡултамғалар йыйғанда берәү ҙә ҡул ҡуймай ҡалманы.
Рәмзиә: Ауылда үткәрелгән сараларҙың ойошҡан һәм матур үтеүендә ағинәйҙәрҙең роле ҙур. Йәш быуынға ғына түгел, төрлө йәштәгеләргә рухи-әхлаҡи, илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙә бик тырышып эшләй улар. Башҡарған эштәре бик фәһемле һәм файҙалы. Матур-матур йолалар үткәрәбеҙ, Килен төшөрөү, Һыу юлы, Һалдат оҙатыу йәки ҡаршы алыу йолаларын күркәм традицияға әйләндерҙеләр. Йоланы еренә еткереп, теләктәр теләп, бүләктәр биреп, доғалар ҡылып үтәйҙәр.

Республикала "Ир-егеттәр ҡоро" эш башланы. Ә һеҙҙең ауылда бындай ойошма бармы?

Рәүеф:
Беҙҙең ауылда эшкә һәләтле йәштәге ир-егеттәрҙең күбеһе вахта ысулы менән ситтә эшләй. Ҡайтҡандарында, әлбиттә, һәр береһе ҡулынан килгәнсә өмә, төҙөкләндереү кеүек эштәрҙә ҡатнаша. Ауылыбыҙға күркәм мәсет төҙөүгә ҙур өлөш индергән Ялсыҡаевтар ғаиләһе, мәҫәлән, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Әле бына Яңы йыл бүләге тип балаларға спорт инвентарҙары, конькиҙар алып бирҙеләр.

Һеҙҙең ике улығыҙ бар. Улар һеҙҙең ниндәй сифаттарҙы үҙ иткән? Һеҙҙең кеүек ижади һәләтлеләрме? Икеһенең береһе атай-әсәй юлын һайламанымы?

Рәмзиә:
Икеһе лә бәләкәйҙән йырланылар, бейенеләр. Сәнғәтте, мәҙәниәтте белеп, күреп үҫтеләр. "Ирәндек моңо", "Байыҡ" кеүек мәртәбәле республика конкурстарында ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә лә өлгәштеләр. Ҡурайҙа ла уйнайҙар. Йырсы, бейеүсе, ҡурайсы булһалар ҙа, һеҙҙең кеүек көнө-төнө эштә йөрөгөбөҙ килмәй, тип, икенсе һөнәрҙәрҙе һайланылар. Икеһе лә юғары уҡыу йортон тамамланы, икеһе лә башлы-күҙле. Өлкән улым менән киленем бер ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Ейәнсәребеҙ үҙебеҙ менән сәхнәгә сыға башланы инде. Улдарыбыҙҙың икеһе лә машиналарында аталарының бүләге булған ҡурайҙы алып йөрөй, теләгән ваҡыттарында алып уйнайҙар, йырлайҙар, бейейҙәр.

Бөгөн мәҙәниәт һүнде, халыҡ рухи-мәҙәни мираҫ менән ҡыҙыҡһынмай, тибеҙ. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ысынлап та, шулаймы?

Рәүеф:
Юҡ, улай тип әйтмәҫ инек беҙ. Халыҡта дәрт-илһам бар, уны тик уятырға, йәлеп итергә, ҡыҙыҡһындырырға ғына кәрәк. Быны беҙ һуңғы ваҡытта үткәрелгән ҙур күләмле сараларҙан да сығып әйтә алабыҙ. Ауыл байрамында һәр урам әүҙем ҡатнашты. Концерт номерҙары әҙерләне, ҡунаҡтарҙы матур итеп ҡаршы алдылар. Үҙҙәренең урамына бағышлап йыр ҙа сығарыусылар булды. Һәр урам үҙенең тарихын, данлы кешеләрен барланы, концерт номерҙары әҙерләп, дәртләнешеп сығыш яһанылар.

Ауылда төшөнкөлөк һиҙеләме?

Рәүеф:
Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа, киреһенсә, йәнлелек һиҙелә. Мал тотам тигән кешегә көтөүлек тә, бесәнлек тә бар, асыҡҡан кеше юҡ. Тырышлыҡ ҡына кәрәк. Беҙҙең ауылда оло йәштәгеләр генә малын бөтөрҙө. Ә йәштәр барыһы ла дәртләнеп донъя көтә. Һәр ғаилә үҙенә етерлек йәшелсә үҫтерә. Мал һуйыу, һуғым, ҡош-ҡорт өмәләре үтә, кеше бер-береһенә ярҙам итә, ҡулалмаш эшләйҙәр. Ауыл тормошо дауам итә.
Рәмзиә: Балалар баҡсаһы, башланғыс мәктәп бар. Унда эшләгән хеҙмәткәрҙәр, балалар, уҡыусылар менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ. Балалар баҡсаһы менән айырыуса ағинәйҙәр тығыҙ бәйләнеш тота. Һәр кем үҙенең эшен, бурысын белә, шуға күрә эшләүе ауыр түгел. Мәҙәниәт булһа, ауыл юғалмай ул. Беҙҙең милләтте, рухыбыҙҙы тик мәҙәниәт кенә ҡотҡара. Ҡайҙа мәҙәниәт эшләй, шунда ауыл бар. Әле ауылыбыҙ эргәһендәге Тоҙло күлебеҙҙә санаторий төҙөлә башланы, уның эшмәкәрлеге яйға һалынып китһә, был үҙе үк бик ҙур мөмкинлектәр аса ауыл халҡы өсөн. Яҡутыбыҙ тағы ла йәнләнеберәк китер, йәштәр ауылға ҡайтыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Мәҙәниәтте бик үк һанға һуҡмаған, һалҡын ҡарағандар ҙа бар, әлбиттә. Әммә мәҙәниәтһеҙ йәшәүҙең йәме булмай. Ауыл ерендәге мәҙәниәт хеҙмәткәре - ул иҙән йыйыусы, бесән сабыусы, ҡар көрәүсе, тырма, һәнәк һаплаусы ла, кәрәк икән, штукатур-маляр, электрик та ул. Күп йүнәлешле, киң профилле һөнәр. Психолог булырға ла тура килә. Кешене сәхнәгә сығарыр өсөн һөйләшә белергә, уның кисерештәрен, һәләтен асырға, үҫтерергә кәрәк. Ҡыҫҡаһы, ҡайҙа ла эшкә елкә кәрәк. Ҙур сараларға әҙерләнгәндә икебеҙ ҙә төн йоҡламай эшләгән ваҡыттар булды, сценарий яҙыу, сәхнәңде, костюмдарыңды әҙерләү һәм башҡа ваҡ мәшәҡәттәре етерлек инде. Әле үҙем яҙған сценарийҙар бер китаплыҡ булды.

Бөгөнгө көндә һеҙҙең тормошта нимә етешмәй, тип уйлайһығыҙ?

Рәмзиә:
Барыһы ла етешә, Аллаһҡа шөкөр. Йорт мәшәҡәттәрендә генә түгел, эшебеҙгә лә балалар ярҙам итә. Бер нәмәгә лә борсолмағыҙ, тыныс күңел менән йәшәгеҙ, тип, өйгә лә, клубҡа ла видеокамералар алып ҡуйҙылар. Анау хәтле матур эш башҡарылғас, бер нәмәне лә боҙҙорғо килмәй. Тренажерҙа махсус шөғөлләнергә килеүселәрҙе өйҙән үк күреп торабыҙ. Спортҡа, сәләмәт тормошҡа ылығыусылар күбәйеүе ҡыуаныслы.

Йыш ҡына заман йәштәрен тәнҡитләгәндәрен ишетергә тура килә. Һеҙҙең ауылда йәш быуын нисек? Эсеп-тартып йөрөмәйҙәрме?

Рәүеф:
Бөгөнгө йәштәрҙең тормошҡа ҡарашы ла, ҡылыҡ-фиғеле лә беҙҙекенән айырыла, әлбиттә. Улар төрлө яҡлап үҫешергә теләй. Беҙҙең ауылда бар балалар ҙа тиерлек мәктәптән һуң ҡурай, бейеү түңәрәктәренә йөрөй һәм уларҙың насар ғәҙәткә ваҡыттары ҡалмай. Дәрестәренә әҙерләнгәс, йә хоккей, йә футбол майҙанына сығалар. Араларында кемдәрелер тәмәке тартырға маташһа, бер-береһен тәрбиәләүҙәренә шаһит булғаным бар. Сөнки мәҙәниәт, спорт үҙе үк тәрбиәләй. Спорттың башҡа төрҙәре лә үҫешә, волейбол, футбол уйнарға ярата йәштәр.

Ҡулығыҙҙан килмәгән ниндәй эш бар һеҙҙең? Эх, шуны эшләһәң ине, быны эшләһәң ине, тигән теләктәрегеҙ күпме?

Рәүеф:
Күңел биреп тотонһаң, бөтә эште лә эшләргә була. Бына мин иретеп йәбештереүсе эшен белмәйем, тип уйлай инем. Тотоноп ҡарағайным, килеп сыҡты ла ҡуйҙы. Кәрәк булғас, тракторҙы ла һүтеп-йыйырға өйрәндем. Ғөмүмән, мәҙәниәт хеҙмәткәренә балта, көрәк һапларға ла, бесән сабырға ла белергә кәрәк. Сараларға, конкурстарға декорациялар, күргәҙмәлектәрҙе барыһын да үҙебеҙгә эшләргә, байрам үткәрелә торған биләмәне таҙартырға, сүп үләндәрен сабырға тура килә. Рәмзиә: Әсәйем бәйләргә, ҡул эштәренә шәп. Ә минең әлегә бәйләмгә тотонорға ваҡытым юҡ. Ырғаҡ менән бәйләргә өйрәнгем килә. Үҙемде, пенсияға сыҡҡас өйрәнермен һәм бәйләрмен әле, тип йыуатам.

Ҡалаға күсергә уйламанығыҙмы?

Рәмзиә:
Балаларҙың балалары тыуғас, улар янында булып, ейән-ейәнсәрҙәрҙе ҡарашырға ярҙам итеү ниәте менән ҡалаға күсәйек тигәйнем дә, Рәүеф теләмәне. Бынау тиклем донъяны, яратҡан эшебеҙҙе ташлап китеүҙе үҙем дә күҙ алдына килтермәнем. Ауыл халҡы ла күҙ төбәп тора, тигәндәй. Ҡалаға китергә теләүемдең тағы бер сәбәбе - балалар төркөмө ойоштороп, матур бейеүҙәр һалғым килгәйне. Юғиһә, үҙебеҙҙең ауылда бер тиҫтер балалар кәмене, юҡ тип әйтергә мөмкин. Был хыялым барып сыҡмағас, хәҙер бар көсөмдө фольклор ансамбле, ағинәйҙәр менән эшләүгә һалам. Күп ерҙәрҙә сығыш яһаныҡ, төрлө конкурстарҙа юғары баһаға лайыҡ булдыҡ. Киләсәктә лә яҡташтарыбыҙ менән бергә-бергә эшләргә, ауылды күтәрергә, башҡорт халҡының мәртәбәһен арттырырға насип булһын!

Ошо көндәрҙә генә Рәмзиәгә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелде. Оҙаҡ көттөгөҙ, ахыры, был лайыҡлы исемде?

Рәмзиә:
Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Мин бик шатмын һәм яҙмышыма, эшемде юғары баһалаусы етәкселәребеҙгә, һәр саҡ миңә терәк булған тормош иптәшемә, балаларыма, коллективыма рәхмәтлемен. Был исемде алыу миңә, әлбиттә, тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй. Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереү генә түгел, ә киләсәк быуынға еткереү бурысын да атҡарыу өсөн көс-дәрт бирһен Хоҙай.

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.02.23 | Ҡаралған: 206

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru