«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫҘҒАНҒАНЫ - ҠЫҘЫЛ ЭТКӘ...
+  - 

Бер ямандың... бер "осо" килеп сыға шул ул. Заманына күрә әйтемдәрҙе лә үҙгәртеберәк бороп ебәрергә тура килә, шуға ла "яҡшыһы" тип әйтеүе бәғзе бер даирәләргә оҡшамауы ла бар. Унан һуң, кеше бәләһенә ҡыуанған һымағыраҡ та ҡабул ителер. Әммә был хаҡта өндәшмәй ҡалыу ҙа мөмкин түгел, сөнки, дөрөҫөн әйткәндә, Рәсәйҙән ситкә сығарылыусы ғәйәт ҙур суммаларҙағы капитал ағымы, асылда, ил байлығын талау менән бәрәбәр икәне һәр кемгә аңлашыла.

Ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса, Рәсәй бөтөн Ер шарындағы тәбиғи ресурстарҙың 40 процентын биләп тора һәм шунан сығып, ил байлығы йөҙәрләгән трлн доллар тәшкил итә. Ҡара иҫәп менән шартлы рәүештә был һәр рәсәйлегә 2-2,5 млн доллар тура килә, тигән һүҙ. Ләкин ике тиҫтәләп млн халҡы фәҡирлек сигендә йәшәүсе илдең иң бай бер проценты ғына милли байлыҡтың 57-60 процентына хужа, тип иҫәпләй эксперттар. Ә бит уйлап ҡараһаң, бер процент - ул 1,4 млн кеше тигән һүҙ. Тимәк, улар араһында хәлле, бай һәм үтә бай кешеләр бар, сөнки ил иҡтисадында "көн торошо" яһарҙай төркөм, Forbesтың былтырғы мәғлүмәттәренә ярашлы, долларлы 88 миллиардер иҫәпләнә, ә бынан йыл ярым элек был һан 123 кеше булған. Ғәжәп, ә 35 миллиардер ҡайҙа булған? Әлеге 88 үтә байҙың дөйөм байлыҡ суммаһы 352,8 млрд доллар иҫәпләнә. Был, тимәк, Рәсәйҙең йыллыҡ ҡаҙна килеме менән тиңләшә яҙа. Ә Forbes миллиардерҙары исемлегенән төшөп ҡалған теге 35 үтә байҙың килемен дә ҡушҡанда, байҙар килеме ил ҡаҙнаһы суммаһынан байтаҡҡа артып киткән булыр ине.
Әйтеүҙәренсә, "төшөп ҡалғандар"ҙың килем күләме Америка һәм Көнбайыш санкциялары арҡаһында бүҫкәрә төшкән икән. Әле башҡа миллиардерҙар байлығына ла янауҙар булып тора. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына, үҙегеҙгә мәғлүм булыуынса, АҠШ властары тарафынан Рәсәй бизнесмены Константин Малофеевтың 5,4 млн доллар аҡсаһы тартып алынған һәм матди ярҙам рәүешендә Украинаға күсерелгән. Әлбиттә, миллиардер ҡарамағына был әллә ни ҙур сумма ла түгелдер, ләкин Рәсәйҙең башҡа байҙары өсөн етди генә янау ул. Америка менән Көнбайыш, тәбиғи, бының менән генә сикләнеп ҡалмаясаҡ. Рәсәйҙең фәҡир халҡына иһә был хәлдән "эҫе лә, һалҡын да" түгел, әлбиттә. Ләкин, уйлап ҡарағанда, әгәр байҙар аҡсаларын сит ил банктарына йәшермәйенсә, Рәсәйҙең үҙендә ҡалдырып, һалым проценттарын үҙебеҙҙең ҡаҙна файҙаһына күсереп барған хәлдә, улар ҙа, ил иҡтисады ла отор ғына ине. Ә былай, халыҡ тапҡыр итеп әйтмешләй, үтә байҙарҙың "ҡыҙғанғаны - ҡыҙыл эткә" тигәнсә килеп сыға лабаһа!
Бынан алдараҡ ил Президенты Владимир Путин күп тапҡырҙар миллиардерҙарҙы аҡсаларын офшорҙарҙан Рәсәйгә ҡайтарыу тураһында иҫкәртә килде, ләкин, кемдер әйтмешләй, урланғанды кире ҡайтарғанды кемдең күргәне бар? Билдәле иҡтисадсы Михаил Хазин фекеренсә, аҡсаларын Көнбайышта һаҡлаусы олигархтар иртәме-һуңмы үҙ иҫәптәрен барыбер юғалтасаҡ. Был ҡалын кеҫәле әфәнделәр, бәлки, Рәсәйҙе талап, иҡтисадын көсһөҙләндереүгә өлөш индергәндәре өсөн үҙҙәрен Көнбайышта яратырҙар һәм яҡларҙар, тип уйлағандарҙыр, тигән һорау ҡуя эксперт. Юҡ, улар сит илдәргә ҡасып, һыйыныр урын тапҡан хәлдә лә, барыбер килмешәк булып ҡалалар. Шуның өсөн дә бит миллиардерҙарҙың бәғзеләре Британияның һәр төрлө мәрхәмәтлек фондтарына тос ҡына иғәнәләре менән дә, хатта Украина хәрби көстәренә аҡса күсереп тә барыбер сит властарға ярай алманы - проблемаларҙан баштары сыҡмай, тыныс көндәр бөттө байҙарға. Әленән-әле кемеһенеңдер күсемһеҙ милке, бай яхталары, шәхси самолеттары, картиналары, текәнән-текә автомобилдәре ҡулға алыныу хаҡында хәбәрҙәр килеп кенә тора.
Эйе, араларында ниндәйҙер юлдар һәм әмәлдәр менән ситтәргә ярай алғандар ҙа барҙыр, уныһы беҙгә ҡараңғы. Ни тиһәң дә, үҙҙәре һайлаған яҙмыш, ә донъя бит шулай бер алдын, бер артын күрһәтә, ҡотороп байыуҙың да сиге бар. Байҙар ҙа илай, тип юҡҡа әйтмәйҙәр, күрәһең...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.02.23 | Ҡаралған: 239

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru