«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РӘСӘЙҘЕҢ ХОҠУҒЫ - КӨСЛӨ БУЛЫУ!
+  - 

21 февралдә ил Президенты Владимир Путин сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

Тәүҙән үк ил башлығы документтың Рәсәйҙең һәм халыҡтың киләсәген билдәләгән, һәр кемдең иңенә ҙур яуаплылыҡ һалған, ил өсөн артылышлы, тотош донъя тамырынан үҙгәреш кисергән мөһим тарихи ваҡиғалар осоронда яңғырауын билдәләне һәм Украинала махсус хәрби операция башлауҙың етди сәбәптәренә туҡталды.
2014 йылдан алып Донбасс халҡы үҙ ерендә йәшәү һәм үҙ телендә һөйләшеү хоҡуғы өсөн даими утҡа тотоу һәм блокада, Киев режимының асыҡтан-асыҡ нәфрәте шарттарында бирешмәй көрәшә, Рәсәй ярҙамға килер тип ышана һәм өмөтләнә. "Шул уҡ ваҡытта беҙ был проблеманы тыныс юл менән хәл итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләнек, ҡатмарлы низағтан тыныс юлдар менән сығыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Әммә беҙҙең артта бөтөнләй икенсе сценарий яҙылды. Көнбайыш хакимдарының вәғәҙәләре ялған булды. Улар сәйәси үлтереүҙәргә, Киев режимының репрессияларына, иманлыларҙы мыҫҡыллауға күҙ йомоп, Украина неонационалистарын хупланы, Көнбайыш академия һәм училищеларында уларҙың офицерҙарын уҡытты, ҡоралландырҙы.
АҠШ һәм НАТО илебеҙ сигендә үҙенең армия базаларын, йәшерен биолабораторияларын урынлаштырҙы, буласаҡ хәрби хәрәкәттәр театрын үҙләштерҙе, үҙҙәренә буйһондоролған Украинаны ҙур һуғышҡа әҙерләне, һәм быны йәшермәй. Улар Югославияны, Ираҡты, Ливияны, Сүриәне емергәндә лә шулай икейөҙлөләнде, алдаҡ символына әүерелде, НАТО-ны беҙҙең сиккә тиклем киңәйтергә, Европала һәм Азияла яңы ракета оборонаһы райондары булдырырға, йәғни хәрби контингенттар йәйелдерергә уйланы: әлеге ваҡытта донъяла АҠШ-тың үҙ территорияһынан ситтә булдырған хәрби базаларынан тыш, бер генә илдең дә хәрби базаһы юҡ", - тине ил Президенты.
Шулай уҡ Владимир Владимирович уларҙың, урта һәм бәләкәй арауыҡтағы ракеталар тураһындағы килешеүҙе лә индереп, ҡоралланыу өлкәһендәге килешеүҙәрҙән сығыуын, донъяла тыныслыҡты һаҡлаусы килешеүҙәрҙе бер яҡлы өҙөүҙәрен һәм быны бер нигеҙһеҙ эшләмәүҙәрен дә билдәләне. "Беҙ 2021 йылдың декабрендә АҠШ һәм НАТО-ға хәүефһеҙлекте гарантиялаусы килешеү проекттары ебәрҙек, әммә беҙҙең өсөн мөһим булған барлыҡ позициялар ҙа кире ҡағылды. Шул ваҡытта - 2022 йылдың февралендә уларҙың Донбасста сираттағы ҡанлы каратель акцияһын башлауы өсөн барыһы ла әҙер булыуы тураһындағы мәғлүмәт бер ниндәй шик ҡалдырманы. Һуғышты улар башланы, ә беҙ уны туҡтатыу өсөн көс ҡулландыҡ һәм ҡулланабыҙ. Уларҙың Донецк, Донбасс, Лугансктан һуң артабанғы сәбе - Ҡырым һәм Севастополь булыуын аңланыҡ. Беҙ кешеләр ғүмерен һәм тыуған йортобоҙҙо һаҡлайбыҙ, ә Көнбайыштың маҡсаты - сикһеҙ власҡа эйә булыу", - тине ил башлығы. Был маҡсатта Көнбайыш 150 миллиард доллар исраф иткән дә инде, ә АҠШ-тың 2001 йылдан алып барған һуғыштарында 900 мең самаһы кеше һәләк булған, 38 миллионы - ҡасаҡ статусында.
Бөгөн Көнбайыштың Украинаны Рәсәйгә ҡаршы таран һәм полигон итеп ҡулланыуы сер түгел, һәм маҡсаттарының "Рәсәйҙе стратегик юҡ итеү", йәғни урындағы низағты глобаль кимәлдәге ҡаршы тороуға әйләндереү икәнлеген йәшермәй һәм бында инде һүҙ Рәсәйҙең артабан йәшәү-йәшәмәүенә бәйле. Көнбайыш Рәсәйҙе яу ҡырында еңеү мөмкин булмағанын аңлап, агрессив мәғлүмәт һуғышын алып бара, уны йәштәр араһында тарата, тарихты боҙоп күрһәтә, беҙҙең рухи һәм мәҙәни, дини ҡиммәттәребеҙҙе үҙгәртергә тырыша. Шундай шарттарҙа, "күп милләтле халҡыбыҙҙың күпселеге беҙҙең ғәмәлдәребеҙҙең асылын аңланы, ысын илһөйәрлек барлыҡҡа килде", тине ил башлығы һәм гражданлыҡ бурысын намыҫ менән үтәүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе, шәһиттәрҙе бер минут тын ҡалып хәтерләргә саҡырҙы.
Көнбайыш Рәсәйгә ҡарата төрлө санкциялар булдырып, теҙләндерергә тырышыуына ҡарамаҫтан, был ил иҡтисадын нығытыуға тағы бер аҙым булды, тип билдәләне Владимир Владимирович һәм киләсәктә нимәләр эшләнәсәгенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Үҙгәрештәр социаль-иҡтисади тармаҡтарҙың барыһына ла ҡағыласаҡ һәм, әлбиттә, граждандар тормошона ла ыңғай йоғонто яһаясаҡ (тулы текст менән интернет селтәрендә танышырға мөмкин).
Ил Президентының сығышында "яҡлап ҡаласаҡбыҙ" тигән һүҙ бик йыш яңғырауы, ниңәлер, "Артта - Мәскәү!" тигән оранға ауаздаш кеүек ишетелде. Ысынлап та, ошо бер йыл халыҡтың берҙәмлегенә һынау булды. Берҙәмлектең генә рух көсөн нығытыуын раҫланы. Юҡҡа ғына Владимир Владимирович сығышында билдәле дәүләт эшмәкәре Петр Столыпиндың һүҙҙәрен иҫенә төшөрмәне: "Рәсәйҙе яҡлағанда барыбыҙ ҙа тырышлығыбыҙҙы, бурыстарыбыҙҙы, хоҡуҡтарыбыҙҙы бер тарихи юғары хоҡуҡ - Рәсәйҙең көслө булыу хоҡуғын яҡлау өсөн берләштерергә тейешбеҙ". Артығын әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.02.23 | Ҡаралған: 146

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru