«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы

Урта Азия территорияһында зороастризм бындағы дәүләттәрҙең рәсми дине статусын алһа, Ҡаҙағстан, Үҙәк Азия, Көньяҡ Себер, Көньяҡ Урал һәм Түбәнге Волга буйы күскенселәрендә зороастризмдың төп идеялары урындағы дини культтар менән тығыҙ үрелә барып, үҙенсәлекле төҫ ала. Шуға күрә ортодоксаль, йәғни рәсми зороастризмды уның маздеистик тип нарыҡланған периферия варианттарынан айырып ҡарайҙар. Ошо положениеға ярашлы, Көньяҡ Уралдың малсылыҡ менән шөғөлләнгән ҡәбиләләренең динен шулай уҡ маздеистик тип классификациялау яҡшыраҡ.
Көньяҡ Урал малсылары диненең маздеистик характерҙа булыуы ҡурғандарҙа табылған материалдарҙа асыҡ сағылыш тапҡан. Уларҙа, мәҫәлән, ер өйөмө аҫтында, уның боронғо өҫкө ҡатламы кимәлендә, ҙур усаҡ ҡалдыҡтары табылған. Ҡәберҙең ағас түшәме өҫтөнән ер өйөмө күтәрелгән, ҡәбер эсенә үтеп инеү урыны асыҡ ҡалдырылып, күпмелер ваҡыт үтеүгә ҡәберҙең ағас ҡоролмаларына ут төртөлгән, ул янып бөтә барыу менән өҫтән ер емерелеп төшөп, утты һүндергән кеүек тойола. Һирәк-һаяҡ мәйетте яндырыу осраҡтары ла булған.
Ҡурғандарҙың ер өйөмдәре аҫтында ҙур усаҡтар булыуын ошолай аңларға була: Урта Азияның ул замандағы халыҡтарында ут культы иң мөһимдәрҙән һаналған, баш илаһ Ахура Мазданы кәүҙәләндергән ут күк йөҙөнә, ҡояшҡа тиңләнгән. Массагеттар ҡояшты шулай уҡ үҙҙәренең хужаһы итеп хөрмәтләгән. Урта Азия ҡалаларында изге уттар янып торған ғибәҙәтханалар төҙөлөүе, уларҙа ҡорбан килтерелеүе билдәле. Төньяҡ Каспий һәм Көньяҡ Урал арауығындағы далаларҙа йәшәгән дах-массагеттарҙа ут, культ объекты булараҡ, шулай уҡ хөрмәт ителгән. Улар тураһында Геродот шулай яҙа: "...массагеттар, бер урында йыйылышып, усаҡ тоҡандыралар һәм шунан ян-яҡлап ултырышалар һәм утҡа емештәр ташлайҙар. Яндырылған емеш еҫенән улар, эллиндар шараптан иҫергәндәге кеүек үк, иҫереү халәтенә инәләр. Утҡа ни тиклем күберәк емеш ташлаһалар, уларҙы иҫереү шул тиклем нығыраҡ биләй: ахырҙа улар, һикерешеп тороп, бейей башлайҙар, йырлайҙар..." "Улар табынған берҙән-бер илаһ - ҡояш. Улар ҡояшҡа аттарын ҡорбан итәләр, ошолай итеп ҡорбан килтереүҙең әһәмиәтен иң шәп булған илаһҡа ер йөҙөндәге иң шәп йән эйәһен ҡорбан итеүҙә күрәләр".
Ошо дәүерҙә Көньяҡ Уралда һыу культы барлыҡҡа килеүе мөмкин, һәм уға шулай уҡ ҡорбан килтерелгән, шул иҫәптән кешеләр ҙә. Ошоға миҫал итеп "Урал батыр" героик эпосында һыу эйәһенең мәрхәмәтенә өлгәшеү маҡсатында ҡыҙҙарҙы ҡорбан итеү хаҡындағы сюжет булыуын килтерергә була. Ә ҡош культының иң юғары кимәлгә етеүен ошо дәүер ҡәүемдәре инаныстарында ҡоштарҙы ҡурсалаусы Һомай алиһәһе булыуы раҫлай. Был күренеш иң боронғо Урта Азия дәүләттәрендә (Кангюй, Хорезм, Согд һәм башҡалар) ҡош культына мөһим урын бирелгән зороастр динен ҡанунлаштырыу менән туранан-тура бәйле.
Ҡош культы ата-бабаларыбыҙҙың иртә яҙ етеү менән, риүәйәттәрҙә бәйән ителгәнсә, "ҡар һыуҙары аға башлағас, ҡоштар ҡайтҡас, үлән йәшәргәс" байрам итә торған бер байрамында (культында) асыҡ сағылыш тапҡан (бында башҡорттарҙың "Ҡарға бутҡаһы" байрамы күҙ уңында тотола. - Тәрж. иҫк.). Зороастризм тәғлимәтенә табыныусылар өсөн яҙ килеүе билдәле бер сәбәп арҡаһында айырыуса иҫтәлекле булған. Ошо тәғлимәткә ярашлы, үлгәндәрҙе ерләрҙән алда уларҙың мәйеттәрен ҡоштар һәм йәнлектәр ашаһын өсөн йылына ике тапҡыр ғына, ҡоштар осоп ҡайтҡанда һәм дә көҙҙәрен, үләндәр һарғайғас һәм япраҡтар ҡойола башлағас, күтәренке урындарға һалып ҡуйылырға тейеш булған. Әгәр ҙә кеше башҡа бер миҙгелдә вафат булһа, Геродот яҙғанса, уның "тынһыҙ тәне үлектәр өсөн тәғәйенләнгән махсус йорттарҙа бер көн... ун... етмеш... көн, ҡоштар осоп килгәнсе..." ятырға тейеш була. Инаныстарға ярашлы, өс тәбиғәт стихияһын: һыуҙы, утты һәм ерҙе кеше мәйете менән бысратмау талап ителә. Ошо маҡсатта мәйеттәр махсус түшәмәләргә, ағастарға йәиһә ошондай башҡа нәмәләргә генә һалып ҡуйылған. Икенсе бүлектә әйтелгәнсә, мәйеттәрҙе билдәле бер урынға һалып ҡуйыу ритуалында үлгәндәрҙең йәндәре ҡоштар ярҙамында Ахура Мазда батшалығына осоп барып, һуңынан ямғыр тамсылары йәиһә башҡа тәбиғәт күренештәре рәүешендә тормошҡа яңынан ҡайтһын өсөн булышлыҡ итеү сағыла. Тамам таҙаланған кеше һөйәктәре балсыҡ һауыттарға, кес кенә табуттарға (оссуарийҙарға) һалынған һәм ерләнгән. Урта Азия территорияһында ошо рәүешле ерләү йолаһы б.э. тиклем VII-VI быуаттарҙан алып VIII быуат баштарына ҡәҙәрле, ошо төбәктә мосолман дине таралғансы, өҫтөнлөк итә. Евразия далаларының маздеистик динде тотҡан, малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе ҡәбиләләрендә ошо ритуал төрлө төҫмөрләнеш ала. Бында, Көньяҡ Уралда, үлгәндәрҙе ер өҫтөнә ҡуялар (бура эсенә), уны таш өйөмө менән ҡаплайҙар, йәиһә тау түбәләрендә тәрән булмаған ҡәберҙәрҙә ерләйҙәр. Был тулыһынса зороастрик ерләү йолаһы талаптарына тура килә. Ошо фекер башҡорт фольклоры материалдарында ла сағылыш тапҡан. "Урал батыр" эпосында ҡоштарға кешене ҡорбан итеү, үлгәндәрҙең мәйеттәрен ҡоштарға ем итеп сығарып ҡуйыу күренештәре иҫкә алына.
Б.э. тиклемге V быуатҡа ҡараған Мечетсай ҡурғанын ҡаҙып асҡанда мәйет яндырыу эҙҙәре һаҡланған ҡәберҙә 60 см оҙонлоғондағы күмерләнгән тирәк сыбыҡтары бәйләме табыла. Тикшеренеүсе К. Ф. Смирнов дах-массагеттарҙа ошондай сыбыҡтар күрәҙәлек итеү сараһы итеп ҡулланылған, тип иҫәпләй. Грек тарихсыһы Геродот мәғлүмәтенә ярашлы, скифтар "...күп сыбыҡтар ярҙамында ошолай күрәҙәлек ҡыла. Бик ҙур сыбыҡ бәйләмдәрен килтерәләр һәм ергә һалалар. Шунан бәйләмде сисәләр һәм һәр сыбыҡты бер-бер артлы теҙеп һалалар һәм шунан алда ни буласағын әйтәләр. Шул саҡта күрәҙәселәр сыбыҡтарҙы яңынан берәмләп йыйып алалар һәм тағы ла бергә ҡушалар. Ошолай итеп күрәҙәлек итеү алымы уларҙа скифтарҙан ҡалған". Зороастризм диненең боронғо табыныусылары сыбыҡ бәйләмдәрен күрәҙәлек итеүҙең изге саралары иҫәбенә индергән, ул замандағы Евразияның күсмә ҡәбиләләрендә ошондай күрәҙәлек итеү алымының киң таралыуын был тәғлимәттең йоғонтоһо һөҙөмтәһе итеп аңлатыу фарыз.



Карта № 4. Археология мәғлүмәттәре буйынса Көньяҡ Уралда иртә тимер быуаты эпохаһы ҡәбиләләре йәшәгән төбәктәр: 1 - городец мәҙәниәте; 2 - ананьин мәҙәниәте; 3 - Көнсығыш Урал аръяғының һунарсы- малсылар ҡәбиләләре; 4 - күскенсе малсылар ҡәбиләләре: дайҙар, исседондар, иирктар, аримасптар, аргиппейҙар, сактар, массагеттар; 5 - скифтар, савроматтар

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №7, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.02.23 | Ҡаралған: 173

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru