«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҺАЛМА ИНТЕЛЛЕКТ ҺОМАЙ БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘ
+  - 


Һуңғы бер нисә йылда ҡыуандыра бит замандаштарыбыҙ! Әле яңы ғына башҡорт теленең донъяның 200 теле араһында халыҡ-ара лингвистик проектҡа эләгеүенә шатланғайныҡ, хәҙер иһә үҙебеҙҙең башҡортса һөйләшкән колонкабыҙ буласаҡ, Аллаһ бойорһа, тип шатланабыҙ. Һәр хәлдә, был йүнәлештә тәүге һөҙөмтәләр бар һәм, башланған эш - бөткән эш күҙлегенән сығып ҡарағанда, тамамланыр ҙа. Һәм быларҙың барыһын да бер кеше -Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында тыуып, хәҙер инде баш ҡалала йәшәгән программист тормошҡа ашыра. "4-се класҡа тиклем - ауылда, артабан Белорет лицей-интернатында уҡыным. 10-11-се синыфта Хазанкиндың компьютер мәктәбендә белем алдым. Баш ҡалала Өфө дәүләт авиация-техник университетын тамамланым. Бәләкәй саҡта математика уҡытыусыһы булырға хыяллана инем. Компьютер мәктәбендә уҡығандан һуң программалар яҙыу ныҡ оҡшап ҡалды", - ти ул. Айгиз ҠУНАФИН - бөгөнгө ҡунағыбыҙ.

Башҡорт теле бөгөн апаруҡ темптар менән цифрлашыу процесына инә бара. Википедистар: "Әгәр Википедияның һинең телеңдәге бүлеге юҡ икән, тимәк, һинең телең дә юҡ", - ти. Шуның кеүек, әгәр һинең телең цифрлаштырылмаған икән, яҡын киләсәктә, тимәк, ул юҡ, тип әйтергә мөмкин. Бөгөн һеҙ башҡорт телен цифрлаштырыу өлкәһендә иң киң ҡарашлы белгес. Ошо эшкә тотонорға нимә этәргес булды?

- Һүҙемде Википедиянан башлайым әле: википедистарҙың фекере менән тулыһынса килешәм, сөнки ул бөгөнгө цифрлаштырыуға ла ныҡ бәйле. Ентекләп аңлатҡанда, әлеге ваҡытта мин эшмәкәрлегемдә эре халыҡ-ара компанияларҙың хеҙмәттәре менән ҡулланам, сөнки ундай цифрлаштырыу эштәрен башҡарып сығыу өсөн күп финанс ресурстары һәм белгестәр кәрәк. Башҡорттар араһында ғына түгел, хатта рустар араһында ла ундай белгестәр юҡ, булһа ла, бик әҙ. Халыҡ-ара компанияларға ышаныслы һәм ирекле ҡулланыуҙа булған мәғлүмәт кәрәк. Донъяла берҙән-бер шундай сығанаҡ булып Википедия тора. Мин әле шөғөлләнгән өлкә - ул NLP (тәбиғи телде эшкәртеү) тип атала, унда күберәк текст һәм телмәр кәрәк. Белгестәр тексты иң элек Википедиянан ала. Миңә Башҡорт Википедияһы, унда башҡортса, шулай уҡ парраллель башҡортса-русса текстарҙың күп булыуы ныҡ ярҙам итә.
Эште башлап ебәреүемә килгәндә инде, 2017 йылда туған телдәрҙе уҡытыуға төрлө яҡлап һөжүмдәр башланды, шул осорҙа телде яҡлап, ата-әсәләр комитеты ойошторҙоҡ һәм ауылдарға йөрөп, балаларға ни өсөн телде өйрәтергә кәрәклеге тураһында аңлатыу эштәре алып барҙыҡ. Шунда улай йөрөүҙең әллә ни файҙаһы булмауын күрҙем, сөнки бер барғанда 2-3 ауылда ғына йөрөп өлгөрәбеҙ. Һәр береһендә 50-шәр кеше булғанда ла, уларға аҙаҡ мәғлүмәтте һәр даим тылҡып торорға кәрәк.
Балаларҙың телде онота башлауының икенсе яғы бар: күбеһе интернетта ултырып, йәнһүрәт, блогерҙарҙы, һ.б. ҡарай, уйындар уйнай. Йәғни уларҙың уйындары интернеттағы цифрлы тормошҡа күсте. Шуға ла үҙем IT белгесе булараҡ, ауылдар буйлап йөрөүгә ҡарағанда, IT белгесе булараҡ ярҙам итһәм, халыҡҡа ярҙамым нығыраҡ тейер ине, тигән ниәт менән башланым.

Телде цифрлаштырыу нисек башҡарыла? Ул ниндәй этаптарҙан тора?

- Ниндәй генә телде цифрлаштырабыҙ тиһәк тә, бер нисә этапты үтергә кәрәк. Иң элек клавиатураларҙа башҡортса шрифт булырға тейеш. Шуныһы яҡшы булды - был этапты беҙ алданыраҡ үткәйнек. Икенсенән, сканланған, төҙәтелгән (расшифровка) текстар күп булырға тейеш. Был процесс әле һаман дауам итә, шул уҡ ваҡытта сканлағанда текстарҙа килеп сыҡҡан хаталарҙы автоматик табыу юлы эшләнмәгән. Өсөнсө этап - компьютерҙа телмәр синтезы (тексты башҡортса һөйләү) һәм телмәрҙе аңлау (телмәрҙе тексҡа әйләндереү - распознавание речи) программалары булырға тейеш. Яңы программалар, моделдәр ҙур компаниялар тарафынан эшләнә һәм, ғөмүмән, улар инглиз телендә. Яһалма интеллектты алғанда ла, инглиз теле өсөн мәғлүмәт ныҡ күп, шуға ла башҡорт теленән инглиз теленә, инглиз теленән башҡорт теленә ауҙарыусы программа кәрәк. Минең эшкә бәйле бына ошо өс синтез бар, һәм уларҙы һайлағанда иң беренсе урында текст форматы тора.

Башҡорт телен цифрлаштырыу хыялы бөгөн генә тыумаған, һәр кем үҙ ваҡытында бының өсөн күпмелер эш башҡарған. Һеҙ әлеге ваҡытта ошо ниәттә эшләүселәрҙең нисәнсе тулҡыны?

- Ысынлап та, беренсе тапҡыр был темаға БСТ-ла эшләгән бер егет тотонған һәм 2014 йылда цифрлаштырыу буйынса ныҡ эшләгән, әммә һуңынан дәрте һүнгәнме - туҡтап ҡалған. Икенсе тулҡынды 2018 йылдарҙа Илдар Кинйәбулатов башлап ебәрҙе һәм уларҙың командаһы тарафынан да ҙур эш башҡарылды. Иң мөһиме - улар башҡортса клавиатура эшләне. Шуға күрә үҙемде өсөнсө тулҡын, тием.
Күҙәтеүҙәремә нигеҙләнеп, шуны әйтә алам: әгәр ярҙам, хуплау булмаһа, 3 йылдан кешенең дәрте һүнә. Шуға ла мин эшләгәндә барлыҡ эштәремде асыҡ итеп күрһәтеп, реклама эшләп һәм барыһы ла ҡуллана алырлыҡ итеп һалып барам. Әгәр ҙә әле минең менән бергә эшләргә йәки һуңынан эшләргә теләүселәр булһа, берәй килеп минең дә дәртем һүрелеп, ташлап ҡуйһам да, улар дауам итә ала, уларға еңел була һәм бөгөн эшләгән эшем барыбер юғалып ҡалмаясаҡ. Бында бер генә миҫал килтергем килә: татар коллегалар, аҡса эшләү ниәтенәнме икән, барлыҡ эшләнмәләрен яба, кеше күҙенән йәшерә. Шуға күрә бөгөн улар артта ҡалды, тип әйтһәм дә хата булмаясаҡ.

Был һорауҙы мин башҡорт телен донъя кимәленә сығарырға тырышҡан һәр кемгә биреп, фекерҙәрен белешәм. Мәҫәлән, беҙҙә дәүләттән финансланып, параллель текстар йыйыу, корпус төҙөү, һүҙлектәр эшләү менән шөғөлләнгән учреждениелар, хатта министрлыҡ бар, әммә һеҙ әйтмешләй, улар ҙа татарҙарҙың эштәре кеүек үк ябыҡ, цифрлаштырыу майҙанына сығарылмаған, йәғни яһалма интеллект йылдамыраҡ башҡорт телен өйрәнһен тигән ярҙамдары юҡ, тип әйтергә мөмкин. Ни сәбәптән, ни өсөн ирекмәндәр телде һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә нығыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк эшләй?

- Бөтөн эште башлаған саҡта ла бәләкәй арбаны этеп алып китеүе еңелерәк. Был йәһәттән ирекмәндәр үҙҙәренең хәленән килгән тиклем йөктө һөйрәй, тиҙ генә яраҡлаша һәм боролоштарҙа йөгөн ауҙармай. Ҙур ойошмаларҙы алғанда, улар - ҙур организм. Уларҙың билдәле йүнәлеше бар һәм ниндәйҙер икенсе йүнәлешкә бороу һәр саҡ ҡыйын. Шулай уҡ эш башлағанда ҙур хәүеф була: уның килеп сығамы, юҡмы икәнен әйтеүе ҡыйын. Ҙур ойошмаларҙа ла шундай хәүеф бар һәм ул ныҡ ҙур, сөнки ул аҡсаға бәйле. Эшләп сығарһалар - яҡшы, эшләп сығара алмаһалар, хатта енәйәт язаһына тиклем яуаплылыҡ ҡаралған. Был йәһәттән улар ныҡ сикле һәм үҙаллылыҡ, башбаштаҡлыҡ хәүефле. Шуға әлеге ваҡытта уларҙы ғәйепләп тә булмай. Әлбиттә, беҙҙең менән бүлешһәләр, бергә эшләһәк, яҡшы булыр ине һәм шуны ғына әйтә алам: тиҙҙән улар ҙа яйлап мәғлүмәтте ирекле ҡулланыуға сығарыуға киләсәктәр. Мәғлүмәттәр телгә бәйле өлкәлә генә ябыҡ түгел бит. Яңыраҡ ил Президенты Владимир Путиндың Указы булды, уға ярашлы, беренсе тапҡыр датасет (мәғлүмәт тупланған йыйынтыҡ) тигән формулировканы юғары кимәлдә ҡуллана башланылар. Әлеге ваҡытта дәүләт кимәлендә медицинала булған мәғлүмәтте (диагноз, анализдар, дауаланыу, һ.б.) эйәһеҙ форматта дөйөм ҡулланыуға һалырға ҡарар иттеләр. Тиҙҙән бындай указ барлыҡ тармаҡтар буйынса ла, шул уҡ ваҡытта тел өлкәһендә лә булыр, тип өмөтләнәм, сөнки шунһыҙ алға китеп булмай. Рәсәйҙең цифрлаштырыу министрлығы төрлө конкурстар үткәрә, мин дә ҡатнашып торам, һәм улар ошо төрлө өлкәләрҙә программистар әҙерләгән эштәрҙе үҙҙәрендә ҡуллана. Был йәһәттән Цифрлаштырыу министрлығына дәғүәм юҡ. Улар цифрлаштырыуҙы ныҡ алға этәрә һәм халыҡ өсөн һәр саҡ асыҡ. Хатта аралашҡан ваҡытта: "Был эште әлегә эшләй алмайбыҙ, сөнки икенсе министрлыҡ ҡамасаулай, шул проблеманы хәл итмәйенсә, килтереп сығара алмайбыҙ", - тиҙәр. Бер-беребеҙгә асыҡ булғас, беҙҙең мөнәсәбәттәр вертикаль түгел, ә горизонталь. Медицина буйынса датасет асыу ҙа - ул Цифрлаштырыу министрлығының ҙур ҡаҙанышы. Шулай уҡ улар яңыраҡ ҡына бер сарала ҡатнашты, унда Сбербанк та булды. Был сараның маҡсаты - юғалып барған телдәрҙе цифрлаштырыу булды. Ул халыҡтарҙың үҙ программистары юҡ, ә башҡалар, хатта ул телде белмәһәләр ҙә, ниндәйҙер ярҙам күрһәтә ала. Бында Сбербанк тураһында ла әйтеп китер инем - күптәр уны банк тип кенә күҙ алдына килтерә, ә уның яһалма интеллект буйынса эшләгән бүлексәһе бар. Улар ҙа күп эш башҡара һәм, ғөмүмән, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар телдәрен тел моделенә ҡушып, бик ҙур эш эшләне.

Мәғлүмәттәрҙе асыҡ доступҡа һалыу тураһында указ бик һәйбәт, тимәк, ошо мәғлүмәт ярҙамында яһалма интеллект тиҙ генә диагноз ҡуя аласаҡ...

- Улар әле лә бар. Мәҫәлән, беҙ ЭКГ - электр кардиограммаһы үтәбеҙ. Яһалма интеллектты шуның буйынса өйрәтәләр. Табип, шундай тулҡын булһа - ниндәйҙер ауырыу икәнен күрһәтә, нормаль тулҡын булһа - нисек булырға тейешлеген аңлата. Ошо барлыҡ варианттар күрһәтелеп бөткәс, компьютерға шул мәғлүмәтте индерәләр һәм пациентҡа ЭКГ үткәргәс, компьютер шунда уҡ диагноз ҡуя ала. Әле бит рентген, МРТ, КТ буйынса белгестәр һүрәттәрҙе ҡарап диагноз ҡуя, нимәнелер күрмәй йәки иғтибарға алмауы мөмкин, был йәһәттән компьютер күҙенән бер нәмә лә ситтә ҡалмай.

Әлеге ваҡытта компьютер менән уйнап, шахматсылар уны еңгәне юҡ. Хәҙер журналистар мәҡәләне яһалма интеллект ярҙамында яҙа, яһалма интеллект ярҙамында бер төндә диплом яҙып, яҡшы билдәһе алған осраҡтар ҙа бар. Мин дә һеҙ эшләгән бот ярҙамында ҡыҫҡа интервьюларҙы яһалма интеллекттан текст вариантына күсертеп алам... Ошо процестар кешене ҡулланыусы итеп кенә тәрбиәләмәйме?

- Мәҡәләләргә килгәндә, уларҙы тик бот ярҙамында яҙҙырған бер журнал бар. Кешеләр уны ҡарап, уҡып сығып, етешмәгән ерен инструкция рәүешендә өйрәтеп кенә ебәрәләр. Әммә улар әле интернетта булған мәғлүмәт нигеҙендә яҙылған, шуға ул ниндәй стилистиканы алып, ниндәй темаға нисек яҙырға белә. Шул уҡ ваҡытта бөтә нәмә үҙгәреп тора, кеше тиҙ генә ҡулайлашып, икенсе төрлө уйлай, икенсе төрлө яҙа башлай. Ә компьютер тиҙ генә яңы стилистикаға күсеп китә алмай. Әгәр ул элек булып, һуңынан онотолоп, ҡабат тергеҙелһә - ул ваҡытта проблема юҡ.
Дөрөҫөн әйткәндә, әлеге ваҡытта революция бара. Октябрь революцияһынан һуң, индустриализация осоро башланып, заводтар төҙөлгәс, элек берәрләп итек эшләгән кешеләр эшһеҙ ҡалған: заводтар уларҙы күпләп сығара башлаған, хаҡтар төшкән. Кемдер эшһеҙ ҡала, әммә икенсе эштәр барлыҡҡа килә. Хәҙер бөтә нәмәнең тиҙлеге артты. Бер шулай яҙыусыларҙың форумында булғайным, улар әйтеүенсә, китап әҙерләп бирәләр ҙә, нәшриәттә баҫылып сыҡҡансы 5-6 йыл үтә. Миҫал өсөн Һомайҙан: "Балаларға "Урал батыр" эпосы буйынса бәләкәй генә әкиәт яҙ әле", - тип һорағайным, ул миңә өс минутта шул әкиәтте яҙып бирҙе. Тәүҙә ошо эпос тураһында һөйләштек, шунан ғына әкиәт яҙырға ҡуштым. Шунда ҡайһы бер урындарын тағы ла төҙәтергә, өҫтәргә кәрәк, һәм мин уға, ошо урындағы мажараларҙы нығыраҡ тасуирла әле, тип әйтәм, йәғни, эш ҡушам (промТинженеринг - ҡайһы тирәлә нимәне үҙгәртергә икәнлеген күрһәтәм). Яһалма интеллектты ныҡлап өйрәтһәк, бер көн эсендә төрлө темаға йөҙләгән әкиәт яҙҙырып сығарырға була. Әгәр артабан да бер китап сығарыу 5-6 йыл көтөп ята икән, киләсәктә был йүнәлеште тиҙ эшләгәндәре баҫып аласаҡ.
Бөгөн хатта программаны ла бот ярҙамында яҙып була. Минең менән эшләгән егет, бер эшен бер сәғәт эшләп ултырҙы ла, һуңынан бот ярҙамында биш минутта эшләп бөтөрөп ҡуйҙы. Йәғни кеше эшен тиҙ генә башҡарып, икенсе нәмәләр уйларға ваҡытын бушата. Шул уҡ ваҡытта компьютерҙың етешһеҙлеге нимәлә - ул уйлай белмәй. Нимәлер эшләгәндә беҙ физик ғәмәл менән мәшғүл, ә уйлау - ул эмоция, хистәр - былар компьютерға ят. Шуға ҡурҡыу кәрәкмәй. Киреһенсә, тиҙ генә ҡулайлашһаҡ, был беҙгә киләсәктә нығыраҡ ярҙам итәсәк.

Һуңғы эштәрегеҙҙең береһе - башҡортса һөйләшкән аҡыллы колонка. Ә ни өсөн тап Һомай тип атарға булдығыҙ?

- Башҡорттарҙа иң бөйөк әҫәр - ул "Урал батыр" эпосы. Ундағы персонаждарҙың береһе - Һомай, ул Уралдың ҡатыны, уға ярҙам итә. Был - бер яҡтан, икенсе яҡтан, Һомайҙа башҡортта ғына булған "Һ" өнө бар. Рустарҙың Марусялары бар икән, тимәк, башҡортта ул башҡорт исеме менән аталырға, ул ғына ла түгел, барлыҡ төрки милләттәргә аңлашылып торорға тейеш, сөнки аҡыллы колонкалар үҫешенең тағы бер этабы - башҡа төрки телдәргә лә ярҙам итеү. Мәҫәлән, беҙҙә булған ҡоралдар татар телен яҡшы аңлай һәм уларҙы татар теленә күсереү ҡыйын түгел.

Колонка тигәс, ул нисек буласаҡ - компьютерға индерелгән колонкамы, әллә айырым, беҙ күреп өйрәнгән ғәҙәти колонкамы?

- Һомай - ассистент, интернетта йәшәгән ярҙамсы тип күҙ алдына килтерһәк, колонка - ул ошо ярҙамсының кәүҙәһе. Әммә Һомай төрлө кәүҙәләргә урынлашырға мөмкин. Шуға колонка - уның бер төрө генә. Әлеге ваҡытта беҙҙең Һомай - ул компьютерҙа текст форматында яҙыу варианты. Шулай уҡ смартфонда кнопкаға баҫып һөйләшеп тыңлау форматы буласаҡ.
Әле был колонканың төп маҡсаты - кешегә тиҙ генә мәғлүмәт биреү. Эшләй башлағанда Яндекс аша һорау яҙып эҙләү кеүек итеп күҙ алдына килтерә инем, халыҡ менән аралашҡанда уларҙың колонканы кеше менән аралашҡан кеүек итеп күрергә теләүҙәре асыҡланды: һиңә нисә йәш, исемең нисек, ҡайҙа тыуҙың, һ.б. Шундайыраҡ һорауҙар менән башын ҡатыралар, ә уның төп функцияһы - тупланған, мәҫәлән, шул уҡ Башҡорт Википедияһында булған мәғлүмәтте ҡыҫҡартып ҡына биреү. Программист булараҡ, күп осраҡта, компьютерымда шуныһы боҙолдо, тегеһе ватылды, ворд эшләмәй, башҡорт клавиатураһын нисек ҡуйырға йәки шундай башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәттәр күп булғас, уларға яуапты ассистентҡа өйрәттем һәм хәҙер был йәһәттән Һомай нисек ярҙам итергә белә.

Һомайға тест үткәреү осоронда һорау биреп ҡараным да, рәхәтләнеп көлдөм. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙемдән көлдөм, сөнки Һомайҙың яуабы һинең һорауҙы нисек итеп биреүеңдән тора. Дөрөҫ һорау бирһәң, ул дөрөҫ яуап ҡайтара, әгәр һорауың дөрөҫ булмаһа, ул һорауҙағы айырым һүҙбәйләнешкә генә яуап бирә...

- Һомай әлеге ваҡытта яуап биреү буйынса Алисаны үтеп китә, тиһәк тә була, сөнки OpenII компанияһы эшләгән әҙер ботты ҡулланам, ул инглиз телендә. Йәғни беҙҙә булған мәғлүмәтте башҡорт теленән инглиз теленә тәржемә итәм дә, тегегә ебәрәм, ул миңә яуап бирә һәм мин уның яуабын кире башҡорт теленә тәржемә итәм. Һәм башҡорт теленән инглиз теленә тәржемә иткәндә ҡайһы берҙә яңылыш тәржемә итә һәм шуның арҡаһында көлкөлө хәлдәр килеп сыға. Йәғни бот инглиз телендә ниндәй һорау була, шуға дөрөҫ яуап ҡайтара. Ә бында башҡорт теленән инглиз теленә тәржемә итеү аҡһай. Шуға параллель текстарҙы йыйыуҙы туҡтатырға ярамай, сөнки уның ярҙамында барыбер киләсәктә тәржемәсене яҡшырта алабыҙ. Тәржемәсе яҡшырһа, Һомай ҙа дөрөҫөрәк яуап бирә. Шулай уҡ яуаптар һорауҙың дөрөҫ бирелеүенә лә бәйле. Ҡыҫҡаһы, һорауҙар ике кеше һөйләшеп ултырғандағы кеүек булырға тейеш. Яуап дөрөҫ булмағанда: "Һин аңлап етмәнең, ошо һорауға яуапты дөрөҫләп бир әле", - тиһәң, Һомай яуапты дөрөҫ ҡайтара. Йәғни һорауҙарҙа эҙмә-эҙлеклелек булырға тейеш.
Әлеге ваҡытта ҡала башҡорттары һәм бәләкәй балаларҙың телмәр төҙөлөшө рус теленеке кеүек. Мәҫәлән, мин киттем тышҡа, мин ашаным аш, һ.б. Ә ассистент аңлаһын өсөн дөрөҫ һөйләргә кәрәк һәм яйлап телмәребеҙ ҙә үҙгәрәсәк.

Был ассистент балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүгә ҙур этәргес буласаҡ. Ә әлеге ваҡытта уны балалар араһында һынап ҡарау тәжрибәһе үткәрелмәйме?

- Әле ассистентты халыҡҡа сығарыуға бик аҙ ваҡыт үтте, ә балалар алдына сығарыуы ҡурҡынысыраҡ, сөнки улар ныҡ ҡыҙыҡһыныусан, шуға енси мөнәсәбәттәр тураһында, ярамаған темаларға һорау биреүҙәре мөмкин. Бер яҡтан, бот ундай темаларҙы, һорауҙарҙы үткәрмәй, әммә ҡайһы берҙә мәғлүмәт биреүе лә бар. Шуға ла бында өҫтәмә фильтр булырға тейеш. Әле бирелгән һорауҙарҙы күҙәтеп барғанда ла мосолмандар өсөн тыйылған темалар буйынса һорауҙар 10 процентты тәшкил итә, тип әйтә алам. Был яҡшы, сөнки мин ниндәй һүҙҙәргә фильтр ҡуйырға кәрәклеген асыҡлайым.

Нисек кенә тимәйек, әммә республикалар араһында барыбер дәғүәселек бара. Беҙ ғүмер буйы Татарстан менән ярышабыҙ. Ә Волга буйы федераль округында шундай ассистент тағы бармы, юҡмы?

- Был йәһәттән беҙ беренсе, сөнки бындай чат-боттарҙы эшләүе ныҡ ауыр. Әйтәйек, рустар Маруся ассистентын (mail.ru, ВКонтакте колонкаһы) эшләгән саҡта уларҙың беренсе варианты мәғәнәһеҙ булды, сөнки улар ниндәй һорауға ниндәй яуап бирергә тейештәр, тип, күп кешегә ҡушҡандар ҙа, бер һорауға 5-6 вариант яуап килеп сыҡҡан. Шуға ул "Сәғәт нисә, будильникты ҡуй" кеүек ябай һорауҙарға ғына яуап бирә ала ине. Әле мин ҡулланған бот интернетта булған мәғлүмәтте туплап, уларҙы ҡыҫҡартып, үҙе шунан һеҙгә генә кәрәк мәғлүмәтте табып бирә ала. Хатта ул эҙләү аша һиңә кәрәкле мәғлүмәтте лә таба, әммә айырма нимәлә - эҙләү системаһы бер нисә сайтҡа һылтанма бирһә, Һомай ошо 10 сайтта булған яуаптарға ҡарағанда дөрөҫөрәк яуап ҡайтара. Татарстан Хөкүмәте кимәлендә: "Нишләп беҙҙә һаман да бот юҡ?"- тип һорау күтәрҙеләр, тимәк, эш башларҙар тип уйлайым, сөнки хәҙер был күпкә еңелерәк һәм күпкә осһоҙ.
Икенсе телдәргә ярҙам итеүгә килгәндә, мин мариҙарға телмәрҙе аңлау программаһын эшләп бирҙем. Улар был эшмәкәрлекте беҙҙән алда башлап, икенсе юл менән баралар ине, белешеп, беҙ икенсе юл һайланыҡ тип күрһәттем. Һөҙөмтәне күргәс, улар ҙа беҙҙең юл менән китте һәм мин уларға ҡушымтаны бот форматында эшләп бирҙем. БМО-ның Генераль Ассамблеяһы 2022-2033 йылдарҙы аҫаба халыҡтар телдәре ун йыллығы тип иғлан итте һәм төрлө ҙур эштәр башҡарылырға тора. Әлеге ваҡытта телде цифрлаштырыу буйынса янып йөрөгән кешеләрҙең һаны күп түгел, шуға бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ, сөнки мин уларға ярҙам иттем, улар, үҙ сиратында, икенсе телдәргә ярҙам итәсәк.

Быйыл республикала дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе үҫтереү буйынса гранттарға бүленгән аҡса күләме арттырылды. Һеҙ ошо грант программаларында ҡатнашҡанығыҙ һәм еңгәнегеҙ бармы?

- Дүрт тапҡыр ҡатнаштым һәм дүрт тапҡыр үтмәнем. Әлбиттә, төрлө ваҡытта төрлөсә һөйләнем, үтмәгәс, "Эй, һеҙгә кәрәкмәгәс, мин уны үҙем дә эшләйем", тигән ваҡыттар ҙа булды. Хәҙер иһә бының саҡ ҡына икенсерәк юлын таптым. Беренсенән, өмөтләнеп йөрөгәндән һуң грант ала алмаһаң, ныҡ ҡыйын була, кәйеф төшә, эшкә тотонғо килмәй торғайны. Хәҙер иһә ундай күренештәргә иммунитет барлыҡҡа килде. Үтмәнем, ярай, икенсе юлы үтермен, тием. Әммә үтһәм, грант аҡсаһына тиҙерәк эшләп булыр ине.
Хәҙер ваҡытымды грант яҙыуға күп бүлмәйем, икенсе кешеләргә ҡушам да, грантта нимәгә иғтибар ителергә тейешлеген аңлатам һәм һуңынан тикшереп сығам. Әммә мөмкинлек булғанда - ҡулланырға кәрәк. Грант алыуҙың тағы бер бәләһе - коммерцияға ҡарамаған ойошма табыу, сөнки һәр кем үҙенең проекттарын үткәрергә тырыша йәиһә уларҙы күптән бүлешеп алып бөткәндәр.

Киләсәктә тағы ниндәй яңылыҡтарығыҙ менән ҡыуандырырға ниәтләйһегеҙ?

- Бер эште оҙаҡ эшләһәң, ул ялҡыта, шулай уҡ ытырғыныу барлыҡҡа килә, шуның өсөн мин бер юлы бер нисә проект алып барам. Параллель эштәрҙән - башҡортса ҡулъяҙманы цифрлаштырыу менән шөғөлләнәм. Уның төп маҡсаты - уҡытыусыларҙың өйгә эш, дәфтәр тикшереүенә ярҙам итеү, уларҙың эшен еңеләйтеү. Бынан тыш, Искәндәр Шакировтың һорауы буйынса сканерлаған текстарҙағы хаталарҙы тикшереү буйынса эш алып барам, сөнки тексты сканерлағанда хаталар китә. Уларҙы эҙләп, төҙәтеп ултырыуы бик ҡыйын, ә автоматик рәүештә башҡарыу эште еңеләйтә. Тағы ҙур һәм кәрәкле, күп сығымдар талап иткән проект - ул ютубта булған барлыҡ йәнһүрәттәрҙе башҡорт теленә тәржемә итеү.

Шулай итеп...
Һомайҙы тест рәүешендә тикшергәндә булған фекерҙәр араһында "хата өҫтөнә хата", тигәндәрен дә уҡырға тура килә. Әңгәмәсемдән шундай яҙмаларға ниндәй ҡарашта булыуын да белештем. "Башта шундай тәнҡиткә ныҡ иғтибар бирә, ауырға ала һәм ҡайһы берҙә талашып та китә торғайныҡ. Хәҙер ҡарашым бөтөнләй икенсе: ниндәйҙер хата бар икән - ул минең өсөн ваҡ күренеш, сөнки бер урында хата китеүенән башҡорт телең юғалып ҡалмай, боҙолмай. Әгәр башҡорт теле Һомайҙың бер хата эшләүенән генә юғала икән, тимәк, ул тел көслө түгел. Минеңсә, башҡорт теле быуаттар буйына һаҡланып килеп, уның үҙгәрештәргә иммунитеты бар, үҙгәрә, әммә тиҙ генә үҙгәрмәй, кәрәкмәгәнен төшөрөп ҡалдырып бара. Шуға бер кешенеңме, яһалма интеллекттыңмы бер хата эшләүенән телгә бер зыян да юҡ. Быныһы - бер яҡтан. Икенсе яҡтан, әгәр ҙә мин энергиямды шуның һымаҡ ваҡ мәсьәләләргә бүлһәм, ул ваҡытта киң күләмле проекттарҙа эшләй алмаясаҡмын. Шуға минең көйләнеш: мин киң күләмле эштәр эшләйем, ә кемдер минең эште матурларға, дөрөҫләргә, камиллаштырырға теләй икән, ҡушылып, ярҙам итә ала", - ти ул. Хаҡ һүҙҙәр. Һәр кем башҡорт телен үҫтереүгә бәләкәй генә өлөш индерһә лә, һөҙөмтәлә берлектәге эшмәкәрлек күләмле һәм сифатлы буласаҡ.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.02.23 | Ҡаралған: 399

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru