«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТЫНА КҮРӘ САНАҺЫ, ЗАМАНЫНА КҮРӘ – БАЛАҺЫ
+  - 


Элегерәк балаһын мәктәпкә уҡырға алып барғанда атай-әсәйҙәрҙең: "Ите - һиңә, һөйәге - миңә", - тип әйтә торған йолаһы бар ине. "Өйҙәге биш-алты баланы тыңлатып булмай, ҡырҡ ата балаһын уҡытыусылар нисек тыңлата икән?" - тип, уҡытыусыларыбыҙҙың түҙемлек-сабырлығына хайран ҡалып, атай-әсәйҙәребеҙҙең үҙ-ара һөйләшкәндәре хәтерҙә ныҡ ҡына уйылып ҡалған. Ошондай һөйләшеүҙәр иҫкә төшкәндә: "Ай-һай, беҙҙең менән дә проблемалар булғандыр, юғиһә, атай-әсәйҙәребеҙ ауыҙынан бындай хәбәрҙәр сыҡмаған булыр ине", - тип уйланыла. Ысынлап та, проблемаһыҙ бала саҡ бөтөнләй булмайҙыр ҙа ул, әммә ниндәй айырма бар һуң ул беҙҙең быуын ата-әсәләренең проблемалары менән хәҙерге быуын ата-әсәләренеке араһында? Беҙҙең быуын балаларында өҫтөнлөк иткән шаянлыҡ-шуҡлыҡ ҙурыраҡ проблемамы, әллә алдашыу, яҡшатланыу, ошаҡлашыу ҡурҡынысыраҡ проблемамы? Ошо һорауыма яуап итеп, уҡытыусы булып эшләгән танышымдан ишеткән бер ваҡиғаны бәйән итеп китмәксемен.

Мәктәптә һәр балаға ниндәйҙер карточкалар таратырға ҡушылған икән. Шул карточкаларҙы уҡыусыларына таратып та бөтмәҫ борон шылтыраған телефонын алыуға, теге остан: "Һеҙ нишләп минең балама карточка бирмәнегеҙ!" - тигән ҡәтғи тауыш ишетә уҡытыусы. Ғәжәпләнеүенең сиге булмай уның: "Әллә бер ерҙә видеокамера торамы икән? Мин ул карточкаларҙы бит класымдың яртыһына ла таратып өлгөрмәгәнмен әле… Был ни хәл?" Баҡһаң, балаһы телефон аша әсәһенә смс-хәбәр ебәреп өлгөргән, ә әсәй кеше, аңын-тоңон уйлап та тормай, уҡытыусынан ғәйеп эҙләй ҙә башлаған. Ошондай әсәйҙәр балаһын нисек оло тормошҡа әҙерләр? Үҙе ғаилә ҡороп йәшәй башлаһа, хәләл ефетенең һәр ҡылығын ата-әсәһенә еткереп смстар яҙа башлаһа, был ғаилә ныҡлы булырмы? Һәм тағы ла: йәмғиәт төй-мәнән дөйә яһарға яратҡан атай-әсәйҙәрҙән уҡытыусыны яҡлап, берәй ғәҙел һүҙен әйтә алырмы? Уҡытыусы уҡытыусы булырҙан иң алда кеше бит әле!
Ошо ваҡиғаны ишеткәндән һуң һәм шулай уҡ яңыраҡ "Киске Өфө" гәзитендә баҫылған ошаҡлашыу тураһындағы мәҡәләне уҡығас, үҙемдең бала сағым, атайым, әсәйем иҫкә төшөп, бергилке хәтирәләргә сумып ултырҙым әле. Етенсе класс тирәһендә уҡый инем булһа кәрәк. Класыбыҙға ошоға тиклем урыҫ класында уҡыған Әмир исемле яңы уҡыусы килеп ҡушылғайны. География дәресе алдынан өйгә бирелгән эште ҡабатлап ултырам. Күрәһең, ҡысҡырып уҡығанмындыр. "Америка" тип уҡыуым булды, яңы малай яныма килеп, миңә тондормаһынмы! Ҡысҡырып илап ебәрҙем. Директор ағай (география уҡытыусыһы) дәрескә ингәс, илап ултырыуымды күреп, "Нишләп буҙлап ултыраһың, тым!" тине лә, дәресте башлап та ебәрҙе. Дәрес бөтөп, өйгә ҡайтып ингәс, тағы ла илап ебәргән кеше булдым. Атайымдың ҡоро ғына итеп: "Нимә булып китте?" тигән һорауына үҙемде рәнйетеүсенең исемен әйттем. Атайымдың йөҙө лә үҙгәрмәне.
- Кил әле бында, - тине ул урындыҡ өҫтөндәге тәҙрә янына саҡырып. Барҙым.
- Ҡара әле ана торған бағанаға.
Бер ни ҙә аңламайым. Мине рәнйетеүсе менән был бағананың ниндәй уртаҡлығы бар икән?
- Күрәһеңме шул бағананы? Һин шул бағанаға барып һуғыр инеңме?
Һаман бер ниҙә төшөнмәйем.
- Ул бағананың бында ни ҡыҫылышы бар һуң әле?
- Әнә шул-шул. Һин белмәйһең, ә мин беләм. Тик торған бағанаға һин дә барагилеп һуҡмайһың, мин дә һуҡмайым. Һин дә шул бағана кеүек тәртипле генә, тик кенә торһаң, һиңә лә киләгилеп, Әмир һуҡмаҫ ине.
- Ю-у-уҡ, мин яңы малайға яҡын да барманым!
- Яҡын бармай ғына ла кешене рәнйетергә була. Алыҫтан тороп ҡына, телең менән генә! Үҙең теймәһәң, телең тейгәндер!
Ошо ваҡиға аша атайымдың биргән һабағы миңә ғүмерлек һабаҡ булды. Хәҙерге көндә үҙем өләсәй булып, атай-әсәйем күптән инде гүр эйәләре булһалар ҙа, һаман да уларҙың һүҙен тотоп, улар тәрбиәһе менән көн күрәм. Ғөмүмән, тәрбиә мәсьәләһенең ниндәй генә өлөшөнә ҡағылмаһын, баланы мәктәптә уҡытыусылар тәрбиәләргә тейеш тигән хәҙерге заман "ҡанундарын" үҙем йөрәгем менән дә, аҡылым менән дә тулы килеш ҡабул итә алмайым. Сәйер: баланың яҡты донъяға тыуыу-тыумауы тураһындағы ҡарарҙы ата-әсә ҡабул итеп, балаһының киләсәген яҡынса күҙаллай, пландар ҡора, ә баланың ҡылған ҡылыҡтары өсөн мәктәп яуап бирә. Төнгө сәғәт 1-ҙәме, таңғы 5-тәме бала ҡылған яуызлыҡ өсөн тыуҙырған ата-әсәһе түгел, ә уҡытыусыһы яуап тота. Уҡытыусыға ҡуйылған хәҙерге талаптар буйынса, "шулай файҙаһы ҙур булыр ине" тип түгел, ә "ошолай беҙҙең өсөн уңайлыраҡ" принцибы менән эш итеүҙән яуаплылыҡ уҡытыусы елкәһенә һалыналыр, күрәһең. Миҙалдың икенсе яғында уҡытыусының үҙен шәхес булараҡ, кеше булараҡ һанға һуҡмау, уҡытыусының да үҙ ғаиләһе барлығын, үҙе тыуҙырған балалары өсөн үҙенән башҡа бер кемдән дә тәрбиә өмөт итмәүен күрергә теләмәү ап-асыҡ яҙылған. Был фекеремде дәлилләп, уҡыусыһы юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн дә, ҡайҙалыр әҙәпһеҙ һүҙҙәр яҙып китһә лә, кемдер менән һуғышһа ла, хатта тикшереүсе органдар ҙа уҡытыусының тәрбиәүи эш планын тикшереп, хеҙмәтенә баһа бирә башлауы ғәҙел хәлме?
Ошаҡлашыу тигәндән, ғаиләбеҙҙә өс төрлө: әсәйһеҙ - алтау, атайһыҙ - икәү, бишәүебеҙ атай-әсәйле булып, төрлө-төрлө балалар тәрбиәләнгәнлектән, ошаҡлашыу ҡәтғи тыйыла торғайны. "Хәйерниса апайығыҙҙы яманлап, миңә килеп ошаҡлап йөрөмәгеҙ, мин апайығыҙҙың арҡырыһын-буйын белеп бөткәнмен инде!" тип тәүге ҡатынынан етем ҡалған алты балаһын иҫкәртеп ҡуйыуы ла атайымдың өйҙәге тыныслыҡ, татыулыҡ хаҡына алдан күрелгән хәстәрелер тип аңлайым хәҙерге аҡылым менән. Өйҙә балалар үҙ-ара талашып, һуғышып китеп, әсәйемә әйтәм, йә атайыма әйтәм, тип илай башлаһаҡ, беҙгә "Ошаҡ тоҡсайы!" тигән исем тағыла торғайны. Атай ҙа, әсәй ҙә ошағыбыҙҙы ҡабул итмәй, ошаҡлаусы булараҡ, тик үҙебеҙҙе ғәйепләрен һиҙгәнгә, үҙ-ара булған иреш-талашты атай-әсәйебеҙ белмәй ҙә ҡала торғайны. Әсәйебеҙ, ғәҙәтенсә, "Ошаҡлашма, оло ат менән уйнаған тайҙың бото аҡһаған", йә булмаһа, "Шулай ул, уйындан уймаҡ сыға" тип, мәҡәл йә әйтем менән "Оло ағайҙарыңды, апайҙарыңды тыңлап өйрән", тигәнде аңлатып, ҡылығыбыҙға баһа бирер ине. Атайыбыҙ: "Балаларҙы ҡоторторға ярамай, атыу елкәңә менеп ултыра улар. Ошаҡлашып өйрәнеп китһә, ишеткән һәр бер хәбәрҙе һөйләп, һүҙ ташыуҙан бушамаҫ та, тартынмаҫ та, унан инде юҡты бар итеп алдаша башлар", - тип, ололарҙы ололай белмәй ҡуйыуыбыҙҙан да, һүҙ йөрөтөүсе булып, ошаҡсы, алдаҡсы булып китеүебеҙҙән дә үҙенсә ҡурсалап ҡына торор ине. Ололар алдына төшөп хәбәр һөйләргә маташҡан сағыбыҙҙа ла атайыбыҙҙың "Оло бәйелләнмә!" тип, тыя һала торған ғәҙәте була торғайны. Бала ҡасан да бала инде ул, шашып киткән саҡтарыбыҙ ҙа байтаҡ булды. Ундай ваҡыттарҙа: "Ана, өрлөктә торған шыйыҡ сыбыҡты күрәһеңме?" - тип өҫтә торған сыбыҡҡа ишара булһа, шундуҡ шашыныуыбыҙҙан туҡтар инек. Сыбыҡ эләктереүгә барып етмәһәк тә, шул тал сыбығы ла үҙе бер тәрбиә ысыулы булған икән заманында.
Халҡыбыҙҙа элек-электән тәрбиә мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелгәнлектәндер, тәрбиә тураһында бик күп мәҡәл-әйтемдәр ҡалған. "Бала ғәйебе - ата-инәһенеке". "Үҙең ҡарға булһаң, балаң һандуғас булмаҫ". "Баланы табыу һөнәр түгел, ә бағыу - һөнәр". Юғарыла килтерелгән мәҡәл-әйтемдәрҙән күренеүенсә, тәрбиә - ул һөнәр, эйе, бик тә яуаплы һөнәр. Тәрбиә - ул һинең хеҙмәт емешең. Һине бәхетле иткән дә, бәхетһеҙ иткән дә ана шул үҙ хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһе - тәрбиә. Баланан бәхетең булһа, ҡарт көнөңдә лә йәш итер, баланан бәхетең булмаһа, иртә йәштән дә ҡарт итер, тигәндәй, халҡыбыҙ борон-борондан тәрбиә дилбегәһен үҙ ғаиләһе ҡулынан ысҡындырмаған. Уҡытыусылар менән бәйләнеште өҙмәү - үҫмер балаларының хаталарын ваҡытында төҙәтеп ебәреү өсөн иң кәрәкле ысулдарҙың береһе итеп һаналған. Хәҙерге быуын ата-әсәләренә лә оло быуындарҙан ҡалған бындай тәрбиә ысулын отоп алып ҡулланыу һөҙөмтәлерәк булыр ине, минеңсә.

Нәзиә БИКБОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Сибай ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №7, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.02.23 | Ҡаралған: 287

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru