«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘЙБӘТ КИТАП УҠЫҒАНДА ТАҢ ТИҘ АТА
+  - 

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Салауат Юлаев ордены, "Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында намыҫлы хеҙмәт өсөн" миҙалы кавалеры, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, хеҙмәт ветераны Марат Мөхәмәтйән улы Хафизов менән тарих фәндәре кандидаты Юлай Марат улы Әбсәләмовтың "Һуғыш балалары" тигән китабының исем туйы булып үтте.

Китаптың яҙылыу тарихы шулайыраҡ: 2021 йылдың башында Миңзәлә һәм Ҡадурий Фазлетдиновтар авторҙарға һуғыш балалары тураһында китап яҙырға тәҡдим итә. Тәҡдим бер шарт менән ҡабул ителә. Китап бөтөн Башҡортостандағы һуғыш балалары түгел, ә 1944 йылда асылған 9-сы башҡорт республика мәктәбе (бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) миҫалында яҙылырға тейеш. Был уҡыу йортонда ул саҡта аталары һуғышта һәләк булып, ата-әсә һөйөүенән мәхрүм ҡалған балалар тәрбиәләнә.
Был китапта ошо ауыр йылдарҙа һәм һуғыштан һуңғы осорҙа 9-сы мәктәптә уҡыған һәм уны тамамлаған уҡыусыларҙың тормошо һүрәтләнә. 40-лаған шәхестең күптәргә өлгө булырлыҡ, фәһем алырлыҡ яҙмышы, уларҙың яулаған үрҙәре һәм өлгәшкән уңыштары тураһында бәйән ителә. Китап ошондай тәҡдим авторҙары Фазлетдиновтарҙың матди ярҙамы менән баҫылып сыға.
Марат Хафизовтың сығышын тыңлағанда залда тулҡынланмаған кеше ҡалмағандыр. Ысын мәғәнәһендәге уҡытыусының, оратор педагогтың сығышы булды ул. Телмәре тап-таҙа башҡортса, милли рухта яңғыраны. Фекерҙәре тәрән, мәғәнәле, иғтибарҙы шундуҡ йәлеп итте. Күңелдә шундай уҡытыусының уҡыусыһы булғандарға ҡарата аҡ көнләшеү тойғоһо ла барлыҡҡа килде. Мин уҡыусыларҙың йөҙөндә ысын мәғәнәһендәге ғорурлыҡ балҡышын күрҙем. Шундай уҡыу йортонда белем алыу бәхете тейеүҙән тыуған ғорурлыҡ! Уҡытыусыһының шундайын сығышынан һуң китаптың икенсе авторы Юлай Әбсәләмов тик ике генә һүҙ әйтеү менән сикләнде: "Китап уҡығыҙ!"
Сараның үҙенсәлеге шуға ҡайтып ҡалды: унда гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары китаптың авторҙарынан тыш, уның төп геройҙары менән дә осрашты. Улар һәр береһе хаҡында айырым китап яҙырлыҡ республикаға таныш шәхестәр, шуға исемдәрен генә атап үтәм: Альбина һәм Фәнис Исхаҡовтар, Эрнст Юлбарисов, Ләлә Биишева, Әхнәф Тимербулатов. Һуғыш осороноң һәм унан һуңғы йылдарҙың барлыҡ ауырлыҡтарын еңеп сығып, үҙҙәренең исемен бар тулылығында аҡлаусы һуғыш балалары бына улар инде. "Бәхетле бала сағы булмаған кеше үҙенең бәхетле икәнлеген аңлай алмай", тиҙәр. Ә кисәлә ҡатнашыусы китап геройҙары был әйтемдең нәҡ киреһен раҫлаусылар. Нимә генә тимә, һәр кеше бәхетте үҙенсә ҡора, үҙенсә аңлай.

Әйткәндәй...
Кисә барышында экранда халҡыбыҙ шағиры Рәми Ғариповтың "Һәйбәт китап уҡығанда таң тиҙ ата" тигән тәрән мәғәнәле ҡанатлы һүҙҙәре ваҡыты-ваҡыты менән күренеп-күренеп ҡалды. Был һүҙҙәр кисәнең лейтмотивына әүерелде: шундай фәһемле, һәйбәт китап хаҡындағы сараның үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Китап хаҡындағы тулыраҡ һүҙҙе "Ағиҙел" журналы биттәрендә дауам итеп әйтермен, тием.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.02.23 | Ҡаралған: 166

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru