«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАН ҠЫҘҘАРЫ ЛА ӨЙӨБӨҘ ЙӘМЕ БУЛЫР
+  - 


"Өйҙөң йәме - ҡатын-ҡыҙ", ти. Ә бөгөн беҙ Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты йәме булған һылыу ҡыҙҙар Илгизә Йәрмөхәмәтова, Розалина Мөхәмәтйәнова, Алтынай Атанғолова менән заман һәм ҡатын-ҡыҙ, матурлыҡ тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө етеп килә. Был дата нимәгә бәйле барлыҡҡа килгән һәм һеҙҙең өсөн ниндәй байрам ул 8 Март?

Р. Мөхәмәтйәнова:
Февраль революцияһы, забастовкалар башланып киткән саҡта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа үҙ хоҡуҡтарын даулап, демонстрацияларға сыға. Улар эш шарттарын яҡшыртыу, эш хаҡын арттырыу, тормоштарында төрлө яҡтан тигеҙлек, тиңлек тәьмин итеүҙе талап итә. Бөгөн бына шулай яулап алынған тигеҙлек иң юғары нөктәгә күтәрелгән: ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр кеүек йорттар һала, төрлө транспортты ла йөрөтә, эшләйҙәр, шәхси эшен дә асалар. Йәмғиәттә ир-егеттәргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға мөмкинлектәр шулай тигеҙ бирелгән, әммә ғаиләләрҙә барыбер ҙә ҡыҙҙарҙы ҡурсалау, ауыр эш ҡушмау, ир ҡатыны, буласаҡ әсәй итеп тәрбиәләү менталитет һымаҡ һаҡланып ҡалған. Ҡатын-ҡыҙ йортҡа ҡот бирә, ир-ат мал таба, тип баралар. Мин XXI быуатта ҡатын һәм ир араһында партнерлыҡ мөнәсәбәттәре өҫтөнлөклө булырға тейеш, тип иҫәпләйем шулай ҙа. Бөтә нәмәне бергә эшләргә: уртаҡ бюджет тотоу, бергә ашарға бешереү, балалар тәрбиәләү дөрөҫөрәк юлдыр.
Ә инде 8 Март байрамына килгәндә, минең өсөн ул яҡты, шатлыҡлы бер көн. Ул көндә атайым әсәйебеҙгә, миңә һәм һеңлемә сәскәләр бүләк итә. Әсәйҙең йөҙө балҡып, аш-һыу яраштырырға керешә һәм ул байрамды шундай матур кәйефтә үткәрәбеҙ.
И. Йәрмөхәмәтова: Байрам көндө гимназияла булһаҡ, класташыбыҙ Урал һәр беребеҙгә шиғырҙар бағышлап һөйләй, күмәгебеҙгә бер һауыт шоколад бүләк итә. Уның шулай күңелебеҙҙе күреп тороуына бик рәхмәтлебеҙ. Ә инде ауылда булғанда 8 Март иртәһендә атайҙың аш бүлмәһендә бешеренеүенән таралған тәмле еҫкә уянып китәм, ул беҙҙе ҡотлай, әсәйгә гөлләмә бүләк итә. Әсәйҙең сәскәләрҙе күреп йөҙө нурланып китә, бөтә өйгә шундай яҡтылыҡ һибелгәндәй була, байрам кәйефе барлыҡҡа килә. Шундай тылсымлы көн минең өсөн 8 Март.
А. Атанғолова: Беҙҙә лә был байрам иртәһе шулайыраҡ башлана. Атайымдың һирәк кенә, әммә фәрештә ҡанатын тығып торғандай, телде йоторлоҡ итеп бешергән аштарын ошо көндә тәмләйбеҙ. Ғәҙәттә, ул шешлек ҡурып, буранлы көн булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙе Һаҡмар буйына алып барып ҡайта. Күренеүенсә, хәҙер был байрамды башҡасараҡ аңлайбыҙ. Әммә йәмғиәтебеҙҙә бөгөн дә хоҡуҡтар тигеҙлеге көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала: тик гүзәл заттарҙы ғына түгел, ир-егеттәрҙе лә ҡыҫырыҡлаған осраҡтар бар. Һәр саҡ баланс һаҡланһын өсөн ике яҡ та бер-береһенә тәрән ихтирамлы мөнәсәбәттәрҙә булырға тейештер ул. Был йәһәттән беҙҙең гимназияла тәрбиә яҡшы ҡуйылған: малай-ҡыҙҙар бөтәһе лә йәне теләгән йүнәлештә белем ала, түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, уҡытыусылар араһында ла айырып ҡараусылар юҡ. Хатта ҡыҙҙар ҡурай түңәрәгенә лә йөрөй.

Һеҙҙең өсөн матурлыҡ төшөнсәһенең мәғәнәһен дә билдәләп китәйек әле...

И. Йәрмөхәмәтова:
Һәр кем үҙенсә матур һәм ул матурлыҡ кешенең күңеленән килә. Ҡатын-ҡыҙҙың тормоштан ҡәнәғәт булыуынан да торалыр. Ҡәнәғәт кеше тормошҡа йылмайыу менән, күҙҙәренән дәртле осҡондар сәсеп баға һәм башҡаларҙың иғтибарын шулай йәлеп итә.
Р. Мөхәмәтйәнова: Матурлыҡ - ул гармония. Ҡатын-ҡыҙҙың күңеле лә, йөҙ-ҡиәфәте лә уны ниндәй итеп ҡабул итеүҙәрендә ҙур роль уйнай. Ышаныслы баҫып, йылмайып үтеп барған ҡыҙға кем иғтибар итмәҫ! Шулай уҡ алсаҡ, аҡыллы, һөйкөмлө булыу ҙа матурлыҡтың мөһим сифаттары.
А. Атанғолова: Ә минеңсә, матурлыҡ - ул үҙеңде яратыу. Әгәр ҡатын-ҡыҙ үҙенә ваҡытты күберәк бүлә, үҙен матурлай, тойғоларын үҫтерә икән - ул үҙен ярата һәм матур була. Ундай гүзәл заттар үҙен дөрөҫ баһалай, етешһеҙлектәре өҫтөндә эшләй һәм гел генә камиллыҡҡа ынтыла. Әлбиттә, һәр беребеҙ үҙенсә матур, башҡаларға оҡшамаған.

Буянған ҡыҙҙан оялған ҡыҙ матур, тигәндәр боронғолар. Ә бөгөн был сифат көнүҙәкме?

И. Йәрмөхәмәтова:
Бик үк актуаль түгелдер был, сөнки заман башҡа - заң башҡа. Буяныу-буянмау мәсьәләһендә һәр кем үҙ иркенә ҡуйылған, шулай ҙа сама белгәндәр ота. Ә бөгөнгө көндә ҡыҙҙарҙың оялсанлығы бик үк яҡшы сифат түгел, сөнки бик күп мөмкинлектәрҙән ҡолаҡ ҡағырға ихтималһың. Мәҫәлән, күп кеше йыйылған берәй сара үтә икән һәм шунда кешеләрҙән оялып, бер һүҙ әйтә алмай ултыраһың икән, был - насар. Асыҡ йылмайып, кешеләр менән алсаҡ аралашып, әүҙем ҡатнашып, кәрәк саҡта уй-фекерҙәрең менән бүлешә алыуың күпкә яҡшы. Баҫалҡы булһаң, баҫырҙар, тигәнерәк мәҡәл дә бар бит.
Р. Мөхәмәтйәнова: Әлбиттә, бөгөн ҡыҙҙар ҡыйыуыраҡ булырға тейеш. Элекке кеүек, егеттәргә күҙен дә күтәреп ҡарарға оялырға, йәки күлдәктәре үтә оҙон булырға тейеш түгел, тип ҡырҡа белдермәйем. Сама белергә кәрәк һәм алтын урталыҡ һаҡлау шарт. Хәҙер ҡыҙҙар карьера ла эшләй ала, һәләттәрен үҫтерә, китаптар ҙа яҙа, сәхнәгә лә сыға, ир-егет эше тип иҫәпләнгән һөнәрҙәрҙе лә үҙләштерергә мөмкин. Оялып һәм ҡурҡып торғандар был мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырасаҡ. Мин намыҫҡа бәйле генә оялыуҙы ҡабул итәм. Намыҫыңа тап төшөргән эштәрҙе эшләүҙән оялыу, тартыныу һәр кемдә булырға тейеш.
А. Атанғолова: Мин дә был мәҡәл менән килешмәйем. 21-се быуатта һәр ҡатын-ҡыҙ үҙ юлын таба, яратҡан эше менән шөғөлләнә ала. Әйткәндәй, буяныу тураһында. Был үҙеңде башҡаларға "бына мин шундай" тип күрһәтеүҙең бер ысулы ғына. Башҡаларға оҡшарға теләмәүҙән дә килеп сыға ул. Ә бөгөн күптәрҙең бер төрлө итеп ирендәрен бүрттереүе, ҡаштарын татуаж ярҙамында ҡарайтыуы башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ күренергә теләүенән, тип уйлайым. Был уларҙың тағы ла матурыраҡ булырға ынтылышын сағылдыра, шулай теләгәстәре - эшләтһендәр әйҙә.
Р. Мөхәмәтйәнова: Ә мин үтә ныҡ буянған, ирендәрен бүрттергән йәки пластик хирургия хеҙмәттәренә мөрәжәғәт иткәндәр үҙ-үҙенә ышанмаған кешеләрҙер, тип иҫәпләйем. Ундай үҙгәрештәрҙе был ысынлап та һинең ҙур кәмселегең булғанда ғына ҡулланыу урынлы. "Ҡуян ирен" менән тыуған балаларға, мәҫәлән.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡиәфәтенә ҡағылышлы донъя кимәлендә ҡабул ителгән матурлыҡ стандарттары менән килешәһегеҙме?

Р. Мөхәмәтйәнова:
Сит илдән килгән 90-60-90 стандарттары ҡыҙҙарҙың башын әйләндерә. Хатта ҡайһы берәүҙәр көнө буйы ҡыяр ғына ашай һәм 2 литр һыу ғына эсә икән, тип тә ишеткәнем бар. Бындай диеталар кеше организмына зыян ғына килтерә, шуға уның урынына спорт менән шөғөлләнеү яҡшыраҡ. Ҡатын-ҡыҙҙың күңел торошон да көйләргә ярҙам иткән йога, пилатес, бейеү кеүек шөғөлдәргә өҫтөнлөк биреү ҙә хыялланған һандарға өлгәшергә ярҙам итә. Ә инде тәм-томдо күп итеп ашап ташлаған осраҡта, һимерәм инде, тип кәйефеңде төшөргәнсе, икенсе юлы үҙеңде контролдә тоторға өйрәнеү яҡшыраҡ.
А. Атанғолова: Һәр ҡыҙ үҫмер сағында диеталар менән ҡыҙыҡһынмай булмайҙыр. Мин дә фигурам менән ҡәнәғәт булмай, спорт менән шөғөлләнә башланым һәм төрлө ысулдарҙы өйрәнгән осорҙа бер нисә төр диета ла тотоп ҡараным. Әммә был турала уҡый, мәғлүмәт туплай бара рациональ туҡланыуға өҫтөнлөк бирергә кәрәк икәнен аңланым. Ул нимә теләйһең, шуны самаһын белеп ашайһың, тигәнде аңлата. Хатта интернат шарттарында ла шулай туҡланырға мөмкин. Иң мөһиме, ашап торған саҡта, туйып етмәнем, тигән тойғо ҡалырға тейеш.
И. Йәрмөхәмәтова: Ваҡыты-ваҡыты менән организмды бушандырып алыу кәрәктер. Ә инде күберәк йәшелсә-емеш ашау, майлы аҙыҡтан баш тартыу кеүек ғәҙәтте яҡшы күренеш тип иҫәпләйем.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында дуҫлыҡ булыуына ышанаһығыҙмы?

И. Йәрмөхәмәтова:
Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар араһында мөнәсәбәттәр күпкә хислерәк. Беҙҙең һиҙемләүебеҙ ныҡ үҫешкән һәм бер-беребеҙҙе яҡшы аңлайбыҙ. Шуға Розалина менән 22 ҡыҙ һәм 1 генә егет булған класта миңә уҡыуы рәхәт. Р. Йәрмөхәмәтова: Эйе, ҡыҙҙар ҡайсаҡ үҙ-ара һүҙгә килешеп китһәк тә, класыбыҙҙағы берҙән-бер Урал ситтән генә ҡарап, баш сайҡай ҙа ҡуя. Уның ҡарауы, беҙ үҙебеҙҙең ҡыҙҙар араһында ғына булған серҙәр тураһында иркен һөйләшәбеҙ. Беҙҙең дуҫлыҡ та ир-егеттәр араһындағына ҡарағанда ҡайһы саҡта көслөрәктер, тип иҫәпләйем. Ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы дуҫлыҡ классик әҙәбиәттә лә матур сағылыш тапҡан бит хатта. Бына яңыраҡ Александр Сергеевич Пушкиндың "Евгений Онегин" шиғри романын уҡығайным. Уйлап ҡараһың, Онегин үҙенең дуҫын шулай еңел генә үлтерә алды, ә Татьяна менән Ольга хатта үҙ-ара ирешмәнеләр ҙә, улар араһында бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ тыуманы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре, һис шикһеҙ, бар.
А. Атанғолова: Ҡыҙҙар араһында дуҫлыҡ бар, бәлки, тағы ла аҡ көнләшеү ҙә булалыр. Ул "көнләшеү" бер-береңдән үрнәк алыу, бер-береңә ҡарап сәмләнеп яҡшыраҡ уҡыу, һәләттәреңде арттырыу, өйрәнеү кеүек ыңғай күренештәргә этәрә.

Егеттәр булмағанда үҙебеҙҙе иркен тотабыҙ, тинегеҙ. Уларға ниндәй булып күренергә теләйһегеҙ?

Р. Мөхәмәтйәнова:
Өләсәйем әйтмешләй, ҡыҙ китап һымаҡ булырға тейеш: уны ир-егет һәр ваҡыт уҡырға теләп торһон. Быныһы шулай, әммә үҙеңә оҡшаған егет менән аралашҡанда тауышты үҙгәртеп, матурыраҡ ултырырға, үҙеңде иплерәк тоторға тырышаһың. Ә дуҫ тип кенә күргән егеттәр менән үҙеңде иркенерәк тотаһың.
А. Атанғолова: Минең класымда 19 ҡыҙ һәм 2 егет уҡый. Егеттәр эргәлә торһа, үҙеңде тыйнаҡ тотаһың инде, сөнки улар шулай тәьҫир итә һәм "Нисек барһың, тик шулай бул" тигән кәңәште тотоп булмай ҙа ҡуя. Улар беҙҙе оҡшатһын өсөн тыйнаҡлығыбыҙҙы, һылыулығыбыҙҙы, матур тауышыбыҙҙы күрһәтеп маташабыҙ. Әгәр беренсе осрашыуҙан уҡ үҙеңде әхирәттәрең араһында кеүек тотһаң, егет "Юҡ, был ҡыҙ оҡшамай", тип әйтергә мөмкин.

Бөгөн йәш ҡыҙҙар кейәүгә сығырға ашыҡмай, карьера эшләү яҡлы. Ә һеҙҙең өсөн нимә мөһимерәк тойола?

И. Йәрмөхәмәтова:
Мин карьераһын өҫтөнөрәк ҡуйған ҡыҙҙар яҡлы, сөнки иң яҡшы инвестиция - үҙеңдең үҫешеңә һалынғаны. 21-се быуатта иреңә һәм уның эш хаҡына ғына ышанып йәшәү алйотлоҡ. Шуға күрә үҙең янып эшләгән эшең булһын гел. Ә шулай ҙа кейәүгә сығып, эшләп тә, ғаиләңә лә тейешле иғтибар, наҙыңды бүлеп өлгөрәһең икән - икеләтә шәп.
Р. Мөхәмәтйәнова: Бер ваҡыт атайым менән һөйләшеп ултырҙыҡ та, мин уға: "Иң беренсе уҡыуымды тамамлайым, шунан эшкә урынлашам, фатир алам, машина. Шунан ғына кейәүгә сығасаҡмын", - тинем. Атайым мине тыңлап ултырҙы ла, аптырабыраҡ: "Һиңә ир нимәгә кәрәк була инде?" - тип һораны. Әммә тормошомдо башҡаса күҙ алдыма килтермәйем, бала ҡарап, өйҙә генә ултырыу минеке түгел.
А. Атанғолова: Элек кенә бит ул ҡатын-ҡыҙ хужабикә, ул өйҙә балалар ҡарап, тамаҡ бешереп ултырырға тейеш, тигәндәр. Йылдар үтә тора гүзәл заттың да теләктәре, маҡсаттары үҙгәреш кисергән. Улар тормошта үҙ урынын табырға, иренән бойондороҡһоҙ булырға теләй. Ә карьера төҙөү - ул уның матди ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн генә. Үҫешергә мөмкинлек бар икән, нишләп форсат менән файҙаланмаҫҡа, ти?

ШУЛАЙ ИТЕП...
Әңгәмә барышында: "Ысын ҡатын-ҡыҙ һынланышын кемдә күрәһегеҙ?" тигән һорауға өсәүһе лә бер тауыштан тиерлек "Әсәйемдә!" тип яуап бирҙе. Кәрәк саҡта тыйнаҡлыҡ һаҡлап шым баҫып тора, кәрәкһә, һүҙен тура ярып әйтергә, йәки ниндәйҙер эшкә тотонорға һис ҡурҡып тормаған, заманы менән бергә атлаған был гүзәлдәрҙең ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышына, матурлыҡҡа ҡараштары ниндәй генә булыуға ҡарамаҫтан, тәрбиә башы - әсәйҙәрендә, тимәк. Өйөбөҙ йәме булырҙай киләсәгебеҙҙе тәрбиәләгән бына шундай әсәйҙәргә рәхмәт.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.03.23 | Ҡаралған: 143

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru