«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘСӘЙЕМ ТӘРБИӘҺЕ
+  - 

Минең өсөн ҡатын-ҡыҙ өлгөһө - әсәйем. Ул үҙе эшлекле, үҙе сибәр, балаларын матур итеп тәрбиәләп үҫтергән әсәй, атайыма тоғро ҡатын булды. Кемдәр минең матур сифаттарыма иғтибар итә, әсә телендә лә һөйләшә белеүемде хуплап, маҡтап та ебәрә икән - был әсәйемдең тырышлығы.

Әсәй мине яратып, наҙлап үҫтерҙе. Мин дә уны бик яраттым, уны ҡатын-ҡыҙ идеалы итеп ҡабул иттем. Шуғалыр ҙа, тормош иптәшемде лә уға оҡшатып эҙләнем. Әле күптәр, ҡатының хәс тә йөҙө менән әсәйеңә оҡшаған бит, тип әйтә. Улар ысынында холоҡтары, булмыштары менән дә оҡшаштар. Ҡатыным бик тыныс холоҡло, әсәйем дә шундай булды, ғүмерҙә лә әрләшеп-талашып йөрөмәне.
Мин балалар баҡсаһына йөрөмәнем, өләсәй тәрбиәһе алып үҫтем. Ул бик сая, көслө характерлы ҡатын ине. Олатайым һәләк булып ҡалған, ә өләсәй дүрт балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған, колхозда бригадир булып та эшләгән. Уның саялығы әсәйемә лә күскәйне. Әсәй ҡулына ҡамсы тотоп, ауыл буйлап атта һыбай сабып үтһә, кешеләр: "Алла һаҡлаһын, бындай килен кәрәкмәй", - тип тороп ҡалыр булған.
Уларҙың миңә иң ҙур бүләге - әсәм теле, башҡорт теле, тип әйтә алам һәм бының өсөн уларға бик рәхмәтлемен. Әлбиттә, бында үҙе урыҫ милләтле булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт халҡына оло хөрмәт менән ҡараған атайымдың да роле ҙур: ул, балаларҙың теле тәүҙә башҡортса асылырға тейеш, тигән талап ҡуйған. Шуға мин мәктәпкә барғансы тик башҡортса ғына һөйләшеп йөрөнөм. Атай-әсәй гастролдәрҙә саҡта ауылға өләсәйгә алып барып ҡалдырырҙар ине. Ә Ейәнсурала, теләйһеңме-юҡмы, башҡортса ғына һөйләшергә тура килә ине. Бына шул телде яҡшы өйрәнеүгә этәргес булды ла инде. Юҡҡа ғына балаға тәрбиәне биш йәшенә тиклем биреп өлгөрөргә кәрәк, тимәйҙәр бит: туған тел ана һөтө менән сабый саҡтан аңға һеңә. Башҡортса белеүем миңә ғүмер буйы ярҙам итте.
Бөгөн үҙебеҙ ҙә балаларыбыҙға башҡорт телен өйрәтергә тырышабыҙ. Тик хәҙер ауылға ҡайтһаң, төнгө уйындан өйҙәренә таралышҡан йәштәрҙең, урамда уйнап йөрөгән балаларҙың телен вата-емерә русса һөйләшеп маташыуын ишетеүе күңелде бер аҙ ҡыра. "Үҙ телегеҙҙән оялмағыҙ", - тип әйтке килә шуларға. Әсәйҙәргә лә: "Балаларығыҙҙа туған телен һәм халҡын яратыу тойғоһон сабый саҡтарынан тәрбиәләгеҙ, улар үҫкәс тә ошо һөйөүҙе күңелдәрендә йөрөтһөн һәм һис кенә лә кәмһенмәһендәр", - тип әйтәм.
Ә инде етеп килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы тәбрикләп, барығыҙға ла сәләмәтлек, аяҙ күк йөҙө һәм гел шулай ир-егеттәр өсөн терәк, яңы бейеклектәр яуларға дәртләндереүсе көс, ғүмеребеҙҙең ҡояшы булып ҡалыуығыҙҙы теләйем!

Вячеслав ГОЛОВ,
"Вечерняя Уфа" гәзитенең баш мөхәррире.

"Киске Өфө" гәзите, №8, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.03.23 | Ҡаралған: 366

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru