«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАР КЕМ БАШЫНА ЕТЕР?
+  - 

Өфө ҡала хакимиәтенең сираттағы оператив кәңәшмәһендә башҡа көнүҙәк мәсьәләләр менән бер рәттән, уҙған аҙнала баш ҡалалағы криминоген хәл-торош һәм ҡар таҙартыу мәсьәләләре ҡаралды.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы штабы начальнигы Артур Хафизов белдереүенсә, 20-26 февралдә баш ҡалала төрлө кимәлдәге хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында барлығы 6036 мәғлүмәт теркәлгән. Терроризм акты тураһында 4 ялған шылтыратыу булһа, наркотик матдәләр һаҡлау һәм һатыу тураһында 13 хәбәр килгән. 200 самаһы урлашыу осрағы теркәлгән. 82 тапҡыр мутлыҡ осрағы асыҡланған. Мутлыҡ тигәндән, "Башинформ" мәғлүмәт агентлығын күҙәтеп барһаң, унда бындай хәлдәр тураһында әллә күпме хәбәр уҡырға була. Мәҫәлән, бер тәүлек эсендә республика халҡын 8-10 миллион һумға "тишек кәмәгә" ултыртыусылар ҙа бар. Халыҡты төрлө хеҙмәттәр күрһәткәндә лә, интернет аша ниндәйҙер тауар һатып алғанда ла, инвестициялау буйынса ла, банк хеҙмәткәре тигән булып та, микрозаймдар алғанда ла, социаль селтәрҙәр аша ла алдайҙар. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһынан 35 йәшлек ҡатын интернетта эш тураһында иғлан күреп, бәхетен һынап ҡарарға була һәм күрһәтелгән номерға яҙып ебәрә. Уның менән бәйләнешкә сығып, артабан ситтән тороп эшләү өсөн уҡырға теләүселәрҙе йыйыуҙары, уҡыуҙың түләүле, әммә тиҙ арала һалған аҡсаны ҡайтарып алып булыуы тураһында һөйләйҙәр. Алдаҡсыларҙың һүҙенә ышанып, ҡатын үҙен менеджер тип таныштырған кеше әйткән иҫәпкә 700 мең һум аҡса күсерә һәм... менеджерҙан "елдәр" иҫә, уның телефон номеры бикләнә. Шуға таныш булмаған (хатта таныш булған) кешеләр менән әңгәмәләшкәндә һаҡлыҡ тураһында иҫегеҙҙән сығармағыҙ һәм бушлай сырҙың ҡайҙа булғанын онотмағыҙ.
Ҡыш көнө тағы нимә мөһим икәнен әйтмәгәндә лә, белеп тораһығыҙҙыр инде. Эйе, ҡар яуыуы. Ғәҙәттә, аҡман-тоҡман мартта ҡоторһа, быйыл ул февралгә күсте, шикелле. Һәр хәлдә, ир-егеттәр байрамында башланған буран аҙна башына тиклем дауам итте лә ҡуйҙы. Ошо арауыҡта яуым-төшөм күләме 40 сантиметрға етте.
Ҡала хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Р. Хәмитов белдереүенсә, 23-26 февралдә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда эшләгән. Тәүлек әйләнәһенә 500 берәмек техника һәм 550 юл хеҙмәткәре ҡар таҙартырға сыға. 27 февралдә баш ҡалала тротуарҙарҙың 73 проценты таҙартыла, һуңғы аҙнала 114 мең кубометр ҡар сығарыла. Өйҙә генә тороп, килтерелгән һандарға ышанып ултырһаң, барыһы ла ал да гөл кеүек. Әммә "Өфө ҡалаһының йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге" директоры А. Овчинников баш ҡала урамдары таҙартылғандан һуң уҙғарылған контроль тикшереү һөҙөмтәләрен килтереп, барлыҡ күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, юлдарҙы, тротуарҙарҙы, ихаталарҙы һәм ихаталар араһындағы юлдарҙы таҙартыу төҙөкләндереү ҡағиҙәләре талаптарына тура килмәүен белдерҙе. "Үкенескә күрә, район хакимиәттәре башлыҡтары һауа торошо насарайыуына бәйле коммуналь хужалыҡтарҙың эшен әүҙемләштереү тураһындағы талапты ишетмәне һәм уны формаль рәүештә генә ойошторҙо", - тине сығыш яһаусы. Уның һүҙҙәрен ҡеүәтләгәндәй, социаль селтәрҙәрҙә Совет районы биләмәһендәге ихатала "Тиҙ ярҙам" машинаһының саҡырыуға барып етә алмай батып ултырыуы тураһында хәбәр таралды...
Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев килеп тыуған хәл буйынса кадрҙар мәсьәләһен ҡарау тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Ҡар башына ҡар етә, тиһәләр ҙә, ҡар башына ҡар еткәнгә тиклем кемдәрҙеңдер башы "осоуы" ла ихтимал шул...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.03.23 | Ҡаралған: 102

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru