«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛТЫ ЕГЕТ – БЕРГӘ йәғни БОРОНҒО ӨЛӘСӘЙҘӘРЕБЕҘ ҘӘ ХОҠУҠЛЫ БУЛҒАН БИТ!
+  - 


Донъяла егет менән ҡыҙ, ир менән ҡатын араһында "мөхәббәт" булыуы тураһында бала сағымдан ишетеп үҫтем. Ул хаҡта бихисап хикәйәлар уҡып, кинофильмдар ҡарап буй еткереүемә ана шул төшөнсә иң гүзәл бер хис булып, күңелемә инеп ояланы. Унһыҙ ғаилә ҡороуҙы күҙ алдыма ла килтерә алмай инем. Шул уҡ ваҡытта боронғо ата-бабаларыбыҙҙа мөхәббәтте бөтөнләйгә һанламаған "ҡырағай" дини йолалар ҙа булғанын ишетә торғайныҡ бит. Ана шул "кешелекһеҙ" ғөрөф-ғәҙәттәргә ярашлы, ҡыҙҙарҙы яратмаған кешеһенә үҙ ихтыярынан тыш кейәүгә биреүҙәре тураһында йыш һөйләнеләр беҙгә. Бына ошо хәлдә тик Ислам динен ғәйепләнеләр. Шундай фекерҙе аңыбыҙҙа нығытып ҡуйғас, барыбыҙ ҙа мөкиббән китеп быға ышана ла инек. Мин дә ышандым. Ә ҡыҙ менән егет алдан бер-береһен һөйөшөп, тормош ҡорған хәлдә, һис шикһеҙ, бәхетле буласаҡтарына хатта шикләнмәнем дә. Шуға күрә лә, үҙ-ара татыу йәшәмәгән күп кенә ғаиләләрҙе күреп, уларҙың барыһы ла мөхәббәтһеҙ тормош ҡорғандыр, моғайын, тигән инаныуҙа булдым.

Ә шулай ҙа боронғо башҡортта никах ҡороу мәсьәләһендә һәр саҡ тик ғәҙелһеҙлек кенә хөкөм һөргәнме икән, тигән һорау гел генә борсой торғайны. Шул хаҡта бер аҙ ғәҙәти булмағаныраҡ рәүештә фекерләп алмаҡсымын әле. Элекке йырҙарыбыҙҙың һүҙҙәренә нығырыҡ иғтибар итһәң, унда ата-бабаларыбыҙҙың бөтә булған тормош нескәлектәре сағылғандай. Баштараҡ әйтеп үтелгәнсә, үҙ ихтыярынан тыш гүзәлдәребеҙҙе тормошҡа биреү осраҡтары, әлбиттә, һис шикһеҙ булған инде. Шул турала күп кенә әҫәрҙәр ҙә яҙылған, халҡыбыҙҙың боронғо һағышлы йырҙарының легендаларында ла һөйләнелә…
Ислам дине талабына ярашлы, кейәүгә бирер алдынан ҡыҙҙың никахҡа ризалығын алыу мотлаҡ. Эйе, динебеҙ талабы был. Мин үҙем шәхсән шул турала Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) хәҙисен уҡығаным бар. Башта иҫкә алған "кешелекһеҙ" йолаларҙа шәриғәтте ғәйепләү күптәрҙең динебеҙ ҡанундарын өйрәнмәүенән (йә өйрәнергә теләмәүенән) килә. Борон да бына ошо хаҡта белмәгән кешеләр ҙә, белгәндәр ҙә булғандыр. Дини наҙанлыҡ арҡаһында бәғзе берәүҙәрҙе улар теләмәгән никахҡа мәжбүр итһәләр, гүзәлдәребеҙҙең күптәренә һайлау форсаты ла тейгәндер, тигән инаныуҙамын әле үҙем. Мәҫәлән, халҡыбыҙҙың бер-ике йырын "тәфсирләп", анализлап ҡарайыҡ. Шуларҙың береһе "Алты егет" тип атала. Күптәр, бәлки, уның һүҙҙәренә иғтибар ҙа итмәйҙер, әммә мин бала сағымда уҡ уны ятлап алғанмын. Шаян йырҙарҙан һанала ул. Урыҫ әймешләй, һәр шаяртыуҙың дөрөҫлөк сағылған өлөшө бар. Диҡҡәт менән баҡһаҡ, ошо йырҙан да етди генә һығымталар яһарға була. "Алты егет бергә килгән, инһендәрме, еңгәкәй? Яусыларға килгән микән, береһе бигерәк бәләкәй", - тип башланып киткән был йырҙа еткән ҡыҙҙың еңгәһе менән әңгәмәләшеүе сағылған. Ниндәйерәк кешегә кейәүгә сығырға тигән мәсьәлә торғанда, борон йәш ҡыҙҙың иң беренсе серҙәше - еңгәһе булғандыр (белеүемсә, күп осраҡтарҙа хәҙер ҙә тап ана шулай). Еңгә кеше, инде бер аҙ тормоштоң әсе-сөсөһөн татыған булараҡ, ысынлап та бикәсенә ниндәйҙер файҙалы кәңәш бирерлек хәлдә, тип ҡарайыҡ. "Алтыһы алмаҫ, береһе алыр, бәләкәйен керетмә. Бишеһенән береһен һайла, ҡалған дүртен йөрөтмә", - тип һамаҡлай шаян, әммә аҡыллы еңгәкәй. Бәләкәй егет тормошта әллә ни "эш ҡыйрата алмаҫ" тигәнгә ишаралап, уны хатта өйгә лә индермәҫкә кәңәш итә ул башта. Артабан әлеге еңгәкәйе яусыларға килгән егеттәрҙең һәр береһен үҙенсә ҡылыҡһырлап, бикәсенә файҙалы кәңәштәрен дә бирә башлай: "Байғужаның бисәһе бар, һайлап торма уныһын. Сурағолда бисә тормай, һайлаһаң - хур булырһың". Яусыларға килгән егеттәрҙең араһында иң олоһо - Байғужаның был ҡыҙҙы икенсе ҡатынлыҡҡа һоратырға килгәнлеге аңлашыла. Тимәк, ошо йыр сыҡҡан осорҙа халҡыбыҙҙа күп ҡатынлылыҡ киң таралған булған тип фаразлау кәрәк.
Изге Ҡөрьән-Кәримдә (кемдәргәлер оҡшап етмәүенә ҡарамаҫтан) ир кешегә Аллаһы Тәғәлә дүрт ҡатынға тиклем өйләнергә рөхсәт итә. Белеүебеҙсә, борон ике-өс ҡатын алып, уларҙы һәм һәр береһенән тыуған бала-сағаларын аҫрап торорға хәленән килгән бай ир-егеттәр ҙә булған. Бер өй эсендә аслы-туҡлы, бер-береһенә текләшеп ҡарап ултырған икән бахыр ҡатындар, тип күҙ алдына килтереү хата булыр. Бындай бай кешегә һәр бер ҡатынына айырым өй тотоу бурысы йөкмәтелгән. Ул ғына ла түгел, шәриғәт ҡанунына ярашлы, һәммә ҡатынға иғтибарҙы, һөйөүҙе тигеҙ итеп бүлеү ҙә тейешле. Әгәр шул ҡулыңдан килмәй икән, бер генә ҡатынға өйләнеү ҡушыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, күп кенә йәш ҡыҙҙар икенсе ҡатынлыҡҡа барыуға әллә ни уҡталып тормаған, күрәһең. Әлеге еңгә кеше лә бикәсенә бисәле ирҙе һайлап тормаҫҡа кәңәш итә бит. Ә киләһе егет - Сурағол. Әммә уның егет түгел, ә абышҡа икәнлеге күренә был йырҙа (абышҡа - ҡатынын айырған йә тол ҡалған ир). "Сурағолда бисә тормай, һайлаһаң - хур булырһың", тигәс, тимәк, был ирҙең холҡо самалыраҡ, бер нисә ҡатын алып, ҡабат айырып өлгөргән тип ҡарау кәрәк. Яратҡан еңгә бикәсен был абышҡанан да ҡурсалап алып ҡалырға тырыша. Артабан Сәлихйән исемле егеткә сират етә. Уның үтә ярлы булыуын оҡшатмаған зирәк ҡыҙ үҙе үк еңгәһенә әйтә башлай: "Сәлихйәнен һайлар инем, аты ла юҡ йөрөргә. Киске кейәүем тимәһәң, төҫө лә юҡ күрергә!" Ярлы кешегә һис кенә сыҡҡыһы килмәй ҡыҙҙың. Сөнки "йөрөргә аты ла булмаған Сәлихйән" менән йәшәү еңел булмаясағын аңлай ул. Бынан тыш, һылыу ҡыҙ үҙенең бәйәһен һәүетемсә юғары баһалағаны ла һиҙелә. Егеттең төҫөн дә оҡшатмай. Совет осоро яҙмаларында революциянан алда ғүмер иткән боронғо өләсәйҙәребеҙҙе "хоҡуҡһыҙ" тип күрһәтеүҙәренә ҡарамаҫтан, тормошҡа сығыу өсөн уларҙың да күптәренең егет һайлап алырлыҡ мөмкинлеге булғандыр шулай ҙа, тип фаразлау ғәҙел булыр, минеңсә. Ана шул ҡартәсәйҙәребеҙҙең вәкиле булған был ҡыҙҙың артабан да нисегерәк һайланыуына иғтибар итәйек әле: "…Иштуғаны иш булалмай, күңелем төшмәй Хәйҙәргә. Инде, еңгәм, нишләйем һуң, берәү ҙә юҡ һайларға!" Хатта әллә ни етешһеҙлеге лә күренмәгән Иштуған, Хәйҙәр исемле егеттәрҙе лә тиң күрмәй, тимәк, ҡыҙ үҙ дәрәжәһен белә. Шуға ҡарамаҫтан, еңгәһенән "Нишләйем һуң?" тип кәңәш һорай. "Һайланған - һаҙға батҡан" тигәндәй, артыҡ оҙаҡ һайланып, "ултырып" ҡалыуҙан да бер аҙ шикләнә, буғай. Еңгәһе, аптырағас, бикәскә тағы бер кәңәш бирә: "Береһен дә оҡшатмаһаң, һайла шул бәләкәйен. Үҙең ҡарап үҫтерерһең! Туп кеүек кейәүкәйең!" Йырҙа "бәләкәй" егеттең тик кәүҙәгә генә бәләкәс түгел, ә бигерәк йәш булыуы күҙ уңында тотолоуы күренеп тора. Тормош елдәре әллә ни таушалтмаған, боҙмаған, малай ғына тип әйтерлек "саф" үҫмерҙәрҙе бәғзе ҡыҙҙар башҡаларҙан артығыраҡ күргәндер шулай ҙа (хәҙер ҙә ундайҙар юҡ түгел), тип фекерләргә булалыр. Башта һанап кителгән егеттәрҙәге һымаҡ етешһеҙлектәре булмаһа, йәш айырмаһы, бәлки, әллә ни мөһим дә түгелдер шул. Ир кешенең ҡатынына ҡарағанда хатта тиҫтәләгән йәшкә йәшерәк булған һәм уларҙың ғүмер буйы бергә татыу йәшәгән осраҡтар ҙа бихисап…
"Утһыҙ төтөн сыҡмай" тигәндәй, бына ошо йыр ҙа тиктомалдан барлыҡҡа килмәгәндер. Бик күптәр минең менән ҡапылда ризалашмауҙары ла бар, сөнки боронғо ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы һәр саҡ бошонҡо, ҡайғылы йөҙлө, күҙҙәре йәш менән тулы итеп күҙ алдына ҡуйған хикәйәттәребеҙ күпкә күберәк. Әммә минең элек йәшәгән ҡыҙҙарыбыҙҙың да бына ошондай ярайһы ғына һайлансыҡ, ҡыйыу яғын күрһәтергә ниәтем, "Бына ниндәй зирәк, тапҡыр булған беҙҙең бәғзе боронғо өләсәйҙәребеҙ", тип әйтмәксемен.
Тағы бер миҫал өсөн "Ҡаһарман кантон" тип аталған боронғо йырҙы ла килтермәксе булам. Элек мәктәптә "Туған әҙәбиәт" дәресендә халҡыбыҙ ижадын үткәндә ошо йырҙың һүҙҙәрен уҡып, әллә ни аңлап та етмәгәйнем. Әммә йырҙа телгә алынған Шәһиҙә исемле ҡыҙҙың ни өсөн шундай "шәп" кейәүгә бармағанлығына иғтибар итә, хатта ғәжәпләнә лә инем. Аңлауымса, ул - ошо абруйлы кешенең һөйгән ҡыҙы булһа кәрәк. Кантон һынлы кантондың бай, дәрәжәле икәнлегендә шик юҡ. Әммә был ир-егеттең хәрби хеҙмәттән "штатский" кәсепкә күсеүе Шәһиҙәгә бөтөнләйгә оҡшап етмәгән, хатта ул Ҡаһарманға тормошҡа сығыуҙан баш тартҡан!.. "Буранғол улы Ҡаһарман кантон ине бер заман. Ҡылысын тағып йөрөйҙөр, кантонмын тиеп һаман. Ҡаһарман кантон ҡытатский, ник булдың штатский? Шәһиҙә һиңә барыр ине, булмаһаң штатский!.."
Борон ир-егеттәр менән бер сафта яу сабып йөрөгән сая ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ булғанлығы хаҡында ла хикәйәттәр ишеткәнебеҙ бар. Улар ҙа юҡтан ғына килеп сыҡмағандыр, моғайын. Халҡыбыҙҙа бер нисә быуат элек Бәндәбикә исемле ҡыйыу, аҡыллы гүзәлебеҙ йәшәгәнлеге тураһында телдән-телгә күсеп һаҡланып килгән риүәйәт бар. Яҡында йәшәгән ҡаҙаҡтар менән барымта-ҡарымталарға йөрөшөп, бер-береһенең малын, ҡатын-ҡыҙҙарын ҡыуып алып китешеп йөрөгән йолалар хөкөм иткән дәүерҙә ғүмер иткән ул, тип һөйләйҙәр. Хәләл ефете Ерәнсә батырға ғына түгел, башҡаларға ла һүҙе үтерҙәй был гүзәл затыбыҙ хатта ҡаҙаҡтар менән башҡорттар араһында татыулыҡ урынлаштырыуҙа ла ҙур роль уйнаған, имеш…
Совет заманында тәрбиәләнеп үҫкән, хәҙерге көндә олпат ҡына йәштәге ҡайһы берәүҙәр, шулай ҙа, "Борон башҡорттар ҡатын-ҡыҙҙы хатта әҙәмгә лә һанамаған бит", тип сеп-сей булып бәхәсләшергә әҙер. Ул хаҡта әрепләшеп тормаҫ өсөн бөгөнгө бәғзе бер нәфис заттарыбыҙҙың хәлен миҫал итеп килтереү ҙә етә. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ирҙәре тарафынан рәнйетелеү осраҡтары аҙмы ни бөгөн? Шул турала бик йыш ишеткеләйбеҙ ҙә баһа! Хатта ошо мәсьәлә хөкүмәтебеҙ иғтибарында ла көнүҙәк проблема булып тора бит. Көсһөҙ затыбыҙҙы, ғөмүмән, ғаилә ағзаларын яҡлаусы төрлө закондар әленән-әле сығарғылай хөкүмәт. Ҡыҙғанысҡа күрә, гүзәлдәребеҙгә ҡарата енәйәт ҡылыусылар ҙа бар. Насар кешеләр һәр дәүерҙә лә булған, тимәксемен. Боронғо заманды артыҡ ныҡ яманларға яратыусылар бына ошо хаҡта ла онотмаһын ине, тип әйтергә ниәтем. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы юҡҡа ғына "көсһөҙ зат" тип әйтмәйбеҙ. Улар һәр дәүерҙә лә яҡлауға мохтаж. "Көслө заттың", йәғни, ир-аттың яҡлауына мохтаждар.
Боронғо тормошто тәнҡитләүҙәргә әллә ҡасан уҡ күнегеп тә бөткәнбеҙ инде. Әммә арабыҙҙа бөгөнгө бәғзе йәштәрҙең "ирекле" йәки "граждандар" никахы тип аталған ысулды һайлап ҡауышыуын хуплаусылар булыуы үкенесле. Кем - нисек, ә мин динебеҙ талабы буйынса никахлашмаған нәфис заттарыбыҙҙы (әлбиттә, егеттәребеҙҙе лә) ғәйәт ныҡ ҡыҙғанам. Бындай тормоштоң ни тиклем гонаһлы икәнен аңларға тырышмауҙары йәл. Дин ҡанундарын ентекләп өйрәнгән һайын, уның ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҡарата ифрат ғәҙел булыуына инана бараһың. Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) әсәйҙәргә, ҡатындарға, ҡыҙ балаларға иң яҡшы мөғәмәлә итергә ҡушҡан. Үҙенең ана шул рәсүле аша Ислам динен беҙгә төшөргән Аллаһы Тәғәләнең исем-сифаттарының береһе - "Әл-Ғәҙел" икәнлеген дә белеү һәм быға ихлас ышаныу кәрәк…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.03.23 | Ҡаралған: 223

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru