«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШАҒИРӘЛЕК ҺӘМ УҠЫТЫУСЫЛЫҠ УЛАР НИСЕК БЕР ТӘРТӘЛӘ ҺЫЙЫШЫП ЙӘШӘЙ АЛА?
+  - 


Ҡатын-ҡыҙ асылы йән өрәме икән шағирәләргә, әллә донъяны иң тәүҙә ижадсы күҙлеге менән күрә-байҡаймы улар күңеле? Һайлау алдында ҡалһалар, ҡайһы булмыштарына өҫтөнлөк бирерҙәр ине икән? Һынылышлы мәлдәрендә артабан йәшәр өсөн көстө ҡайһы биләмә-дәүләттәренән эҙләйҙәр: ҡатын-ҡыҙ асылын раҫлаған биләмәләрендәме, әллә донъяға шағир булып баҡҡан дәүләттәренәнме? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, шағирә, Тамара Ғәниева исемендәге әҙәби премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНАның күңел донъяһына бағабыҙ.

Кешенең шағир булыры бала сағынан билдәле буламы? Ниндәй һыҙаттары ундағы ижади башланғысты белдерә? Һин ниндәй бала булдың?

- Күңелдең ниндәй ҙә булһа шөғөлгә тартылыуы бәләкәйҙән билдәле була, әлбиттә. Буласаҡ йырсылар сәңгелдәктә саҡтарында уҡ әсәләренең йырҙарына ҡушылып "йырлап" яталар, буласаҡ бейеүселәр көйөнә тура килтереп кенә тыпырҙай беләләр, буласаҡ рәссамдар күҙәтеүсәнерәк булалар. Сәңгелдәктә ятҡанымда нисек булғанмындыр, әйтә алмайым, ә бына үҙемде иҫләй башлағанда уйсан ғына, донъяны үҙемсә күрергә һәм аңларға теләгән, хыялланырға яратҡан бала инем. Анау офоҡ, анау тау артында ла "донъя" барын белгәндән һуң, болоттарға ултырып ҡына "күҙ күрмәҫ, ҡолаҡ ишетмәҫ ерҙәрҙе" урап ҡайтҡы килә торғайны. Ай, йондоҙҙар донъяһы ҡыҙыҡ ине. Йондоҙҙар араһында ҡанатланып осоп йөрөргә хыяллана инем. Һыуға барғандамы, быҙау эҙләп йөрөгәндәме, нимә эшләүемде лә онотоп, хыял донъяһында оҙағыраҡ булғаным өсөн әсәйемдән һәр ваҡыт эләгә ине, әммә хыялдарымдан биҙмәнем бер ҡасан да. Ҡушылған һәр эште еренә еткереп эшләтеү әсәйемдең төп талабы булһа, миндә үҙемсә генә эшләге килеү теләге артыҡ көслө ине. Нисек етте - шулай, арлы-бирле генә итеп түгел, әсәйем талап иткәнсә матур итеп, еренә еткереп, әммә үҙеңсә. Башҡаларҙы ғына түгел, хатта үҙ-үҙеңде ҡабатламайынса!
Миндәге ижади башланғыс үҙен шулай һиҙҙерткәндер. Апайҙарыма өйгә ятларға бирелгән шиғырҙы уларҙан алда ятлап алып, беҙгә килгән һәр кемгә шиғыр һөйләп, концерт күрһәтергә яратыуымды ла хәтерләйем. Тәүге "концертым" апайымдар 8 Март айҡанлы ятлаған шиғыр менән бәйле булды. "Әсәйҙәр ҙә шат бөгөн, атайҙар ҙа шат бөгөн", тигән юлдарҙы мин дә ҡысҡырып ҡабатлайым. Нисә йәштәрҙә икәнлегемде хәтерләмәйем, бәләкәй инем: "р" өнөн әйтә белмәйем, ултырғысҡа ла үҙаллы менә алмайым әле. Һөйләүем ҡыҙыҡ тойолғандырмы, мине күтәреп ултырғысҡа баҫтыралар ҙа теге шиғырҙы ҡабат-ҡабат һөйләтәләр, ҡул сабалар. Ҡул сабып күтәрмәләүсе булғас ни, үҙемә лә оҡшап киткәндер инде был "һөнәр" - нисә һораһалар, шул тиклем һөйләйем, һөйләгән һайын оҫтара барам. "Әсәйҙәр ҙә шат бөгөн, атайҙар ҙа шат бөгөн", менән генә туҡтамайым, өйөбөҙҙә кем бар, барыһының да исемдәрен ҡушып әйтеп сығам, "Мин үҙем дә шат бөгөн!" тип тә ебәрәм, унан һуң күршеләргә, өҫтәлдәге самауыр, сынаяҡ, балғалаҡтарға күсәм... Һөйләгән һайын яңы юл, яңы тойғо өҫтәйемдер инде, күрәһең. Донъяны үҙемсә күреүем шулай булғандыр, яйлап, ошо асылым ихтыяжға әйләнгәндер.

Донъяға шағир күҙлегенән бағыуыңды ҡасаныраҡ аңланың?

- Балалыҡ иленән тағы бер серле ғәҙәтем ныҡ иҫтә ҡалған. Һыуға барғас, яр буйындағы ҡыуаҡтарға, йылғаға, үҙемдең һыуҙағы сағылышыма ла донъяның үҙем генә күреп белгән әллә күпме серҙәрен шиғыр итеп һөйләп, йыр итеп йырлап-көйләп ҡайта торғайным. Бик булмаһа, бейеп күрһәтә инем. Тик был ғәҙәтем мине күҙәткән ололар тарафынан миндә йәшәгән үҙенсәлекле холоҡ булып түгел, "киҫекһеҙ", "тағы донъяһын онотто" тигәнерәк һүҙҙәр менән баһаланды. Шуғалырмы, үҫә төшкәс был ғәҙәтемде мөмкин тиклем төпкәрәк йәшерергә тырыштым. Донъяны үҙемсә күреүемде һәм уны үҙемсә генә һүрәтләргә теләгәнемде аңлағанда 14-15 йәштәрҙә инем. Урманда имәнгә һыйынып ҡына үҫкән ҡайын ағасы салынды күҙемә. Етмәһә, ҡайын икегә айырылған да (күрәһең, бәләкәй ваҡытта осон өҙөп киткән булғандарҙыр) бер тамырҙан сыҡҡан ике олонло булып формалашҡан. Имәнгә һыйынғаны көслөрәк кеүек, өҫкә, яҡтыға үрелгән, ә икенсеһе, ситкәрәк ҡайырылғаны, кәкерәйеп, зәғифләнеп ҡалған. Мине тетрәндергән күренеш шиғыр булып тыуҙы аҙаҡ.

Ә шағир йөрәге бөгөн әйләнә-тирәбеҙҙә йылдан-йыл йышыраҡ осраған күңел зәғифлеге, һөмһөҙлөк, бәғерһеҙлек, тупаҫлыҡ менән бер донъяла нисек һыйышып йәшәй?

- Тормош үҙе үк туҡтауһыҙ көрәш. Ижадсыларҙы тап ошо һыйышып йәшәү мөмкин булмаған күренештәр тетрәндерә, мейеләрен, йөрәктәрен ҡуҙғыта, уйландыра, эҙләндерә. Шуға ла ижад итеп күңелен бушата белгән, шунан ләззәт алған, күңел рәхәтлеге кисергәндәр был ғәҙәттәренән арына алмай, үҙҙәре өсөн генә булһа ла яҙыуҙан туҡтамайҙар ул. Тик уйланып-эҙләнеүҙәрең һөнәри булмышыңа әйләнгәс, яҙған темаңдан бигерәк ижад процесы, асыштарың-табыштарың ылыҡтыра. Ижадсы өсөн был яңы баҫҡыс, этәргес көс. Ошо баҫҡыс тормоштоң бик күп кире күренештәрен йөрәк аша үткәрергә, бик күп ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булырға, хатта, нисек кенә парадоксаль булмаһын, шулар менән һыйышып йәшәргә көс бирә.

Һөнәри йәһәттән уҡытыусы менән шағир бер-береһенә ҡамасауламайҙармы? Уҡытыусы "ярай" менән "ярамай"ҙар араһында йәшәп күнеккән, ә шағирә хистән генә торған йән эйәһе, тигәндәй... Уҡытыусы һөнәренең тәртәләренә инә алмай йонсойҙор шағирлығың, моғайын.

- Эйе, уҡытыусы менән шағирлыҡты бер тәртәгә һыйҙырып йәшәү мөмкин дә түгел һымаҡ. Бөгөнгө уҡытыусының ижадҡа түгел, хатта шәхси тормошона ваҡыты юҡ. Әммә уҡытыусы-шағирә булыуымдан, шәхесемә булған иғтибарҙан уҡытҡан предметыма ҡыҙыҡһыныу ҙа артҡанын тойоп йәшәйем. Уҡытыусы өсөн был ҡыҙыҡһыныуҙың булыуы бик мөһим. Бөгөнгө көндә бигерәк тә. Үҙем уҡытҡан уҡыусылар араһында фекерҙәштәрем, йәш ҡәләмдәштәрем булыуы ла һөнәремдең дә, ҡәләмемдең дә баһаһын арттыра. Шағирҙар араһында - уҡытыусы, уҡытыусылар араһында шағир булып йөрөүем эшемә мәртәбә өҫтәне тип әйтә алам, ә бына шағирлығымдың үгәйһетелеп йәшәүе күңелгә тынғылыҡ бирмәне бер ҡасан да. Ижади осҡондоң дәрес сиктәрендә генә балҡып, һуңынан уҡытыусы эшенең мең мәшәҡәттәре араһында һүнеп ҡалыуы шағирлығыма кире йоғонто яһаны. Дәрес һайын һинән ниндәйҙер яңы һүҙ өмөт итеп, һиңә күҙ төбәп ултырған уҡыусылар өсөн генә янып йәшәү режимын күңел ижад итеп ҡабул итергә өйрәнде - ҡәләмдән һыуынды. Хәҙер килеп шуны аңлайым: көсөңдө ижадҡа бағышлау урынына башҡа нәмә менән йыуанып йәшәү, үҙ-үҙеңде алдатыу, асылыңа хыянат итеү булған икән. Ижадымдағы байтаҡ йылдарға һуҙылған торғонлоҡ ана шул "ярай" менән "ярамай"ҙар араһында йәшәп өйрәнеүҙең дә эҙемтәһелер, моғайын. Һуңғы йылдарҙа үҙемде сикләүҙән туҡтап, ижади асылымды өҫтөнөрәк күрә башлағас, күңел торғонлоҡтан ғына түгел, тотҡонлоҡтан ҡотолғандай хис итте үҙен.

Һуңғы йылдарҙа ижадыңдың айырыуса балҡып, баҙрап китеүен асылыңа ҡайтыу, тип аңларға кәрәк, тимәк? Ә халыҡ һинең ижадта "яңынан тыуыуың"ды яҙмышыңдағы һынауҙар менән бәйләй...

- Яҙмышындағы үҙгәрештәр күптәрҙе һығымталар яһарға, үҙенә икенсе күҙлектән ҡарарға, булмышын яңыса баһаларға, тимәк, яңынан тыуырға өйрәтә. Ижадсыны бигерәк тә. Ижадсының күңеле һәр нәмәне тәрәнерәк тойорға, күрергә һәм кисерергә һәләтле, шуға уның тетрәнеүҙәре лә вулкан атылыуға тиң: юлындағы бөтә кәртәләрҙе ватып-емереп түгелә лә түгелә, уй-хистәреңде аҡ ҡағыҙға яҙып ҡына өлгөр. Бынан ары яҙмайынса йәшәй алмағаныңды аңлағандан һуң "уҡытыусы кеше күңелен бар донъяға шаран-яран асып түгелергә тейеш түгел", тип, хис-тойғоларыңды аҡ ҡағыҙға түгеүҙән ҡасыу һәләкәткә тиң булыр ине. Йәнә лә ижадта "түл йыйыу", "тәжрибә туплау", һүҙ әйтер "мәлең етеү" тигән төшөнсәләр ҙә бар. Кем белә, ниндәйҙер һүҙ әйтер өсөн мин тап ошо "тәжрибә", ошо һынауҙар аша үтергә тейеш булғанмындыр, бәлки. Ижад - Күк ҡөҙрәте бит шулай ҙа. Күк үҙ асылыңа ҡайтыуыңды тейешле ғәмәл итеп ҡабул итәлер ул, ә бына булмышыңды инҡар итеүҙе ғәфү итмәй, һинән бөтөнләй йөҙ бороуы ла мөмкин. Ул ваҡытта бер ниндәй тетрәнеүҙәр ҙә ярҙам итә алмаясаҡ, көсләп яҙып та, ҡәләм тирбәтергә өйрәнгән һәр ижадсынан шағир яһап та булмай.

Ҡатын-ҡыҙ иңенә әсә булыу, ғаилә усағын һаҡлау, балалар тәрбиәләү бурысы ла һалынған. Ошо бурыстарға һалынған "ярай", "ярамай"ҙар ҙа бар бит әле. Улар менән ниндәй мөнәсәбәттә шағирә күңеле?

- Донъяға ҡатын-ҡыҙ булып яралыуың да, шағир булып яралыуың кеүек үк, асылыңды, булмышыңды билдәләүсе көс. Айырма шунда ғына: шағир булып яралтҡан биләмәң өсөн һин ҡатын-ҡыҙ булараҡ ҡыҙыҡ, ә ҡатын-ҡыҙ булараҡ әүәләп-һипләп булдырған дәүләтеңдә һинең шағирлығың менән бөтөнләй иҫәпләшмәүҙәре ихтимал. Бындай мөнәсәбәт тора-бара ҡатын-ҡыҙ асылыңды ла, шағирлыҡ асылыңды ла көрсөккә алып барып ырғыта. Асылыңды юғалтҡан ерҙә күңелең пыран-заран килә, һәләкәт кисерә. Ике асылыңды ла ҡабул итәләр икән, һин ике һын-фиғелеңде лә тигеҙ тартырҙай көс-ҡеүәткә эйә булаһың да ҡуяһың, ҡатын-ҡыҙ булараҡ та, шағир булараҡ та асылғандан-асыла бараһың. Ә бурыстарға килгәндә, әсә булыу - ҡатын-ҡыҙҙың асылына һалынған иң изге бурыс, уның менән иҫәпләшмәү мөмкин түгел. Ғаилә усағын һаҡлау, балалар тәрбиәләү кеүек бурыстарҙы әле һаман күберәк ҡатын-ҡыҙҙарға ҡайтарып ҡалдырыуҙары менән килешә алмайым. Донъя йөгөн ирҙәр менән типә-тиң һөйрәй бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар, шуға күрә ошо әхлаҡи һәм хатта көндәлек донъяуи бурыстарҙың үтәлеүе өсөн яуаплылыҡты ҡатын-ҡыҙға ғына йөкмәтеп ҡуйыу яраған эш түгел.

Шиғриәттең мәңгелек темаһы - мөхәббәт. Йәнеңде әйләндереп-тулғандырып сығарған һөйөү тойғоларына уралмаған әҫәрҙәрҙең йәне лә юҡ кеүек хатта. Һинең ижадыңда һәм шәхси тормошоңда мөхәббәт ниндәй урын биләй?

- Мөхәббәт утында янмай, һөйөү ғазаптары кисермәй, шағир булып булмай. Хистәреңдең сафлығын, тәрәнлеген генә түгел, үҙеңдең кем икәнлегеңде, нимәгә һәләтле булыуыңды аңларға ярҙам итеүсе тойғо ла ул мөхәббәт, донъяны ҡабул итеү, аңлау һәләтеңдең тәрәнлеген билдәләүсе көс тә. Үҙҙәре мөхәббәт утында янып көлгә ҡалғандан һуң да шағирҙар һөйөү тураһында һоҡланғыс әҫәрҙәр яҙыу, мөхәббәтте илаһилаштырыу һәләтенә эйә. Шуға ла шағир ҡәләменән сыҡҡан ысын һөйөү һүҙе сәнғәт әҫәре кимәлендә ҡабул ителә. Ошо кимәлгә етмәгәндәре - ҡәҙимге интим тойғолар ғына, уларҙа тойғолар тәрәнлеге лә, һүҙ көсө лә юҡ. Һөйөү һүҙеңде сәнғәт әҫәре кимәленә еткерә алаһың икән, мөхәббәт тураһында яҙырға ла яҙырға кәрәк. Беҙҙе бар итеүсе лә, йәшәтеүсе лә, ҡанаттарың ҡайырылғандан һуң дауалап, яңынан күктәргә ҡарап талпындырыр көс бит ул мөхәббәт.
Шәхси тормошомда ла, шөкөр, ғазаплы ла, татлы ла, яуаплы ла, яуапһыҙ ҙа һөйөү утында янғандарым булды. Ғашиҡ булдым, яндым, көйҙөм, көлгә лә ҡалдым, әммә барыбер мөхәббәттең йәшәү көсө, көлгә ҡалған ерҙән яңынан терелтер көскә эйә икәнлегенә ышанам.

Ижадыңды күҙәтеп барғандар һинең хыянат кисергәнеңде лә белә. Хыянат та төңөлтмәнеме мөхәббәттән?

- Хыянат кисермәһәм, бәлки, һөйөү ғазабының нимә икәнлеген аңлауҙан мәхрүм булыр инем. Хәҙер беләм: һөйөүҙең ғазабы ла татлы. Һөйөүҙе ошо кимәлдә ҡабул итерлек йөрәк һәм аң биргәне өсөн Йыһанға рәхмәтлемен хатта.

Йәнең үрһәләнеүҙән Ер йөҙөндә үҙеңә урын таба алмай бәргеләнеп-һуҡҡыланған мәлдәрең дә булғандыр бит? Шундай мәлдәрҙә ниҙәр менән йыуаттың күңелеңде, артабан йәшәр өсөн көстө ҡайҙан таптың?

- Ундай мәлдәр булды, әлбиттә. Әле лә еңел генә түгел. Мине йәшәтеүсе көс - балаларым һәм улар яҙмышы алдындағы яуаплылыҡ тойғоһо. Яуаплылыҡ тойғоһо, бигерәк тә балалар яҙмышы өсөн яуаплылыҡ ҡатын-ҡыҙға инстинкт кимәлендә һалыналыр, ә ир-егеткә тәрбиә менән биреләлер, тип аңлайым. Бына ни өсөн ҡатын-ҡыҙға үҙ асылын иң тәүҙә үҙенең дөрөҫ аңлауы мөһим. Үҙ асылын дөрөҫ аңламаған ҡатын-ҡыҙ йәшәү көсөн башҡа ҡиммәттәрҙән эҙләй, сөнки асылыңдан ситләшеү ҡиммәттәрҙе бутай, ҡайһы ваҡыт хатта дөрөҫ юлдан да яҙҙырып ҡуя. Асылына һалынған ҡиммәттәрҙе баһалай белгән ҡатын-ҡыҙҙың үҙ әҙәбе һәр саҡ үҙе менән.

Күңел донъяһын сайпылтмайынса ғына һаҡлауы ауыр, шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙың тулы, бөтөн донъяһы нисек булырға тейеш икән?

- Ул донъяла иң тәүге сиратта хәүеф-хәтәр булмай. Балаларыңдың киләсәге өсөн йәнең тыныс. Күңелең бөтөн. Хаҡһыҙ рәнйетелеүҙән ҡурҡмайһың. Шатлыҡ-ҡыуаныстарыңды, ҡайғы-хәсрәттәреңде уртаҡлашҡан, һиңә терәк-таяныс булған ҡурсалаусың-һаҡлаусыңдың барлығын тойоп-белеп йәшәйһең. Был дәүләттең батшалары - ике йәнде бер бөтөн иткән Һөйөү, Тоғролоҡ, Ышаныс, Өмөт... Ошо ҡиммәттәрҙән тора кеүек миңә ҡатын-ҡыҙҙың камил донъяһы. Ҡатын-ҡыҙ биләмәһендәге башҡа сыраҡтар асылыбыҙҙы билдәләгән ҡиммәттәрҙең берәүһе генә һүнгәндә лә аҙашмаҫҡа теләп яндырылалыр ул...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Һәр ҡатын-ҡыҙҙың үҙ инаныстары, үҙ һөйөнөс-көйөнөстәре, үҙ асылы. Асылыбыҙҙы балҡытып-баҙратып ебәрә белеүебеҙҙең дә үҙ сере, үҙ юлы. Тормош елдәре ҡаҡҡылап-һуҡҡылағанда һынмаҫ, бөгөлмәҫ, юлдарҙа аҙашмаҫ, таймаҫ өсөн яндырған сыраҡтарыбыҙҙың да үҙ ҡалыбы: береһе янып бөтөүгә, икенсеһе тоҡана. Ғәлиә Кәлимуллина тоҡандырып-һүндергән сыраҡтар хаҡындағы әңгәмәгә уның һуңғы йылдарҙа көйҙәр яҙа башлау тарихы инмәй ҡалды. Ғәлиәнең йөрәк ауазы булып яралған "Һөйөү йыры", "Нөгөш буйҡайҙары", "Яҙмыш даръялары", "Күҙҙәрең", "Яндырма мине" йырҙары йөрәгендә йәне булғандарҙы тетрәтмәй ҡалмағандыр. Нимә был? Ғәлиәнең бығаса үҙе лә аңламай йөрөгән асылымы, әллә яҡтыраҡ, сағыуыраҡ балҡыр өсөн тоҡанған сираттағы сырағымы?..

Зөлфиә СИБӘҒӘТУЛЛИНА әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.03.23 | Ҡаралған: 227

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru