«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИ МЕНӘН МӘШҒҮЛДӘР?
+  - 


Кәсептәрҙе тергеҙәләр

Балаҫ һуғыу кәсебе башҡорт халҡының сал быуаттарҙан килгән бай матди мәҙәниәтенең сағыу өлгөһө булып тора. Беҙҙең Урал аръяғы райондарында һарыҡ йөнөн, кәзә ҡылын, дебетен иләп, төрлө төҫтәргә буяп, буй һәм биҙәкле балаҫтар һуҡҡандар. Ә бына сепрәктәрҙән һуғылған сағыу балаҫтарҙы йылайырҙар турпыша тип атай. Борон-борондан малсылыҡ менән шөғөлләнгән халҡыбыҙ көткән малының бер нәмәһен дә әрәм-шәрәмгә ебәрмәй, эшкәртеп ҡуйған. Туҡыманан тегелгән кейемдәр күбәйеп, туҙмай артып ҡала башлағас, оҫталар уларға ла яңы һулыш биреп, ҡырҡып, сиратып, турпыша-түшәк һуғып алғандар.

Беҙҙең Йылайыр яҡтарында һәр ауылда ла балаҫ һуғыу оҫталары күп булған. Әммә был кәсеп онотолоп бара ине. Сөнки беҙ күреп белгән оҫталар гүр эйәләре булып бөткәс, байтаҡ ваҡыт был кәсепте дауам итеүселәр булманы. Ә шулай ҙа һәр ғаиләлә тиерлек беҙҙең өләсәй, ҡартәсәйҙәребеҙҙең (XX быуат башында тыуғандар) ижад емештәре, кемдәрҙәлер хатта балаҫ һуғыу станоктары ла һаҡлана. Шуғалыр ҙа, бихисап гүзәл заттарҙың күңелендә мираҫ итеп ҡалдырылған кәсепте тергеҙеү маҡсаты бөрөләнеп йөрөгәнен белә инек. Һәм бына һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың онотола барған милли шөғөлдәре ҡайтанан яңы һулыш алды, уны өйрәнеүселәр һәм өйрәтеүселәр ҙә табылды.
Мәҫәлән, Йылайыр районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Миләүшә Шаһыбал ҡыҙы Моратова бер нисә йыл инде халҡыбыҙҙың боронғо кәсебен яңынан тергеҙеүгә, уны район ағинәйҙәренең бренд шөғөлөнә әйләндереүгә күп көс һала. Беренсе ярҙамсылары - Юлдыбай ауылының "Ҡанифа" ағинәйҙәр ойошмаһы һәм үҙенең ғаиләһе. Тормош иптәше һәм улдары Миләүшә Шаһыбал ҡыҙына балаҫ һуғыу станоктары эшләп бирҙе, 1941 йылғы станокты ла тергеҙеп ултыртты. Миләүшә Шаһыбал ҡыҙы бына бер нисә йыл инде Хафиза Амантаева, Әнисә Алсынова, Фәниә Такалова, Яманһаҙҙан Рабиға Таһирова һымаҡ оҫталарҙы туплап алып, ағинәйҙәр һәм был кәсепте өйрәнергә теләгән башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Юлдыбай ауылы оҫтабикәләре шулай райондың барлыҡ ағинәйҙәрен үҙҙәре артынан эйәртә, ошо боронғо кәсепкә йәлеп итә алды. Станок табыу ҙа ауыр мәсьәлә түгел хәҙер - Сибай ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙ Әнүәр Игебаев, Хәйбулла районы Вәзәм ауылынан Азамат Сурин уларҙың заказын үтәп кенә тора. Быйыл районыбыҙҙа өсөнсөгә балаҫ, турпыша һуғыу оҫталары фестивале үткәреүгә әҙерлек бара. Оҫтабикәләрҙең бер нисәүһе тураһында ла әйтеп китәйем. Тимер-томор, техника, мал тирәһендә ауыр эштәр башҡарырға яратып, тракторсы булып хеҙмәт юлын башлаған Исҡужа ауылы ҡыҙы Фирҙәүес апай Мостафина ошо турпыша, балаҫ һуғыу эшенә бала саҡтан ғашиҡ. Йәшләй генә Мәҡсүт ауылына килен булып төшә. Бәхетенән, бейеме балаҫ һуғыу оҫтаһы була. Ғәбиҙә Ҡунаҡҡужа ҡыҙы Мостафина тырыш, эшкә тилбер, отҡор килененә балаҫ һуғыуҙың бөтә нескәлектәрен өйрәтә. Әйткәндәй, Ғәбиҙә инәйҙең үҙе һуҡҡан балаҫы һәм баҫҡан кейеҙе Өфөлә милли музейҙа экспонат булып һаҡлана. "Бер турпышаны бейем 5 - 6 көндә һуғып бөтә торғайны. Ә мин йәш саҡта был эш менән әллә ни шөғөлләнә алманым. Балалар үҫкәс, ауылда эшһеҙ ҙә ҡалғас, 2000 йылдарҙан ныҡлап турпыша ла, балаҫ та һуға башланым", - тип һөйләй Фирҙәүес апай. Балаларына, туғандарына бүләккә арнай күп ижад емештәрен. Бирнәлеккә ниәтләп тә балаҫ һуҡтырып алалар унан. Тормош иптәше Ғүмәр ағай һәм улдары станокты күсереп йөрөүгә уңайлы итеп тимерҙән эшләп бирә. Күңел талабы буйынса ла, хеҙмәткә һөйөү һәләтенән дә Мостафиндар ғаиләһендә балаҫсылар кәсебе дауам итә...
Тағы бер яҡташыбыҙ Бәҙекъямал Таһирова инәй үҙенең яратҡан да, ғаиләһенә килем дә килтергән балаҫ һуғыу кәсебен ҡыҙҙары Хәйерниса менән Бәҙернисаға, килене Тайбаға өйрәтеп ҡалдырған. Хәйерниса Исламғолова - Йомағужа ауылында, Бәҙерниса Байғужина - Байғужала, Тайба Таһирова Һабырҙа донъя көтөп, үҙҙәрен балаҫ һуғыу оҫталары итеп таныта. Уларҙың һуҡҡан турпыша, балаҫтарын балалары, ейәндәре хәҙерге көндә лә ҡәҙерләп кенә ҡуллана. Бәҙерниса инәйҙең ҡыҙы Рәйлә Тауылбаева ла әлеге көндә әсәһенең станогын йүнәтеп алып, балаҫтар һуға башланы. Бәҙекъямал инәйҙең ике килененән тыуған ейәнсәрҙәре Әлфиә Таһирова менән Миңһылыу Мырҙабаева 2016 йылда ҡартәсәләренең һөнәрен тергеҙеп, шулай уҡ турпыша һуғыуға тотона. Миңһылыу апай 40-тан ашыу турпыша, балаҫтарын һатып, аҡсаға әйләндергән. Ошо ғаиләнең килене Люциә апай Таһирова: "Миңә турпыша һуғырға Әлфиә бикәсем өйрәтте. Вәзәм ауылы оҫтаһынан станок һатып алып, үҙем дә эшкә тотондом", - ти. Шулай итеп, Бәҙекъямал Таһированың ике ҡыҙын, киленен, ейәнсәрҙәрен бер быуаттан ашыу ваҡыт балаҫ, турпыша һуғыу кәсебен өҙмәй, быуындан-быуынға ялғаусылар тип әйтә алабыҙ һәм был апайҙар үҙҙәренең ҡыҙҙарына, килендәренә, ейәнсәрҙәренә лә оҫталыҡтарын өйрәтерҙәр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Зилә СОЛТАНОВА-МОРАТОВА.
Йылайыр районы.


Ер-һыу атамаларын өйрәнәләр

Беҙ, Учалы ағинәйҙәре, башлаған һәр эшебеҙ, проектыбыҙ файҙалы һәм һөҙөмтәле булырға тейеш, тигән фекерҙәбеҙ. Ваҡыт үтә килә һәр башланғысыбыҙҙың дауамлы булып, йәшәп китеүен дә күрәбеҙ. Бына бер-ике йыл инде үҙебеҙ йәшәгән төбәктең топонимикаһын өйрәнеү өҫтөндә әүҙем генә эш алып барабыҙ. Әлеге ваҡытта егерменән ашыу ауылдың тирә-яғындағы ер-һыу атамаларының исемлеген, килеп сығыу тарихын тупланыҡ.



Тыуған яҡ атамаларының серҙәрен сисеү, йылдар һәм хәтер ҡатламдары аҫтында ҡалған тарихты тергеҙеү үтә еңелдән дә түгел икән. Эш барышында шуға ла төшөндөк: байтаҡ ҡына атамалар бөгөн теге йәки был ваҡиға айҡанлы үҙгәреп тә киткән. Мәҫәлән, Ураҙ ауылы янында Ҡазый шишмәһе шуның бер миҫалы. Бөгөнгө исеменә ярашлы, шишмә буйында 1947 йылда Ҡазый бабай ауыл тимерлеге өсөн күмер һүндереп ятҡан. Ә бына халыҡтың тапҡыр аҡылын, йор телле булыуын сағылдырған бик матур тәү атамаһы - Тетрәүек икән. Саф һыуы терегөмөш бөртөктәре кеүек тетрәп сығып ятҡанғалыр, тапҡыр ғына итеп бер һүҙ менән ҡылыҡһырлаған да ҡуйған бабайҙарыбыҙ. Муса ауылы янында, Ояндар йылғаһының Рәҫтәккә ҡойған урынында, исеме есеменә тура ғына килеп торған, ауыл халҡы төрлө байрамдар үткәрергә яратҡан тағы бер урынды Хәсәнәт тип атағандар. "Хәсән" ғәрәп теленән "матур, яҡшы" тигәнгә тура килә. Китегаяҡ, Атуты атамалары телебеҙҙә ҡасандыр ҡулланылып та бөгөн онотола төшкән "аяҡ" һәм "утлау" һүҙҙәрен һаҡлай. Тәүгеһе сәй йә ҡымыҙ эсеү өсөн ҡулланылған һауытты, икенсеһе малдың үлән ашауын аңлата.
Илсе ауылы эргәһендәге Оло әгер һәм Кесе әгер тигән атамаларҙы урындағы халыҡ ике бер туған Егор исемле кешеләрҙең ер һатып алып, эшкәртеп, иген үҫтереү тарихы менән аңлата. Ә Рәшит ағай Шәкүров "Ерҙең тере тарихы" исемле китабында "әгер" һүҙе ҡабарып, күпереп ятҡан һаҙлыҡлы урынды билдәләү өсөн ҡулланылған, тигән аңлатма бирә. Моғайын, шулайҙыр. Сөнки шул ауыл тирәһендә Ҡәһәрмән юлы тип исемләнгән урын да ҡасандыр һаҙлыҡ булып, хәҙер кипкән, ҡороған. Ғөмүмән, был китаптан байтаҡ атамаларҙың мәғәнәһен табып була.
Һәр ауыл тирәһендә барымта-ҡарымта менән бәйле фажиғәле мәлдәрҙе үҙенә теркәп ҡалдырған урындар бар. Бына бер нисәүһе: Ҡаҙағорошҡан, Аҡса түбә, Ҡансыра, Ҡантүбә, Ҡалмаҡ биле. Заманында ҡаҙаҡтар бик ҡаңғыртҡан беҙҙең халыҡты, тигән фекер тыуа ошо атамаларҙы өйрәнгәндән һуң.
Иң әсендергәне - килеп ултырған халыҡтың ер-һыу атамаларын үҙгәртеп, үҙ теленә яраҡлаштырыуы. Уральск ҡасабаһынан хаҡлы ялдағы уҡытыусы Динә Хатип ҡыҙы ошоға бәйле байтаҡ мәғлүмәт бирҙе: Бурантау - Школьная, Олотау - Маяҡ, Оҙонғыр - Бригадная, Туғыҙтүбә тауҙарының бер түбәһе - Заправочная. Миндәк янындағы Мүҙәкәне шулай уҡ Музыка ташы, Рафиҡ ауылы эргәһендәге Әғәҫтәткәне Малиновая гора тип исем ҡушып алған ошо тауға әберсә (ҡурай еләге) йыйырға килеүселәр. Ғайсин Шәүкәт Хәлит улы яҙғанса, Силәбе өлкәһенә кереп киткән ерҙәге Ҡырмыҫҡалы күлен урыҫ халҡы үҙенсә Москалы тип атай, имеш. Етмәһә, һүҙҙең этимологияһын да рус телле сығышлы тип иҫәпләйҙәр икән. Күл заманында һөлөккә бай булып, халҡыбыҙ уны үҙ ваҡытында дауалау маҡсатында ҡулланған.
Шулай уҡ Шәүкәт Хәлит улы мәғлүмәтенән Мулдаш ауылы тирәһендә Ирәмәл исемле өс йылғаның булыуын да белдек. "Ирәмәл тауына йылғаларҙың бәйләнеше юҡ, сөнки тауҙан йөҙәр км алыҫлыҡта аға улар. Беҙ ошо йылғаларҙа йөҙөп, балыҡ ҡармаҡлап үҫһәк тә, райондың бар халҡы ла белеп бөтмәй уларҙы," - тип яҙа ул.
Тарихтың барыһы ла: халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреше, кәсебе, шөғөлө, гөрләп торған йәйләү тормошо ла, барымта-ҡарымтаһы ла, батырҙары үткән данлы юлы ла, башҡорт ихтилалдары ла, ҡәһәрле аслығы ла, граждандар һуғышы ла теркәлгән атамаларҙа. Тел хазинаһы, тел байлығы ла - ошо атамаларҙа. Башҡортомдоң һиҙгерлеге, зиһене, аҡылы, тапҡырлығы, йорлоғо, үҙ еренә сикһеҙ һөйөүе лә сағылыш алған уларҙа. Шуға ла беҙҙең райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ошо атамаларҙы йыйырға, өйрәнергә, йәш быуынға тапшырырға ең һыҙғанған да инде.

Мәрзиә СОЛТАНБАЕВА,
Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.


Балалар тәрбиәһе менән булалар

Ваҡыт - үҙе хөкөмдар, тигән ата - бабаларыбыҙ. Ысынлап та, шулай икәненә йәшәй-йәшәй инанабыҙ, булғандың ҡәҙерен юғалтҡас ҡына аңлай башлайбыҙ. Совет осоронда гөрләп торған ауылдар, завод, фабрикалар, бушлай белем биргән мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары, мәҙәниәт усаҡтары, дауаханалар юҡҡа сыҡҡас, Тыуған илде һөйөү, намыҫ, ғәҙеллек, дуҫлыҡ, яуаплылыҡ, ярҙамсыллыҡ кеүек әхлаҡ ҡанундары осһоҙланғас, күпселек кеше күңелендә бушлыҡ тойҙо, йәшәү мәғәнәһенән яҙҙы.




Бына ошондай буталсыҡ заманда, ҡиблаларыбыҙҙы айырмай башлағанда, милли асылыбыҙға ҡурҡыныс янағанда республикала "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һалынды ла инде. Тамырһыҙ ағас ҡороған кеүек, телен, тарихын, йолаларын юғалтҡан, батырҙарын, күренекле шәхестәрен онотҡан халыҡтың юҡҡа сығыу ихтималлығын аңлау был яуаплы бурысты үҙ иңенә алырға мәжбүр итте ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы. Ойошмалар Башҡортостанда ғына түгел, сиктәш өлкәләрҙә лә эшләй башланы: милли кейемдәр, биҙәүестәр, аш-һыу, юғалып барған халыҡ кәсептәре тергеҙелә, мәктәп балалары, йәштәр, ололар менән даими эш алып барыла, ағинәйҙәр бөтә өлкәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша, хатта күп эштәрҙе башлап йөрөй. Ғафури районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы үҙенең сафында 300-ҙән артыҡ ағзаны берләштерә. Киләсәгебеҙ бөгөнгө балалар, йәштәр ҡулында тигән аңлауҙы тәүге урынға сығарып, беҙ башлыса йәш быуын менән эшләүгә көйләнгәнбеҙ, тиергә була. Мәҫәлән, Мәндем ауылы ағинәйҙәре (етәкселәре Фәниә Йәнмырҙина) күптән түгел тәрбиә бишектән башлана, тигән ҡағиҙәне алға һөрөп, ҡоймаҡ, йыуасаларын бешереп, ҡаймаҡ, ҡоротон, бүләктәрен тотоп, үҙҙәренең изге теләктәрен еткерергә, яңы тыуған сабыйға тәүфиҡ, бәхет, әсәгә һаулыҡ-таҙалыҡ, атайға ныҡлыҡ, бәрәкәт теләргә тигән маҡсат менән бәпес ҡайтҡан өйгә юл тоттолар. Бәпес тыуғанда атҡара торған йолалар үтәлде, йыр-мөнәжәттәр башҡарылды. Башҡа ауылдарҙа ла ғаиләләрҙең был бәхетле мәле ағинәйҙәр иғтибарынан ситтә ҡалмай.
Яугилде ауылы ағинәйе Лилиә Миниязованың һөйләгәнен тыңлайыҡ:
- Беҙҙең ауыл ағинәйҙәренең дә төп эшмәкәрлеге - балалар менән эшләү. Төрлө йолалар атҡарыу, байрамдар үткәреү тураһында һөйләп тормайым. Балаларҙы төрлө ҡул эштәренә, кәсеп серҙәренә йәлеп итеү - бик матур тәжрибәбәбеҙ тип уйлайым. Ағинәйебеҙ Рәзилә Солтанморатова, оҫта тегенсе булараҡ, балаларҙы тегеү серҙәренә өйрәтә. Мәҫәлән, ҡорама, мендәр тыштары тектеләр. Улар теккән ҡурсаҡтар менән әкиәттәр ҙә сәхнәләштерҙек. Мин үҙем ҡашмау, маңлайса кеүек биҙәүестәр эшләргә, милли аш-һыу әҙерләргә өйрәттем. Ҡурмасты боронғо таш тирмәндә тартып, талҡан эшләп ашап та ҡараныҡ. Башҡа ауылдарҙа ла балалар һәм ағинәйҙәрҙең берҙәмлеге, аралашыуы матур традицияға әйләнә бара. Сәйетбабалар Разифа Ишембәтова етәкселегендә ғәрәп теленән дәрестәр бирә, нәсихәт, мөнәжәттәр өйрәтә, дини йөкмәткеле төрлө бәйгеләр ойоштора; Үзбәк ауылы ағинәйҙәре етәкселәре Минзилә Ғәлина менән балаларға милли биҙәүестәр эшләргә өйрәтә, ойоҡ-ойоҡбаштар бәйләйҙәр; имәндәштәр Рәмилә Мәхмүтова етәкселегендә мәктәптә байрам саралары ойошторалар, үҙҙәре һатып алған бүләктәрен тапшырып, балаларҙы ҡыуандыралар. Родина ауылынан ағинәй Фәүзиә Ҡотлогилдина "Ҡышҡы йәйғор" тип исемләнгән ижади бәйге ойоштороп, балаларҙа телгә, ижадҡа һөйөү тәрбиәләй, Красноусол ағинәйҙәре гимназияла эшләп килгән "Урал батыр" проекты сиктәрендә үткән бөтә тәрбиәүи сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Иң мөһиме, милли кейемдәге ошо матур ағинәйҙәрҙе балалар көтөп ала, уларҙың һабаҡтарын бик теләп ҡабул итә.

Рәмзиә МОНАСИПОВА,
Ғафури районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.


Тамбур ҡайыуын тергеҙҙеләр

Тамбур менән ҡайыу республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары ҡатын-ҡыҙҙарының борондан ҡалған шөғөлө. Ҡатын-ҡыҙҙар бөтә төр кейем теккәндә лә уның туҡымаһын кирге менән тарттырып, ырғаҡ энә менән ҡайығандар. Был шөғөлдөң исеме лә, кирге менән бәйләнгән, тигәнде аңлата, тиҙәр. "Кирге" француз телендә "тамбуран" тип атала икәнен дә беләбеҙ.



Мәсетле районында был һөнәр юғалып барғандар исемлегендә ине. Бик һирәк ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡайыу менән булдылар. Ҡайыу булмағас, милли кейемдәребеҙҙең үҙенсәлеге лә юғалды, уларҙы бары тик сәхнәлә генә күрә инек. 2016 йылда ауылдарҙа Ағинәйҙәр ҡорҙары ойошторола башлағас, ул ойошма ағзалары ошо онотолған шөғөлгә тотоноуҙы тәүге бурыс итеп алды. Районда тамбур менән ҡайыусы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа табылды. Танылған оҫталар-ағинәйҙәр Яңы Мишәр ауылынан Ратифа апай Ғарипова, Сажидә апай Хановалар тамбур менән ҡайыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә башланы, был оҫталыҡты Әбдрәхим, Яуыш ауылы ағинәйҙәре иҫкә төшөрҙө. Шулай итеп, оҫта ағинәйҙәребеҙ ауылдан-ауылға йөрөп, тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Әле райондың 12 ауылында Ағинәйҙәр ҡорҙары гөрләтеп эшләп килә. Улар бөтәһе лә тамбур менән ҡайыу серҙәрен үҙләштереп алды. Тамбурлы ҡайыу тергеҙелгәс, милли кейемдәребеҙ ҙә барлыҡҡа килде. Күптән онотолған ҡалпаҡтар, түшелдеректәр, һаҡалдырыҡтар кейгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ аят аштарында, йыйындарҙа йыш күренә, уларға ятһынып ҡарауҙар юҡҡа сыҡты. Хәҙер инде был матурлыҡҡа йәштәрҙе лә йәлеп итә оло быуын ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ. Туҡбай ауылы ағинәйе Дамира Фәхрисламова, мәҫәлән, мәктәптә башланғыс класс уҡыусылары өсөн түңәрәк асып, бәләкәй ҡыҙҙар менән алъяпҡыс, ҡалпаҡтар ҡайый башланылар.
Ошо көндәрҙә Һөләймән ауылы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары (рәйесе Фәйрүзә Дусмөхәмәтова) "Алъяпҡысым - минең шәжәрәм" исемле мәртәбәле сара үткәрҙе. Унда Айып, Аҙанғол, Әбдрәхим, Яңы Мишәр, Ғүмәр, Дыуан-Мәсетле, Бурансы, Туҡбай, Йыланыш ауылдары ағинәйҙәре ҡатнашты. Сараның иң хәтерҙә ҡалған мәле - алъяпҡыстарҙа, күлдәктәрҙә төшөрөлгән биҙәктәрҙең нимәне аңлата икәненә яуап табыу булғандыр. Һөләймән ауылынан Розалия Йомағужина әйтеүенсә, был биҙәктәр шәжәрәне һынландыра. Унда өләсәйҙәр һәр ғаилә ағзаһының йондоҙлоғона ярашлы төҫтәр билдәләгән. Ҡатын-ҡыҙҙар - сәскәләр, ир-егеттәр тубырсыҡтар менән һынландырылған. Розалия Разаҡ ҡыҙы ҡайыу алымы менән алъяпҡысҡа шәжәрә эшләү ысулы буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте, үҙенең шәжәрә биҙәктәре менән дә таныштырҙы. Балаҡатай районы Яңыбай ауылынан килгән Анфиса Мөхөтдинова ла үҙ нәҫеленең ун алты быуыны күрһәтелгән биҙәк-шәжәрәһен йыйылыусылар иғтибарына тәҡдим итте. Аптыратты, һоҡландырҙы.
Шулай уҡ төньяҡ-көнсығыш комплексының милли кейемендә, тамбурлы ҡайыуҙа ниндәй хаталар булдырырға ярамағанлығы тураһында фекер алышты ағинәйҙәр. Эйе, асаһы серҙәре күп беҙҙең яҡтың тамбурлы ҡайыулы кейемдәрҙең, ул серҙәр бына шулай беҙҙең ағинәйҙәребеҙ тарафынан бөртөкләп асыла бара. Хаталар өҫтөндә эш дауам итә.

Нәзирә ӘХКӘМОВА,
Мәсетле районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №8, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.03.23 | Ҡаралған: 174

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru