«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫҘ БАЛАҢ ЯРАТЫУ ТОЙОП ҮҪҺЕН
+  - 


Ҡатын-ҡыҙҙы аңлап буламы инде, тигән була, ғәҙәттә, ир-егеттәр шаяртыу ҡатыш. Ә бөгөнгө замандың гүзәл заты үҙе үҙен аңлаймы һуң? Ниндәй беҙ, ниндәй уйҙар менән йәшәйбеҙ, нимә хаҡында хыялланабыҙ - байрам уңайынан ошондай һорауҙарға яуаптар эҙләп, журналист һәм психолог Гөлсинә ЙОСОПОВАға мөрәжәғәт иттек.

Күптәр һеҙҙе журналист һәм күп балалы әсәй тип беләлер. Ә психолог һөнәрен үҙләштереүгә нимә этәрҙе?

- Ике һөнәр эйәһенә лә һүҙ менән имләү хас бит инде. Журналист булараҡ та кешеләрҙең күңел торошо, кәйефе, ниндәй уйҙар менән йәшәүе, ауырлыҡтарҙы нисек еңеүе, маҡсаттарына нисек өлгәшеүе хаҡында белергә тырыша инем. Шәхесте тәүҙә ябай кеше булараҡ асып, уның өлгөһө, әйткән һүҙҙәре башҡаларға ярҙам итһен, көс бирһен тигәнде тәүге урынға ҡуям.
Үҫмер саҡта әхирәттәр сер һөйләр, мин иғтибар менән тыңлап, берәй кәңәш бирер инем. Һинең менән һөйләшкәс, рәхәт булып ҡалды, тигәндәре аҙағыраҡ иҫкә төштө. Яҙыуҙан тыш, тағы нимәгә һәләтлемен икән тип уйлана башланым бер мәл. Шул саҡта психология тигән ҡыҙыҡлы донъяға инеп киттем. Яйлап үҙемдә булған белем менән бүлешеү, башҡаларға ла ярҙам итеү өсөн өлгөрөп еткәнемде аңланым. Кешеләр менән эшләүгә хоҡуҡ биргән курстарҙа уҡыным, клиник психология буйынса магистратура тамамланым. Һорауҙарыма яуап эҙләп, динде лә ныҡлап өйрәндем. Әлбиттә, үҙ өҫтөмдә лә эшләнем. Элек һәр ваҡыт йәшенеп ҡалырға тырыша торғайным, мине күрмәһендәр, белмәһендәр - миңә шулай ҡулайлыраҡ булды нишләптер. Ҡатын-ҡыҙҙың төп бурысы - бала табыу, тәрбиәләү һәм өй ҡарау, ашарға бешереү, тип һананым. Был дөрөҫ түгел. Ҡатын-ҡыҙға ла үҫешергә, үҙенең һәләттәрен асырға, кешеләргә, йәмғиәткә файҙа килтерергә кәрәк. Ул ни бары әсәй һәм ир ҡатыны ролен үтәп кенә йәшәргә тейеш түгел.

Бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙының күңел торошо ҡәнәғәтләндерәме һеҙҙе? Улар үҙҙәренә иғтибарлымы, ниндәй проблемалар менән мөрәжәғәт итәләр?

- Бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙы иң борсоғаны - ире менән мөнәсәбәт. Ситтән ҡарағанда бәхетле, тырыш ғаилә, ләкин балалар хаҡына бер-береһен түҙеп йәшәргә мәжбүрҙәр. Күбеһе баштан уҡ яңылыш ниәт менән ғаилә ҡорған. Тиҙерәк атай-әсәй баҫымынан ҡотолайым, 30 тулмаҫ элек бала табып ҡалайым, алған кеше барҙа сығып өлгөрәйем, арыу егеттәр миңә ҡарамаҫ һ.б. Кемдер айырылған, яңғыҙлыҡ ғазабы кисерә. Лайыҡлы иш, донъя көтөрҙәй ир заты осрамай. Шулай уҡ эшен яратмаған ҡатындар йыш мөрәжәғәт итә. Нимә теләгәнемде лә белмәйем, үҙемде аңламайым, тиҙәр йыш ҡына. Энергия, дәрт, үҙеңә ышаныу юҡлыҡҡа зарланалар. Шулай уҡ, ҡыҙғанысҡа күрә, оҙайлы депрессия кисергән һылыуҙар ҙа бар.
Был проблемаларға илткән төп сәбәп - күңел тауышыңды ишетмәй йәшәү. Кеше эстән ирекле түгел. Уның рухы ситлектә, һәр ваҡыт башҡалар көткәнде аҡларға, яраҡлашырға, ярарға, тап килергә кәрәк. Уға йәмғиәт, башҡалар ҡуйған шаблондар буйынса йәшәргә тура килә, үҙенең теләген ситкә ҡуя, ергә күмә. Статус йәки аҡса өсөн энергияһын һурған, яратмаған эшкә йөрөй, эске ҡурҡыуҙары арҡаһында тик башҡаларға уңай булырға тырыша.
Ә былай психологҡа проблемалар менән генә мөрәжәғәт итмәйҙәр. Кемдер яңы кимәлгә күтәрелергә, клиенттарын арттырып, ҙурыраҡ киңлектәргә сығыуҙа нимәләр ҡаршылыҡ булып тора - ошоларҙы асыҡлап, үҙгәрә башлау өсөн килә. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ күңел торошо өҫтөндә эшләй икән, тимәк, үҙенә иғтибарлы, тип әйтер инем. Үҙ өҫтөндә эшләп, ул үҙенә генә түгел, балаларына, иренә лә ярҙам итә. Ҡатын бәхетле икән, өй балҡып торған һымаҡ, балалар ҙа шат, ир ҙә алға ынтылырға көс, илһам ала.

Ни өсөн һуңғы ваҡытта тренингтар популяр? Ауыр хәлдән сығыу юлдарын тапмағандан барамы унда гүзәл зат, әллә бәхет эҙләпме?

- Беренсенән, тренингтарға социаль селтәрҙәр аша реклама күп яһала. Һәр кем үҙен борсоған һорауға яуап табырға теләй, һәр кемдең бәхетле булғыһы килә. Ләкин бер кемде лә бер-ике сәғәт эсендә бәхетле итеп ултыртып ҡуйып булмай. Сөнки бәхетле булыу йә булмау үҙегеҙҙән генә тора. Ул бер кемгә лә бәйле түгел, башҡаларҙан тормай. Бәхет сығанағын үҙебеҙҙең эске донъянан табып өйрәнеү мөһим. Шуға ла тренингтарға йөрөргәме, юҡмы, үҙегеҙҙең ихтырҙа. Әммә кеше үҙенең шул ваҡыттағы кимәленә ярашлы ниндәй ҙә булһа яуап табыуы, ярҙам алыуы, нимәнелер аңлап ҡалыуы бик мөмкин. Кешеләрҙең аң кимәле төрлө, тренингтарҙың сифаты, белгестәр ҙә төрлө - быныһын да аңлап тораһығыҙҙыр. Кеше араһына сығып, аралашып ҡайтыу ҙа дауа улайға китһә.

Борон өләсәй, әсәйҙәр күңел торошон нисек көйләп йәшәгән һуң, уларҙың да зарын түгеп, кәңәш алыр ере булдымы икән?

- Күбеһе түҙеп, ут йотоп йәшәгән инде. Миңә килгән һәр икенсе ҡатын-ҡыҙ, атайым эсте, холҡо ҡаты булды, һуғышты, әсәй ҙә, беҙ балалар ҙа ҡурҡып йәшәнек, тип һөйләй. Үҙенә күрә ғәмәлдәре лә табылғандыр, әйтәйек, кем менәндер һөйләшеп алыу, сер бүлешеү. Өләсәйҙәр йырлап, бер-береһе менән аралашып, бер-береһенә таяныс булып, күңелдәрен көйләгән. Ҡырға йыш сыҡҡан, урман, тәбиғәт күңелде имләй, тынысландыра бит. Унан һуң, эш, күмәк бала барҙа уйланып ултырырға ваҡыт та ҡалмағандыр.
Заманы ла башҡа булған, мәҫәлән, һуғыш ваҡытында бар уйҙары яҡындарына иҫәнлек теләүгә генә йүнәлтелгәндер. Үкенес, бөгөн дә тыныслыҡ юҡ, күптәрҙең ирҙәре тағы ут эсендә. Улар бикләнеп, үҙ эсенә йомолоп ҡалмаһын, яҡын әхирәтенә, әсәһенә, ышанған кешеләренә хәлен һөйләп, тойғолары менән бүлешһен, ҡағыҙға яҙып булһа ла, эсендәгеһен сығарһын, тип кәңәш итер инем. Ире өсөн доғалар ҡылһын, имен-һау ҡайтһын тип ысын күңелдән теләһен - һораған нәмә яуапһыҙ ҡалмай. "Аллам, ирем хаҡында Үҙең хәстәрлек күр", - тип көн дә әйт, күңелдән генә үҙен Уның иркенә тапшыр. Был һине тынысландырыр, барыһы ла яҡшы буласағына ышаныс уятыр. Көн дә уны күҙ алдына килтер, күңел йылыһы, мөхәббәт нурҙары уға барып етә, шулар ҙа һаҡлай, тип хис ит. Һуғыш тапшырыуҙарын ҡарама, уның энергияһына тоташма. Был кешене ҡурҡыуға һала, хәлен бөтөрә, тиктомалдан асыу килә башлай. Ә ҡатын-ҡыҙға тыныс хәл-торош мөһим. Ул яҡындарын яҡшы кәйефе, йылмайыуы, үҙен яҡшы тойоуы менән генә лә имләй, терәк-таяныс була ала. Ҡатын-ҡыҙға үҙенең хәле, кәйефе, һаулығы, күңел торошо өсөн хәстәрлек күреү ныҡ мөһим. Арыған, йонсоған, асыулы ҡатын башҡаларға ла тик ошо кире тойғоларҙы ғына тартып килтерә.

Ҡыҙҙарыбыҙға нисек дөрөҫ тәрбиә бирергә һуң?

- Иң мөһиме, ҡыҙ бала үҙен түбән баһаламаһын. Яңылышып кейәүгә сығыу, яратмаған эштә бил бөгөү, күңел ҡушҡанды башҡара алмауҙың еп осо ошонда. Бәләкәй саҡтан уҡ үҙен яратылған, кәрәкле итеп тойһон. Бының өсөн уға йылы һүҙҙәрҙе йәлләмәҫкә кәрәк. Хис-тойғоларын үҙендә йәшереп йөрөмәһен, әсәһенә серен, хәлен һөйләһен, йомолмаһын. Әрләп, баҫып, ғәйеп тойғолары уятып ҡуймайыҡ. Ғәйеп тойғоһо кешегә шул тиклем ныҡ ҡамасаулай тормошта. Ул үҙен яҡшы тормошҡа, матур мөнәсәбәттәргә лайыҡ итеп тойоп үҫһен. Яратыу тойоп үҫкән ҡыҙ бәхетле була.

Шулай итеп...
"Хәҙер элеккесә йәшәү мөмкин түгел. Һәр кемгә лә үҙгәрергә, үҫешергә кәрәк", - тигән фекерҙә ҡунағыбыҙ. Көн дә үҙеңде насар тояһың икән, кәйефең дә, хәлең дә булмаһа, асыуланып ҡына барһаң, эргә-тирәмдә алама кешеләр генә тип, уларға бер туҡтауһыҙ дәғүәләр белдерһәң, теләктәрең тормошҡа ашмаһа, яратҡан кешең булмаһа - үҙ өҫтөңдә эшләй, рухи яҡтан үҫешә башларға кәрәк. Донъяны матурлыҡ, унан да бигерәк яҡшылыҡ ҡына ҡотҡара алыр, әммә, тәү сиратта, үҙебеҙҙе үҙгәртеүҙән башлайыҡ әле, әхирәттәр!

Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.03.23 | Ҡаралған: 191

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru