«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗӘЙНӘБ АПАЙҘЫ УҠЫЙҘАР
+  - 

Филология фәндәре кандидаты, Өфө университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Рәйсә Хәким ҡыҙы ИЛИШЕВА менән бөйөк апайҙарыбыҙҙың береһе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб апай Биишева ижады хаҡында, студент йәштәрҙең уны нисек ҡабул итеүе тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

Ошо көндәрҙә "VII Биишева уҡыуҙары" Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһын уҙғарып, әҙибәнең ижадына оло ихтирам күрһәтергә йыйынаһығыҙ. Бындай сараның әһәмиәте һәм зарурлығы нимәлә? - Биишева уҡыуҙары Стәрлетамаҡта 2009 йылдан алып уҙғарыла. Быйыл уны 7-се тапҡыр үткәрергә йыйынабыҙ. Беҙҙең уҡыу йортобоҙҙоң халыҡ яҙыусыһы исемен йөрөткән сағында башланған изге традиция ул. Уны дауам итеүҙе, З. Биишева ижады аша бөтә башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен ҡәҙерләүҙе, халҡыбыҙ инанған әхлаҡи ҡиммәттәрҙе йәш быуынға еткереүҙе үҙебеҙҙең бурысыбыҙ тип һанайбыҙ. Уҡыу йортобоҙҙа эшләп торған З. Биишева музейында әҙәбиәт дәрестәре үтә. Фәнни-ғәмәли конференция сиктәрендә студенттарҙың һәм уҡыусыларҙың ғилми эштәре конкурсын уҙғарыу ҙа оло яҙыусыбыҙға хөрмәт билдәһе, уның ижадын популярлаштырыуға хеҙмәт итеүсе бер сара. З. Биишева ижадында уҡыу, рухи үҫеш, камиллашыуҙы төп йәшәү маҡсаты тип алған шәхес алға ҡуйыла. Юғары уҡыу йорто, бигерәк тә уҡытыусылар әҙерләүсе уҡыу йорто студенттарҙы ошондай мөхиттә, гуманитар ҡиммәттәр яҡтылығында тәрбиәләргә тейеш. З. Биишева ижады беҙгә ҙур терәк.

Халыҡ яҙыусыһының ҡайһы әҫәрҙәре йәштәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итә?

- 18-20 йәшлек студенттарҙы бөтә һорауҙар ҙа ҡыҙыҡтыралыр ул. Донъяға үҙаллы ҡараштары нығынған сағы бит. Мәҫәлән, "Яҡтыға" трилогияһы улар өсөн ҡатмарлы ла, яҡын да. Берҙән, ХХ быуат табынған революцион идеалдар йәш быуын эстетикаһынан ситтәрәк ята. Ләкин коммунизм, тигеҙлек идеяларының совет дәүере менән генә сикләнмәгәнен, бәлки, донъяға ҡараш, философия булараҡ бөтә донъяла таралыу тапҡанын аңлау менән улар романдағы Октябрь революцияһы ваҡиғаларына киңерәк, кешелек цивилизацияһының үткән юлы булараҡ ҡарай башлай, трилогия "ғәҙел йәмғиәт төҙөү юлдарын эҙләү" тарихын һүрәтләүсе ҡиммәтле сығанаҡҡа әйләнә. Унан килеп, романдағы персонаждарҙа йәштәр олатай-өләсәйҙәренә, күршеләренә оҡшаған күп һыҙаттарҙы таный: ең һыҙғанып донъя көткән Таибә әбей, йомшаҡ күңелле Байгилде ағай кеүек күптәр бар бит арала... Был да ҡыҙыҡ, З. Биишева әҫәрҙәре иҫ киткес мөхәббәт яҙмыштары менән дә мауыҡтырғыс. Ҡайһы берәүҙәр романды синыфтар көрәше аша түгел, ә тап ошо мөхәббәт сюжеттары менән хәтерендә ҡалдыра: "Хаммат менән Сәлимә бер-береһенә ғашиҡ булалар ҙа, ғаиләләрен ташлап, өйләнешәләр... Хисбулла Сәлимәгә тиң булмай бит ул... Бахыр Бибеште 14 йәшендә көсләп кейәүгә бирәләр... Сәлимә Хамматты сәнсеп үлтерә, үҙе лә батып үлә. Меҫкен Гөлйыһан Закирҙы өҙөлөп һөйә, атаһы уларҙың бергә булыуҙарына риза булмаясағын аңлаһа ла..." З. Биишеваның "Яҡтыға" трилогияһынан һәр ҡатлам уҡыусыһы үҙенә ниндәй йөкмәтке оҡшай, шуны таба. Һәр бер автор үҙ китабына шундай яҙмышты теләр ине - тап ошо сифаты әҫәрҙе көслө итә, тормош энциклопедияһына әйләндерә.
Йәштәргә яңылышҡан, хаталанған, әммә үҙ юлын тапҡан образдар ҙа оҡшай. Идеалдан алыҫ, реаль тормошҡа яҡынлығы арҡаһында шулай үҙ итәләрҙер, бәлки. "Сәйер кеше" повесында, мәҫәлән, уларға "үҙ аҡсаһын ай һайын етемдәр йортона тапшырыусы ғәҙел депутат" Ғәҙел Ҡоросбаевҡа ҡарағанда, тормош һынауҙарына һынмаған Гөлбикә образы яҡыныраҡ һымаҡ. "Уйҙар, уйҙар" повесынан Суфияның етеш йәшәгән ата-әсәһенән ҡасып тигәндәй завод ятағына китеп, цехта эш башлағаны, йәшлек хаталарын төҙәтергә үҙендә көс тапҡаны, мөхәббәте өсөн көрәше яҡлау таба. Уҡыйҙар З. Биишеваны, уның китаптары саңланып ятмай.

Һеҙ З. Биишева менән яҡташтар ҙа. Уның ҡатын-ҡыҙ булараҡ, ниндәй сифаттары һеҙҙә һоҡланыу уята?

- З. Биишеваның тыуған ауылы беҙҙең ауылдан ете саҡрымда ята. Минең әсәйем шул ауылдан ине. Туйымбәт ауылы кешеләренең һәр береһен тигәндәй бәләкәйҙән танып-белеп үҫтем. Ҡыйыу, ғәҙел һүҙен тура әйтеү, хаҡлыҡ өсөн тәүәккәллек күрһәтергә һәләтле халыҡ йәшәй унда. З. Биишеваның үткер телле, тура һүҙле булыуының тамырҙары шунда, халыҡта. Кескәй генә ауыл да бит үҙе бер йәмғиәт. Кешенең төрлөһө бар. Мәҫәлән, түбән һәм үрге остар, һәр бер өй ҡолаҡ һалһын өсөн, ауылда ниндәй кеше булырға кәрәк, етмәһә, ҡатын-ҡыҙ затынан булһаң? Һинең ҡулыңда һүҙҙән башҡа ҡорал, власың булмаған хәлдә? Ә барса халыҡтың зиһененә һеңдерерлек һүҙ әйтер өсөн? Тәбиғи һәләттән тыш, үҙ-үҙеңә, хаҡлығыңа ышаныу ҙа кәрәк. Стереотиптар, тормошҡа тура килмәгән ҡанундар ҡоло булмау, азат шәхес булыу кәрәк. Көслө, ҡорос ихтыярға эйә ҡатын-ҡыҙ ул Зәйнәб Биишева. Һәр ваҡытта ла үҙ-үҙе булып ҡала алғанына һоҡланам.

Һорауҙарҙы
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
бирҙе.

"Киске Өфө" гәзите, №8, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.03.23 | Ҡаралған: 176

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru