«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы

Дах-сак-массагеттарҙың һәм исседондарҙың йәмғиәт ҡоролошо һәм тарихи яҙмышы

Был мәсьәләләр тарих фәнендә әлегә бик аҙ өйрәнелгән, әммә уларҙы объектив реконструкциялау Көньяҡ Урал ҡәбиләләрендә артабанғы дәүерҙәрҙә, XVII-XVIII быуаттарға тиклем үк, йәмғиәти тормош үҫеше үҙенсәлектәрен аңлау өсөн үтә мөһим булып тора. Әле күптән түгел боронғо дәүер тарихсылары араһында дах-массагеттар йәшәгән төбәктәр ҡәбиләләре йәмғиәтенең типик ырыу-патриархаллеге хаҡындағы фекер таралған ине. Ошо ҡарашҡа ярашлы, йәмғиәт нигеҙен башында юлбашсы торған бер нисә ҡәрҙәш ғаилә коллективы хасил иткән. Ырыуҙың үҙе көн иткән уртаҡ территорияһы, мал-тыуары һәм башҡа төрлө байлыҡтары коллектив милек (ырыу милеге) тип иҫәпләнгән. Бер нисә ҡәрҙәш ырыу коллективтары ҡәбилә булып берләшә, ҡәбиләләр, үҙ сиратында, һайлап ҡуйылған етәксе-юлбашсылары булған союздарға инә. Тикшеренеүселәр, Көньяҡ Уралдың иртә малсыларының ижтимағи тормошон ошо рәүешле реконструкциялауға баҫым яһауҙарына ҡарамаҫтан, айырыуса ике моментты иғтибарға ала: а) халыҡтың төп өлөшөнә аныҡ билгеле хәрби-атлы йәшәйеш рәүеше хас булған, шуға күрә ғалимдар төбәк ҡәбиләләре яугир-һуғышсыларҙан торған айырым төркөмдәр бүленеп сыға барған стадияла, йәғни ырыу ҡоролошоноң тарҡалыш кисереүе стадияһында булған, тип иҫәпләй (хәрби демократия эпохаһы); б) уларҙа, Түбәнге Волга буйы, Төньяҡ Ҡара диңгеҙ алды, Көньяҡ Себер һәм Ҡаҙағстан күскенселәре менән сағыштырғанда, ырыу ҡоролошо ҡалдыҡтары көслөрәк булған. Тәүләп ошо фекерҙе тарихсы Б.Н. Граков аныҡ билдәләй, уны башҡа бер тарихсылар ҙа хуплай. Һуңғы йылдарҙа сыҡҡан хеҙмәттәрҙә лә ошо фекер сағылыш тапты.
Тарихи факттар туплана барыу менән ошондай реконструкцияның примитив характерҙа булыуын Көнсығыш Европаның көньяғында әле ҡаралған дәүерҙә малсылыҡ менән шөғөлләнгән ҡәбиләләрҙең тарихы һәм мәҙәниәте буйынса иң абруйлы белгес К.Ф. Смирнов танырға мәжбүр була. Ул, ошо ҡәүемдәр йәмғиәтенең ижтимағи яҡтан ныҡ дифференциацияланған булып, Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы скифтары йәшәгән барса урындарҙа һәм Ҡаҙағстан сактарындағы кеүек үк, уларҙа ла инде ырыу юлбашсыларының ижтимағи ҡатламы, культ йолаларын үтәүҙе үҙ ҡулына алған жрецтарҙың, яугир-дружинниктарҙың һәм уларҙың башлыҡтарының, ер һәм малға эйә булған эре милекселәрҙең бүленеп сығыуы күҙәтелә. Ул ырыу-ҡәбилә коллективтары эсендә төрлө ижтимағи төркөмдәр булыуы үлгәндәрҙе ерләүҙең төрлө формаларын барлыҡҡа килтергән, тип иҫәпләй, һәм ҡәбер типтарының, ҡурған өйөмдәренең һәм мәйеттәр янына һалынған инвентарҙың төрлөлөгөн шуның менән аңлата.
Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең ижтимағи мөнәсәбәттәре үҫешенә, ғалим фекеренә ярашлы, уларҙың Урта Азия, Яҡын Көнсығыш илдәре, иң элгәре Боронғо Фарсы менән әүҙем сауҙа һәм сәйәси бәйләнештә йәшәүе хәл иткес йоғонто яһаған. Боронғо яҙма сығанаҡтар мәҙәниәттәре һәм сығыштары буйынса Көньяҡ Урал дах-массагеттарына һәм исседондарға ҡәрҙәш булған Волга буйының һәм Төньяҡ Ҡара диңгеҙ алдының, Ҡаҙағстандың һәм Урта Азияның күскенсе ҡәбиләләренең эре союздарға берләшеүен асыҡтан-асыҡ күрһәтә, хәҙерге тикшеренеүселәр уларҙы үҙенсәлекле күсмә дәүләти берләшмәләр, тип классификациялай. Мәҫәлән, б.э. тиклем 512 йылда скифтар һәм фарсылар араһында һуғыш башланыуы киң билдәле, ул фарсыларҙың башында Дарий I торған бик ҙур армияһының Төньяҡ Ҡара диңгеҙ алдына (Скифтар иленә) баҫып инеүе менән бәйле. Скифтарға күрше ҡәүемдәрҙең үҙ батшалары етәкселегендәге ғәскәрҙәре ярҙамға килә. Ошоға икенсе бер асыҡ миҫал итеп сак-массагеттарҙы килтерергә була: улар үҙҙәренең Томирис исемле батшабикәһе етәкселегендә Дарий I атаһы Кир II ғәскәренә ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтә һәм уны б.э. тиклем 530 йылда барған яуҙарҙың береһендә үлтерә. Евразия далаларының малсы күскенселәре йәмғиәтенең синфи характерҙа булыуы хаҡындағы материалдар археологик ҡомартҡыларҙы ҡаҙып тикшереү барышында табыла. Айырым алғанда, Ҡаҙағстандың төрлө райондарында (Бесшатыр) һәм Көньяҡ Себерҙә (Аржан, Пазырык, Ҙур Салбыҡ) үлсәмдәре яғынан үтә ҙур (диаметры уртаса 80 - 110 м, бейеклеге 8 - 10 м) ҡурғандар ҡаҙып асылған, улар урындағы батшалар һәм ырыу-ҡәбилә аҡһөйәктәре ҡәберҙәре өҫтөнә өйөлгән. Шуныһы ҡыҙыҡлы, ошондай ҡурғанды ҡороуға сарыф ителгән кеше хеҙмәтенең күләме ябай күскенсе-малсы ҡәбере өҫтөндәге ҙур булмаған ҡурғандыҡынан мең мәртәбәгә артығыраҡ.
Ул замандағы Евразияның ярлылары һәм байҙары араһындағы ижтимағи контрастың ҡәберҙәрҙәге табылдыҡтар составын сағыштырғанда тағы лы нығыраҡ характерлы булыуы асыҡлана. Ябай малсы ҡәберҙәрендә улар йә бөтөнләйгә булмай, йә иһә аҙ ғына ҡәҙимге предметтарҙан - бер йә ике балсыҡ һауыттан, уҡ башаҡтарынан, хәнйәрҙән һәм ит аҙығы ҡалдыҡтарынан тора. Ә бына аҡһөйәктәрҙең ҡәберҙәрендә иһә алтын һәм көмөш әйберҙәр күпләп табыла. Ошо йәһәттән Алматы ҡалаһынан йыраҡ булмаған урында ҡаҙып асылған "Иссыҡ" ҡурғаны айырыуса иғтибарға лайыҡ, ул б.э. тиклем V-IV быуаттарҙа сак ҡәбиләләренең бер төркөмөнән тороп ҡалған. Диаметры 60 м, бейеклеге 6 метр булған ҡурған бик арҙаҡлы кешене ерләү өсөн ҡоролған, әммә уның ҡәбере замандаштары тарафынан тулыһынса таланған. Уның ни тиклем бай булыуы хаҡында ҡурған итәге аҫтындағы, үҙәк ҡәбер менән сағыштырғанда, икенсел әһәмиәттәе тип иҫәпләнгән ҡәбер белдереп тора. Бында күскенселәрҙең аҡһөйәктәре төркөмөнән булған йәш ир ҡалдыҡтары табыла. Мәйеттең баш кейеме, кафтаны, аяҡ кейеме (итектәре) тегелеп беркетелгән меңәрләгән алтын пластиналар менән тоташ биҙәлгән була, шулай уҡ ҡоралы, бил ҡайышы ла алтын менән биҙәүле, башҡа биҙәүестәре лә алтындан яһалған. Бында барлығы 4 меңдән ашыу алтын предмет табыла. Унан башҡа, ҡәберҙә балсыҡ, бронза, ағас һауыттар, ағас батмустар күп була. Евразия далаларының йөҙәрләгән ҙур ҡурғандарына шундай уҡ һанап бөтөрлөк булмаған хазиналар күмеп ҡалдырылыуы хаҡында фекер йөрөтөп була, тик, ҡыҙғанысҡа күрә, уларҙағы әйберҙәр таланып алынып бөткән, һәм элекке иҫ киткес бай инвентарҙан фән ҡарамағына берәм-һәрәм генә тороп ҡалғандары эләгә.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №9, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.03.23 | Ҡаралған: 101

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru