«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘНДЕ ЯҘЫРҒА ВАҠЫТ. БАҠСА КӨТӘ!
+  - 


Ҡыш буйына ҡыҫылып, өйҙә генә ултырғандан һуң, халыҡҡа бер аҙ яҙылып алырға ваҡыт та етте. Баҡса мәшәҡәттәре көтә беҙҙе алда, йәмәғәт! Ауыҙ өсөн көҙ яҡшы, яҙ ул күҙ өсөн генә яҡшы, тиһә лә халыҡ, көҙҙөң уңышын яҙҙан хәстәрләү мөһим. Ошоно иҫәпкә алып, бөгөн Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институты ғилми хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты Ирина Нәғим ҡыҙы АЛЛАЯРОВАны редакцияға саҡырҙыҡ. Уның менән яҙ башындағы баҡса эштәре, үҫентеләр сәсеү, уларҙы тәрбиәләү хаҡында һүҙ алып барасаҡбыҙ.

Ботаника баҡса-институты тигәндә, күптәр уның оранжереяһын ғына күҙ уңында тота. Ниндәй йүнәлештәрҙә эш алып барыла ботаника баҡсаһында?

- 2006 йылдан ошо учреждениела эшләйем, ошонда уҡ кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым. Оранжерея халыҡ араһында бик популяр, шуға ла уны күптәр белә. Әммә институттың әһәмиәте бик ҙур, унда 5 ҙур ғилми лаборатория төрлө һынауҙар алып бара. Сәскәләр, ҡыуаҡтар, ағастарҙың яңы сорттары сығарыла, беҙҙең төбәккә хас булмағандарын яраҡлаштырып ҡарайбыҙ, ҡыр үҫемлектәрен күсереп ултыртып, уларҙы күбәйтәбеҙ. Мәҫәлән, Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәрҙе үрсетеп, күбәйеп киткәс, уларҙы кире урман-ҡырҙарға күсерәбеҙ, тимәк, юғалыуҙан ҡотҡарабыҙ. Йылы яҡтарҙа үҫкән үҫемлектәрҙе лә өйрәнәбеҙ.
Ә сәскәләрҙең яңы сорттарын уйлап табыу тураһында һөйләп торорға ла кәрәкмәй, иристар, хризантемалар, лилиәләр, пиондар һ.б. Яңы сорттарға матур исемдәр ҡушыла, әйтәйек, пиондарҙың "Башҡорт сувениры", "Урал ынйыһы", "Ирәмәл", "Ҡурай йыры", "Урал батыр", "Өфө уттары" кеүек әллә күпме атамаһы бар! Бында үҙ эшенә мөкиббән, ерҙе, тәбиғәтте яратҡан кешеләр эшләй, директорыбыҙ, биология фәндәре докторы Зиннур Хәйҙәр улы Шиһапов та бик илһөйәр кеше, һәр башланғысты хуплап ҡына тора.

Һуңғы осорҙа, ысынлап та, халыҡ сәскә үҫтереү менән дә мауығып китте. Уларҙың ниндәй сорттарын сәсеү өсөн әле ҡулайлы мәл?

- Бының менән килешмәйенсә булмай, элек йәшелсәнән ҡалған урынға ғына сәскә сәсеп ҡуйһалар, хәҙер махсус рәүештә баҡса тоталар был матурлыҡ өсөн. Һәр хужабикәнең, ғәҙәттә, үҙе яратҡан сәскәһе була. Шуға ла уларҙың төрҙәре буйынса кәңәш биреү ҙә ауыр. Сәскәләрҙең барыһы ла тиерлек беҙҙең климатҡа яҡшы ғына яраҡлаштырылған, шуға ла нимә сәсһәгеҙ ҙә, үҫтерә аласаҡһығыҙ. Бәрхәт гөлдәре, петуния, эшшольция, иберис, барвинок, седум, флокс, астильба, хоста, волжанкалар, лилиәләрҙең бигерәк тә азиат гибридтары менән ла-гибридтары бигерәк матур үҫә. Сәскәләр ауырый икән, уларҙы махсус препараттар менән эшкәртергә кәрәк. Мәшәҡәте күп булһа ла, георгин, гладиолустарҙы яратыусылар бар. Уларҙың бүлбеләрен һаҡлар өсөн һалҡын баҙ кәрәк.
Иң мөһиме, сәскә ултыртыр алдынан баҡсағыҙҙың бөтөн үҙенсәлектәрен иҫәпкә алығыҙ - уларҙың ҡояшта ғына үҫкәне, күләгәне яратҡаны бар. Яҙғы ташҡын ваҡытында ерҙе һыу баҫыуҙы, ҡыйыҡтан һыу тамсылап, тамырҙарын асыуын да сәскәләр үҙһенмәй. Ерҙең структураһы ла мөһим, батҡылмы ерегеҙ, әллә ҡомо күпме, ҡара ер ҡатламы аҙ булһа, ҡара тупраҡ та өҫтәргә кәрәк. Йәшелсәләр тиреҫ ярата, әммә сәскәләргә янған тиреҫ йә көл генә ярай.
Беҙҙең төбәктә көҙҙән ултыртылған һәм яҙ сәскә атҡан шафран, крокус, нарцис, гиацинт, ләләләр ҙә яҡшы үҫә. Сүп үләне кеүек, әрһеҙләшеп, күбәйеп тә китәләр. Бының бер зыяны ла юҡ, бер нәмә лә сәскә алмаған саҡта сәскә атып ҡалалар ҙа, башҡа үҫемлектәр сыға башлағас, япраҡтары һулып, йоҡоға ла талалар.
Петуния майҙа сәскә атһын тиһәгеҙ, хәҙер сәсегеҙ. Петуния, дильфиниум, ҡыңғырауҙарҙың орлоҡтары бик ваҡ, тупраҡ менән күмһәң, шытып сыҡмауы ихтимал. Шуға ла еүеш тупраҡҡа һибәһең дә, өҫтөн быяла йәки полиэтилен менән ҡаплап ҡына ҡуяһың. Һыу һипкәндә лә пульверизатор менән генә һибергә. Кемдер орлоҡто тупраҡҡа һалғас, өҫтөнән ҡар һибә, был осраҡта һыуыҡ ҡар орлоҡто уятып ебәрә, шытып сығыу энергияһы ҡеүәтлерәк буласаҡ. Иретеп, ҡар һыуын һибеү ҙә дөрөҫ, ул бик йомшаҡ. Бүлмә гөлдәре лә ярата уны.
Астралар сәсеүҙе март аҙағына ҡалдырырға мөмкин. Сөнки ныҡ иртә ултыртһаң, буйға китеп, һуҙыла башлайҙар. Шулай уҡ йәшәгән төбәгегеҙҙәге һауа шарттарын иҫәпкә алығыҙ, мәҫәлән, Урал аръяғы райондарында Өфө тирәһенә ҡарағанда вегетация ике аҙнаға һуңыраҡ башлана. 10 июнгә тиклем ҡырауҙар төшә икән, үҫентеләрҙе ошонан да алда ергә күсереп ултырта алмаясаҡһығыҙ. Буйға киткән үҫенте ергә күсереп ултыртҡас, ғәҙәттә, ауырый башлай. Был йәшелсәләргә лә ҡағыла. Сәскәләргә килгәндә, уларҙы үҫтереүҙең бер ауырлығы ла юҡ, тик һыу һибегеҙ. Ҡорораҡ төбәктә йәшәһәгеҙ, сәскә атҡансы, аҙнаһына ике тапҡыр яҡшы итеп һыу һибергә, сөнки сәскә атыуға ныҡ көс кәрәк. Сәскә атҡас иһә, һипмәһәгеҙ ҙә була, улар бынан зыян күрмәй.

Йәшелсәләрҙән тап әле генә сәсә торған төрҙәренә нимәләр инә?

- Уңғанбикәләр татлы борос сәсә башлағандыр. Кем баклажан ултырта, шулай уҡ ваҡыты етте. Күп осраҡта был йәшелсәләрҙе беҙҙең төбәктә үҫтереүе ҡыйыныраҡ, сөнки климат һалҡыныраҡ. Йәй ҙә һуң килә, көҙ ҙә тигәндәй. Әгәр ҙә ябып, уларҙы гел генә ҡурсалап тора алаһығыҙ икән, бик яҡшы.
Томаттарға килгәндә, кемдең һәйбәт йылытылған теплицаһы бар, томатты ултырта башлаһа ла мөмкин. Кемдең теплицаһы һыуығыраҡ, тимәк, улар һуңыраҡ сығара, ә томат буйға китһә, ауырый. Томатты март аҙағына тиклем сәсергә мөмкин әле. Сорттарына килгәндә, минең Сибайҙа йәшәгән апайым, мәҫәлән, "Алсу", "Сибирская тройка" тигәндәрен яратып үҫтерә, Учалыла атайымдар "Бычье сердце", "Малиновка" тигән сорттарына өҫтөнлөк бирә. Асыҡ грунт өсөн белгестәр "Монгольский карлик", "Утенок", "Вельможа", тоҙлау өсөн "Лиза" кеүек сорттарын тәҡдим итә. Бында ла ниндәй сортты сәсеп өйрәнгәнһегеҙ, шуны сәсегеҙ, сөнки һеҙ уларҙы нисек тәрбиәләргә беләһегеҙ, ә өйрәнгән яу, билдәле, һуғышырға яҡшы. Шулай уҡ томаттың "Корнобель" тигән сортын маҡтайҙар, сөнки әллә ни һыу һибергә лә кәрәкмәй, тиҙәр. Орлоғо ҡиммәтле булһа ла, ҡарауы уңайлы.

Үҫентеләр өсөн тупраҡты һатып алыу яҡшыраҡмы, әллә көҙҙән баҡсанан ер алып ҡалыу ҙа яраймы?

- Дөрөҫөн әйткәндә, айырмаһын күрмәйем, нисек өйрәнгәнһегеҙ, шулай сәсегеҙ. Торф таблеткалары ла бар хәҙер, уның бер етешһеҙлеге - ҡиммәткә төшә. Әгәр ҙә ерҙе үҙегеҙ әҙерләһәгеҙ, ул 3 өлөштән: 1 өлөш тупраҡ, 1 өлөш ҡом, 1 өлөш янған тиҙәк йә торфтан торһон. Зарарһыҙландырыу мотлаҡ. Кемдер тупраҡҡа ҡайнар һыу һибә, кемдер алһыу итеп марганцовка иҙеп ҡоя. Беҙ лабораторияла ике ысулын да ҡулланабыҙ. Етештереүсегә ышанысығыҙ булмаһа, һатып алынған тупраҡты ла зарарһыҙландырығыҙ. Үҫемлек сәскәндән һуң улар сирләй башланы икән, "Глиокладин", "Гамаир", "Алирин" тигән биофунгицидтар алып эшкәртегеҙ. Симбиоз тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр, йәғни, ике организм бер-береһенә файҙа килтерә: бактерия үҫемлектән ниндәйҙер химик матдәләр ала, үҙе үҫемлектең тәбиғи иммунитетын күтәрә, зарарлы бактерияларҙы юҡҡа сығара.

Март айында баҡсаға сығып, нимәләр эшләп өлгөрөргә кәрәк?

- Ҡар һыуы бик шифалы тинек, теплицағыҙға ҡар тултырып ҡуйығыҙ, ул иреп, тупраҡты дым менән тулыландырасаҡ. Теплицаның иҫке тупрағын көҙҙән алып, яңыһын һалғанһығыҙҙыр, моғайын. Ҡара тупраҡ ҡатламы аҫтынан тиреҫ тә һалып ҡалдырығыҙ, уны бигерәк тә ҡыяр менән томат ярата.
Ағастарҙың ботаҡтарын да ошо мәлдә киҫәләр, әммә уның буйынса мәғлүмәт бирә алмайым. Ағастар тирәләй ҡарҙы тапап, өйөп ҡуйырға була, был көндөҙ иреп, төндә туңып торған ваҡытта тамырҙарҙы һаҡлай. Сысҡан, ҡомаҡтар нәркәс сәскәһенең еҫен яратмай, ағастар тирәләй ошо сәскәләрҙе ултыртығыҙ. Бәрхәт гөлө, бәйғәмбәр сәскәһен кәбеҫтә менән аралаштырып ултыртырға тәҡдим ителә, ҡарышлауыҡтарҙан һаҡлаясаҡ. Матур ҙа, файҙалы ла.

Шулай итеп...
Бөгөнгө ҡунағыбыҙҙың кәңәштәре менән быйылғы баҡса миҙгелен башлап ебәрҙек. Арағыҙҙа сәскә үҫтерергә яратыусылар ҙа, ғаиләһенә тик үҙе үҫтергән йәшелсә-емеш кенә ашатыусылар ҙа күп икәнен беләбеҙ. Һеҙ ҙә үҙ тәжрибәгеҙ, баҡса үҫтереү серҙәре менән уртаҡлаша алаһығыҙ, уҡыусыларыбыҙ, беҙгә хаттар яҙығыҙ, шылтыратып һөйләгеҙ.

Ләйсән ВӘЛИЕВА әңләмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.23 | Ҡаралған: 201

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru