«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ УҠЫУ ЙОРТОНА АУЫЛ ЕРЕНӘ ҠАЙТЫРҒА ТЕЛӘГӘН ЕГЕТ-ҠЫҘҘАР КИЛӘ
+  - 


Башҡорттарға баҫалҡылыҡ хас икәнен ураған һайын ҡабатлап тормағанда ла, был сифат һәр саҡ үҙен һиҙҙертә. Тәүҙә уларҙы әңгәмәгә ризалатып булмай, һуңынан бөтә нәмә тураһында һөйләргә ризалар, әммә үҙҙәре, ғаиләләре тураһында һөйләүҙән ҡырҡа баш тарталар. Бөгөнгө әңгәмәсем дә республикала билдәле, былтыр илдәге 54 аграр вуз ректоры араһында "Йыл ректоры" исеменә лайыҡ булған шәхес. "Был минең генә түгел, ә коллективымдың ҡаҙанышы", - тип кенә һүҙҙе икенсегә бора һала. Шул уҡ ваҡытта ул - профессор, техник фәндәр докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, РФ ауыл хужалығы министрлығының Волга буйы федераль округы вуздарының ректорҙар советы рәйесе, әүҙем дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Хәйер, алма ағасынан йыраҡ төшмәй - уның атаһы ла республикала билдәле шәхес бит. Шулай итеп, редакциябыҙҙың бөгөнгө ҡунағы - Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Исмәғил улы ҒӘБИТОВ.

Күптән ошо вазифала эшләйһегеҙ, заманында ошо юғары уҡыу йортон тамамлағанһығыҙ. Үҙегеҙ уҡыған осорҙағы аграр вуз менән хәҙергеһе араһында ниндәй айырма бар?

- Мин бынан 40 йылдар самаһы элек - 1981-1986 йылдарҙа механика факультетында уҡыным. Ул ваҡытта беҙ социализм төҙөйбөҙ тип ышана инек, хәҙер формация икенсе төрлөрәк. Тормош бит бер урында тормай, донъя үҙгәргән ыңғайы иҡтисад та, кеше лә, ауыл хужалығы ла үҙгәрә. Әлеге студенттарҙың белеме лә, бөгөнгө тормошҡа ҡарашы ла беҙҙекенән ныҡ айырыла. Элек идея бар ине. Хәҙерге көндә, ғаилә ҡиммәттәрен, борон-борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалырға тырышыуҙы иҫәпкә алмағанда, патриотизмдан башҡа халыҡтарҙы берләштерер бер идея ла юҡ.
Сит илдәрҙә нимәләр ҡыланғандарын күреп тораһығыҙ - беҙгә бөтә Көнбайыш тигәндәй ҡаршы сыҡты. Дөрөҫөн әйткәндә, улар ғүмер буйы беҙҙе күрә алманы, хатта дуҫ булып күренергә тырышҡанда ла "һалҡын һуғыш" барҙы. Юҡҡа ғына император Александр Өсөнсө: "Рәсәйҙең ике генә дуҫы бар - уның армияһы һәм флоты", - тимәгән. Шуға ла беҙ үҙебеҙҙең яҙмышты үҙебеҙҙең ҡулға алып, үҙебеҙгә генә ышанып, балаларға ла шуны һеңдерергә тейеш булабыҙ. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, яҡшы белемле белгестәр, илдең намыҫлы, ысын гражданын әҙерләү университет коллективы алдында төп маҡсат булып тора. Һәр кеше уҡыу йортона үҙенең һәләттәрен тормошҡа ашырыр өсөн килә. Профессиональ белем алыу менән эш бөтмәй. Мәҫәлән, ул ҡайҙа ғына эшкә урынлашмаһын, йәш белгескә өҫтәмә рәүештә ниндәйҙер саралар ойошторорға, үткәрергә ҡушалар. Шуға ла уҡыу йортон тамамлаған һәр кем төп эшенән тыш йәмәғәт эштәре менән дә шөғөлләнеп, үҙенең эргә-тирәһендәгеләрҙе позитивҡа көйләй, яҡшыраҡ йәшәүгә йүнәлтә алырға ла тейеш.
Тарихтан ҡараһаҡ, ауыл хужалығы һәр ваҡыт алдынғы производстволарҙың береһе булды һәм ул әле лә ошо позицияла нығына бара. Әммә күптәр уның үҙгәрештәрен ҡабул итергә теләмәй, сөнки улар ауыл кешеһен итек кейеп, бысраҡҡа батып, ауыр эш башҡарыусы итеп кенә күҙ алдына килтерә, әммә бөгөн ауыл да, унда йәшәүселәр ҙә улар күҙаллағанса түгел. Эйе, элек заманына күрә колхоздарҙа һәйбәт ине. Хәҙер технологиялар икенсе, совет осорондағы техника менән йөҙ кеше эшләгән эште хәҙер биш кеше башҡара ала. Теләйбеҙме, юҡмы, урбанизация бара, шуға беҙ ҙә элек университетта йылына йөҙ илле агроном, йөҙ етмеш инженер-механик әҙерләһәк, әле төрлө тармаҡтар буйынса тар, һирәк специальностар әҙерләүгә өҫтөнлөк бирәбеҙ.

Ошо хаҡта ла ентекләберәк аңлатығыҙ әле - ауыл хужалығында бөгөн тар, йәғни һирәк булған белгес тип ниндәй һөнәр эйәләре иҫәпләнә?

- Хәҙерге көндә ауыл ерендә төрлө хужалыҡтар бар: фермер хужалыҡтары, элекке һымаҡ колхоздар, шулай уҡ яңы эре холдингтар. Тап ошо холдингтарға махсус белгестәр кәрәк. Улар йә үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса инженер, йә ер эшкәртеүҙең аныҡ системаһы буйынса ғына инженер. Механик тигәндә, бөгөн бер кем дә ремонт менән шөғөлләнмәй, бөтә нәмәне компьютерға тоташтыраһың да, ул барыһын да күрһәтә һәм эштән сыҡҡан, ҡулланыуға бармаған частарҙы табып, һүтеп алаһың да ремонтҡа бирәһең. Ә элек бөтә нәмәне колхоз-совхоздарҙа механизаторҙармы, башҡа тармаҡ кешеләреме, үҙҙәре ремонтлай ҙа ҡуя ине. Хәҙер улай мөмкин түгел, сөнки төрлө-төрлө маркалы техника килә. Уларҙы ремонтлау өсөн тәүҙә уның нисек эшләгәнен аңларға тейешһең һәм шуға күрә ремонт менән махсус белгестәр шөғөлләнә.
Мал аҙығы әҙерләүгә килгәндә, мәҫәлән, элек һәр һыйырҙан йылына 3-5 мең литр һөт һауып ала инек, һәм был бик шәп күрһәткес булды. Хәҙер иһә йылына 10-12 мең литр һөт һауыу норма иҫәпләнә. Малдарға балансланған аҙыҡ бирелә. Мәҫәлән, кукурузды эрерәк йә вағыраҡ киҫәһеңме, уның сәкәнен шул көйөнсә, әллә ваҡлап ашатаһыңмы, әҙ генә ферменттар ҡушып ебәрәһеңме - тар белгес ана шуларҙың барыһын да белергә тейеш. Ентекләп өйрәнә башлаһаң, һәр тармаҡтың үҙенсәлектәре бик күп. Ҙур холдингтарҙа 10-20 мең баш мал тотола. Уларҙа бер белгес мал аҙығын ҡарай һәм шуның өсөн яуаплы, икенсеһе - ошо бер төр малдың ауырыуҙары буйынса белгес һ.б. Ә элек колхоз-совхоздарға, бар төр малға, ҡош-ҡортҡа бер ветеринар әҙерләй инек. Агроном фермер хужалығында эшләй икән, яҡынса ул бөтөн нәмәне белергә тейеш, йәғни ул киң профилле белгес. Ә холдингтарҙа тупраҡты һаҡлау буйынса айырым, ашламалар буйынса - айырым агроном булырға тейеш. Сөнки бер культураға бер төрлө ашлама кәрәк, икенсеһенә - бөтөнләй икенсе төрлө. Шулай уҡ Башҡортостандың Урал аръяғында үҫкән игенде төньяҡ-көнсығышта үҫтереп булмай. Шундай нескәлектәр, үҙенсәлектәр күп һәм беҙҙең белгестәр ҙә шуларға яраҡлы әҙерләнә.

Ауылдарҙағы фермер хужалыҡтар, әлбиттә, холдинг түгел, улай эшләй ҙә алмайҙар, әммә улар ҙа дәүләткә һалым түләй, уларҙың да файҙаһы ҙур. Ошо фермер хужалығын алып барыу өсөн белгестәр әҙерләнәме һеҙҙең уҡыу йортонда?

- Фермер хужалыҡтарына килгәндә, уларҙы бөтә ерҙә ойошторорға мөмкин һәм улар үҙенсәлекле продукциялар етештереүе менән өҫтөнлөклө лә, әммә фермерҙар эше бер ваҡытта ла еңел булманы. Хәҙер бөтә нәмә бар, муллыҡ заманы, әммә һәр кем магазинға барып, нимәлер алырға булһа, уның составын, сифатын тикшерә башлай. Фермер хужалығы продукцияһы ҡиммәтерәк, әммә улар тәбиғи һәм ошо ерлектәге продукциянан эшләнгән булыуы менән файҙалы. Ә бына ҙур холдингтарҙа, мәҫәлән, көнөнә 300 тонна һөт эшкәртелә, уларҙа сәнәғәт күләме һәм һөткә нимәләр ҡушылғанын да белеп булмай. Фермер үҙе ҡарап үҫтергән малының продукцияһын үҙенең исеменән һатыуға сығара һәм уның сифаты өсөн дә яуап бирә, шуға ла уларҙың продукцияһы сифатлыраҡ була икәненә ышанабыҙ.
Беҙ фермер хужалыҡтары өсөн кадрҙар әҙерләү программалары эшләйбеҙ, ләкин биш йыл буйына уҡытмайбыҙ, нигеҙ белем бирәбеҙ. Һуңынан инде улар эш йүнәлеше буйынса - һыйыр малы үҫтерәме, йылҡы тотамы, тауыҡ үрсетәме йәки ауыл хужалығы культураларын үҫтерәме - ентекле белем ала. Был йәһәттән БР Ауыл хужалығы министрлығы менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ һәм улар республика буйынса мониторинг үткәреп торалар, һәр район хакимиәттәрендәге ауыл хужалығы өсөн яуаплы кешеләр менән берлектә эшләйҙәр һәм улар аша ла, үҙебеҙ ҙә беҙҙәге программалар тураһында мәғлүмәт еткерәбеҙ, ҡайҙа ниндәй белгес етмәгәнен асыҡлайбыҙ. Хәҙер бик һәйбәт "Фермер мәктәбе" тигән проект тормошҡа ашырыла. Әлеге ваҡытта ул Рәсәйҙә дүрт вузда ғына эшләй, иң беренсе булып беҙ индерҙек. Йәшерен-батырыны юҡ, ауыл хужалығында Хөкүмәт ярҙамы булмаһа, эшләп булмай. Шуға фермерҙарҙы уҡытыу буйынса БР Ауыл хужалығы министрлығы, Россельхозбанк дотация бирә. Һуңғы өс йылда барлығы 200-ләп фермер уҡытҡанбыҙҙыр. Белемгә һыуһағандарға, теләктәре булғандарға һәм бер ни тиклем һөҙөмтәгә өлгәшеп эшләгәндәргә беҙ ҙә ярҙам итергә тырышабыҙ.

Рәсәйгә яңы алымдар, яңы техника индерелә башлағас, ауыл хужалығы белгестәре, район хакимиәттәре башлыҡтары сит илдәргә барып стажировка үтә торғайны. Хәҙерге санкциялар ваҡытында ошондай стажировка үтеү өсөн Рәсәйҙә ниндәйҙер бай һәм ныҡлы база бармы?

- 90-сы йылдарҙа илдә, эйе, сит ил тәжрибәһе тип иҫебеҙ китеп ҡапландыҡ. Эйе, уларҙа бик һәйбәт техника, технологиялар бар ине. Әммә әлеге көндө беҙҙең Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда, продукция етештереү кимәле буйынса Германия, Америка, Израилдән юғарыраҡ торған хужалыҡтар бар. Үҫемлекселек һәм малсылыҡ өсөн экологик хәүефһеҙ микробиологик препараттар һәм биоашламалар етештергән "Башинком" фәнни предприятиеһында, "Урожай" агрофирмаһында, "ЭкоНива" агрохолдингында, Бәләбәй һөт комбинатында - быларҙың барыһында ла бына тигән стажировка үтергә була. Хәҙер стажировка үтергә ҡайҙалыр ситкә ебәреүҙең кәрәге лә юҡ, сөнки уларҙа булған барлыҡ техника беҙҙә лә етештерелә. Сит илдәге кеүек заманса комбайндар Кубандағы заводта етештерелә, Германия технологияһы буйынса заманса сәсеү комплекстары Һамарҙа эшләнә, Омскиҙа Канада технологияһы буйынса "Кузбасс" сәсеү комплексы етештерелә. Беҙҙә лә Европа техникаһы кимәлендә эшләргә өйрәнделәр хәҙер.

Әле күп ерҙәрҙә, бигерәк тә ауыл райондарында, совет заманында уҡыған кадрҙар эшләй. Заманса белем алған йәштәр ҡайтһа, улар бер-береһен аңлай аламы, сөнки уҡытыу программалары ла, эшләү технологиялары ла бөтөнләй икенсе төрлө бит. Уларҙың бер-береһен аңламаған осраҡтары килеп сыҡмаймы?

- Алдынғы тәжрибәне ҡулланмаған хужалыҡтарҙың киләсәге юҡ. Хәҙер бөтә донъя цифрлаштырыуға күсә. Беҙ уҡытҡан агрономдар ҙа яландарҙың электрон картаһы аша ерҙәрҙең сиктәрен, уңыш нисек булырын билдәләп була торған планшет, хатта беспилотник менән эш итә. Бөгөнгө студенттарыбыҙҙың барыһы ла иҫәптә, барыһы ла иң алдынғы хужалыҡтарҙа эш хаҡы алып практика үтәләр. Был нимәне аңлата: уҡыу йортоноң производство практикаһы танытмаһы булмаһа, уның сығарылыш студенттары һуңынан бер хужалыҡҡа ла эшкә урынлаша алмай. Бөгөн механизаторҙар, геодезистар, электриктарға һорау ҙур. Уларҙы икенсе курстан һуң хужалыҡтар үҙҙәренә практикаға саҡыра ла, шунда уҡ хеҙмәт кенәгәһе асып, эш хаҡы түләй. Һәм студент киләһе йылдарҙа ла шул уҡ хужалыҡта практика үтә ала.

Һеҙҙең вузда сит ил студенттары ла белем ала...

- Барлығы өс йөҙләп сит ил студенты белем ала, нигеҙҙә БДБ дәүләттәренән. Квота буйынса Африканан, Азиянан 20-25 тирәһе кеше бар.

Әңгәмә башында студенттарҙы белгес итеп кенә түгел, ә был йәмғиәттә юғалып ҡалмаҫлыҡ, һәр йәһәттән үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләүҙе билдәләп киттегеҙ. Был юҫыҡта уҡыу йортонда ниндәй эш алып барыла?

- Бөгөн беҙҙең университетта 32 спорт секцияһы, мәҙәниәт буйынса 18 түңәрәк бар. Башҡа уҡыу йорттарынан айырмалы, Йәштәр һарайы тип аталған мәҙәниәт усағыбыҙ бар. Спорт буйынса республикала ғына түгел, Рәсәйҙә алдынғы урындабыҙ. Студенттар араһында хатта донъя чемпиондары ла бар, волейбол командаһы Рәсәйҙә беренсе булып танылды. Ғөмүмән, спортҡа элек-электән ҙур иғтибар бирәбеҙ.
Художестволы үҙешмәкәрлек буйынса ла республикала алдынғы ансамблдәребеҙ бар. Улар хөкүмәт концерттарында даими сығыш яһай. Төрлө түңәрәктәр, секциялар, башҡа тәрбиәүи саралар аша студенттарҙың энергияһын дөрөҫ йүнәлешкә борорға тырышабыҙ, сөнки уларҙың күбеһе ятаҡтарҙа йәшәй, буш ваҡыттарын файҙалы шөғөлдәр менән тулыландырмаһаҡ, икенсе йоғонтоға бирелергә генә торалар.

Һеҙ ауыл ерендә тыуған кеше, тамырҙарығыҙ барыбер ауылға барып тоташа. Ҡайҙа үҙегеҙҙе уңайлыраҡ тояһығыҙ?

- Мәктәптә уҡыған ваҡытта ғына Белорет, Бөрйән, Күгәрсен, Хәйбулла райондарында йәшәргә тура килде һәм, ниһайәт, Өфө ҡалаһында төпләндек. Хәҙерге көндә, моғайын, мин республика кешеһемендер, тим, сөнки аграр уҡыу йорто етәксеһе булараҡ, Ауыл хужалығы министрлығы райондарҙа үткәргән барлыҡ сараларҙа ҡатнашырға тура килә һәм барлыҡ райондарҙы йөрөп сыҡҡанмын, ҡайҙа барһам да иптәштәр, таныштар, дуҫтар бар. Икенсе яҡтан, беҙҙең уҡыу йорто әҙерләгән белгестәр ауылда эшләргә тейеш, шуға уларҙың фекерҙәрен белеп, улар менән бергә производстволар буйлап йөрөп, республикала ауыл хужалығының үҫеше, халыҡтың йәшәйеше тураһында ла белергә тейешмен. Был да минең бурысым. Ауыл хужалығына бәйле булып та, урындағы хәлдәрҙе белмәһәң, ауылдан алыҫ торһаң, уңышлы һәм һөҙөмтәле эшләп булмай. Шуға ла мин үҙемде ауыл ерендә һәр саҡ уңайлы, үҙ кеше итеп тоям.

Етәксе кеше булмағанды табырға, һәр кешенең проблемаһын хәл итергә, ғөмүмән, коллективтың нисек тын алыуын белеп-һиҙеп торорға тейешле ойоштороусы ла бит инде. Ошо йәһәттән һеҙ ниндәй бурыстарҙы алғы планға сығараһығыҙ?

- Бөгөнгө көндә минең төп бурыс - белем алырға килгән йәштәрҙең, балаларын беҙгә ышанып ебәргән ата-әсәләрҙең ышанысын аҡлау. Шуға күрә беҙ, берҙән, заманса юғары белем бирерлек, студенттар менән уртаҡ тел таба алған квалификациялы уҡытыусылар коллективы тупларға тейешбеҙ. Был йәһәттән күңел тыныс: беҙҙә уҡытыусы кадрҙары бик яҡшы тип әйтә алам. Шул уҡ ваҡытта ныҡлы матди-техник база, заман талаптарына яуап биргән техника, ҡорамалдар тураһында хәстәрләү ҙә беҙҙең мөһим бурыс. Эйе, етәксе кешенең иңендә инде барыһы ла. Мәҫәлән, уҡыу йортонда эшләүсе уҡытыусымы, башҡа хеҙмәткәрме, барыһы өсөн дә уңайлы эш урыны һәм шарттары булдырылырға тейеш. Әгәр аудиторияларҙа ел уйнап торһа, студенттарың өсөн ятаҡта урын етмәһә, улар үҙенең күңеленә ятҡан шөғөл менән шөғөлләнер урын тапмаһа - бында, тәү сиратта, етәксе яуаплы.
Республика етәкселеге гелән тылҡып торғанса, йылдан-йыл, көндән-көн беҙҙең тормош яҡшырырға, уңайлы шарттар булдырылырға тейеш. Беҙ университетта министрҙарҙы, шулай уҡ илдәге 54 аграр уҡыу йорттары ректорҙарын саҡырып, төрлө саралар уҙғарабыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ икән, тимәк, уртаҡлашыр тәжрибә генә түгел, һис тә оялмай күрһәтә торған шарттарыбыҙ ҙа, ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа бар, тигән һүҙ. Яуланған үрҙәр менән тынысланып ултырырға ярамай, әлбиттә, илдә ниндәй алдынғы ҡаҙаныш бар - шуларҙың барыһын да үҙебеҙҙең юғары уҡыу йортона индерергә, булдырырға тырышабыҙ. Эйе, етәксе булыу - ул тынысланып, бүлмәңдә креслола эш ҡушып ултырыу түгел, ул - заман менән бергә атлау һәм яңы ҡаҙаныштар яулау өсөн көрәш.

Аңлы кеше, ғәҙәттә, йылдар үтә килә камиллаша, характерындағы ниндәйҙер һыҙаттарҙы үҙгәртә, нимәгәлер яраҡлаша бара. Үҙтәрбиә тиҙәр инде быны. Ә һеҙҙең характерҙа ниндәйерәк үҙгәрештәр бара?

- Олоғая бара кеше тынысыраҡҡа әйләнә. Элегерәк ҡыҙыуыраҡ булынһа, хәҙер уйлаңҡырайһың; йәш саҡта, һайт, тигәнгә, тайт, тип торһаң, хәҙер улайтмайһың.

Өлкән быуын йәш быуынды үҙе менән сағыштырырға, хатта тәнҡитләргә ярата инде. Ә һеҙ нисәмә йылдар нисәмә быуын йәштәр менән эшләйһегеҙ һәм бөгөнгө йәштәргә ниндәй ҡылыҡһырлама бирер инегеҙ?

- Атайҙар һәм балалар проблемаһы һәр ваҡытта ла булды, бар һәм буласаҡ. Ә минең шәхси фекеремсә, бөгөнгө балалар - үҙ фекерен, үҙ уйҙарын ныҡлы, төплө итеп әйтә һәм уны яҡлай белә. Улар менән "мин - начальник, һин - буйһоноусы", йәки "мин - оло, һин - йәш" һ.б. ошондай йүнәлештә, ошондай тонда һөйләшеү мөмкин түгел. Быны насар йәки яҡшы тип кенә баһалап булмай, минеңсә, үҙенең фекерен әйтеп, уны яҡлау - яҡшы. Студенттарҙың шундай ҡарашы барыбер һәйбәт, сөнки уҡытыусылар ҙа мин дөрөҫ йүнәлеш, дөрөҫ белем бирәмме икән, тип уйлана башлай.
Ҡайһы ваҡыт студенттарҙың һорауҙары оҙаҡ йылдар эшләгән уҡытыусыларҙы ла яуапһыҙ ҡалдыра. Ундай ваҡытта шәхсән үҙем: "Мин дә барыһын да белеп бөтмәйем, шуға был мәсьәлә йәки һорау буйынса киләһе лекцияла ныҡлы, төплө яуап бирермен, әле яуап бирә алмайым", - тип, дөрөҫөн әйтәм. Бер яҡтары ғына хәүефләндерә, уйландыра: улар һаулыҡ йәһәтенән беҙҙән ҡалыша, физик эшкә өйрәнмәгәндәр, ялҡауыраҡтар. 1-се курсҡа килеүселәрҙең 50 процентының ниндәйҙер сәләмәтлек буйынса сикләүе була. Ә аҡыл йәһәтенән баштары эшләй, кибербалалар - цифрлы технологияларҙы яҡшы беләләр. Донъя шуға табан китеп барғас, был яҡшыраҡтыр тип уйлайым. Улар лекцияла тема буйынса һөйләмәгәнеңде белеп йәки һиҙеп ҡалһа, тыңлап та тормай, тороп сығып китергә лә мөмкиндәр. Был шулай булырға тейеш тә, әгәр уҡытыусы теманы аңлата белмәһә йәки ваҡыт үтһен өсөн генә йөрөһә, студент ни өсөн уның лекцияһында ваҡытын әрәм итеп ултырырға тейеш? Улар хатта үҙҙәренә нимә ҡыҙыҡ һәм нимә белгеләре килә, шул темаларҙы һорайҙар, ниндәйҙер теманы ныҡлы, ентеклерәк өйрәнгеләре килә. Шул яҡтары һәйбәт.

Башҡортостан элек-электән сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҫешкән төбәк булды, халыҡтың да күпселеге ауыл ерендә йәшәй ине. Хәҙер халыҡ иҫәбен алған һайын ауылда йәшәүселәр һаны кәмей бара. Ә бына ауылдарҙы нисек итеп тергеҙеп була? Ғөмүмән, уны тергеҙеү кәрәкме?

- Бөгөн урбанизациянан бер ҡайҙа ла ҡасып булмай. Ауылдарҙа халыҡтың күп булыуы ла кәрәкмәй. Республикала 37 процент халыҡ ауылда йәшәй һәм беҙ Рәсәй буйынса ауыл халҡы күп булған төбәктәрҙең береһе. Татарстанда был күрһәткес - 25, Силәбе, Свердловск өлкәләрендә 16 процент. Теләйбеҙме, теләмәйбеҙме, яйлап ауылдар һаны кәмейәсәк. Хеҙмәт етештереүсәнлеге ҡеүәтләнеүе халыҡты агломерацияларға, ҡалаға яҡыныраҡ ерҙәргә күсенергә мәжбүр итәсәк. Йәғни ауылдарҙан халыҡ район үҙәктәренә, район үҙәктәренән ҡалаға ағыласаҡ. Ауылдар кәмеһә лә, ауыл райондары барыбер ҡала. Район үҙәктәрендә эш табырға була һәм 30 километр араға йөрөп эшләү ҙә бер ни түгел. Элек беҙ Бөрйәндә Ғәлиәкбәр ауылынан район үҙәгенә 3 сәғәт бара инек. Хәҙерге көндә юлдар бына тигән.
Шул уҡ ваҡытта беҙҙең уҡыу йорто ла хәҙер ауыл хужалығында ниндәй тармаҡтар бар - бөтә йүнәлештәр буйынса ла белгестәр әҙерләй. Әлеге көндә ауылдан килеп, ауылға кире ҡайтыу ихтималлығы беҙҙең вуз студенттарында ҙурыраҡ. Башҡа уҡыу йорттарын тамамлаусылар кире ауылға ҡайтырға бик тырышмай. Шуға беҙгә ауыл еренә ҡайтырға теләгән егет-ҡыҙҙар уҡырға инә.

Шулай итеп...
"Әгәр фән юлынан китмәһәгеҙ, фән кандидаты, доктор, ректор баҫҡыстарын үтмәһәгеҙ, үҙегеҙгә ниндәй һөнәр һайлар һәм ниндәй өлкәлә эшләр инегеҙ?" - тел осонда торған ошо һорау ҙа бирелде Илдар Исмәғил улына. "Яратҡан һөнәреңде һайла һәм һин бер көн дә эшләмәйәсәкһең", тиҙәр бит, йәғни яратҡан эшең һиңә ауыр булып күренмәйәсәк, киреһенсә, һин уны башҡарғанда ваҡыттың үткәнен дә тоймаясаҡһың, хатта эшләгән кеүек тә булмаясаҡһың. Мин һәр саҡ йәштәр араһында булдым, комсомолда ла эшләнем, теләһә ниндәй техниканы биш бармағым кеүек беләм. Шуға барыбер ҙә йәштәр менән эшләр, йә инженер булыр инем. Ғөмүмән, ниндәй генә профессия һайлаһам да, техника менән булышыр инем, тип уйлайым. Техника араһында эш башлар инем дә, артабан барыбер был тормошта үҙ урынымды табыр инем", - тине ул. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул барыбер йәштәрҙең остазы булыр ине.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.23 | Ҡаралған: 116

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru