«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛТЫН-КӨМӨШ ХАЗИНАМЫ?
+  - 


6-7 мартта Салауат дәүләт башҡорт драма театрында күренекле шағир, прозаик, драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәрҙең "Хазина" комедияһы буйынса спектакль премьераһы тулы аншлаг менән үтте. Спектаклде сәхнәгә театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина ҡуйған, рәссамы - Юлиә Сиражетдинова, композитор - Риф Сәлишев, хореограф - Эмиль Һөйәрғолов, "Башҡортом" йырының авторы - Револь Ғималов.

Драмамы, әллә комедиямы?

Салауат Әбүзәр "Хазина" сәхнә әҫәрен драма итеп яҙған. Билдәле режиссер Арыҫлан Йәнбәков 2011 йылда был әҫәр буйынса спектаклде М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйырға әҙерләгән булған, ғүмере өҙөлмәһә, ҡуйылыр ҙа ине. Драма тексы Лиана Ниғмәтуллина ҡулына осраҡлы рәүештә килеп юлыға. Әҫәр үтә етди булғанлыҡтан, уны хәҙерге көн шарттарына ярашлы ҡуйыу ҡатмарлыҡтар тыуҙырырын күҙаллап, режиссер уны комедияға әйләндерә. Шул уҡ ваҡытта ул тулыһынса комедия ла түгел, бер үк ваҡытта тулыһынса драма ла була алмай. Алтын урталыҡ табыла - драмеди. Драма менән комедия синтезын театр белгестәре шулай атай. Драмеди менән трагикомедияны бутарға ярамай. Трагедияла, мәҫәлән, герой хәл иткеһеҙ тормош ситуацияһына тороп ҡала һәм ҡотолғоһоҙ һәләкәткә тарый. Яҡын кешеңдең хыянаты - ул драма, ә үлеме - трагедия. Ә драмедила хыянатты шулай тип нарыҡларға ла була: әгәр ҙә кәләшең икенсе кешегә кейәүгә сыға икән, бынан кемдең отҡанлығы билдәһеҙ әле. Трагикомедияла инде бындай һығымта яһай алмайбыҙ. Трагикомедияны күҙ йәштәре аша көлөүгә тиңләһәләр, драмедины, киреһенсә, көлөү аша илау тип тә атарға мөмкиндер. "Хазина"ны тамаша ҡылғанда спектаклдең аҙағында күптәрҙең күҙенә йәш эленеүе ошоно аңлатҡандыр тием.

Һандыҡ ҡайҙа булды?

Айбулат ата йортонда ҡатыны Ләйсән менән көн итә. Берҙән-бер көндө ул йорт янын рәткә килтереү маҡсаты менән ерҙе ҡаҙып йөрөгәндә бер һандыҡ алтын-көмөшкә тап була. Был хәбәр йәшен тиҙлегендә бар ауылға таралып, барыһының да нәфсеһен ҡуҙғытып ебәрә. Улай ғына ла түгел, хазина барыһының да асылын күрһәтеүсе лакмусҡа әүерелә. Күҙҙәр аҡая, ҡолаҡтар ҡарпая. Шулай итеп, хазина иң беренсе нәүбәттә - лакмус ҡағыҙы. Һәр персонаж табылған алтын-көмөшкә ҡарата үҙ планын төҙөй, бигерәк тә бында силсәүит рәйесе Тимерйән Рәшитович менән тәртип һаҡсыһы Фәнил Кәримович уғата әүҙемлек күрһәтә. Хазина - был икәү өсөн байлыҡ, властарын һаҡлау ысулы. Улар хазина хаҡында белеп ҡалып, бар белгәндәре эсеү, күңел асыуҙа булған өс ирҙең һәм Мәхмүттең, Буранбайҙың ауыҙҙарын ябыр өсөн уларҙы йылға буйына алып барып, алҡынғансы һыйлай. Тик улар иртәгәһенә баштары бахмурҙан зәңкей башлау менән һандыҡ янына йүгереп килеп етә. Сөнки хазина улар өсөн күңел асыу, бахмурҙан арыу сығанағы. Айбулаттың төрмәнән ҡайтҡан ағаһы Әхәт тә үҙенә эйәреп ҡайтҡан "бурысын" түләр өсөн хазинаны файҙаланмаҡсы. Спекталдәге ҡатын-ҡыҙҙар ҙа табылған хазинаға ҡарата үҙенең уй-хыялын ҡора.
Финалда Аллабирҙе аҡһаҡал һандыҡ эсендәге хатты уҡып, хазинаның халыҡ азатлығы өсөн көрәшкән башҡорт ғәскәренеке икәнлеген иғлан иткәс, геройҙар, хатта эсеүҙән башҡаны белмәгән өс ир ҙә, Мәхмүт тә, Буранбай ҙа, Әхәт тә был һүҙҙәрҙе ишеткән ыңғайы айныға, үҙгәреш кисерә, үҙ асылына ҡайта. Баҡтиһәң, иң ҙур хазинабыҙ халҡыбыҙ рухы, арҙаҡлы шәхестәребеҙ, үҙебеҙ икән дә! Экранда халҡыбыҙ азатлығы өсөн йәнен фиҙа ҡылыусы арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең, батырҙарыбыҙҙың һындары ҡалҡа башлауға, спектаклдәге кире геройҙар ғына түгел, хатта тамашасылар ҙа хазина тулы һандыҡ хаҡында бөтөнләй онота. Тик силсәүит менән тәртип һаҡсыһы мәсьәләнең был рәүешле ҡуйылыуы менән риза түгел, һаман да этлектәрен ҡыла. Тамашасылар залынан эркелеп сыҡҡанда ни бары бер генә тамашасының: "Иғтибар итмәй ҡалдым, ә һандыҡ ҡайҙа булды ул?" - тигән һорауын ишеттем.

Теге өсәү: Никулин, Вицин, Моргунов һәм Мәхмүт...

Спектаклдә өс ирҙең Леонид Гайдайҙың данлыҡлы "Теге өсәү"е: Никулин, Вицин, Моргунов стилендә сағылыш табыуы үтә лә мауыҡтырғыс, йығылып ятып көлмәле яңылыҡ булды. Тап ошо өсәү режиссерға етди драманы комедияға, артабан драмедиға әйләндерергә ярҙам итә лә инде. Сәхнәлә спектакль ағышы етди генә тонда бара ла, ошо өсәү күренеү менән тамашасы көлөргә тотона, хатта етди драма ҡарап ултырғанын да онота. Етди сәхнәләр менән кәмит күренештәрҙе айырыуҙа музыкаль биҙәлеш тоны ла оҫта файҙаланыла. Күңелле музыка ағыла башлау менән тамашасы "Теге өсәү"ҙе, Мәхмүтте көтә башлай.
Режиссер спектаклгә өҫтәмә рәүештә фәҡәт актриса Рәмзиә Мәҡсүтова өсөн Мәхмүт ролен индергән. Мәхмүт "Теге өсәү"ҙең дүртенсе терәүе лә. Мәхмүт өсөнсө пландағы персонаж итеп күҙалланһа ла, актриса оҫталығы уны беренсе планға сығара. Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрының данлыҡлы комигы Шамил Рәхмәтуллинды иҫкә төшөрҙө Мәхмүт. Спектакль бара, етди драмала өҫтәл артында геройҙар етди темаға әңгәмә алып бара. Ә өҫтәл аҫтында йәшенеп ултырыусы Шамил Рәхмәтуллин үҙен талаусы серәкәйҙәрҙе ҡыуалап, сәбәләнеп ултыра. Тамашасының да иғтибары, диҡҡәте өҫтәл аҫтында. Мәхмүт иһә "Теге өсәү" рәхәтләнеп тамаҡ сылатҡанда закуска өсөн тип алынған банканы аса алмай тәгәрәп ятып хитлана. Тәүҙә банканы аса, унан ҡыяр алыр өсөн ҡулын тыға, артабан ҡулын һурып ала алмай, ҡыҫҡаһы, был сәхнәне күрергә кәрәк...

Шулай итеп...
Яңы премьера ана шундай, төрлө яҡлы фекерҙәр уятты күңелдә. Тәүҙә көлдөрҙө, аҙаҡ илатты. Спектаклдең Салауат дәүләт башҡорт драма театрының 90 йәшлек юбилейы йылында сәхнәгә ҡуйылыуы символик мәғәнәгә эйә: батырыбыҙ исемен йөрөткән данлыҡлы театрыбыҙ халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың оло хазинаһы! Театрҙың директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов әлеге ваҡытта театр коллективының күренекле драматург Наил Ғәйетбайҙың "Башҡорт хан" тигән драмаһын сәхнәгә ҡуйырға әҙерләүе хаҡында хәбәр итте. Киләсәктә беҙҙе тарихи осрашыуҙар көтә!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.23 | Ҡаралған: 101

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru