«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЕПЕРТКЕ СӘСҺӘҢ ДӘ ҮҪӘ БЕҘҘӘ...
+  - 


Баҡса тигәндә, иң тәүҙә күҙ алдына кишер-һуған, томат-ҡыяр баҫһа ла, арабыҙҙа ошо ябай ғына файҙалы шөғөлдө юғары сәнғәт кимәленә күтәреп, иҫ киткес матурлыҡ тыуҙырыусылар ҙа күп. Мәҫәлән, Әбйәлил районы Байым ауылында йәшәүсе Элиза АБДРАХМАНОВА баҡсаһында был төбәккә хас булмаған абрикос, әстерхан сәтләүеге кеүек ағастарҙан тыш, ябай булмаған сәскәләрҙең бихисап төрҙәре үҫә.

Июнь аҙағына тиклем ҡырауҙар төшкән, ҡышын һыуыҡтар 45 градусҡа еткән төбәктә, ғәҙәттә, алма үҫтереүе лә еңелдән түгел. Һеҙҙең йылы яҡҡа хас үҫентеләргә һөйөү ҡайҙан?

- Һыуыҡ тип тормай беҙҙә халыҡ, баҡса эшен бик ярата, алмаһын да, башҡа еләк-емешен дә үҫтерә. Тырышһаң, әллә ниндәй уңыштарға өлгәшергә була, баҡса ялҡаулыҡты ғына яратмай. Миңә иһә, уңышына ҡарағанда, үҫеүен күҙәтеү нығыраҡ оҡшай. Нимәлер сәсәм дә, бала һымаҡ, көтә башлайым. Яҙҙы ла түҙемһеҙләнеп көтөп алам, пландар ҡорам, ағастар, үҫентеләр нисек ҡышланы икән, тип борсолам. Әле бына яңы ғына айыу баланы (жимолость) модаға инде беҙҙең яҡта. Мин уны 27 йыл үҫтерәм. Магнитогорск ҡалаһында туғандай күреп аралашҡан таныштар бар ине, уларҙан алып ҡайтып ултыртҡайным, емеше бигерәк тәмле. Улар бер-береһен һеркәләндерә, шуға ла айыу баланын бер нисә төп ултыртырға кәрәк. Хәҙер 9 сорты бар. Ә ошо ҡыуаҡтар араһында ус аяһындай ғына һандуғас ояларының күплеген белһәгеҙ! Төнөн һандуғас моңонан йоҡлай алмай ятабыҙ. Бәләкәй ҡыҙым белеп бөткән, хәҙер киске ун тулһа, һайрай башлай, ти. Ысынлап та, 5 минутҡа ла һуңламай. Майҙың 10-дары килә лә, балаларын сығарып, саҡ ҡына ҙурайтһалар, китеп тә баралар. Үҙебеҙ ҙә, күрше-тирәләр ҙә айға яҡын һандуғас моңо тыңлап кинәнәбеҙ.
Ҡарағатты ла сәсеп торам, оҡшамаһа, ҡышты сыға алмаһа, йолҡоп ырғытып торам. Былтыр әстерхан сәтләүеге сәсеп ҡараным, "Идеал" тигән сорт, быйыл уңыш бирә башларға тейеш. Абрикостарҙы 15 йыллап ашайбыҙ, уны башта һөйәктән сәсеп үҫтерҙем. Алдайҙыр ул, беҙҙә абрикос үҫмәй, тиеүселәр булды. Ышанғандар минән үҫенте алып ултыртып, хәҙер абрикос ашай. Яҙын алһыу ғына булып сәскә ата. Улар ҙа бер-береһен һеркәләндерә, бер нисә төп сәсергә кәрәк.
Былтыр персик сәстем, бер ҡышты сыҡтылар, быйыл нисек булыр. Хөрмә ултыртып ҡараным. Әле бына крыжовниктың яңы сорты килгәнен көтөп йөрөйөм, емешенең ауырлығы 50 грамм, әлегә бындайҙы күргәнем юҡ. Ғөмүмән, ҡыштар ҡаты беҙҙә, шуға ла төрлө баҡса магазиндарынан ағас үҫентеләре һатып алмағыҙ, тип кәңәш итәм. Улар башлыса Үзбәкстан, Тажикстандан килтерелгән үҫемлектәр, 18 градус һыуыҡҡа ла бирешә. Беҙ 3-4 зона һыуыҡлығына ҡарайбыҙ, шуға ла Белорет, Силәбе өлкәһе, Михайловка питомниктары ағастары иң ҡулайлыһы, саҡ ҡына ҡиммәткә төшһә лә, аҙаҡтан ҡыуанырһығыҙ.
Минең баштан уҡ баҡсамдың дизайнын уйларға мөмкинлегем булманы, шуныһына ғына эсем бошоп китә. Картуфлыҡты хәҙер бүлдереп алып бөтөп барам, ирем дә, ҡыҙҙарым да шөғөлөмдө аңлап ҡабул итә. Атайым бигерәк мине ҡупыртып маҡтап ебәрә, сәскәләрем менән фотоға төшөргә ярата. 2 тапҡыр баҡсаны һыу баҫып, 2 тапҡыр бер нәмәһен дә ҡалдырмай ҡырып алып киткәндә лә яңынан тергеҙергә көс таптым. Баҡса эше күңелеңде бер биләп алһа, яңынан-яңы үрҙәргә дәртләндереп тик тора икән. Саҡ ҡына кәйефем төшөп китһә лә, баҡсаға сығам.

Сәскәләр батшабикәһе раузаларҙы иң ҙур ғорурлығым, тигәйнегеҙ...

- Сәскәләрҙе башлыса каталогтарҙан ҡарап, почта аша яҙҙырып алам. Раузалар миндә канада сорттары, 2-3 метр бейеклеккә үҫәләр. Ҡышҡылыҡҡа япмайым да, теймәйем дә, үҫеп тик ултыралар. Быйыл да алдырҙым, хаҡына ҡарамайым, бер көн уйлайым да, заказ бирәм дә ҡуям. Һарыһы, алһыуы, көрәне бар. Нимәгәлер заказ бирер алдынан шул төбәктең тәбиғәте, һауа торошон ҡарайым, ә Канаданың тәбиғәте беҙҙекенә оҡшаған.
Астра, цинния минең өсөн ҡыҙыҡ түгел, ә бына бәрхәт гөлөн сәсәм, ул нисектер баҡсаның үҙәген тотоп торған кеүек. Борон әбейҙәрҙең баҡсаһында бәйғәмбәр сәскәһе, космея була ине, мин дә уларҙы яратам, бәйғәмбәр гөлөнөң быйыл ҡыҙылын алдым, космеяның да ҡатлы-ҡатлыһы бар икән. Ҡайһы берәүҙәрҙең баҡсаларында сүп үләне үҫеп ултырғанын күреп ғәжәпләнәм. Әрһеҙерәк кенә берәй сәскә төртөп ҡуйһалар ҙа булыр ине.

Гортензияны ла һүрәттән генә күрә инек, хәҙер был сәскә лә ифрат популяр булып киткән икән. Уны үҫтереүҙең ниндәй серҙәре бар?

- Шулай тиһәгеҙ ҙә, элек уны бүлмә гөлө итеп өйҙә үҫтерҙеләр бит ул. Һаман хәтеремдә, 1-се класс тирәһендә уҡый инем шикелле: әхирәтем, әйҙә, өләсәйемә барып киләйек, тине бер саҡ. Барып инһәк, ҙур күнәктә - 250 литр тирәһе булғандыр - бер ҡыуаҡ үҫеп ултыра, сәскәһенең матурлығы, күк ере лә, алһыу ере лә бар, үҙҙәре кеше башындай. Әбейҙе лә күрмәйем, шул гөлгә ҡарағанмын да ҡатҡанмын. Аҫҡы яғы япраҡһыҙ булғас, унда үрмәле гөлдәр сәскән. Оҫта дизайнер тиерһең! Ошонан һуң башҡа гөлдәр минең өсөн матурлығын юғалтты. Эре япраҡлы бүлмә сорты булған ул. Хәҙер беләм, тупрағы әсе булһа, сәскәһе - күк, сөсө булһа - аҡһыл булып ата ла, ултыра торғас, йәшел төҫкә инә. Уртаса әселектәге тупраҡта алһыу була. Махсус препараттар менән ерҙең әселеген көйләргә була. Ә былай гортензия сөсө тупраҡты яратмай, уға гел генә лимонлы һыу, эремсек һыуы һибеп торорға кәрәк.
Мин уның баҡсала үҫкәнен яратам. Араларында "Самарская лидия" тигәне иң ҡиммәтлеһе, иң матуры. Аҡһыл булып асыла ла, алһыуланып, ҡыҙарып, яйлап көрән төҫкә инә. Яҡшы ҡышлаһындар инде, тип, борсолам, һөйләшәм сығып. Шул тиклем яратам был сәскәләрҙе.
Гортензияны ҡырҡып торорға кәрәк, һабағы күп булған һайын, сәскәһе вағая. Интеретта бөтөн мәғлүмәт бар, нисек ҡырҡырға ла өйрәтелә. Эре япраҡлы сортын ҡырҡмайҙар, уның былтырғы үҫентеләре сәскә ата. Ағас кеүеге, һепертке кеүек сорттарының быйылғы үҫентеләре сәскә ата, ҡырҡһаң, яңы ботаҡтар күберәк сыға, тимәк, сәскәһе лә күберәк була. "Бесконечное лето" тигән сорты иһә былтырғы ботаҡтарҙан сәскә ата башлай ҙа, көҙгә табан быйылғы үҫентеләре сәскәләнә. Шуға ла ул йәй буйына сәскәлә - бер төптә әллә нисә төҫ.
Ауылда тиҙәк күп тиһәләр ҙә, тиҙәк менән генә булмай, махсус ашламалар ҙа ҡулланам. Аҙын азоттан башлайым, ул йәшел массаһын күбәйтә. Калий сәскә бөрөләренә көс бирә, ағастың ҡайырыһын ҡатыра, ҡышын олон өшөмәй. Гортензияларға көл ярамай, ул тупраҡты сөсөләндерә.

Шулай итеп...
Баҡсаһы тураһында шундай тәмләп һөйләй Элиза Ғәйәр ҡыҙы, уның менән әҙ генә аралашҡандан һуң да уның энергияһын тойоп, әллә күпме дәртләнеп йөрөйһөң. Баҡсаһын һандуғас һайрар ергә әйләндерер өсөн тырышлыҡ та, ихласлыҡ та аҙ түгелмәгәнен үҙе генә беләлер. Әммә үҙ шөғөлөн ысынлап сәнғәт өлгөһөнә әйләндергән был апайҙың, һепертке сәсһәң дә, үҫә бит ул беҙҙә, тийеүе күптәрҙең күңеленә матурлыҡ орлоҡтары һалһа ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.23 | Ҡаралған: 265

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru