«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРАҘАҒА ӘҘЕРЛӘНӘБЕҘ
+  - 

- Аллаһы Тәғәләгә тәүәккәлләнеп, ниәттәрҙе теүәлләгәндән һуң, алдан уҡ дөрөҫ туҡланыу саралары күрелә. Иң беренсе милли, ябай аҙыҡтар ҡулланыуҙы күҙ уңында тотам. Ит ризыҡтарын кәметеү ҙә күҙ уңынан ысҡындырылмай, сөнки итте эшкәртеү өсөн организм күп көс сарыф ителеүен беләбеҙ.

- Иң тәүҙә баҙарға сығып, төрлө сәтләүек, киптерелгән емеш-еләк һатып алып, интернеттағы рецепт буйынса шуларҙы итборғостан үткәреп, балға ҡушып, 3 айлыҡ запас эшләп ҡуйҙым. Иртәнге сәхәр ваҡытында бер ҡалаҡ туҡлыҡлы шул масса менән сәй эсәм. Арпа ярмаһынан үҙебеҙ әҙерләгән талҡандан баллы-майлы йомарлаҡтар әҙерләп, һыуытҡыста тотам. Иртән ризыҡланғанда икмәк урынына шул бер йомарлаҡты ашайым. Һыйыр майынан тап-таҙа ғына һары май иретеп ҡуйҙым. Көнөнә бер ҡалаҡ шул майҙы ла ашарға тырышам, сөнки эсәк буйҙарындағы ташҡа әйләнеп ҡатҡан ҡалдыҡтарҙы йомшартыу менән бергә, ул эс ҡатыуҙан бер сара булып тора.

- Сәхәр алдынан да, ифтар алдынан да, эске таҙарыныу маҡсатынан, бер балғалаҡ әнис майы йотоп ебәрәм һәм бер стакан баллы йылымыс һыу эсәм. Унан ҡалһа, көҙҙән әҙерләп ҡалдырылған мышар, балан кеүек Аллаһы Тәғәләнең беҙгә инселәгән тыуған ерҙә үҫкән еләк-емештәребеҙ бар ҙа баһа! Юғиһә, сит илдән әллә кемдәр, әллә ниндәй ниәттәр менән йыйып беҙгә оҙатҡан, банан-манан, әфлисун-мәфлисун һ.б. "аҡса емештәре" менән мауығып китмәйек, тим.

- Төрлө бутҡаларҙы бешергәндә, ваҡлап турап ҡышҡылыҡҡа һыуытҡыста туңдырған ашҡабаҡ, йә булмаһа, кәбеҫтә, кишер ваҡлап ҡушып ебәрәм. Еңел үҙләштерелә һәм шулай уҡ туҡлыҡлы һәм тәмле була бындай бутҡалар.

Әлбиттә, ураҙа тотоу һәр кемдең Аллаһы Тәғәлә алдында ғына яуап бирә торған йәшерен бурысы һәм ғәмәле, уны бар ғәмгә фаш итеү рыялыҡ һанала. Ләкин был ихласлығымды ураҙа тоторға ҡыймай ҡурҡып йөрөүселәргә, ураҙала булып та, ниндәйҙер уңайһыҙлыҡ кисергән милләттәштәремә кәңәш биреү маҡсатынан ғына уртаҡлашам.

Рәшиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.23 | Ҡаралған: 125

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru