«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ҒАИЛӘҺЕ ӨЛГӨ КҮРҺӘТӘ
+  - 

Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" республика конкурсының финал этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурс "Етегән" республика байрамы сиктәрендә ойошторолдо. Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға, халыҡты республиканың мәҙәни киңлегенә әүҙем йәлеп итеүгә, әхлаҡи-эстетик нигеҙ булдырыуға, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Бәйге 2021 йылдан алып уҙғарыла, ойоштороусылары - Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Бәйге күптән инде республика сиктәренән сығып, төбәк-ара сараға әүерелде. Мәҫәлән, быйыл Рәсәйҙең ун субъектынан 13 ғаилә ҡатнашты. Жюри ағзалары лауреаттарҙы "Ғаилә ҡиммәттәре", "Ғаилә кәсебе", "Ғаилә ижады" номинацияларында билдәләне. Бәйгенең жюри рәйесе, "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсының жюри рәйесе, Бөтөн донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева сараның әһәмиәтен билдәләп, шулай тине:
- Быйыл бәйгелә ҡатнашырға йөҙҙән ашыу ғаилә теләк белдерҙе, зона этабына 27 ғаилә сыҡты, улар араһынан тиҫтәнән ашыу ғаилә финалға үтте. Ҡатнашыусыларҙы беҙ маҡсатлы, уңған, балаларын һәр яҡтан үҫешкән шәхестәр итеп тәрбиәләү өсөн бар көсөн һалған, мәҙәниәтле, туған телде, тарихты белгән рухлы кешеләр итеп күрәбеҙ, уларҙы ошо талаптарға ярашлы һайлайбыҙ. Унан, бәйгелә ҡатнашҡан һәр ғаиләнең башҡаларға өлгө булырлыҡ дәрт-дарманлы, сағыу булыуы фарыз. Һәр ғаиләнең үҙ тарихы, йолалары, кәсебе булһа, милли ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡланһа, Башҡортостандың киләсәге ныҡ буласаҡ.
Шулай итеп, "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" республика конкурсында гран-приҙы Стәрлебаш районынан Тойғоновтар яуланы. Ғаилә башлығы Урал Мансур улы "Салауатгаз" ойошмаһының Стәрлебаш бүлегендә диспетчер булып эшләй. Әлфиә Риф ҡыҙы - Стәрлебаш районы хәкимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, райондың бөтә сараларының уртаһында ҡайнай. Тойғоновтар Ерҙең ҡояшлы яғында йәшәй, улар сәнғәткә ғашиҡ ғаилә - хатта "Тойғон" исемле ғаилә ансамблдәре лә бар. Был татыу, ижади, йырлы-моңло ғаиләлә Тимур, Таһир һәм Дамир исемле өс малай үҫә. Сәнғәт менән спорт - уларҙың яратҡан шөғөлдәре. Төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулайҙар, бер бәйгелә лә һынатмайҙар.
"Ғаилә ижады" номинацияһында беренсе урынға Нефтекама ҡалаһынан Ғимаҙиевтар сыҡты, икенселә - Өфөнән Вәлиевтар, өсөнсөлә - Сибайҙан Байғужиндар.
"Ғаилә кәсебе" номинацияһында еңеүселәр түбәндәгеләр: I урында - Асҡын районынан Ғайсиндар; II урында - Күгәрсен районынан Ишмөхәмәтовтар, III урында - Межгорье ҡалаһынан Хәйруллиндар.
"Ғаилә ҡиммәттәре" номинацияһында иһә алдынғылыҡты Нефтекама ҡалаһынан Ғилемхановтар бирмәне, икенселә һәм өсөнсөлә - Көйөргәҙе районынан Рахманғоловтар һәм Ғафури районынан Күскилдиндар.
Махсус номинацияларҙа, мәҫәлән, "Һәләтле ғаилә" тип Сибайҙан Ғәйетбаевтар, "Мираҫлы ғаилә" тип Стәрлетамаҡтан Мансуровтар, "Рухлы ғаилә" тип Татарсан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһынан Кирәевтар, "Күп балалы ғаилә" номинацияһында Иглин районынан Нуриевтар билдәләнде.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.23 | Ҡаралған: 119

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru