«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮМӘКЛӘП ҺАҒЫНДЫҠ БӨРЙӘНДЕ...
+  - 


"Ишеттеңме әле, теге төрөктөң ҡыҙы Бөрйәнгә ҡунаҡҡа килгән бит". Был хәбәрҙе ишеткәс, мин әллә ни аптыраманым. Аптырарлыҡ нимәһе бар инде? Элек кенә ул беҙ сит ил кешеһенә Айҙан килгән кешегә ҡараған кеүек ҡарай инек. Ә хәҙерге заманда... Хәҙер беҙ үҙебеҙ ҡайҙа ғына бармайбыҙ ҙа, кем генә беҙгә килмәй. Бына мин дә әлеге яңылыҡты ишеткәс, әй, килгәндер шунда берәүҙең туғаны, тигән кеүегерәк ҡабул иттем...

Баҡтиһәң, элегерәк, һуғыш заманында, урман төпкөлөндәге ауылда бер төрөк йәшәгән, имеш. Бына бөгөн шул төрөктөң ҡыҙы Бөрйәнгә ҡунаҡҡа килгән. Мәйтәм, туҡта әле, үҙ күҙҙәрем менән күрәйем әле ул төрөк ҡунағын. Һәм мин Рөстәм ағай Яубаҫаровҡа юл тоттом. Сөнки төрөк ҡунағы тап ошо ағайҙарҙа туҡтаған икән. Әллә кемде күрерҙәй булып, Рөстәм ағайҙарға барып ингәйнем, төп ҡунаҡты күргәс, көлөмһөрәп ҡуйҙым. Сөнки түр төбөнда ултырған оло йәштәрҙәге апай һис кенә лә төрөк кешеһенә оҡшамағайны. Бер ҙә төрөксә түгел, ә һин дә мин урыҫса һөйләшеп ултыра. Әллә шаярттылар микән, тигән уй ҙа үтеп китте башымдан. Бер аҙ һөйләшеп-танышып ултырғандан һуң ҡунаҡ ҡатын ихлас йылмайып, хәтирәләргә төшөп китте.
- Бына мин тыуған ерем, тыуған төбәгем, тыуған ауылым булғанына ҡыуанып бөтә алмай ултырам. Олоғайған көндә бала саҡта йүгереп йөрөгән урам буйлап атлап үтеү - үҙе бер бәхет. Бөгөн миңә һәм минең ғаиләмә һәр ваҡыт ишеге асыҡ булған, беҙгә хәленән килгәнсе хөрмәт күрһәткән Рөстәмгә сикһеҙ рәхмәтлемен. Башҡорт халҡы шундай эскерһеҙ, шундай ихлас, шундай ҡунаҡсыл бит ул. Ваҡытында атайымды, уның ғаиләһен һыйындырған башҡорттарға ниндәй генә рәхмәт һүҙҙәре әйтһәм дә әҙ булыр ине...
Бер аҙға тынып ҡалабыҙ. Шунан инәй ауыр көрһөнөп ҡуя.
- Шуныһы үкенесле. Атайымдың тыуған Төркиәһенә, тыуған еренә ҡайтыу, үҙ туғандарын күреү мөмкинлеге булманы. Бик һағынды атайым үҙ илен. Был һағыныу өлкәнәйә төшкәс бигерәк көсәйә төштө. Атайым ваҡыты менән тәрән уйҙарға батып, ҡатып ҡалыр ине лә, беҙгә таныш булмаған көнсығыш көйҙәрен көйләп, апаруҡ яңғыҙы ғына ултырыр ине. Был мәлдә ниндәй генә уйҙар үткәндер ине уның башынан... Ярай әле, беҙҙең бәхеткә Бөрйәнебеҙ булды. Атайым бына ошондай күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп киткән мәлдәрендә бар эшен ҡырҡ яҡҡа ташлап, Бөрйәнгә сығыр ҙа китер ине. Ә юл алыҫ. Ике мең саҡырым самаһы. Әммә атайым ошо араның алыҫлығы тураһында уйлап та бирмәне. Ихлас йыйынып сығып китер ине лә, Бөрйәндән бөтөнләйе менән икенсе кешегә әйләнеп ҡайтып инер ине. Яурындары турайған, күҙҙәре яна, аҙымдары ныҡлы, иң мөһиме, күңеле тыныс. Әйтерһең дә, ул тыуған ауылына барып ҡайтҡан! Әйтерһең дә, туғандарын күргән, улар менән һөйләшеп-серләшеп ултырған! Бөрйәндә ул барыһы менән дә дуҫ булды. Бигерәк тә Ғәни ағай Сөләймәновты яҡын күрҙе.
Ул һөйләгән арала апайҙың үҙе менән таныштырып үтәйем. Ул Алефтина Билаловна Калаидже була. Хәҙер уға 72 йәш. Аңлауығыҙса, уның атаһы төрөк, ә әсәһе урыҫ милләтенән. Апай һүҙен дауам итә:
- Атайымдың тулы исеме Калаидже Оглы Билал Мемиш. Ул 1909 йылда Төркиәлә тауҙар араһына һыйынып ҡына ултырған ауылда күп балалы ғаиләлә тыуа. Төпкөл ауылда йәшәгән балаларҙың күбеһенә уҡыу бәхете эләкмәгән. Минең атайым да мәктәптә ни бары өс йыл ғына уҡыған. Үҫеп еткән йәш егеткә үҙ илендә йәшәргә һәм тормош көтөргә насип булмай. Уның һөйләүе буйынса, үткән быуаттың башында Төркиә иҡтисади яҡтан ҙур ауырлыҡтар кисерә. Һөҙөмтәлә ил башлығы үҙ ғаиләләрен аҫрау өсөн ирҙәргә сит илгә эшкә сығырға рөхсәт бирә. Бына шулай төрлө илдәргә таралыша төрөктәр. Күп ирҙәр ҙур өмөт менән Рәсәйгә табан юллана. Ошо төрөктәр араһында егерме йәшлек атайым да була. Ул 1931 йылда Мәскәүҙәге Төрөк консуллығы аша милли паспорт һәм Рәсәйҙә йәшәргә, иң мөһиме, эшләргә мөмкин тигән рәсми рөхсәт ала. Мәскәүҙә урынлашҡан "Төрөк яҡташтары" тигән ойошма үҙ милләттәштәрен ҡаршы алыу, милли паспорт юллау, уларҙы рәсми рәүештә эшкә урынлаштырыу һәм хеҙмәт хаҡтарының ниндәйҙер бер өлөшөн кире туғандарына ебәреү буйынса эштәрҙе алып барған. Ошо ойошма атайымды икмәк бешереү комбинатына икмәк бешереүсе (пекарь) итеп эшкә урынлаштыра. Шуныһы һәйбәт, Рәсәйгә эшкә килеп урынлашҡан төрөктәрҙең өмөттәре тулыһынса аҡлана. Уларҙың эш хаҡтары һәйбәт була, илдә эш ҡағиҙәләре теүәл үтәлә, урындағы халыҡ яғынан ҡыйырһытылыу-кәмһетелеү осраҡтары булмай. Шуға, эшкә килгән төрөктәр үҙ илендә ҡалған туғандарына ярҙам итә алыуына ҡыуанып, ихлас эшләйҙәр. Атайым һөйләүе буйынса, ул ебәргән аҡсаға Төркиәләге туғандары арыу ғына көн итә алған.
Атайым да эштә үҙен һәйбәт яҡтан ғына күрһәтә. 1934 йылда "Төрөк яҡташтары" ойошмаһы атайыма Ярославль өлкәһендә урынлашҡан Рыбинск ҡалаһына күсергә тәҡдим итә. Атайым риза була. Ул бында күпселеген төрөктәр тәшкил иткән "Пищевик" исемле артелдең етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Яңы урында атайым үҙ йәрен таба. Ул Мария исемле урыҫ ҡыҙы менән яҙмышын бәйләй. Йәш ғаилә матур итеп донъя көтөп алып китә. 1936 йылды атайымды Карелияның Петрозаводск ҡалаһына оҙайлы командировкаға ебәрәләр. Уға "Төрөк яҡташтары" артеленың яңы бүлеген ойоштороу эше йөкмәтелә. Әммә көтмәгәндә бәлә килә - атайымды ҡулға алалар. Был хәл 1938 йылдың июль айында була. "Халыҡ дошмандарын фашлау" исеме менән билдәле булған осорҙа нисек итеп сит ил кешеһен ҡулға алмайһың! Ул бит беҙгә сит илдән махсус ебәрелгән "шпион".
Атайымдың ҡулға алыныуы тураһында бер кемгә лә, хатта уның ауырлы ҡатынына ла хәбәр итмәйҙәр. Ғаилә билдәһеҙлектә ҡала. Атайым әллә тере, әллә юҡ, тигәндәй. Ә шулай ҙа әсәйем атайымды дүрт ай буйына эҙләй - унан һораша, бында хат яҙа, төрлө етәкселәрҙең тупһаһын тапай, иренең тиктомалдан юғалыуы тураһында таныш-тоноштарына хәбәр итә. Дүрт ай үткәс кенә әсәйемә иренең ҡулға алыныуы тураһында хәбәр килә. Атайымды биш йылға хөкөм иткән булалар. Ул уның ике йылын Петрозаводск ҡалаһы төрмәһендә үткәрә. 1940 йылдың февралендә "Башҡорт АССР-ына һөргөнгә ебәрергә" тигән ҡарар сығарыла. Ике ай ваҡыт эсендә атайымды Бөрйәнгә алып килеп еткерәләр.
Атайым Бөрйәнгә теренән бигерәк үле хәлдә килеп етә. Ҡалдырып киткән кешеләре "Үлер ул, күпкә бармаҫ", тип әйтеп китәләр. Ҡаҡ һөйәккә ҡалған "халыҡ дошманының" аяҡтары үтә ныҡ боҙолған була. Атайымдың, төрмәлә булған саҡта эттән талаттылар, тигән һүҙҙәре ара-тирә иҫкә төшөп ҡуйғылай. Бына ошо үлер хәлгә еткән кешене Бөрйән башҡорто терелтеп ала. Уны кәзә һөтө менән шәбәйтә! Шәмсиә Ҡолдәүләтова (сама менән минең йылғы ул) һөйләүенсә, атайымды уның ата-әсәһе ҡарауға ала. Ошо башҡорт ғаиләһе "халыҡ дошманын" йәш баланы ҡараған һымаҡ ҡарай-тәрбиәләй. Һәм уны үлемдән йолҡоп алып ҡала.
Шуныһы шатлыҡлы - бер йыл үтеүгә атайым янына тып итеп әсәйем килеп тә төшә. Етмәһә, ике йәшлек ҡыҙын етәкләп алған бит әле! "Башҡорттарға рәхмәт", тип әйтер ине һәр саҡ әсәйем. "Ниндәй генә ауыл аша үтһәм дә мине ситкә типмәнеләр, халыҡ дошманы ҡатыны тип рәнйетмәнеләр. Ашаттылар, эсерҙеләр, йоҡларға урын бирҙеләр, юлға аҙыҡ биреп оҙатып ҡалдылар. Юлдың бик әҙ генә өлөшө йә арбала, йә машина башында үтте. Күп өлөшө йәйәү инде", - тип һөйләр ине әсәйем. Ҡыҫҡаһы, мең михнәттәр аша үтә әсәйем, әммә, бәлки, кире боролорғалыр, тигән уй башына ла инеп сыҡмай. Уйлай китһәң, иҫ китмәле инде. Ә бына нисә ай килде икән ул Рыбинск ҡалаһынан Өфөгә, аҙаҡ Өфөнән Бөрйәнгә, бына шуны һорашырға баш етмәгән. Ғаиләлә иң бәләкәй бала булғас, был турала уйлап та бирмәгәнмендер инде.
Бына ошолай беҙҙең ғаилә Бөрйәндә йәшәй башлай. Урындағы халыҡ уларға бар яҡтан ярҙам итә. 1943 йылға беҙҙең ғаилә тормошон апаруҡ яйға һалып алған була. Ошо йылды "Билал Калаидженең һөргөндә йөрөү ваҡыты тамамланды", тигән хәбәр килә. Атайым ғаиләһе менән оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң Төркиәгә ҡайтып китмәй, Бөрйәндә ҡалырға ҡарар итә. Нимә менән быны аңлатып була икән? Атайым һөйләүе буйынса, Бөрйән тауҙары бер аҙ Төркиә тауҙарына тартым. Бәлки, шуға ла ул был яҡтарҙы яҡын күргәндер. Бәлки, һуғыш барған мәлдә ҡапылғара ҡайтып китеүе лә еңел булмағандыр. Ней булһа ла, ғаилә Бөрйәндә ҡалырға ҡарар итә. Тормош был ҡарарҙың дөрөҫлөгөн аҙаҡ иҫбатлай. Атайым ун биш йыл үткәс кенә тулыһынса аҡлана. Был хәл 1958 йылдың август айында билдәле була. Һәм ошо мәлдән башлап ҡына атайыма кире элекке йәшәгән еренә ҡайтырға рәсми рөхсәт була. Беҙ Бөрйәндә 1961 йылдың июненә хәтлем йәшәнек. Шунан Рыбинск ҡалаһына күсеп ҡайттыҡ.
Бөрйәндә һәйбәт йәшәнек. Әсәйем магазинда һатыусы булып эшләне. Башҡорт теленә тиҙ өйрәнеп алды. Атайым бар яҡтан оҫта булды. Алағуян йылғаһы буйында эзбиз яндырҙы. Кирбес һарайында кирбес һуҡты. Ағас эшенә оҫта булды. Бөрйәндә өй һалды. Үҙе мейес сығарҙы. Заманында ул һуҡҡан кирбесте бик маҡтайҙар ине. Атайым эшләгән кирбес һарайы бөгөн юҡ. Урыны ғына һаҡланған. Кирбес тыҡрығы исеме алған урам бөгөн дә үҙ исемен һаҡлап килә. Бөрйән үҙенең бал ҡорттары менән билдәле бит инде. Атайым тиҙ арала ошо шөғөлгә өйрәнеп алды. Ул заманда барлыҡ кеше бал ҡорттарын түмәр-умарталарҙа тота ине. Бөрйәндә дадан умартаһы 60-сы йылдарҙа барлыҡҡа килде. Бына ошо умарталар өсөн атайым балауыҙ (вощина) эшләр ине. Урындағы халыҡ атайымдан уны күп итеп эшләтеп ала торғайны. Ҡорамалын нисек һәм ҡайҙан алғандыр инде, уныһын белмәйем. Әммә уның балауыҙ эшләй торған ҡорамалы булды. Бөгөн мин уны атайымдың ҡомартҡыһы тип ҡәҙерләп һаҡлайым. Атайым ҡортсолоҡ буйынса китаптар яҙҙыртып алыр ине. Уларын да ҡәҙерләп һаҡлайым.
Үҙемә килгәндә, мин ғаиләлә кинйә баламын. Бөрйәндә 1950 йылда тыуғанмын. Ғаиләлә ете бала булғанбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, булғанбыҙ, тип яҙырға тура килә. Минең Бөрйән ерлегендә тыуған дүрт ағайым һәм бер апайым була. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағайымдар бер-бер артлы ғына аҙна-ун көн эсендә тигәндәй мәрхүм булалар. Апайым нисектер тере ҡала. Ул заманда ҡыҙылса тигән ауырыу бик таралған булған. Шул ауырыу алып киткәндер инде ағайымдарҙы. Мәрхүм ағайымдар Бөрйән зыяратында бер ҡәберлектә яталар. Бөрйәндәргә рәхмәт. Зыяратты таҙалыҡта тоталар. Шуға мәрхүм туғандарым өсөн күңелем тыныс.
Мин Бөрйән мәктәбендә дүртенсе синыфҡа хәтлем уҡыным. Күңелле була торғайны. Һәр синыфта уҡыусы балалар күп булды. Төрлө саралар геүләп торҙо. Ҡыҫҡаһы, ҡайнап-гөрләп йәшәнек беҙ Бөрйәндә. Һәм бына беҙ Рыбинск ҡалаһына күсеп ҡайттыҡ. Сәбәбе, моғайын да, әсәйемдең туғандары ошо яҡта булыуындалыр. Һағынғандыр инде әсәйем үҙ яғын, үҙ туғандарын. Ней тиһәң дә, егерме йыл самаһы йәшәй бит ул сит ерҙә.
Күсеп ҡайттыҡ, ә күңелдә бушлыҡ. Сөнки күңел Бөрйәндә ҡалды. Иртәнсәк ҡыуанып килеп тораһың, аяҡҡа нимә етте, шуны эләктереп өйҙән йүгереп сығаһың... Ә унда бөтөнләй икенсе күренеш. Һинең ишек алды, һинең урам, һинең менән бергә уйнап үҫкән иптәштәр юҡ. Ағиҙел юҡ. Текә тауҙар юҡ. Ҡуйы урман юҡ. Иркенләп һөйләшкән башҡорт теле юҡ. Был юҡһыныуҙы, был һағыныуҙы бик ауыр кисерҙем мин. Мин генә түгел, барыбыҙ ҙа күмәкләп һағындыҡ Бөрйәнде.
Йылдар үтте. Атайым олоғайҙы. Бик ҡайтҡыһы килде үҙ иленә. Әммә заманында рөхсәт булманы. Замана үҙгәрҙе, рөхсәт булды. Әммә был ваҡытҡа атайым ҡартайып-бирешеп киткәйне, уның туғандарын күреү теләге тормошҡа ашманы. Бөгөн миңә: "Ә ниңә үҙең Төркиәгә барып ҡайтмайһың?"- тигән һорау биреүселәр бар. Бик барыр инем дә, тик төбәп барыр кешем юҡ. Атайымдың туғандарын табып булмай. Шуға күрә әйтке килә: туғандарығыҙҙы һаҡлағыҙ, уларҙың ҡәҙерҙәрен белегеҙ, ҡатышып йәшәгеҙ. Туғаның булыу, уның менән күрешеп йәшәү - ул үҙе оло бәхет!
Беҙҙең ғаиләне һыйындырған башҡорттарға рәхмәтлемен. Бөгөн улар минә яҡын туғандарым һымаҡ. Атайым мәрхүм булғас, беҙҙең Бөрйәндәге күршебеҙ Фәниә Йосопованан ошондай хат килеп төштө: "Билал бабайҙың мәрхүм булыуы билдәле булды. Бик оло юғалтыу. Шәхсән минең өсөн Билал бабай егәрле, эшсән кеше булып хәтерҙә ҡаласаҡ. Уның ҡулдары алтын ине. Уның ҡабаланып-өтәләнеп барғанын һис бер ҡасан күрмәнем. Олпат баҫып йөрөгән Билал бабай һәр эшен еренә еткереп башҡарыр ине. Әгәр миндә яҙыусылыҡ оҫталығы булһа, мин мотлаҡ уның тормошо тураһында берәй китап яҙыр инем. Ябай, шул уҡ ваҡытта бөйөк кешеләрҙе халыҡ белергә тейеш!" Әлбиттә, бындай һүҙҙәр минең өсөн оло бүләк.

Әғләм ШӘРИПОВ
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №12, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.03.23 | Ҡаралған: 155

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru