«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РУХЛЫ ЗАМАН УТРАУЫНДА
+  - 

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылындағы Башҡорт гимназия-интернаты педагогия хеҙмәте ветераны, "Тормош һабаҡтары" программаһы һәм дәреслектәре авторы, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева исемен йөрөтә. Республикабыҙҙа тәүгеләрҙән булып үҙ районында башҡорт гимназияһы ойошторған ил инәһе һалған матур традициялар, милли рух, милли тәрбиә дауам итә бында. Халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеп тәрбиәләнә беҙҙә уҡыусылар, халыҡ ижадына, телгә, моңға, тарихҡа һөйөү һалына илһөйәр, телһөйәр балалар күңеленә.

Гимназиябыҙҙа талантлы һәм һәләтле балалар күп. Улар ижад майҙанында туҡтауһыҙ эҙләнә. Уларҙың хыял-ниәттәренә ярҙам итеү, артабан үҫтереү, заман технологиялары менән үрелдереп, юғарыраҡ баҫҡыстарға күтәреү - педагогик коллектив алдына ҡуйылған заман талабы ул. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙа инициатив бюджетлау проекттарын бойомға ашырыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйғас, гимназиябыҙ ошо ярҙамға дәғүә итергә булды. Был мәктәп уҡыусыларының мөһим проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ойошторолған бик тә кәрәкле һәм күптән көтөлгән Хөкүмәт ярҙамы. Документҡа ярашлы, 2021-2024 йылдарҙа урындағы бюджеттар республикабыҙ ҡаҙнаһынан ошо йүнәлештәрҙә субсидия ала аласаҡ. Гимназиябыҙ ҙа был проектта ҡатнашырға хоҡуҡ бирелгән мәктәптәр исемлегенә индерелгән. Беҙҙең уҡыусылар алты проект йүнәлешен тәҡдим итте: "Сенсор бүлмә" булдырыу проекты; "Ял утрауы" уңайлы ял урыны проекты; "Мәргән уҡсы" мәктәп тиры проекты; "Арғымаҡ" мәктәп медиаүҙәге проекты; "Спорт һәр кем өсөн" заманса спорт майҙансығы проекты; шәхси әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн шарттар булдырыусы "Минең гардеробым" проекты.
Уҡыусылар шул тиклем дәртләнеп, ярыш сәме менән тоҡанып, аҙна дауамында үҙҙәренең проекттарын яҡланы, презентацияланы. Һәр бер инициатив төркөм үҙ проектына ҡыҫҡаса тасуирлама бирҙе, актуаллеген, социаль мөһимлеген билдәләп үтте, маҡсатын, көтөлгән һөҙөмтәһен атаны. Тәҡдим ителгән эштәрҙең барыһы ла бик ҡыҙыҡлы ине. Әммә күптәр "Арғымаҡ" медиаүҙәге өсөн тауыш бирҙе.
Билдәләнеүенсә, был проект сиктәрендә ижади медиаүҙәк ойоштороу планлаштырыла. Ул уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, төплө белем алыу, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған өлкәлә ижади һәләттәрен асыу өсөн бөтә мөмкинлектәр тыуҙырасаҡ, тип күҙаллана. Был матур фотолар һәм видеолар төшөрөргә, ҡыйыуыраҡ булырға өйрәтеүсе, ораторлыҡ һәм йәш ҡәләм тирбәтеүселәр һәләтен үҫтереүсе һәйбәт майҙансыҡ буласаҡ. Туған тел - ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған иң ҡәҙерле ҡомартҡы. Медиаүҙәк телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, артабан үҫтереү, уҡыусыларҙы милли рухта тәрбиәләүсе матур саралар ойоштороу, йәш быуынды туплау, юғары технологияларға йәлеп итеү маҡсатын алға һөргән рухлы заман утрауы буласаҡ.
Бөгөнгө көндә гимназиябыҙҙа "Арғымаҡ" гәзите сыға, "Аҫылташ" өлгөлө балалар театры гөрләп эшләй. "Тылсымлы шәм" республика конкурсында 1-се урын, "Башҡортостан ынйылары" республика конкурсында Гран-при яулаған был театр бөгөнгө көндә лә уңышлы сығыш яһай. Мәрйәм Бураҡаева уҡыуҙары фәнни-ғәмәли конференция барышында, талантлы шағир Рәйес Түләктең "Күпер" поэмаһына нигеҙләнеп ҡуйылған видеоһын күрһәтеп, оло баһа алды егет-ҡыҙҙарыбыҙ. Улар "Урал бөркөттәре" вокал ансамбле район, республика конкурстарында призлы урындар яулай, "Осҡон", "Йондоҙҙар" бейеү ансамблендә бейеү серҙәренә өйрәнә. Киләсәктә уҡыусыларыбыҙ өсөн видеостудия, фотостудия, журналистика студияһы ла булдырылһа, ысын илһөйәрҙәр, белемле шәхестәр тәрбиәләүгә тағы ла уңайлыраҡ шарттар тыуҙырылыр ине гимназиябыҙҙа, тигән хыял менән янабыҙ.
Яңы технологиялар - яңы мөмкинлектәр ул. Һәр яҡтан һәләтле уҡыусыларыбыҙ, әлмисаҡтан килгән изге аманат - этнопедагогикаға нигеҙләнеп, заманса аҙымдар менән алға барасаҡ, тип ышанабыҙ.

Нурия ҠУНЫСБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.04.23 | Ҡаралған: 114

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru