«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨҘӘНДӘ ҺАҠЛАНА
+  - 

Әхмәтзәки Вәлиди өҫтәле Башҡортостан Милли музейы филиалы - Ишембай районы Көҙән ауылындағы Әхмәтзәки Вәлиди музейында МАЗВ ОФ-11 һаны аҫтында һаҡлана. Өҫтәлдең музейға килеп эләгеү тарихы бик ҡыҙыҡлы.

Ул тәүҙә Ырымбурҙың Каруанһарайында һаҡланған, 1918 йылда Башҡортостан хөкүмәте вәкилдәре менән бергә Темәс ауылына "күсә". 1920 йылда Башҡортостан хөкүмәте менән Стәрлетамаҡҡа, ә 1922 йылда Өфөгә килә. 1970 йылда иҫәптән сығарылып, Башпотребсоюз складына алып барылған өҫтәлде Бибисара Азаматова күреп ҡалып, үҙенең кабинетына ҡуйырға тип Баймаҡҡа алып ҡайта. Төҙәтеп-йүнәтеп алынған өҫтәл артында Бибисара Мостафа ҡыҙы 20 йылдан ашыу эшләй. Иҫәп һаны буйынса ул был өҫтәлдең нәҡ Әхмәтзәки Вәлиди өҫтәле булыуын асыҡлай.
1994 йылда, Әхмәтзәки Вәлиди музейы асылғанға тиклем, музейҙың беренсе директоры Кәрим Шәйәхмәтов экспонаттар йыйыу барышында билдәле шәхестең өҫтәле Баймаҡта икәнен асыҡлай. Уны музейға алырға теләп, ул Баймаҡҡа өс тапҡыр бара, ләкин Бибисара Азаматова бирергә теләмәй. Шулай ҙа 1994 йылдың 4 октябрендә ул өҫтәлде музейға бүләк итә.
Өҫтәлгә 12,5 һәм 5,5 сантиметрлы тимер пластина беркетелгән, унда: "Зәки Вәлиди исемендәге музейға Баймаҡ халҡынан Каруанһарай ҡомартҡыһы. Октябрь, 1994 йыл" тип яҙылған. Имәндән эшләнгән өҫтәлдең үлсәме 200*100*80 сантиметр, буҫтау менән көпләнгән. Ике тумбалы, уларға ике яҡтан ағастан юнып-һырлап эшләнгән арыҫлан баштары беркетелгән, өҫтәлдең ҡапҡасында йоҙаҡлы өс тартма бар.

"Киске Өфө" гәзите, №14, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.04.23 | Ҡаралған: 101

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru