«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙЫМДЫҢ ОС ҺӘНӘГЕ - 1
+  - 


Их, уйындарҙың күплеге! Уларҙың һәр ҡайһыһын берәр тапҡыр ғына уйнаһаң да, көн оҙонона етерлек. Хатта бер нисәһе ҡараңғы төшөүгә лә ҡала әле. Беҙ, малайҙар, уларҙың бөтәһенә лә өлгөрөргә тырышабыҙ. Алдан һис ниндәй һөйләшеү булмаһа ла, иртәнге тамаҡты туйҙырыу менән, ғәҙәттә, Ғимран бабайҙарҙың өйө эргәһенә йыйылабыҙ. Ниңә шулай өйрәнгәнбеҙҙер. Ғимран бабайҙың беҙҙең менән уйнарҙай бала-сағаһы ла юҡ бит инде. Ә иртәнсәк һайын малайҙар уның нигеҙе бейек итеп таштан буралған өйө эргәһенә һис ниндәй саҡырыуһыҙ берәм-һәрәм килә башлай. Йәйге йомарт ҡояш нурҙары апаруҡ йылытырға өлгөргән таш нигеҙгә арҡаны терәп, кисәге уйындарҙа кемдең еңеүе, кемдең еңелеүе, кемдең сосораҡ булыуы, кемдең харамлашыуы хаҡында бәхәсләшеүгә байтаҡ ваҡыт китә. Ҡайһы саҡта ошондай бәхәс яғалашыуға барып олғаша. Бындай мәлдә инде эргәбеҙҙә көтмәгәндә Ғимран бабайҙың сауығып бөткән кәүҙәһе пәйҙә була. Әйтерһең, ул тәҙрәнән беҙҙең һөйләшкәнгә ҡолаҡ һалып, һәр хәрәкәтебеҙҙе күҙәтеп ултырған. Ул, ҡапҡаһынан сыҡҡас, ҡарт кәзә йүткергәндәге шикеллерәк итеп, тамағын ҡыра-ҡыра беҙгә табан йүнәлә. Эргәбеҙгә килеп еткәс, алға кәксәйгән һаҡалын таяғы башына терәп, аҙ ғына һүҙһеҙ тора. Шунан ҡапыл сыйылдыҡ тауыш менән ҡысҡырып ебәрә:
- Атағыҙҙың малы уртаҡмы ни? Туҡтағыҙ әле!
Тызрайышып бер-береһенең яғаһына йәбешкән, күҙҙәре аларған, аһылдашҡан малайҙарҙың ғәйрәте ҡапыл ҡайта, икеһе ике яҡҡа атлай. Ғимран бабай кеткелдәп көлә, төпкә батҡан сағыр күҙҙәрен алмаш-тилмәш беҙгә йөрөтөп сыға. - Ай, сәбәке малайҙар, татыу ғына уйнаһағыҙ, ни була? Улай тауыш ҡубарһағыҙ, яҡын да юлатмам.
Беҙҙең, әлбиттә, өйрәнгән урындан китке килмәй.
- Ғимран бабай, ҡабат улай итмәбеҙ.
- Улар юрый ғына тартҡылашты бит...
- Бер тауышыбыҙ сыҡмаҫ, - тип бабайға мөлдөрәп ҡарайбыҙ.
Ғимран бабай аҙ ғына уйланып торғандай итә: йәнәһе, беҙҙе бында ҡалдырырғамы-юҡмы, шуны хәл ҡыла. Ахырҙа, үҙ хөкөмөн әйтә.
- Ярай, тик мәтри, уландар, берегеҙ бер талашһа...
Талашһаҡ, ул ни эшләтмәксе, асығын ғына әйтмәй, ҡапҡаһы яғына ыңғайлай; ләкин уның беҙгә яманлыҡ эшләмәҫен беләбеҙ. Уйнағаныбыҙҙы ҡарарға ярата бит ул. Хатта ҡайһы саҡта әбейе менән икәүләшеп ҡапҡа төбөнә сығып ултыралар. Шулай ҙа Ғимран бабайҙың киҫәтеүе беҙҙең эште көйләп ебәрә. Эште сүрәкәй уйнауҙан башлап алып китәбеҙ. Тәнде яҙыу, сәм ҡуҙғатып алып китеү өсөн һәләк йәтеш уйын ул. Артыҡ күп тә йүгермәйһең, ләкин ситкә һуғылған сүрәкәй таяғын бәләкәй генә һыҙыҡҡа төшөрөү өсөн бик ҙур таһыллыҡ, сама белеү кәрәк. Тән ҡыҙып алғас, ике төркөмгә бүленеп, бура һуғыуға тотонабыҙ. Буралар ҙа, һәр кемдең үҙ исем-фамилияһының баш хәрефтәре яҙылған таяҡтар ҙа Ғимран бабайҙың ихатаһында - ҡойма буйында ғына һаҡлана.
Бура һуғыу - беҙҙең иң яратҡан, иң сәмләнеп тотона торған уйыныбыҙ. Көс тә, мәргәнлек тә, таһыл да кәрәк бында. Иң шәп бурасылар хатта арғы ос малайҙары менән ярышҡа ла сыға. Бура һуғыу беләктәрҙе талдыра, тирләүҙән күлдәктәр арҡаға лыпын йәбешә. Шуға күрә арабыҙҙан кем дә булһа:
- Малайҙар, әйҙәгеҙ, һыҙыҡ туп уйнайбыҙ, - тип бура һуғыу ялҡыта башлауын белдерә.
Уға ҡаршы килмәйҙәр, сөнки бөтәбеҙгә лә талғыныраҡ, тәнгә ял бирерҙәйерәк уйын кәрәк. Һыҙыҡ туп бик сос, йылғыр булыуҙы, тупты мәргән бәреүҙе талап итһә лә, артыҡ ҡабаланмай уйнай торған уйын. Ләкин беҙҙең тир ҡатмай, төшлөккә етеп килгән ҡояш хәлебеҙҙе ала, әлһерәтә.
- Әйҙәгеҙ, малайҙар, һыу инергә!
Әйтерһең, һәр кем ошо һүҙҙәрҙе генә көтөп торған. Шаулашып, берҙәм күтәреп алалар:
- Ҡайҙа барабыҙ?
- Күкьятыуға.
- Юҡ, унда әле һыу һалҡындыр. Мотайға китәйек.
- Алыҫ бит ул...
Быныһын малайҙар ҡолаҡтарына ла элмәй. Ярты саҡрым ер беҙҙең өсөн ҡайҙан алыҫ булһын? Бер-беребеҙҙе баҫтырышып, шаяра-шаяра Мотайға йүнәләбеҙ. Мотай - беҙҙең Ҡыҙылташ йылғаһындағы иң матур ятыу ул, белә-белһәгеҙ. Төбөнә йоморо, шыма беләү таштар түшәлгәнлектән, ул күпме кеше һыу инһә лә һис ҡасан буйрамай, ағымы ла ҡаты түгел, өҫкә ҡарай ҙа, арҡыры-буйға ла рәхәтләнеп йөҙөп йөрөйһөң. Ятыуҙың тирә-яғы иһә муйыл, ерек әрәмәлеге менән уратып алынған. Уң яҡтағы һөҙәк ярында ғына кескәй аҡлан бар. Беҙ шунда унан-бынан сисенәбеҙ ҙә шым ғына күгәреп ятҡан ятыуға сумабыҙ. Тирләгән, саң ҡунған тән буйлап ғәләмәт бер рәхәтлек йүгерә, күҙ алдары яҡтырып киткәндәй була. Минең кеүек бәләкәйерәк малайҙар ятыу уртаһына уҡ йөҙөргә батырсылыҡ итмәй, һыу муйынға етер тирәгәсә белер-белмәҫ көйө атынып, ауыҙға тулған һыуҙы бөркә-беркә йөҙөп хитланабыҙ ҙа туҡтап ҡалабыҙ. Һыу төбөнә баҫыу менән ятыуҙа ҡымйып йөрөгән сабаҡтар, ҡоморойҙар морондары менән төрткөләп, аяҡты ҡытыҡлай башлай. Беҙ тағы ла сумабыҙ, йөҙөп аҙапланабыҙ. Бөтөнләй йөҙә белмәгән малайҙар иһә яр буйында ғына сыптырҙаша. Уларҙың ҡайһылары усы менән һөҙөп ваҡ ҡына балыҡ селбәрәләре - йотомос тоторға маташа. Әгәр тоттомо, ҡыуанып, усындағы һыу менән ҡуша йотоп та ебәрә. Йәнәһе, тере балыҡ йотҡас, үҙе лә хәҙер үк йылғыр бәрҙеләй йөҙөп китә. Ләкин файҙаһы теймәй, күрәһең. Һаман яр буйындағы һай ергә ятып, ҡулдары менән һыу төбөнә таянып, аяҡтарын сәпелдәтеүҙән ары китә алмайҙар.
Ирендәр күгәреп, тәнгә бәпкә йөндәре ҡалҡҡансы ҡыялғандан аҙаҡ ҡына һыуҙан сығабыҙ. Яр башына ятып ҡыҙынабыҙ, һыңар аяҡта һикерәңдәп йә таш саҡылдатып, ҡолаҡтарға тулған һыуҙы "түгәбеҙ". Тығын менән ҡаплап ҡуйылған һымаҡ тойолған ҡолаҡ эсенән йылымысланған һыу ҡымырйытып ҡына ағып төштөмө, әй рәхәт булып ҡала, бөтә башың еңеләйеп киткәндәй була.
Шунан беҙ, хәҙер инде ҡабаланмай ғына атлап, ауылға ҡарай йүнәләбеҙ. Ҡайтып, ашап сыҡҡас, ниндәй уйын башлау тураһында һүҙ ҡуҙғала. Төшкә тиклем уйнап өлгөрмәгән уйындар байтаҡ әле: соҡор туп, көтөү бураһы, элгес, сәкән, һәпәләк, йәшенмәк һәм тағы ла әллә ниндәй уйындар. Бәхәсләшә торғас, уйынды сәкәндән дауам итергә һүҙ ҡуйышабыҙ. Иң ҡыҙыҡ уйын ул сәкән. Беҙ уны икенсе төрлө лә - ҡала алғыс, тип тә атап йөрөтәбеҙ. Былай атауҙың үҙ мәғәнәһе бар. Беҙ ике командаға бүленәбеҙ. Ошонан аҙаҡ һәр яҡтың үҙ ҡалаһы билдәләнә. "Ҡала" тигәнебеҙ - урамдың арғы һәм бирге остарындағы берәй өй була инде. Команда башлыҡтары:
- Минең ҡала - Миһран ҡарттар өйө.
- Ә минеке - Заһит бабайҙарҙыҡы, - тип белдергәс, уйын башланып китә.
Командалар, егерме-утыҙ метр ара ҡалдырып, ҡара-ҡаршы баҫа. Ҡулдарҙа - ҡайындан эшләнгән, башы кәксәйеп торған сәкәндәр, уйынды башлап ебәрәсәк команданың башлығы алдында - шулай уҡ ҡайын ороһонан эшләнгән, күп һуғыуҙан шымарып бөткән ҡуш йоҙроҡ ҙурлыҡ туп. Сырайҙар, ҡараштар етдиләнә, бөтәбеҙҙең күҙ - шул тупта ғына. Унан китә уйын. Һәр яҡ тупты нығыраҡ һуғып, ҡаршы команданы ҡыҫырыҡларға тырыша. Әле бер, әле икенсе яҡ сигенә. Малайҙар туп артынан йүгереп йығылып китәләр, ҡысҡыралар, һыҙғыралар, меҫкен туп иһә ике арала өйөрөлсөктәй өйөрөлөп осоп йөрөй. Шунан көслөрәк, оҫтараҡ уйнаған яҡ ҡаршы команданы ҡыҫырыҡлай барып, уның "ҡалаһын" баҫып ала һәм еңеүсе булып сыға. Ошонан аҙаҡ командалар урындарын алмашалар ҙа уйын яңы көс менән дауам итә...
Шундай ҡыҙыҡ уйын булғанғалыр инде, кисен эштән ҡайтып, урамға тән яҙырға сыҡҡан өлкән ағайҙар ҙа йыш ҡына ҡыҙышып китәләр ҙә, малайҙар кеүек үк зыҡ ҡубып, сәкән һуғырға тотоналар. Өлкәндәрҙең ярһып, шаулашып, беҙҙең кеүек үк харамлаша-талаша уйнағандарын ҡарап тороу үҙе бер мәрәкә.
Бына шулай үтә ине беҙҙең көндәр. Тик һеҙ былар көн буйына туҡтауһыҙ уйнап ҡына йөрөгән икән тип уйлай күрмәгеҙ тағы. Беҙҙе уйнап йөрөгән еребеҙҙән әсәйебеҙ йә атайыбыҙ саҡырып ҡайтара ла теге-был йомош ҡуша: ваҡыты-ваҡыты менән ҡайһы берҙәребеҙгә картуф баҡсаһына ингән кәзәләрҙе ҡыуып сығарырға, тауҙан быҙау ҡарап алып ҡайтырға, эркет ҡайнатыу өсөн аласыҡҡа күп итеп утын ташырға йә сәңгелдәктәге туғанын бәүетеп ултырырға тура килә. Ләкин беҙ барыбер уйнарға ла, өй йомоштарын үтәргә лә өлгөрәбеҙ. Шулай итмәһәк, беҙ ниндәй малайҙар булабыҙ ти инде?!
Тик бына берҙән-бер көндө миңә уйындан тәү тапҡыр бөтөнләйгә айырылып торорға тура килде. Һәм мин был донъяла уйындан башҡа ла күңелгә ләззәт, йыуаныс биреүсе нәмә бар икәнлеген белдем.
Мин, көндәгесә, сепараттың талғын ғына геүләгән тауышына уянып киттем.
- Зыйыңңң... зыйыңңңң...
Ошо тауышты тыңлап, уяулы-йоҡоло иҙерәп ятырға яратам мин. Әйтерһең, өй эсендә үк ниндәйҙер кескәй генә самолет туҡтауһыҙ әйләнеп йөрөй, эргәмдә генә селтерҙәп йылға аға, быныһы - сепарат һемәгенән биҙрәгә һөт ағыуы инде, усаҡ аҫтында сарт-сорт килеп ут яна, тәҙрәнән төшкән ҡояш нурҙары битемдән йомшаҡ ҡына итеп һыйпай...
Шулай ята торғас, мин ҡабат йоҡлап китәм, ҡояш байтаҡ күтәрелгәс кенә тора инем. Бөгөн иһә яңынан ойорға өлгөрмәнем, сепараттың геүләп әйләнеүҙән туҡтауы булды, әсәйемдең тауышын ишеттем:
- Кинйәбай, тор, улым, тор. Бар, тышҡа сығып, йоҡоңдо осороп ин.
Ниңә былай иртә торғоҙа икән әсәйем? Бүтән саҡта Хәшейә апайым уятырға итһә лә:
- Ниңә бимазалайһың уны? Йоҡоһо бөткәнсе йоҡлаһын, - тип, уны тыя торғайны.
Шулай уйланып, икеләнеберәк ята инем, ишек асылды, кемдер инде.
- Һаумы, Хәтирә килен.
Тауышынан таныным - Йәноҙаҡ бабай. Ул, бесән эшләү өсөн көндәрҙең матурланып китеүенә ҡыуанып, аҙыраҡ хәбәр һөйләп ултырҙы, шунан йомошон әйтте.
- Хәтирә килен, бөгөн бакуйҙы төшкә тиклем йыйып бөтһәк, кәбән ҡойоп ҡайтырмын тигәйнем. Ос һәнәгеңде биреп тор әле. Шул бер ос һәнәклек тура килтереп, эшләп ала алмай ҡартайылды инде.
Бесән ваҡыты еттеме, йыл да ошо йомошҡа инә, ошо уҡ һүҙҙәрен һөйләй Йәноҙаҡ бабай. Ауылыбыҙҙы осһоҙ-сикһеҙ урмандар уратып алһа ла, ос һәнәклек табыу уйын эш булмауын мин дә беләм. Һабы ун метрлы, өс йә дүрт йәпле һәнәк эшләрлек матур асалы ҡайын табыу өсөн әллә ни ҡәҙәрем урман гиҙеп тә буш ҡул менән ҡайталар. Ә бына атайым шундай ҡайынды тапҡан булған. Уны йышып, шымартып, йәптәрен һелкәүесләндереп бөгөп, шундайын матур итеп эшләгән, бесәнде күбәнән һоҫоп ҡына алмалы. Шулай бик ҡулайлы булғанға, ипкенеп торғанғалыр инде, Йәноҙаҡ бабай:
- Ир маҡтаныр, ҡорамал эшләр, тип белмәй әйтмәгәндәр шул. Ошо һәнәк менән кәбән һалғанда һис арымайым, - ти.
Эйе, атайым үҙе үлгәндән һуң ҡалған ҡомартҡы ул, ос һәнәге. Уны әсәйем, бесән ваҡыты үтеү менән, йәптәре тарбағайланмаһын өсөн, йүкә менән бөрөп бәйләп, һыу төшмәҫлек ергә - өй ҡыйығы эсенә һалып ҡуя. Һораған бер ҡешегә биреп тә бармай уны әсәйем. Атайымдан ҡалған берҙән-бер ҡомартҡыны һындырып-фәлән ҡуйырҙар, тиҙер инде. Ә мин шул ос һәнәген күргән һайын атайымдың тере һынын күҙ алдына килтерәм. Уны һәр саҡ әлеге ос һәнәге менән кәбән һалып йөрөүсе, оҙон кәүҙәле, киң яурынлы, көслө кеше итеп күҙ алдына баҫтырам. Шулай итмәй, атайым ос һәнәген ҡулына тотҡан көйө яҡты донъя менән хушлашты ла инде.
Бынан бер йыл элек булды ул хәл: 1945 йыл беҙҙең өйгә оло шатлыҡ та, онотолмаҫ ҡайғы ла алып килде. Дүрт йыл буйы кешеләрҙең ҡанын да, күҙ йәшен дә, әсе тирен дә түктергән һуғыш бөттө. Ауылға был хаҡта хәбәр килгәндә, атайым беҙгә госпиталдән хаттар яҙа ине. Ул ҡыштан бирле ята ине инде унда. Әсәйем тәүҙәрәк:
- Ут эсенән тере һөйәге сыҡҡас, шәбәйеп, ялт итеп ҡайтып төшөр әле, - тип һөйләнә торғайны.

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.04.23 | Ҡаралған: 93

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru