«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙЫМДЫҢ ОС ҺӘНӘГЕ-2
+  - 


Һуғыш бөтөп, ауылға һалдаттар ҡайта башлағас, әсәйем ниңәлер күңелһеҙләнде. Бығаса түҙем генә йөрөгән кеше көн дә иртәнсәк тороу менән:
- Ҡасан ғына ҡайтып инер атайығыҙ. Ҡайһы ере яраланғанды ла яҙмай бит, исмаһам. Аяҡ-ҡулы именме икән? Госпиталдә шул хәтлем оҙаҡ ятҡас, белмәйем инде... - тип көрһөнә. Кисен эштән ҡайтып инһә: - Үлә-бата йүгереп ҡайттым. Атайығыҙ үҙем юҡта ҡайтып төшөр ҙә, ҡаршылай алмай ҡалырмын кеүек, - ти.
Ятып киткәнгә тиклем тәҙрәнән күҙен алмай ул. Кискелеккә бешергән ашантынан бер өлөш һалып ҡалдыра. Атайым төнөн ҡайтып төшһә, ашарына әҙер булһын, тиҙер инде...
Ә атайым, алдан хәбәр-хәтер ҙә бирмәй, көтмәгәндә генә ҡайтты ла төштө. Июль баштары ине инде. Көн кискә ауышҡан мәл. Әсәйем ашъяулыҡ йәйеп, ашарға ултыртып йөрөй. Ул бөгөн һоло төйөп, шуның ярмаһынан өйрә бешергәйне. Әсәйем бөтә нәмәне ашъяулыҡҡа ҡуйып бөткәс, ғәҙәтенсә, тәҙрәгә күҙ һалды: атайым ҡайтып килмәйме, тиҙер инде. Һәм ҡапыл ҡатып ҡалды. Уның ҡиәфәте апайым менән мине лә тәҙрәгә ҡаратты. Урамдан үҙебеҙгә табан атлаған бер кешене күргәс, ул саҡта минең дә йөрәк ярыла яҙғайны. Кеше - һалдат кейемендә, башында - пилотка, ҡулында - таяҡ, һылтыҡлабыраҡ атлай. Беҙ өҫөбөҙ ҙә, сихырланған шикелле, ҡайһылыр арала ошо кешегә ҡарап ҡаттыҡ. Шунан бөтәбеҙ бер юлы ишеккә ташландыҡ. - Уф, балаҡайҙарым!.. - был өндәрҙе сығарғаны - әсәйем.
- Атайым бит, әсәй! - быныһын апайым ҡысҡыра.
- Атайым ҡайтып килә! Ордены бар! - мин шулай тип ишеккә атлыҡтым.
Сөнки урамдан килгән һалдаттың гимнастерка түшендә ниҙеңдер йылҡылдап күренгәнен абайлап ҡалғайным. Апайым менән беҙ атайыма ҡаршы йүгерҙек, әсәйем, ниңәлер, ары атларға хәле юҡ кешеләй, ҡапҡа бағанаһына һөйәлде... Бына шулай ҡаршылағайныҡ беҙ атайымды. Ул ҡайтҡас, беҙҙең өй бермә-бер яҡтырып, уның эсендә ҡот артҡан һымаҡ булып китте. Атайымдың яраһы ла әллә ни түгел, минеңсә: аяғына снаряд ярсығы тейгән, хәҙер сатанлабыраҡ атлай. Миңә иһә уның шулай һылтыҡлабыраҡ, кәкре башлы таяҡ таянып, ҡабаланмай ғына атлап йөрөүе хатта оҡшай. Ут-һыуҙар кисеп ҡайтҡан һалдат тап бына шулай булырға тейеш тә!
Атайымдың түшендә икенсе яраһы - үлемесле яраһы ла булғанлығын мин ай самаһы үткәс кенә белдем.
Бесән өҫтө ине. Әсәйем хәҙер бесәнгә яңғыҙы йөрөмәй - атайым менән китәләр. Атайым бер көндө бесән сабып ҡайтты ла урынға ятып торҙо. Уның сырайҙары ағарып, күҙҙәре эскә батҡан һымаҡ булып киткәйне.
- Ҡабат йөрөмәҫһең бесәнгә. Быға тиклем эшләгәнде, бер һыйырлыҡ бесән үҙем дә әҙерләрмен әле, - тине уға әсәйем.
Атайымдың төнө буйы ыңғырашып, йоҡламай сығыуын мин дә һиҙеп яттым. Аяғы һыҙлаймы икән, тип уйлайым йоҡо аралаш, уны йәлләп. Атайым иһә иртәнсәк торҙо ла, әсәйем, йөрөмә, тиһә лә, тағы сабынлыҡҡа китте.
- Эш һағындырған, өйҙә ятып нисек түҙмәк кәрәк. Бөгөн сабырға түгел бит, бесән йыйырға, - тип, үҙ һүҙен бирмәне.
Тағы ике көндән атайым промартель председателенән ат һорап алып ҡайтты. Арбаға кәбән һәнәктәрен тейәп, үҙебеҙ ҙә теҙелешеп ултырып, кәбән ҡойорға киттек. Юлда әсәйемдең:
- Һин юҡ саҡтарҙа иң оло ҡайғы - кәбән ҡойоу була торғайны. Бөтә ауылға дүрт-биш кенә кәбән ҡойорҙай кеше ҡалғайны бит, Сәлмән, - тип һөйләнеп барғаны, атайымдың уны:
- Был һуғыш ғүмере онотмаҫ ыҙалар кисертте инде. Ярар, хәҙер ундай ҡайғың бөттө, Хәтирә, ҡабат күрергә генә яҙмаһын, - тип йыуатҡаны хәтерҙә.
Атайым ул көндө һис тә ҡабаланмай ғына йөрөп, кәбәнде төш ауыуҙарға ҡойоп бөттө. Шунан беҙ ләпәш ҡайын төбөнә ултырып сәй эстек. Ашап туйғас, атайымдың :
- Һай!.. Һуғышҡа тиклемге сәләмәтлектәремде ҡайҙан алайым! - тип ҡайын күләгәһенә ятып торғаны бөгөнгөләй күҙ алдында.
Көнбайыш яҡта өйкөм болоттар ҡарайып күренгәс, атайым ятҡан еренән йәһәт кенә торҙо ла:
- Ямғыр яуырға самалай, ҡайта һалайыҡ, - тип, ҡабаланып, ат егергә тотондо.
Тик беҙгә ыңғай ғына ҡайтып етергә тура килмәне. Ауылға саҡрым ярым самаһы ер ҡалғас, Ташморон аҫтындағы туғайға атайым атын туҡтатты.
- Күрәһеңме, Хәтирә? - тип әрәмә яғына ымланы атайым. - Ғөбәйҙә инәй шикелле бит?
Атайым күрһәткән яҡҡа мин дә ҡараным. Унда, әрәмә буйында, берәү, япа-яңғыҙы, кәбән ҡойоп маташа. Бесәнен күбәнән өҙә-йолҡа сәнсеп алған була ла еректән генә таған һөйәп ҡоя башлаған кәбәне өҫтөнә ырғыта. Бына ул һәнәгенең төбөн ергә ҡаҙап, юрмаслап үргә менергә маташа, ләкин ҡурап кипкән бесән, аяғын терәргә лә өлгөрмәҫ борон, шауҙырҙап аҫҡа ишелә. Күрәһең, ул кәбәне башына менеп, уны тапап төшөргә самалай. Ғөбәйҙә инәйҙе мин дә танып алғайным инде. Уның ире граждандар һуғышы мәлендә үк үлгән, ә ике улы был һуғышта ятып ҡалды: һуғыш йылдарында. Ғөбәйҙә инәйҙе, кәбәнде бер үҙе ҡоя икән, тип һөйләгәндәрен ишеткәнем дә бар ине...
- Былай үтеп китеү ирлек булмаҫ, Хәтирә, - тине лә атайым атының башын уңға тартты. - Ҡойошоп китәйек кәбәнен. Ямғыр яуып ебәрһә, этләнеп-гүрләнеп сапҡан бесәне әрәм булыр.
Килһәк, Ғөбәйҙә инәйҙең йән тиргә төшкән бите, муйыны, беләктәре бесән ҡауағына буялған, эскә батҡан күҙҙәре генә тоноҡ йылтырай.
- Бар, Хәтирә, кәбән башына мен, - тип атайым арбанан һәнәген алды ла, Ғөбәйҙә инәйгә ул-был хәбәр һөйләп тә тормай, кәбән ҡойорға тотондо.
Ул арала дөбөр-шатыр күк күкрәне, ҡайҙандыр ел күтәрелде. Оҙаҡламай ямғыр яуа башлаясағы көн кеүек асыҡ. Тик атайым болоттарға ла, күк күкрәгенә лә, Ғөбәйҙә инәйҙең:
- Һы, йә инде... Бына бит Хоҙайҙың рәхмәте. Ҡайҙан ғына килеп сыҡтығыҙ, - тип һөйләнеүенә лә иғтибар итмәй, бесәнде кәбән башына елгәрә генә.
Кәбән башында торған әсәйем:
- Сәлмән, ипләберәк! Аяғыңды йә түшеңде ауырттырып ҡуйма! - тип хәүефләнеп ҡысҡыра.
- Ҡурҡма! Бер ни ҙә булмаҫ, тапа әйҙә. Хәҙер бөтәбеҙ, - тип, атайым тын алырға ла уйламай.
Ямғыр күҙҙәре төшә башлағайны, атайым ос һәнәген алды. Ул оҙон һәнәк менән бесән сәнсеп ала ла, төбөн ергә ҡаҙап, һәнәкте турайтып баҫтыра, шунан уны күтәреп, яҫмарҙы кәбән башына ырғыта. Бына кәбән осланып та бара инде. Өс-дүрт һәнәк бесән булһа, ул ҡар ҙа ятмаҫлыҡ хәлгә киләсәк.
Шул саҡ мин ғүмере онотолмаҫ хәлдең шаһиты булдым. Бесән ырғытырға тип күтәрә башлаған ос һәнәге атайымдың ҡулынан ысҡынып китте. Атайым, һәнәген тотоп ҡалырға теләгән төҫлө, уның өҫтөнә ауҙы. Әсәйем кәбән башынан: - Ни булды, Сәлмән?! - тип ҡысҡыра.
Уңарсы атайым эргәһенә Ғөбәйҙә инәй килеп етте, ҡурҡып ҡысҡырып ебәрҙе:
- Хәтирә, төш әле, төшә һал!..
Ул саҡта мин әсәйемдең бейек кәбән башынан нисек төшкәнен дә хәтерләмәйем. Бер ҡулы менән һәнәге һабын, икенсеһе менән күкрәген тотоп ятҡан атайымдың ауыҙынан ҡып-ҡыҙыл ҡан һарҡып сыҡҡанын күргәс, иҫемде юйғанмын... Өлкәндәр аҙаҡтан, ныҡ көсәнеүҙән Сәлмәндең күкрәк яраһы эстән, асылған икән, тип һөйләнеләр. Нисек кенә булмаһын, беҙ күҙ менән ҡаш араһында атайһыҙ ҡалдыҡ. Уны беҙ Ташморон аҫтындағы туғайҙан ҡойоп яуған ямғыр аҫтында арбаға һалып алып ҡайттыҡ. Ошо хәлде хәтерләһәм, хәҙер үҙемдең дә шул ҡыл тартҡандай төҙ һаплы, дүрт йәпле һәнәкте ҡулыма алғым, уның менән ҡойоп ҡуйғандай итеп кәбән һалғым килеп китә. Тик быныһы әлегә хыял ғына шул. Бесән сәнсеп түгел, ос һәнәген былай күтәрергә лә саҡ-саҡ көсөм етә.
Һәр саҡ атайымды хәтерләткән ос һәнәген һорай ине Йәноҙаҡ бабай. Белеп ятам, әсәйем уға һәнәкте бер һүҙһеҙ биреп торасаҡ. Сөнки үҙебеҙгә лә кәбәнде һуғыш йылдарында гелән Йәноҙаҡ бабай ҡойоп бирә ине бит. Быйыл да әсәйем, моғайын, ошо йомош менән уға барыр.
- Кинйәбай, тор әле, тор, ана бабайыңа өй башынан ос һәнәген төшөрөп бир, - тип әсәйем минең өҫтәге юрғанды асып уҡ ебәрә. Һикереп торам да, күҙемде ыуалай-ыуалай, соланға сығам һәм ҡыйыҡҡа тағылған арҡан буйлап өй башына үрмәләйем. - Бесән йыя торған һәнәктәрҙе лә алып төш! - тип ҡысҡыра әсәйем ишек алдынан.
Бына ул төрлө оҙонлоҡтағы, төрлөсә йәпле һәнәктәр. Ос һәнәге улар араһында сабаҡ көтөүе араһында ятҡан суртан кеүек күренә.
Һәнәктәрҙе алып биреп, өйгә ингәс, мин әсәйемдең бөгөн ниңә иртә уятҡанын да аңланым.
- Улым, йәһәт кенә битеңде йыу ҙа ашарға ултырайыҡ. Бөгөн миңә иптәш булып сабынлыҡҡа һин барырһың. Апайың өйҙә ҡалыр, - тине әсәйем.
Бесән сабырға барғанда, сәй ҡайната торһаң да файҙа, тип ул быйыл апайымды үҙенә эйәртеп йөрөтә ине. Бөгөн мине алып бармаҡсы икән. Сәй эсергә ултырғас, әсәйем ниңә мине алып барырға булыуын асығыраҡ әйтеп бирҙе.
- Бесән кибеп етмәһә, бакуйҙы әйләндереп киптерербеҙ, тим. Һин, малай кеше, бакуй әйләндерергә ҡатыңҡыраҡ булырһың.
Әсәйемдең үҙемде апайымдан өҫтөнөрәк ҡуйыуы мине бер сиреккә үҫтереп ебәрә. Ҡабалан-ҡарһалан ашаным да, сығып, үҙемә иплерәк һәнәк һайларға тотондом.

* * *

Бына мин, һәнәк күтәреп, ғүмеремдә тәү тапҡыр бесән йыйырға китеп барам. Шулай әсәйемә ҡуш булып, эшкә китеп барғаныма һәр өйҙөң тәҙрәһенән һоҡланып ҡарайҙарҙыр кеүек. Әсәйемдең дә аҙымдары ышаныслы, сырайы бүтән саҡтағынан яҡтыраҡ тойола миңә.
Беҙҙең сабын Көнтөшмәҫ тигән ерҙә булыуын, ул яландың нисегерәк икәнен дә беләм. Былтыр атайым, һуғыштан ҡайтҡас, үҙебеҙгә кәбәнде шунда ҡойғайны. Шунан ҡайтып килгәнендә, Ғөбәйҙә әбейгә ярҙам итәм тип, үлде лә инде. Ауылдан ике саҡрым самаһы алыҫлыҡта ул. Өс яҡтан ҡуйы, шыйлан ҡарағай урманы уратып алған, түбән яғы Ҡыҙылташ ярындағы әрәмәлеккә барып тоташҡан. Ҡояш байтаҡ күтәрелмәйенсә нур төшмәгәнлектән, ул күп ваҡыт күләгә булып тора. Шуға Көнтөшмәҫ тип атағандарҙыр инде уны.
Бер урында юл ҡуйы ҡайынлыҡ аша үтә ине. Шунда эргәбеҙҙән генә бер өйөр ҡор балалары күтәрелеп осто бит. Ҡанаттары нығынмағанлыҡтан, улар алыҫ оса алмай, саҡ ҡына баралар ҙа тағы үлән араһына боҫалар. Сыҙаманым, киттем бит быларҙы ҡыуып. Әсәйем:
- Ҡыялма юҡҡа, әйҙә йәһәтерәк! - тип ҡысҡыра.
Мин һаман йүгерәм. Ләкин инде барып еттем тигәндә генә ҡор балалары күтәрелеп оса ла китәләр. Асыуым килеп, һәнәгем менән бәреп ебәргәйнем, ҡайын олонона барып бәрелде лә һәнәктең бер сатаһы шарт итеп һынып та сыҡты.
- Ай, тыңлауһыҙ! Юҡҡа ҡыялма тип әйттем мин һиңә! - Әсәйем, асыуланып, шулай һуҡрана, ә мин, һәнәгемдең һынған йәбен тоташтырырға теләгәндәй, уны урынына ҡуйып ҡарайым. Йә, сабынға барып етмәҫ элек һәнәк йәбен һындыр инде, эшкинмәгән. Берәү бесән йыйырға китеп бара имеш, тип үҙ-үҙемде әрләйем. Минең танау төшкәнен әсәйем дә абайланы, күрәһең, асыуланмай ғына әйтте:
- Ярар, аптырама, бакуй әйләндерергә ике йәбе лә етер. - Аҙыраҡ һүҙһеҙ барғас, өҫтәне: - Ҡош тотор саҡтарың алдараҡ шул әле, улым...
Сабынға еткәс, ашантыны бер ағас төбөнә ҡуйыу менән, әсәйем бакуйҙарҙың нисек кипкәнен ҡарарға тотондо. Яландың урта ерендәгеләре кипһә лә, уларҙың урман ситендәге баш-баштарының аҫты шәмәреп, йәшел ята ине әле. - Их, этләнеүем барҙыр ошо сабын менән, - тип йәне көйә әсәйемдең. - Бүтәндәрҙең бакуйы ҡурап кипкәндә лә, бында әйләндермәйенсә йыйып булмай. Улым, бына шулай итеп һәнәгеңдең йәбен ипләп кенә аҫҡа тыҡ та бакуйҙағы бесәнде туҙҙырмай ғына ҡояш яғына ҡаратып әйләндер. Ергә лыпын ятҡырмай, бына шул рәүешле баҫтырыбыраҡ ҡуйһаң, ел ҡағып киптереүгә арыу булыр..

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.04.23 | Ҡаралған: 115

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru