«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫУҒАН ЕРЕНӘ ХӘҮЕФ КИЛГӘНДӘ ИР-ЕГЕТ БИТАРАФ ҠАЛА АЛМАЙ!
+  - 


"Арғымаҡ ат юл башлар, Аҡыллы егет ил башлар, Батыр егет яу башлар, Сәсән егет дау башлар", - тигән әйтеме бар башҡорт халҡының. Юл башларҙай арғымаҡ аттар һирәк ҡалған заманда илде артынан эйәртерҙәй, уның мәнфәғәттәрен яҡлап яуға сығырҙай, даулашырҙай ир-егеттәребеҙ бармы икән? Был һорауҙы үҙебеҙгә һәр саҡ бирәбеҙ, йәштәр менән әңгәмәләшкәндә уға яуап табырға тырышабыҙ. Бөйөк Еңеү көнө алдынан тағы бер тапҡыр ошо турала һүҙ күтәреп, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Ирхан Хисаметдинов, Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы уҡыусылары Булат Алсынбаев, Рамаҙан Ишемғолов һәм Арыҫлан Фәйзуллин менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Егеттәр, әйтегеҙ әле, бала саҡта һуғыш уйындары уйнай инегеҙме?

Ирхан Хисаметдинов:
Минең бала сағым тыуған Бөрйән районы Нәби ауылында үтте. Ә инде 13 йәшемдә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатына уҡырға күскәс, ундағы уйындар артта ҡалды, иңдәремә үҙем өсөн ҙур яуаплылыҡ ятты. Мәктәптә уҡығанда хәрби-патриотик айлыҡтар, мәҫәлән, "Зарница", "Армияла бер көн" саралары үткәрелә торғайны. Малайҙар менән ағастан үҙебеҙгә пистолеттар, автоматтар яһап алып та - "атыш", ә ҡышҡыһын "Идаралыҡ" уйнай инек. Ғөмүмән, спорт уйындары менән һуғыш уйындары тығыҙ бәйле, тип уйлайым. Сөнки улар күбеһенсә ике командаға бүленеп уйнауҙы күҙ уңында тота, тимәк, ҡаршы командала уйнаусылар "дошман" иҫәпләнә: йә берегеҙ, йә икенсегеҙ еңелә. Бик әһәмиәтле бындай уйындар, егет кешегә кәрәкле сәм, ярыш ҡомарын уяталар, физик яҡтан сынығаһың, сослоҡто арттыраһың. Шуға гимназияла ла мин волейбол менән шөғөлләнәм.
Арыҫлан Фәйзуллин: Беҙ ҙә шулай ағас мылтыҡтар менән уйнап йөрөгәнебеҙ хәтерҙә. Стәрлебаш районы Өмөтбай ауылында 10-15 малай йыйылып, ауыл эргәһендәге ағаслыҡта окоптор ҡаҙып, ағас баштарына үрмәләп, ике яҡ командаға бүленеп, бер-беребеҙгә ҡаршы ҡаты алыштар алып бара торғайныҡ.
Рамаҙан Ишемғолов: Ундай уйындар һәр малайҙың бала сағында булғандыр ул. Беҙ, Күгәрсен районы Бикеш ауылы балалары ла уйнаныҡ. Ә хәҙер бында ваҡытыбыҙ бик тығыҙ, уйындар ҡайғыһы юҡ. Уҡыуҙа ла һынатмаҫҡа, спортта ла өлгөр булырға кәрәк, етмәһә, 9-сы класта булғас, Төп дәүләт имтиханына ҡыҙыу әҙерлек бара әле.

Күп йәштәр компьютер уйындарына мөкиббән киткән бөгөн. Һеҙ ҙә мауығаһығыҙҙыр?

Ирхан Хисаметдинов:
Юҡ, мин бөтөнләй бындай уйындарҙы уйнамайым, әммә тиҫтерҙәрем араһында мауығыусылар бар. Һеҙ мине ҡупырая тип уйлап ҡуймағыҙ, мин китап уҡыуҙы өҫтөн ҡуям. Компьютер йә телефондағы уйындар ваҡытты бушҡа уҙғарған кеүек тойола. Уларҙың ниндәйҙер ыңғай йоғонтоһо булыуына ла шигем бар, бәлки, реакцияны яҡшырталыр. Ләкин психика, нервыларҙы ҡаҡшаталар. Сөнки еңелгәндәр ярһып, ҡысҡырып ебәрәләр бит.
Булат Алсынбаев: Беҙҙең Башҡорт кадет корпусында уҡыған егеттәрҙең ваҡыттары бик юҡ ундай уйындарға. Шулай ҙа форсат сыҡҡанда компьютер артында ултырып алырға ҡаршы түгелмен. Унда ысынбарлыҡҡа яҡын итеп эшләнгән уйындар бар, шулары ҡыҙыҡлы.
Арыҫлан Фәйзуллин: Ауылға ялға ҡайтҡанда ғына эләгә бындай форсат. Шулай ҙа күптән танкылар уйынын уйнайым, унда минең хәҙер 7 танкым бар. Әммә бер ултырғанда 1 сәғәттән дә артыҡ ваҡытымды сарыф итмәйем, үҙ-үҙемде шундай тәртипкә өйрәткәнмен.

Һәр егет армияла хеҙмәт итергә хыяллана, тип иҫәпләй инек. Хәҙер ҙә бармы шундай хыял?

Арыҫлан Фәйзуллин:
Был хыялды бала саҡтан күңелемдә йөрөтәм һәм һәр егет хеҙмәт итергә тейеш, тип уйлайым. Үҙенең һөнәрен хәрби эш менән бәйләйме, контракт төҙөймө, бер йылға саҡырылыш буйынса ғына барып ҡайтамы - һәр ваҡыт үҙенең тыуған илен, ата-бабаларының ҡәберҙәрен, яҡындарын һаҡларға әҙерлек үтеү мотлаҡ.
Ирхан Хисаметдинов: Һәр кем үҙе өсөн хәл итәлер был мәсьәләлә. Әммә беҙҙең ғаиләлә армия тураһында тик ыңғай ҡараш йәшәй, атайым яғынан 5, әсәйем яғынан 4 һалдат тыуған ил адында бурысын үтәгән. Ғаилә альбомдарында һаҡланған фотолар, документтар, иҫтәлектәр бар. Әлбиттә, юғары белем алғандан һуң армияға барырға ниәт итәм, әммә бер йылды бушҡа үткәреү булмаһын, ниндәйҙер файҙалы хәрби белем алып ҡайтырға ине. Тиҫтерҙәрем араһында армияла хеҙмәт итеү бөтәһе өсөн дә мотлаҡ булыуын өнәп етмәүселәр, тыумыштан һәләтле һәм үҙ теләктәре булғандар ғына барһын, тигән фекерҙә булыусылар ҙа бар.

Киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға уйлайһығыҙ? Хәрби һөнәргә лә урын бармы тормошоғоҙҙа?

Булат Алсынбаев:
Әлбиттә, киләсәктә мин Советтар Союзы Геройы А.К. Серов исемендәге Краснодар летчиктарҙың юғары хәрби авиация училищеһына уҡырға инергә, летчик-истребитель булырға теләйем. Был хыял миндә бала саҡта атайым менән һөйләшеүҙәрҙән һуң барлыҡҡа килде, ул да йәш сағында осоусы һөнәрен үҙләштерергә бик теләгән, әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, килеп сыҡмаған. Шуға мин Башҡорт кадет корпусына маҡсатлы рәүештә уҡырға килдем. Ә инде 8-се класта Первушино аэродромына барып, симулятор самолетта осоп ҡарағандан һуң, осоусы булыу теләгем тағы ла нығына төштө.
Арыҫлан Фәйзуллин: Армияла сик һаҡсыһы булған атайымдың матур формаһына һоҡланып, өлкәндәрҙең һөйләгәндәрен тыңлап, Бөйөк Ватан һуғышындағы ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары тураһында кинолар ҡарап үҫкән кеше булараҡ, хәрби һөнәр алыу теләгем бәләкәйҙән бар. Әле 10-сы класта белем алам, киләһе йыл Башҡорт кадет корпусын тамамлағас, Санкт-Петербургтағы А.Ф. Можайский исемендәге Хәрби-техник академияға юлланырмын, тим. Унда алдынғы информацион технологиялар, ракета-йыһан һағы, осоу аппараттарын төҙөү кеүек өлкәләрҙә инженерҙар әҙерләйҙәр. Кеше үҙенең ҡайҙа барғанлығын белеп, уйлап хәл итергә тейеш һөнәр һайлағанда. Хәрби һөнәр һайлап, ғүмерен бағышлаған кешеләр башҡа урын тапмаған өсөн генә түгел, ә нимәне һаҡларға теләгәнен белгән өсөн эшләй. Хәрбиҙәрҙең тормошо еңел булмауын, хатта тыуған яғыма йыш ҡайтып йөрөй алмаҫымды белһәм дә, рух ныҡлығы һәм нәҡ ҡайҙа барғанымды белеүем ярҙам итәсәк.
Рамаҙан Ишемғолов: Минең бик күп туғандарым, атайым да Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, араларында Афған һәм Чечен һуғыштарында ҡатнашҡандар күп. Ҡартатайым Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ именлеген яҡлаған. Хатта Петр Беренсе заманында ла яуҙарҙа йөрөп, батшаның үҙенән миҙал алған бабам булған. Уның наградаһы ғаилә архивында һаҡлана. Бына шундай "Ир-егеттең төп бурысы - илен һаҡлау", тигән тәрбиә алып үҫтем мин дә. Башҡорт кадет корпусына ла Һауа-десант ғәскәрҙәренә махсус әҙерлек үтеү мөмкинлеге булған өсөн уҡырға килдем. Киләсәктә һөнәремде тап ошо юҫыҡ менән бәйләмәксемен.
Ирхан Хисаметдинов: Беҙ яңыраҡ Әлкә ҡасабаһына хәрби әҙерлек үтергә барҙыҡ. Шуға тиклем хәрби һөнәр алыу тураһында уйлап та биргәнем юҡ ине, хәҙер уйлана төштөм. Бер аҙна эсендә армияға бәйле күп кенә мәғлүмәткә эйә булдым, тактика дәрестәре, беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәттеләр. Беҙгә белемдәрҙе капитан, майор, өлкән лейтенант дәрәжәһендә булған хәрбиҙәр бирҙе. ГТО нормативтарын тапшырыу рәүешендә физик көсөбөҙҙө лә һынанылар. Беҙҙең гимназист егеттәр үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтте, башҡаларға ҡарағанда йондоҙҙарҙы ла күберәк йыйҙыҡ шикелле. Взводыбыҙ алдынғылар рәтендә булды, мин йүгереү буйынса беренселекте алдым. Гимназияла иртәнге туғыҙынсы яртынан төшкө өскә тиклем, шунан сәғәт дүрттән киске етегә тиклем уҡыу шарттарында шундай уңышлы сығыш яһауыбыҙ хатта аптыратты ла. Ни тиһәң дә, бындай режим менән спортҡа ваҡыт аҙ ҡала, шуға егеттәр көсһөҙөрәк микән тип уйлағайным. Ауыл егеттәренә бирешмәнек, шулай ҙа уларҙың сыҙамлыраҡ, эшкә өйрәнеп үҫкәндәре күренеп торҙо.

Бөгөн һеҙҙең ағайҙарығыҙ Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ошо ваҡиғалар тураһында һеҙ ниндәй фекерҙә?

Ирхан Хисаметдинов:
Тарихи яҡтан алғанда ла беҙҙең башҡорт халҡы ил өҫтөнә дошман ябырылғанда бер ваҡытта ла ситтә тороп ҡалмаған. Махсус хәрби операция тураһында төрлө фекерҙәр ишетергә тура килде, әммә ил саҡыра икән, тимәк, шулай кәрәк. Сөнки илде һаҡлау - ул һәр ир-егеттең изге бурысы.
Арыҫлан Фәйзуллин: Махсус хәрби операция тураһында беҙ көн дә яңылыҡтар ҡарайбыҙ, Шайморатов генерал миҙалына лайыҡ булыусыларҙы ла беләбеҙ. Мин күрше Йәлембәт ауылына йөрөп уҡыным һәм шунан бер танышым әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Әсәйҙәребеҙҙең бер бөртөктәре булһаҡ та, йәшем еткән булһа, мин дә барыр, ситтә ятып ҡала алмаҫ инем, тип уйлайым. Сөнки ысын ир-егет иленә, тыуған еренә хәүеф килгәндә битараф ҡала алмай.
Рамаҙан Ишемғолов: Минең дә ике туған десантник ағайым ҡатнаша ул махсус операцияла. Арыҫлан кеүек үк, мин дә йәшем тулған булһа, барыр инем. Сөнки бурысыбыҙ был. Ата-бабаларыбыҙ электән илебеҙҙе йәндәрен аямай һаҡлаған икән, мин дә быны эшләй алмайыммы ни!

Ошо көндәрҙә Бөйөк Еңеүең 78 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Һеҙ был һуғыш, унда ҡатнашыусылар тураһында беләһегеҙме?

Ирхан Хисаметдинов:
Ҡыҙғанысҡа күрә, ауылыбыҙҙағы Бөйөк Ватан һуғышының һуңғы ветераны Сабирйән Һатыбалов 2018 йылда баҡыйлыҡҡа күсте. Ул тере саҡта мәктәп уҡыусылары менән йыл әйләнәһенә осрашыуҙарҙа ҡатнаша, ә беҙ уға тимурсылар командаһы менән ярҙамға йөрөй торғайныҡ. Ветеран һуғыш тураһында һирәк һөйләне, бәлки, бала саҡта гел генә уны тыңлап та тормағанбыҙҙыр. Хәҙер үҙе тере саҡта һөйләшеп ҡалмауыма бик үкенәм, сөнки шул йылдарҙағы ваҡиғаларҙы фәһем итеп һөйләрлек кешеләр арабыҙҙа ҡалмай бара. Атайым яғынан ҡартатайым Хәйбулла Хисаметдинов та Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ул Волгоград яғында атака ваҡытында хәбәрһеҙ юғалған. Ҡыҙғанысҡа күрә, уның фотоһүрәте лә һаҡланмаған. Әммә былтыр Өфөлә үткән "Үлемһеҙ полк" акцияһына туғандаш икенсе бер олатайымдың фотоһын күтәреп сыҡтым. Беҙҙең уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Арыҫлан Фәйзуллин: Атайымдан һәм бабайҙарымдан һорашып, бишенсе быуында Фәйзулла тигән олатайым булыуын, ул хәбәрһеҙ юғалыуын беләм. Ә Башҡорт кадет корпусы менән йыл да Ишембай һәм Өфө ҡалаһында Еңеү парадтарында ҡатнашам, унда хор менән йәки марш менән үтәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы тураһында документаль фильмдар ҡарап, китаптарҙан уҡып, уҡытыусыларҙың һөйләгәндәренән дә төрлө мәғлүмәттәр беләм. Мине иң һоҡландырған кеше - осоусы Алексей Мересьев. Ул ике аяғы ҡырҡылған килеш кире һуғыш яланына ҡайтып, байтаҡ ҡына немец самолеттарын бәреп төшөргән Советтар Союзы Геройы.
Булат Алсынбаев: Мин Советтар Союзы Геройҙары Муса Гәрәев һәм Александр Покрышкин кеүек шәхестәргә һоҡланам, уларҙан өлгө алам. Танкист Зиновий Колобановтың ярты рота менән генә 22 немец танкыһын юҡ итеүе тураһында беләм. Бына ниндәй ҡаһарманлыҡтар күрһәткән һәм беҙгә тыныс күк йөҙө бүләк иткән ул быуын кешеләре. Был хаҡта оноторға хаҡыбыҙ юҡ, шуға ла Еңеү парадтарында һәр береһенә ысын күңелдән рәхмәт әйтеп, оло хөрмәтебеҙҙе белдереп, баштарыбыҙҙы ғорур күтәреп маршта уҙабыҙ.
Рамаҙан Ишемғолов: Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылған тарихты яҡшы беләм, унда беҙҙең 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хайран ҡалырлыҡ ҡаһарманлыҡтар күрһәткән. Атлылар батыр, ҡурҡыу белмәҫ кешеләр булғандыр, тим. Сөнки ҡылыс менән бөтәһе лә танкыға ҡаршы бара алмай. Шулай кәрәк булғандыр инде, һәр кем үҙ илен нисек тә булһа һаҡларға тырышҡан. Бөгөнгө күҙлектән нисек кенә аяныслы тойолмаһын был хәлдәр, кәрәк булһа, мин дә барыр инем, тип уйлап ҡуям хатта. Бергә уҡыған егеттәр алға ырғыһа, бер нәмә лә эшләмәй, ситтә ҡарап тора алмайым бит инде! Һуғыш йылдары тураһында дәрес үткәндән һуң тағы ла шул хаҡта уйланып йөрөгәйнем: Гитлер һөжүм итмәү тураһында килешеүҙе боҙоп, нисек был аҙымға бара алды икән? Ир-егет бит үҙенең әйткән һүҙенә тоғро булырға тейеш.

Ир-егеттә илһөйәрлек тойғоһо нисек тәрбәләнә?

Ирхан Хисаметдинов:
Илһөйәрлек тойғоһо ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш. Әлбиттә, һәр бер малай өсөн үҙ атаһының өлгөһө беренсе урында тора, уға ҡарап тиңләшке килә. Шунан инде йәшәгән урыныңды, тыуған илеңде матурлау, ер-һыуыңдың ҡәҙерен белеү - илһөйәрлектең тәүге шарттары. Ниндәй милләттән булыуың, ҡайҙа тыуыуыңа ҡарамаҫтан, насип иткән яҙмышыңды ҡабул итеп, тырышып кеше булырға ынтылырға тейешһеңдер. Рухи яҡтан көслө кеше тормошта һәр саҡ үҙ урынын таба аласаҡ. Ә инде бөгөн ҡайһы берәүҙәрҙең йөҙҙәрен күберәк сит илдәргә бороуы иһә, илһөйәрһеҙлектән түгел, ә башҡа ҡиммәттәрҙе был тойғонан өҫтөнөрәк ҡуйыуҙарына бәйлелер. Улар аҡса эшләү маҡсатынан да юғарыраҡ, ҡиммәтерәк төшөнсәләр барлығын аңлап етмәйҙәрҙер, моғайын.
Арыҫлан Фәйзуллин: Үҙемдән алып әйтәм, илһөйәрлек тойғоһон беҙгә бала саҡтан атай-әсәй, уҡытыусыларыбыҙ тәрбиәләй. Миңә лә атайым үҙенең һалдат формаһын күрһәтеп, үҙе менән булған хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләп, званиеһын аңлатып, күрһәтеп өйрәтте. Ә инде Башҡорт кадет корпусында йыл һайын уҡытыусыларыбыҙ беҙгә ветерандар менән осрашыуҙар ойоштора. Улар ҙа патриотик рухты үҫтереүҙә баһалап бөткөһөҙ роль уйнай.
Булат Алсынбаев: Ир-егеттә илһөйәрлек тәрбиәләү өсөн үрнәк алырҙай кемдер булырға тейеш. Беҙҙең Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә бындай батырҙар бик күп һәм улар тураһында йышыраҡ һөйләргә, фильмдар төшөрөргә кәрәк. Мин үҙем һоҡланған шәхес - ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев. Ул һис кенә лә ауырлыҡтарға бирешмәгән, һәр ваҡыт эшен аҙағына тиклем алып барып еткергән. Осоусылар өсөн мөһим сифаттарҙы ла үҙемдә тәрбиәләргә тырышам: вестибуляр аппарат яҡшы эшләргә, сыҙамлы булырға кәрәк. Шуға көн һайын урамда йүгерәм, турникта төрлө күнекмәләр яһайым. Әйткәндәй, ГТО буйынса алтын миҙал эйәһемен.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Егеттәр менән әңгәмәләшкәндә: "Ҡыҙҙар хәрби һөнәр үҙләштерергә мөмкинме?" - тигән дә һорау биргәйнек. Улар һөнәр һайлауҙың һәр кемдең үҙ теләгенә бәйле булыуын билдәләне, әммә: "Ҡыҙҙар ҙа алғы һыҙыҡта йөрөһә, беҙ кемде һаҡлап, нимә өсөн һуғышырға тейешбеҙ?" - тип яуап бирҙе. Бына шундай йәшәү мәғәнәһе ниҙә икәнен яҡшы аңлаған, аңлы, аҡыллы, киләсәктә тормош дилбегәһен үҙ ҡулдарына алыр йәштәребеҙ бар, күҙ генә тейә күрмәһен үҙҙәренә! Ә беҙ иһә, Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығын билдәләгәндә, тағы берҙе күк йөҙөбөҙ аяҙ, илдәр имен булыуын һәм үҫеп килгән быуын ир-азаматтарына бер ҡасан да дәһшәтле һуғыш дарыһын еҫкәргә тура килмәһен, тип теләйек!

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.05.23 | Ҡаралған: 139

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru